Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ете башлы аждаһа, йәғни Коррупцияның Рәсәйҙә бер ҡасан да бындай кимәлгә еткәне юҡ ине
Ете башлы аждаһа, йәғни Коррупцияның Рәсәйҙә бер ҡасан да бындай кимәлгә еткәне юҡ ине
Илдең Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса баш идаралығының элекке начальнигы Денис Сугробовҡа ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының өс статьяһы нигеҙендә енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында электрон мәғлүмәт саралары апрелдә үк хәбәр иткәйне. Генерал-лейтенант енәйәтсел төркөм ойоштороуҙа, вазифа хоҡуҡтарын артыҡ файҙаланыуҙа һәм ришүәт биреүгә йәлеп итергә маташыуҙа ғәйепләнә. "Коммерсантъ" гәзите хәбәр итеүенсә, биш тапҡыр саҡырыу ҡағыҙы ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, Д. Сугробов яуап тоторға килмәгән.
Яңыраҡ Рәсәй телеканалдары Израиль хөкүмәтенең элекке премьер-министры Эхуд Ольмерттың 40 мең доллар ришүәт алғаны өсөн Тель-Авив округ суды тарафынан алты йылға иркенән мәхрүм ителгәне тураһында хәбәр итте. Был миҫалдар ике илдә эшләп килгән закондар системаһы ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге тәртип хаҡында ла һөйләй. Шуны айырып билдәләү мотлаҡ: ҡануниәттең сифаты һәм хөкөм ғәмәле иң элек йәмәғәтселектең өлгөргәнлегенә, граждандарҙың тойғоларына һәм эш-хәрәкәтенә бәйле.
Эйе, һүҙ Рәсәй Президенты вазифаһында Дмитрий Медведев торған дәүерҙә, айырыуса 2009 — 2010 йылдарҙа, әүҙем ҡуҙғатылған коррупция темаһы хаҡында. Был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтып, 19 майҙа "Левада-үҙәк" ватан йәмәғәтселегенең фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәрен иғлан итте: респонденттарҙың 43 проценты "Рәсәйҙә коррупцияның тамырын ҡоротоу мөмкин түгел" тигән ҡараш белдерһә, 64 проценты — ришүәтселектең һаман да бер кимәлдә тороуын, 11 проценты иһә көсәйә төшөүен әйткән.


"Эре балыҡ" эләкмәй

Күпселектең (43 процент) фекере ниндәй факттарға нигеҙләнгән? Беренсенән, илебеҙҙә коррупцияның таралыу мөхите киңәйеүен уның йыллыҡ "ҡаҙна"һының 300 миллиард долларға, йәғни дәүләт ҡаҙнаһының өстән бер өлөшөнә етеүе үҙе үк дәлилләй. Икенсенән, "Транспарейшн Интернейшнл" халыҡ-ара агентлығының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең 178 дәүләт араһында коррупция күренештәре йәһәтенән 154-се урынды биләүе лә граждандарҙың кәйефендә сағылыш тапмай ҡалмайҙыр. Ошо таблицала илебеҙҙең Ангола, Сомали, Конго һәм Тажикстан менән күрше булыуы ла һиҫкәндерә.
Коррупцияға ҡаршы закондарҙың ғәмәлгә индерелеүенә байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Уларҙың һөҙөмтәлелеге тураһында ниндәйерәк фекер йөрөтөргә мөмкин? 2010 йылда Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостандағы идаралығы үткәргән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләренә мөрәжәғәт итһәк, Кремлдә етәкселек алмашыныу менән коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең ныҡ ҡына һүлпәнәйгәне күҙгә ташлана. Ә бит дүрт йыл әүәл "ришүәт кимәле үҙгәрешһеҙ" тиеүселәр — 40,8, көсәйеүен билдәләүселәр 27,2 проценттан артмаған. Тимәк, коррупция башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге ете башлы аждаһа кеүек: бер башын сабып өҙһәң, урынына икенсеһе үҫеп тора.
Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт власы һәм урындағы үҙидара (51,9 процент), хоҡуҡ һаҡлау (36,5), суд (17,8), мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау (17,4 — 16,6 процент) органдарын коррупцияның иң ныҡ таралған өлкәләре тип иҫәпләй. Башҡортостан Прокуратураһы сайтында ришүәтселеккә ҡаршы эшмәкәрлектең сағылышы тураһында мәғлүмәт байтаҡ күренә. Институт йәки университет уҡытыусыһы — студенттарҙан, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы — юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙған автомобиль хужаһынан, суд приставының — хөкөм ҡарарын үтәүҙән ситләшкәндәрҙән, тәфтиш хеҙмәткәренең енәйәт эше ҡуҙғатылған граждандарҙан һ.б. ришүәт алыуына бәйле хәбәрҙәр улар. Рәсәй Юғары суды рәйесе Вячеслав Лебедевтың раҫлауынса, коррупция буйынса хөкөм ителгәндәрҙең күпселеге — эске эштәр органдары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, һалым һәм янғынға ҡаршы көрәш инспекциялары хеҙмәткәрҙәре.
"Эре балыҡтар" был үҙенсәлекле "йәтмә"гә эләкмәй, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ буйынса килеп юлыҡһа ла, яйын табып, ысҡына һала. Рәсәйҙең Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды рәйесе Михаил Зурабовҡа бәйле тарихты иҫкә төшөрөү ҙә етә: коррупция өсөн вазифаһынан ситләтелгән был ҡөҙрәтле чиновникты шунда уҡ Кремлгә кәңәшсе итеп урынлаштырҙылар. Шунан ул Украинаға илсе булып юлланды. Абруйлы вазифаны нисек "тартыу"ы хаҡында был ерҙә булып уҙған һуңғы ваҡиғалар шикләнмәҫлек дәрәжәлә бәйән итә.
"Яңылар"ҙан элекке оборона министры Анатолий Сердюков менән Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Пехтинды һәм башҡаларҙы атарға мөмкин. Дәүләт ҡаҙнаһына тиҫтәләрсә миллиард һумлыҡ зыян килтереүгә ҡарамаҫтан, тәүгеһе һыуҙан ҡоро сыға алды. Ә бына депутат Флорида утрауында ҡиммәтле вилланы законға ярашлы һатып алыуын раҫлаясағы хаҡында Дума трибунаһынан биргән вәғәҙәһен еңел генә "онотто" ла ҡуйҙы. Ысынлап та, респонденттарҙың 7 проценты ғына теге йәки был эш буйынса коррупция ҡорбанына әүерелгән саҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә, ә 65 проценты уны файҙаһыҙ тип иҫәпләй икән, тиктәҫкә түгел. 27 проценты иһә "ошаҡлашыуҙан" үҙенә ниндәйҙер зыян килер тип шөрләй.

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Анатолий Кучеренаның "кемделер вәкәләттәренән самаһыҙ файҙаланғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу менән генә коррупцияның тамырын ҡоротоп булмай" тигән фекеренән һуң илдә яман күренешкә ҡаршы эшмәкәрлектең илке-һалҡы алып барылыуына ышанырға мәжбүр булаһың. Адвокат хаҡлы: ришүәтселекте бөтөрөү өсөн ошо юлға баҫырға мөмкинлек биргән хәл-күренеште булдырмау мөһим. Тик ни рәүешле? Быныһы, ысынлап та, бик ҡатмарлы мәсьәлә.
Респонденттарҙың фекеренсә (әлбиттә, коррупцияның төп сығанағы чиновниктар икәнен күҙ уңында тотоп), дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары сафын таҙартыу, закондарҙың ҡатырағын ҡулланыу иҫәбенә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин булыр ине. Хатта чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡын байтаҡҡа арттырыу кәрәклеге тураһында ла тәҡдимдәр булғыланы, ләкин был алым ыңғай үҙгәрештәргә килтермәне.
Коррупцияның Рәсәйҙә бер ҡасан да бындай кимәлгә еткәне юҡ ине, ти теманы яҡшы өйрәнгән белгестәр. (Совет осоро иҫәп түгел, сөнки тоталитар режим шарттарында енәйәтселекте ауыҙлыҡлау өсөн мөмкинлектәр етерлек). Хәҙер ул дәүләт нигеҙен ҡаҡшатырлыҡ дәрәжәгә етте. "Газета.ру" интернет-гәзите хәбәр итеүенсә, коррупцияның киң тамыр йәйеүе 1995 — 1996 йылдарҙа Рәсәй президентын һайлау кампанияһы барышында дәүләт аппаратына олигархтар тарафынан "һатып алынған" кешеләр ултыртыуҙан башланды. Аҡрынлап йоғонтоло даирәләр ил башлығын, төрлө кимәлдәге депутаттарҙы "һайлап ҡуйыу"ҙың үҙ һыҙмаһын индерҙе.
Кеше хоҡуҡтары буйынса Рәсәй адвокаттары берләшмәһе ағзаһы Евгений Архиповтың фекеренсә, чиновник вазифаға ултырыу менән ришүәт иҫәбенә йәшәргә күнекте. Был ғәҙәт, ти ул, илдә быуаттар төпкөлөнән килә, әммә һуңғы йылдарҙа бик ныҡ көсәйҙе. Ирекһеҙҙән күренекле урыҫ философы Николай Бердяевтың уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ яҙып ҡалдырған "урыҫтар араһында байлыҡҡа ҡыҙығыу коммунизмдан һуң да буласаҡ" тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Хәйер, ошондайыраҡ фекерҙе ХIХ быуатта инглиз философы һәм социологы Герберт Спенсер ҙа әйтеп ҡалдырған: "Хөкүмәттең теге йәки был ғәҙелһеҙлеге үҙ тойғоларында һәм эшмәкәрлегендә ғәҙел булмаған халыҡ ярҙамында йәшәп килеүе ихтимал".

Кем ғәйепле? Граждандар!

Инглиз ғалимы хаҡлы, сөнки коррупция мәсьәләһендә граждандар — беренсел, ә чиновник икенсел бит. Ләкин, дәүләт хеҙмәткәре булһынмы йәки урындағы үҙидара әһелеме, беҙҙең граждандар уны түрә тип һанарға өйрәнгән һәм янына барыуҙы конституцион хоҡуҡтарҙан файҙаланыу түгел, ә һораныу тип иҫәпләй. Билдәле, үҙен шуға ярашлы тота, ә чиновниктың конституцион вазифаһы буйынса йомошто атҡарырға бурыслы икәне күпселек граждандарҙың башына ла инеп сыҡмай. Был бик мөһим хәл-күренеш, һәм уны граждандарҙың аңына һеңдереү өсөн әллә нисәмә быуын алмашыныуы кәрәк. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Рәсәйҙә коррупция граждандар тырышлығы менән, уларҙың елкәһендә, ул түләгән һалымдар, уның күндәмлеге иҫәбенә тантана итә.
Чиновник иһә быны яҡшы белә һәм ришүәтселекте төрлө юлдар менән ҡурсалау хәстәрлеген күрә. Ошо йәһәттән Коррупцияға ҡаршы милли комитет рәйесе Кирилл Кабановтың: "Сит илдәрҙә мөлкәте (торлағы, башҡа күсемһеҙ милке), банкта аҡсаһы булғандар төрлө әмәлен табып, коррупцияға ҡаршы көрәшкә аяҡ сала, ә граждандар өнһөҙ генә күҙәтә. Күп тигәндә, прокуратураға мөрәжәғәт итә", — тигән хәбәре, ысынлап та, граждандар йәмғиәтенә хас сифат түгел.
Кадрҙарҙы алмаштырыу, чиновниктар эшмәкәрлеген күҙәтеүҙе көсәйтеү, язаның ҡатырағын ҡулланыу кеүек тәҡдимдәр ҙә яңынан түгел, тик уларҙы Дума депутаттары ишетергә теләмәй кеүек. Бәлки, был сараларҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары ҡатмарлылыр, сөнки улар менән кем шөғөлләнәсәге лә ҙур мәсьәлә бит.
Мәҡәләнең тәүге өлөшөндә Рәсәй менән Израиль өлгөләре тиктәҫкә килтерелмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәсәттең дә хоҡуҡ нормалары сиктәрендә эш итергә бурыслылығы, хоҡуҡтан өҫтөн була алмауы менән беҙҙең юғары власть даирәләре һис кенә лә килешергә теләмәй.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә