Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Имеш”кә ышанып ыштанһыҙ ҡалмайыҡ
Украинала барған ҡыялҡы барлыҡ халыҡтың иғтибарын йәлеп итһә лә, республикала беҙҙе ҡыҙыҡһындырған ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Улар, эш графигы тығыҙ һәм көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Республиканың банк-кредит тармағында һуңғы ваҡыттағы ваҡиғалар тураһында төбәк башлығы үҙенең аныҡ фекерен әйтте.

Билдәле булыуынса, донъялағы иҡтисади-финанс көрсөгөнөң шауҡымы беҙҙең республиканы ла урап үтмәне. Март аҙаҡтарында бер шәхси эшҡыуар, киң матбуғат саралары алдында “АФ Банк”тан 5 миллион һум аҡсаһын ҡайтарып биреүен талап итеп, мәсьәлә хәл ителмәгән осраҡта, үҙенә ҡул һаласағын белдерҙе. Банк тиҙ арала уның үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе. “Аҡса тынлыҡты ярата“ тигән принципты тупаҫ боҙоу булды был акция. Яңылыҡты ишеткән банк клиенттарының был провокацияға бирелеүе тиҙ арала “АФ Банк”ты мөшкөл хәлгә төшөрҙө. Рәсәйҙең Үҙәк банкы уның финанс хәлен тикшереп, ҡайһы бер күрһәткестәренең тейешле нормативтарға яуап бирмәүен асыҡланы һәм ил банктары араһында 336-сы урынды биләгән “АФБанк”тың лицензияһын тартып алырға мәжбүр булды. Хәҙер уны банкрот итеү мәсьәләһе ҡарала. Банк клиенттарының аҡсаһын ҡотҡарыу маҡсатында, уларҙы ике банк – “РосгосстрахБанк” һәм “Инвесткапиталбанк” – хеҙмәтләндереүен дауам итәсәк. Рәсәй законы буйынса, 700 мең һумға тиклем аҡсаны махсус төҙөлгән агентлыҡ ҡайтарып бирәсәк, ә ҡалған сумманы ҡайтарыу процедураһы оҙаҡҡараҡ һуҙыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, был банктың 10,4 мең тирәһе вкладсыһы бар, шуларҙың 200-ө – шәхси эшҡыуар. Нефтекама автозаводы ла ҙур клиенттары араһында. Уның ҡайтарылырға тейеш суммаһы 3 миллиард һум тирәһе. Бынан алда республикала икенсе банк та ошондай хәлгә төшкәйне. Хәҙер “Мой банк. Ипотека” тигән банкты һауыҡтырыу процедураһы ғәмәлгә ашырыла.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй банкының яңы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина был юҫыҡта эште ваҡытлы һәм бик әүҙем алып бара башланы. Рәсәйҙең төрлө төбәгендәге банктарҙың хәтәр һәм хәүефле сәйәсәте өсөн лицензиялары тартып алына тора. Ошо көндәрҙә генә “Беренсе республика”, “Западный”, “Атлас”, “Каспий” тигән банктар лицензиянан мәхрүм ителде. Бының төп сәбәбе – банк етәкселәренең профессиональ кимәленең түбән булыуы.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, “АФ Банк” тулыһынса тиерлек Ҡаҙағстандың “Астана-Финанс” тигән компанияһына ҡарай. Һуңғы йылда ғына улар өс етәксене алмаштырып өлгөргән. Икенсенән, республикала ҡайһы бер банктар тарафынан үҙҙәренең конкуренттары тураһында имеш-мимеш таратыу ҙа бик насар йоғонто яһай. Шул уҡ банктың мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың клиенттарына кемдер “банк лицензиянан ҡолаҡ ҡаҡҡан” тигән хаттар ебәргән.
Президент Рөстәм Хәмитов республика халҡын имеш-мимештәргә ышанмаҫҡа саҡырҙы. 2014 йыл башына республикала 99 кредит ойошмаһы, шул иҫәптән 10 республика банкы бар. Былтыр ғына банк нөктәләренең һаны 68-гә артып, 1 мең 565-кә барып еткән. Банктарҙың активтары, 35,3 миллиард һумға күбәйеп, 439,9 миллиард тәшкил иткән – был һәйбәт үҫеш. Шуныһы мөһим: ыңғай сальдо йылдан-йыл арта. Банктар республикала туплаған бөтә аҡсаның 152,3 миллиард һумдан ашыуы төрлө тармаҡҡа йүнәлтелгән. Бынан алдағы 92,8 миллиард һум менән сағыштырыу ҙа республикалағы инвестиция мөхитенең яҡшырыуын раҫлай. Банктарҙың капиталы ла арта бара. Үҫеш 19,5 процент тәшкил иткән. 2013 йылда беҙҙең банктар халыҡҡа 32,3 процентҡа күберәк кредит биргән. Ипотека кредитының да кимәле тиҙ үҫә – 2012 йыл менән сағыштырғанда, 34,7 процентҡа күберәк. 2012 йылда 23 340 кешегә ипотека кредиты бирелгән булһа, былтыр уны 26 266 кеше алған. Банк тармағының ышаныслы эшләүе тураһында физик шәхестәрҙең банкта тотҡан аҡса күләменең артыуы ла асыҡ дәлилләй – 2014 йылдың башында был сумма 245,2 миллиард һум тәшкил иткән (2013 йылдан 21 процентҡа күберәк).
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙең банк системаһы тураһында таратылған ялған хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа саҡырҙы. “Бәләкәй генә бөлгән банктың тотош банк тармағы һәм республика халҡы өсөн ҙур проблемалар тыуҙырыуы бар”, – тине ул.

Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә