Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Теләк әйтелә. Терәк бармы?
Әҙәм балаһын ғүмер юлдары төрлө тарафтарға йүнәлтә тиһәк тә, ғәмәлдә юл, спираль һымаҡ әйләнеп, йәнә үткәнен ҡабатлай. Әле Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе вазифаһын үтәүсе, март баштарында йәнә бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелергә ҡарар иткән Владимир Путин да быуат башынан алып күсәр тирәләй әйләнә лә әйләнә. Илдең күпселек граждандары өсөн Йыһан юғарылығындағы ғәмәлдәр ысынбарлыҡ булып күренмәүе айҡанлы, Президент – Премьер араһындағы хакимлыҡ даирәһен бүлешеү инде хәл ителгән һәм йәмәғәтселек ҡабул итәсәк ҡарар тип күҙаллана. Әгәр етеп килеүсе һайлау йәки Хөкүмәттәге үҙгәрештәргә ҡағылышлы әүҙемлек телеэкранда һәм гәзит биттәрендә ҡайнай, чиновниктар зыу-ғәләмәт килеп йүгерешә икән, был әле халыҡ аңының ҡапыл яҡтырып китеүе, етәкселәрҙең һәр сөскөрөүен йәрхәмбикәләп тороу түгел. Һуңғы осорҙа иң юғарылағы эш-хәрәкәттәр ябай уй менән генә осона сыҡмаҫтай ритуалдымы, үҙ ҡанундарына ғына буйһонған каруселдеме хәтерләтә.
“Известия” гәзитенең 17 ғинуар һанында баҫылған мәҡәләһенә В.В. Путин “Рәсәй туплана — беҙ яуап бирергә тейешле талаптар” тигән баш ҡуйған. Йәғни алдыбыҙға заман килтереп баҫтырған бурыстарҙы хәстәрләү өсөн, Рәсәй уй-фекерен төйнәй. Тарихтан мәғлүм булыуынса, ун туғыҙынсы быуатта, яу яландарында һәм дипломатик көрәштә байтаҡ еңелеүҙәр кисергәндән аҙаҡ, Рәсәйҙең сит ил эштәре менән шөғөлләнеүсе кенәзе Александр Горчаков Европа дәүләттәре хакимдарының мыҫҡыллы төрттөрөүенә: “Рәсәй ҡәһәрләнмәй, Рәсәй фекерен йыйнаҡлай ғына”, — тип яуап биргән. Илебеҙҙең егерменсе быуат ахырындағы һәм егерме беренсе быуат башындағы тарихында еңеүҙәрҙән — еңелеүҙәр, алға ынтылыуҙан сигенеүҙәр күберәк булды. Бәлки, шуға ла дипломаттар алышында Отто фон Бисмарктың үҙенән өҫтөн сыҡҡан канцлер Горчаков менән уның мәртәбә тулы иҫтәлекле һүҙе хәтергә киләлер.
Хәҙер Президент Дмитрий Медведевтың “Рәсәй, алға!” тигән мәҡәләһен иҫкә алыусылар һирәк. Дмитрий Анатольевичтың ил башлығы вазифаһына дәғүә итеүе йыл-йыл ярым элек уның ярандарынан бүтән кешеләрҙә шик тыуҙырмағас, әлеге мәҡәлә уның манифесы итеп тә, программаһы рәүешендә лә ҡабул ителгәйне. Әммә етәкселәрҙең һуңғы сығыштары хужаларҙың да хужаһы ғәмәлдә кем буласағына аныҡлыҡ индерҙе. Беҙҙең илдә генераль сәркәтип тә, президент та, Конституция буйынса, сикләнмәгән вәкәләттәргә эйә һәм Путин власта булған йылдарҙа ул авторитарлыҡ төҫөн алды. Рәсәйҙең туҡһанынсы йылдарҙа тарҡала башлаған төбәктәрен йыйнаулау, милли республикаларҙың ҡануниәт нормаларын федераль ҡануниәт менән яраҡлаштырыу, власть бағанаһын бер төпкә нығытыу хакимлыҡты ла, ҡаҙнаны ла, көллөһөнсә тип әйтерлек, Мәскәү ҡулында тупланы.
Беҙҙең йәшлек замандарында юлбашсыларҙың ябай халыҡ күңелен ҡағырға ынтылыуы һирәк күренеш ине. Һөйләшкәндә лә уларҙы халыҡтан йә мөнбәр, йә булмаһа президиум өҫтәле айыра торғайны. Ихласлыҡ, ҡайнар тойғолар өсөн ғәҙәти булмаған хәл, бығаса күрелмәгән көсөргәнеш талап ителгәндер. Әгәр дәүләт етәкселәренең халыҡ менән уй-ниәттәрен уртаҡлашыуы ғәҙәткә инһә һәм ул ғәҙәт сәйәси конъюнктура маҡсаттарын эйәртеп йөрөмәһә, Көнбайыш демократияһы һыҙаттарының беҙҙә лә пәйҙә булыуы шунда күренер ине.
Йәшермәйенсә әйтәм: “Рәсәй, алға!” мәҡәләһен мин ҡәнәғәтләнеү менән уҡыным. Ләкин шуныһы — Д. Медведевтың мәҡәләһе булһынмы, В. Путиндың киң мәғлүмәт сараларындағы әүҙемлегеме — һәр һүҙҙе программа документы итеп ҡабул итеү дөрөҫ түгел. Ил менән етәкселек итеүселәрҙең теге йәки был мәсьәлә буйынса халыҡ алдына сығыуы тәбиғи. АҠШ президенты ла, “Хәйерле иртә, Америка!” тигән сәләм менән милләткә аҙна һайын мөрәжәғәт итә икән. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙең төп өс телеканалы Президент менән Премьерҙың һәр аҙымын, хатта көн дә үтергә тейешле эш кәңәшмәләрен, министрҙар, губернаторҙар менән осрашыуҙарын тәфсирләп тора. Әйткәндәй, ошондай стиль үҙебеҙҙең республика, хатта муниципалитеттар кимәлендә лә күренә. Һәм һүҙ барышында ғәмәлдә: “Шулай итергә кәрәк. Был мәсьәләгә ошолайыраҡ тотонорға тура килер”, — һымағыраҡ күрһәтмә-уйланыуҙарҙы ишетәһең. Һуң, егеттәр, телекамера алдында йә мөнбәрҙән тороп лаф орғансы, һөрәнһеҙ генә тотоғоҙ ҙа эшләгеҙ, хәл итегеҙ. Хакимлыҡ теҙгене лә, аҡса тоғо ла — ҡулығыҙҙа. Вазифаға ла эш өсөн тәғәйенләнгәнһегеҙ. Ә халыҡ беҙҙең илдә ни хәл ҡыла ала?
Владимир Владимирович — зирәк кеше. Ябай әҙәм балаһының ғәмәлдә электорат ҡына булыуын белгәнгәлер, ул юғарыла әйтелгән мәҡәләһендә лә “халыҡ” һүҙен ҡулланмаҫҡа тырыша, бәлки “беҙ”, “дәүләт” тигән төшөнсәләр менән генә эш итә. Президентлыҡҡа төп дәғүәсе булараҡ, ул һайлау алды программаһында күп вәғәҙәләр әйтер, һандар килтерер, әлбиттә. Был — ғәҙәтләнгән күренеш. Беҙ, өлкән йәштәгеләр, үҙ ғүмеребеҙҙә ул программаларҙы күп күрҙек, вәғәҙәләрҙе күп ишеттек һәм һәр хаким, уның һәр вәғәҙәһе барыбер өмөт уята килде. Мәрхәмәтле батша, йомшаҡ һүҙле сәркәтип, ғәҙел рәйескә мөкиббән китеп ышаныу синдромы беҙҙә ген кимәлендә йәшәй икән.
Телевизор күрһәткәнгә ышанһаң, Европала, Латин Америкаһында, АҠШ-та халыҡ, үҙенең әле түҙеп йәшәрлек мәсьәләләрен дә кисектергеһеҙ проблема итеп, урамдарға шаулап сыға. Халҡының хатта бөгөн хәл итмәҫлек талаптарына ла властар ҡолаҡ һалырға бурыслы. Рәсәйҙә иһә хакимлыҡ, чиновниктар синыфы, асылда хеҙмәткә халыҡ яллаған кешеләр булыуҙарын онотоп, уларҙан айырымланырға, бүтән донъяла йәшәргә тырыша. Ғөмүмән, илдәге уртаса эш хаҡы, пенсияның артыуы, социаль түләүҙәр һәм ташламалар — статистика теркәгән һәм хаким күрергә теләгән матур декорация ғына. Миллиондарса кешенең ғәмәлдә хәйерселектә көн итеүе, эшһеҙлек, туҡтаған сәнәғәт предприятиелары, юғала барыусы ауылдар, халыҡты ҡырыусы эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ, телевидение менән Көнбайыш киноһының емергес эшмәкәрлеге, чиновниктар тәкәбберлеге, енәйәтселек, коррупция, оғролоҡ — башыбыҙға төшкән афәттәрҙе һанай китһәң, йөрәгең ярылырлыҡ. Ә беҙ һаман юғары сәйәсәт тураһында сафсата һатабыҙ, дәүләтебеҙҙе ҡеүәтле держава итеп күрһәтергә көсәнәбеҙ. Илтифат итһәгеҙ, фигурист Евгений Плющенко, көс-ҡеүәте ташып торған егет образына инеү өсөндөр, боҙға ҡайсаҡ резина костюм кейеп сыға. Рәсәй ҙә ваҡыт-ваҡыты менән ошо фигуристы хәтерләтмәйме ни?
Тарихи традиция буйынса, батшалар тәхеткә уңайлап бер ултырып алһа, был — ғүмерлеккә. Инглиз яҙыусыһы Томас Карлейль әйтмешләй, “демократия — беҙҙең менән батырҙар идара итмәү заурлығына риза булыу”. Ә инде, һайлауҙар етә килә, Ливан халҡының да президент тураһында әйткәнен хәтергә төшөрөрбөҙ.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә