Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Атай-олатайҙарҙың “герман һуғышы”нда ҡатнашыуы тураһындағы хәтирәләре бала саҡтан уҡ күңелдә һаҡлана. Мәктәптә уның хаҡында “империалистик һуғыш” булараҡ белдек. Беҙҙе ғәҙел булмаған яуҙа Рәсәйҙең тулыһынса еңелеүенә инандырырға тырыштылар.


Йылдар үтте. Профессиональ тарихсы булып киттем. Күренеүенсә, был һуғышҡа мөнәсәбәт дәреслектәрҙә лә, әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә үҙгәрешһеҙ ҡала. 1917 йылғы революция, Граждандар һуғышы һәм 1918–1920 йылдарҙағы интервенция ваҡиғалары уны күмеп киткән. Граждандар һуғышы йылдарында күптәрҙең аҡтар яғында һуғышыуы, эмиграция, сәйәси золомға дусар булыуы ла йоғонто яһағандыр быға. Тиҫтәләрсә йыл дауамында ошо һуғыш яугирҙәренә әллә ни хөрмәт күрһәтмәүебеҙ, уның батырҙарын һәм ҡорбандарын иҫкә алмауыбыҙ бер ҙә ғәжәп түгел. Илебеҙҙә уларҙың ҡәбере лә, мемориалы ла, музейы ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта Европа илдәрендә был һуғышҡа, ветерандарға һәм һәләк булғандарға бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш йәшәй, ихтирам-хөрмәт күрһәтелә.
Хәл уҙған быуат аҙағында ғына үҙгәрә башланы. Был иң элек һуғышты өйрәнеүгә ҡағылды. Донъя тарихында хәл иткес ваҡиға булараҡ, уның әһәмиәтен аңлау йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. Беренсе бөтә донъя һуғышы хәрби юҫыҡта алға табан яһалған ғәйәт ҙур, шул уҡ ваҡытта хәүефле аҙым булды. Ул дүрт империяның тарҡалыуына килтерҙе, киләһе һуғыштың тәүшарттарын билдәләп, кешелектең яңы тарихына тәрән йоғонто яһаны.
Ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тарафынан ошо ваҡиғалар буйынса бай материалдар тупланды. 1989 йылдан Беренсе донъя һуғышы тарихсыларының Рәсәй ассоциацияһы эшләй. Ҙур конференциялар уҙғарылды, бик күп хеҙмәттәр, биографиялар, иҫтәлектәр, хаттар баҫылып сыҡты. “Башҡортостан 1914 – 1918 йылдарҙағы Беренсе бөтә донъя һуғышы осоронда” тип аталған документтар йыйынтығы ла әҙерләнде. “Рәсәй – Бөйөк һуғышта” мәғлүмәт-белешмә сайты (www.grwar.ru) уңышлы эшләй. Ундағы китаптар һәм мәҡәләләр архивы даими тулыландырыла.
Әммә йәмәғәтселек аңында, социаль хәтерҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әүәлгесә фекер йөрөтөү, беҙҙеке түгел, ә “сит-яттарҙың һуғышы” тигән төшөнсә һаҡланып ҡала. Былтыр төбәктәрҙә тарих буйынса яңы дәреслектәр концепцияһы проектын тикшереү ҙә ошоно күрһәтте. Йәштәрҙә илһөйәрлек, Рәсәйҙең хәрби йолаларына, оло быуындың ҡаһарманлығына ихтирам тәрбиәләү тураһында күп һөйләнелә, шул уҡ ваҡытта Беренсе донъя һуғышы хаҡында ләм-мим. Әйтерһең дә, шул осорҙағы гәзит, журналдарҙа, китаптарҙа ул 1914 – 1916 йылдарҙағы Ватан һуғышы булараҡ телгә алынмаған! “Милләттең рухи һәм физик ҡеүәтенә ҙур көсөргәнеш килтереп, Тыуған ил хаҡына ҙур ҡорбандар һорап, Бөйөк һуғыш башланды. Иҡтисад емерелде, әхлаҡ тарҡалды, миллиондарса ғүмер ҡыйылды. Был һуғыш кешелекте упҡын ситенә этәрҙе, – ти билдәләгән уны генерал А.И. Деникин. – Урыҫ-япон кампанияһы башланған осорҙа тыуған кәйефкә ҡаршы рәүештә был һуғышты бөтә халыҡ ватан һуғышы булараҡ ҡабул итте”. Был һүҙҙәр бөтә милләт вәкилдәренең, шул иҫәптән башҡорттарҙың һәм тыуған яғыбыҙҙағы башҡа ҡәүемдәрҙең шул осорҙағы асылын сағылдыра.
Күп һанлы наградалар араһында “Георгий тәреһе” менән дүрт дәрәжәләге миҙалдар айырым урын биләй. 1917 йылда 1,5 миллиондан ашыу яугир тап шундай наградаларға лайыҡ була. Тимәк, уларҙың батырлығы меңйыллыҡ тарихтағы башҡа Рәсәй һалдатының ҡаһарманлығынан бер ҙә кәм түгел.
Был йәһәттән күп быуатлыҡ геосәйәсәткә иғтибар бирергә кәрәк. Өс һуғыштың оҡшаш яҡтары ла байтаҡ бит. 1812 йылғы Ватан һуғышы – Наполеондың вәхшиҙәрсә баҫып инеүе; халыҡтың күтәрелеүе; Рәсәйҙең Наполеонға ҡаршы коалицияла ҡатнашыуы; дошманды ҡыйратыу һәм сит ил походтары; Вена конгресы; һуғыштан һуң тормошто үҙгәртеп ҡороу; Рәсәйҙең Изге союзға инеүе. Беренсе донъя һуғышы – Рәсәй Антанта блогында, герман милитаристарына һәм уларҙың союздаштарына ҡаршы тороу; Париж конференцияһы; һуғыштан һуң үҙгәртеп ҡороуҙарҙың Версаль системаһы; Милләттәр лигаһын төҙөү. Икенсе донъя, Бөйөк Ватан һуғышы – Германия фашизмы һәм уның союздаштары агрессияһына ҡаршы тороу; СССР-ҙың Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыуы; дошманды ҡыйратыу һәм баҫып алынған илдәрҙе азат итеү; Потсдам конференцияһы; БМО төҙөү.
Был һуғыштарҙың барыһында ла илебеҙҙе яулап алырға, дәүләт булараҡ юҡ итергә, халҡын буйһондорорға ынтылалар. Беренсе донъя һуғышындағы хәрби етәкселәр Германия милитаризмының Рәсәйгә ҡаршы айырыуса ажарланып һуғышыуын, мәкерле пландар ҡороуын билдәләгән.
Мәҫәлән, данлы генерал А.А. Брусилов үҙенең хәтирәләрендә дошманды былай тип телгә алған: “... Германия халҡының был бөйөк һуғышҡа әхлаҡи әҙерлеге төп урынға ҡуйыла. Барлыҡ сараларҙы файҙаланып, Германия Ер йөҙөндә үҙенә лайыҡлы урын яуларға тейеш, юғиһә ул юҡҡа сығасаҡ; бөйөк Германия халҡы, айырым ҡәүем булараҡ, немецтарҙың изге илаһы ярҙамында Франция менән Англияны ҡыйратырға, ә иң түбән раса булған славяндарҙы, иң элек Рәсәйҙе, бөйөк герман расаһын үҫтереү өсөн ашламаға әйләндерергә тейеш тигән төшөнсә барыһының да аңына һеңдерелә. Тыуған илемдең, халҡымдың дошманы беҙҙе үҙенә буйһондорорға тырышты. Был һуғышты беҙ түгел, ә улар башланы”. Билдәле генерал һәм дипломат А.А. Игнатьев 1917 йылдың апрелендә көндәлегенә: “Германияның иң ҙур енәйәте – ҡорал ярҙамында башҡа милләттәргә йәшәү шартын билдәләй алыуына ныҡлы инаныуы. Егерменсе быуат халыҡтарға бөтөнләй башҡа, өр-яңы нигеҙҙәргә таянып йәшәү мөмкинлеген иҫбатларға тейеш”, – тип яҙған. Бындай баһаламалар бик күп. Икенсе донъя һуғышында ла фашистар Көнсығышты баҫып алыу, Рәсәйҙе ҡыйратыу стратегияһын дауам иткән. Шул уҡ ваҡытта һуғыштың тамамланыуына, дошмандың еңелеүенә Рәсәй армияһының ҡыйыу ғәмәлдәре ҙур йоғонто яһай. 1917 йылға илебеҙҙең хәрби көстәре төп дошманды тулыһынса еңергә әҙерләнә, ә башҡалары ҡыйратылған була. Ваҡиғаларҙың бүтән йүнәлеш алыуында беҙҙең ғәйеп юҡ. Яуланған еңеүҙе Рәсәйҙән тартып алдылар, яла яҡтылар.
Британия сәйәсмәне Уинстон Черчилль үҙенең 1927 йылғы “Донъялағы көрсөк” китабында: “Рәсәйгә кеүек башҡа бер илгә лә яҙмыш шундай һынау ҡуйманы. Уның карабы, ел-дауылдар үтеп, яр күренгәс кенә батып китте. Был ваҡытта ҡорбандар килтерелгәйне, эш тамамланғайны инде. Еңеүҙе ҡулына тотоп ауҙы ул”, – тип яҙған.
2012 йылдың 28 июнендә Федерация Советының Беренсе бөтә донъя һуғышының 100 йыллығына арналған ултырышында Президент В.В. Путиндың шул ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерен белдереүе лә осраҡлы түгел. “Онотолған һуғыш ул. Ниңә онотолоуы ла аңлашыла, – тине ил башлығы үкенес менән. – Совет осоронда уны империалистик һуғыш тип атанылар. Икенсе донъя һуғышының Беренсеһенән нимәһе менән айырылыуы ғына аңлашылмай. Асылда иһә, бер ниндәй ҙә айырма юҡ бит”. Уның билдәләүенсә, “илебеҙ был һуғышта еңелгән яҡҡа еңеүен тапшырҙы. Был – кешелек тарихында уникаль ваҡиға... Шул осорҙағы ил етәкселегенең милли хыянаты һөҙөмтәһе”.
“Икенсе донъя, Бөйөк Ватан һуғышында улар ил алдындағы ғәйебен юйҙы – быныһы раҫ. Уның хаҡы тураһында һүҙ алып бармайыҡ, уныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Әммә был ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтырға ваҡыт, сөнки Рәсәй мәнфәғәтен яҡлап, ғүмерен ҡорбан иткән кешеләр онотолорға тейеш түгел”, – тине Владимир Путин.
2012 йылдың декабрендә Президент үҙенең Указы менән “Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тура­һында”ғы Федераль законға төҙәтмәләр индереүҙе раҫланы. Закон былтыр 1 ғинуарҙан көсөнә инде. 1 август Беренсе донъя һуғышында һәләк булған Рәсәй яугирҙәрен иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Әле уларға һәйкәлдәр ҡуйыла, мемориалдар асыла. Хәрби-тарихи музейҙарҙа тәүге тапҡыр шул һуғыш батырҙарына арналған экспозициялар ойошторола, экспонаттар әҙерләнә. “Царское Село” дәүләт музей-ҡурсаулығында һуғыштың 100 йыллығына арналған “Рәсәй – Бөйөк һуғышта” музейы асыла. Мәскәүҙә яугирҙәрҙең иҫтәлегенә монумент ҡуйыла.
Дәүләт үҙенең бөгөнгөһөн һәм киләсәген һаҡлап ҡалыу өсөн үткәндәргә ихтирам күрһәтә. Алда оҙайлы һәм ҡатмарлы эш көтә. Уға барлыҡ структуралар, фән эшмәкәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителергә тейеш. Бөйөк Рәсәй тарихында был һуғыштың әһәмиәтен бөтә йәмғиәттең аңлауы мөһим. Ватанды һаҡлаған батырҙарҙың онотолоуына юл ҡуйырға ярамай.
Марат ЯМАЛОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә