Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡамасаулауҙарына ҡарамаҫтан...
Уҙған аҙнала “Ҙур ете” илдәренең саммиты үтеүе, Рәсәй, Америка, Украина президенттарының осрашыуҙары иғтибар үҙәгендә булды.



АҠШ-тың ҡотҡоһо файҙаһыҙ

4-5 июндә Сочиҙа “Ҙур һигеҙ” илдәренең саммиты үтергә тейеш ине, тик Украиналағы хәлдәргә бәйле АҠШ һәм Европа союзы йыйынды Рәсәй биләмәһендә уҙғарыуҙан баш тартты. Улай ғына ла түгел, илебеҙҙе унда ҡатнашыуҙан мәхрүм иттеләр.
Саммит Брюссель ҡалаһында үтте. Һүҙ башлыса Рәсәй һәм Украина тирәләй барҙы. “Ҙур ете” илдәре саммитының лидеры булып иҫәпләнгән АҠШ президенты Барак Обама һәр төрлө мәсьәләлә башҡаларға ҙур йоғонто яһай торғайны, был юлы иһә уның һүҙҙәренә бигүк иғтибар итмәнеләр. Америка Европа илдәренә үҙе кеүек Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан итеү талабын ҡуя. Барак Обама айырыуса Францияға баҫым яһамаҡсы. Улары иһә Рәсәйгә “Мистраль” тибындағы вертолет йөрөткөстәр һатырға тейеш. Ошо килешеүҙе өҙөргә саҡыра Америка президенты. Ә Франция өсөн эш урындарын һаҡлап ҡалыу мөһимерәк.
Германия ла Рәсәй менән араны өҙмәү яғында. “Европа тауышы” ҡушаматын алған Ангела Меркель шул хаҡта белдерҙе. Был ҡушамат уға юҡтан ғына бирелмәгән: ЕС илдәре күп осраҡта канцлерҙың һүҙенә ҡолаҡ һала. Германияның АҠШ-ҡа үпкәһе лә бар. Был Америка шымсыларының Ангела Меркелдең телефондан һөйләшкәнен тыңлауына бәйле. Ошо йәһәттән Германия прокуратураһы тикшереү алып бара һәм уны аҙағынаса еткереү өсөн Рәсәйҙән ярҙам һорай. Эдвард Сноудендан (ул АҠШ шымсыларының эшмәкәрлеген бар донъяға белдереп, Рәсәйҙә сәйәси һыйыныу урыны тапҡайны) һорау алмаҡсылар.
“Ҙур ете” илдәре саммитында һүҙ күберәк Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡулланыу хаҡында барҙы. Улар ЕС илдәренә йоғонто яһамаҫҡа, урап уҙырға тейеш. Берҙән-бер юл — Рәсәй газынан баш тартыу, әммә был әлегә мөмкин түгел. Европа ситтән йылына 270 миллиард кубометр газ һатып ала, былтыр шуның 160 миллиард кубометры Рәсәйҙән килтерелгән. Әлбиттә, тиҙ арала бындай күләмдән баш тартыу мөмкин түгел.
Вашингтон Парижға ла баҫым яһай, тинек. Атап әйткәндә, АҠШ-тың Юстиция министрлығы Судан, Куба һәм Иранға ҡарата санкция режимын һаҡламағаны өсөн Франция банкына 10 миллиард доллар күләмендә штраф һалған. Президент Франсуа Олланд Американың был ҡылығын “диктаторлыҡ” тип атаны. “Газ мәсьәләһендә Рәсәй менән килешеп булыр ине”, — тип иҫәпләй ул.
Һөҙөмтәлә хәҙер АҠШ-тың илебеҙгә ҡарата санкциялар ҡулланыуын Канада менән Япония ғына хуплай. Европа илдәре иһә эҙемтәләрҙең үҙҙәре өсөн насар булыуынан хәүефләнә.

Путин һаман ныҡ тора

Уҙған аҙнала Варшава ҡалаһында Барак Обама Украинаның яңы һайланған президенты Петр Порошенко менән осрашты. Билдәле булыуынса, Америка Украналағы революцияны гел хуплап килгәйне. Обама әлеге осрашыуҙа Порошенкоға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Францияла Икенсе донъя һуғышы барышында союзниктарҙың Нормандияға десант төшөрөүенең 70 йыллығы (был ваҡиға 1944 йылдың 6 июнендә булған) билдәләнгәйне. Унда ике тиҫтәнән ашыу илдең етәкселәре, шул иҫәптән Рәсәй һәм АҠШ президенттары ла саҡырылғайны. Тап ошо сарала Владимир Путин Барак Обама һәм Петр Порошенко менән осрашты. Аралашыу барышында Украиналағы ҡан ҡойошто туҡтатыуҙың мөһимлеге билдәләнде.
Францияла сағында Путинға Франсуа Олланд, Ангела Меркель, Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Кэмерон кеүек йоғонтоло сәйәсмәндәрҙең ябырылыуына ҡаршы торорға тура килде. Улар Рәсәйҙе Ҡырымды баҫып алыуҙа, Украинаның көнсығышындағы хәлдәргә ҡыҫылыуҙа ғәйепләне.
Әле Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә граждандар һуғышы бара. Украинаның хәрби көстәре халыҡ ополчениеларына ҡаршы көрәшә. Тыныс халыҡ араһында ла ҡорбандар байтаҡ. Власҡа яңы президент килгәндән һуң хәрбиҙәр баш күтәреүселәргә ҡарата айырыуса аяуһыҙ ҡылана.
Әйткәндәй, 7 июндә Петр Порошенко вазифаһын рәсми рәүештә башҡара башланы: Юғары Рада депутаттары алдында ант бирҙе, инаугурация уҙҙы. Хәҙер яңы башлыҡтан илдә тыныслыҡ урынлаштырыу талап ителә. Петр Порошенко белдереүенсә, Украина ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөү йүнәлешендә эш алып барасаҡ. Билдәле булыуынса, былтыр ноябрҙә Виктор Януковичтың ошо документҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡаны өсөн Украинала сыуалыштар башланғайны. Һөҙөмтәһен бөгөн асыҡ күрәбеҙ. Украина ЕС менән килешеү төҙөй ҡалһа, илебеҙҙең Киевҡа ҡарата сәйәсәте бөтөнләй үҙгәрәсәк. Был, әлбиттә, газ мәсьәләһе менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ.
Газ тигәндән, Виктор Ющенко осоронда Рәсәй Украина биләмәһен урап уҙған “Төньяҡ ағым” һәм “Көньяҡ ағым” исемле магистралдәрҙе һуҙа башлағайны. Тәүгеһе файҙаланыуға тапшырылды, “Көньяҡ ағым” иһә Ҡара диңгеҙ төбөнән Болгария аша Европаның башҡа илдәренә таралырға тейеш. Уның һыуҙағы өлөшө 900 километр самаһы тәшкил итә. Ләкин, билдәле булыуынса, 2 июндә ЕС ҡыҫымы менән Болгария газ магистраленең үҙ биләмәһендәге төҙөлөшөн туҡтатты. Хәйер, был эштең 50 процентын “Газпром” йәмғиәте алып барһа, 20 проценты — Италия, 15-әре — Германия менән Франция компаниялары ҡулында. Шулай булғас, Болгария төҙөлөштө туҡтатҡан осраҡта, Рәсәй генә түгел, Европа илдәре лә зыян күрәсәк. Тимәк, был мәсьәлә ыңғай хәл ителер тигән өмөт бар.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә