Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй Көнсығышҡа йөҙ бора
Рәсәй Көнсығышҡа йөҙ бора
Украинала һуғыш дауам итеп, унда 25 майҙа үтәсәк президент һайлауға әҙерлек барған мәлдә, Рәсәй башлығы Владимир Путин ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡытайҙа булды.


Украинаның Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә граждандар һуғышы бара. Әлегә ике яҡ та бирешергә теләмәй. Был өлкәләр президент һайлауҙа ҡатнашмаҫҡа иҫәп тота. АҠШ һәм Европа союзы илдәре иһә Украиналағы хәл-ваҡиға өсөн Рәсәйҙе ғәйепләүен дауам итә. Ошондай шарттарҙа илебеҙ Президенты Владимир Путин Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим тип иҫәпләй.
Ике араны элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй. Быны тауар әйләнеше күләме лә иҫбатлай. Былтыр ул, мәҫәлән, 88 миллиард доллар самаһы тәшкил итте. Киләсәктә был сумманы 100 миллиард долларға еткереү күҙаллана. Мәғлүм булыуынса, Ҡытай иҡтисады йылдам алға бара, ләкин был ил энергия ресурстарына ҡытлыҡ кисерә.
Эске тулайым продукт үҫеше буйынса Ҡытайҙың өс йылдан, АҠШ-ты уҙып китеп, беренсе урынға сығыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер аналитиктар был хәл 2015 йылда уҡ булыр тигән фекерҙә. 2040 йылда иһә бөтә донъя буйынса эске тулайым продукт үҫешенең 28 проценты Ҡытай өлөшөнә тура килер тип күҙаллана. Ә АҠШ менән ЕС илдәренеке бергә 14 проценттан артмаясаҡ (Рәсәйҙеке ни бары ике процент булыр тип көтөлә).
Путиндың Ҡытайға эш сәфәре алдынан Тымыҡ океанда Рәсәй-Ҡытай хәрби күнекмәләре башланды. АҠШ менән НАТО илебеҙгә яҫҡынған бер мәлдә, был да бик урынлы — ҡеүәтте, мөмкинлекте күрһәтеп алырға кәрәк! Яңыраҡ Ҡоро Ер ғәскәрҙәренең хәрби күнекмәләре уҙғарылғайны, әле килеп Тымыҡ океан флотыныҡы башланыуы юҡтан түгел. Оборонаға иғтибарҙы арттырыу ниндәйҙер кимәлдә “һалҡын һуғыш” йылдарына әйләнеп ҡайтыу кеүек күренә.
Владимир Путиндың эш сәфәренә килгәндә, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашыуҙа ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында һүҙ барҙы. Төп һөҙөмтә шул: 40-тан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды. Путиндан тыш, Ҡытайға илебеҙҙән башҡа етәкселәр ҙә килгәйне, шул уҡ ваҡытта 46 ҙур предприятиебыҙҙың башлыҡтары булды.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев Ҡытайға уҙған йома уҡ килеп, коллегаһы Гао Хучэнь менән осрашҡайны. Ике ил араһындағы сауҙа бәйләнештәрен нығытыуҙан тыш, хәрби-техник, Йыһан хеҙмәттәшлеге лә алғы планда тора. Алексей Улюкаев белдереүенсә, 2020 йылға тиклем Рәсәй иҡтисадына Ҡытай инвестицияһын йәлеп итеү ете тапҡырға тиклем артырға тейеш. Былтыр был һан 4 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән. Алыҫ Көнсығышҡа иғтибар айырыуса ҙур буласаҡ.
Хәрби-техник хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Рәсәй Ҡытай өсөн “МИ-26” вертолеттары эшләп сығарырға иҫәп тота. АҠШ-тың һәм Европаның пассажир самолеттарына тиң була алырлыҡ яңы транспорт сараһын етештереү ҙә күҙаллана. Быныһы иһә берлектәге проект буласаҡ. Рәсәйҙәге Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһының эскиздары әле үк әҙер. Проект тормошҡа ашырылһа, илебеҙ өсөн ҙур техник үҫеш буласаҡ, сөнки, йыһан караптары етештерһәк тә, әлегә пассажир самолеттары менән әллә ни маҡтана алмайбыҙ.
Ҡытай менән газ буйынса контракт төҙөшөү ҙә әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Быға Рәсәй 14 йыл буйы өлгәшә алмағайны. Эшкә ЕС илдәре ҡамасауланы, тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Ҡытай быға тиклем Рәсәй ҡуйған хаҡ менән ризалашмай килде. Әле иһә, Украиналағы хәл-ваҡиғаға бәйле Европа илдәренә газ һатыу ауырлашҡан мәлдә, илебеҙҙең Ҡытай өсөн хаҡты бер ни тиклем төшөрөргә мәжбүр. Әле Рәсәй Европаға яғыулыҡтың 1 мең кубометрын 360-400 долларҙан һата.
Рәсәйҙән Ҡытайға Көнсығыш һәм Көнбайыш газ магистралдәрен төҙөү күҙаллана. Илебеҙ уларға йылына 38 миллиард кубометр яғыулыҡ һатырға йөкләмә ала, килешеү оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән.
Әле Ҡытайҙа энергия ресурстары ҡулланыуҙың 70 проценты ташкүмер иҫәбенә тура килә, ә ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ түгел. Шуға ла ил етәкселеге газ яғыулығына күсергә иҫәп тота. Шул уҡ ваҡытта был аҙым ил иҡтисадына кире йоғонто яһамаһа ярай ҙа, тип хәүефләнеүселәр ҙә байтаҡ. Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин белдереүенсә, Ҡытай ташкүмер етештереүҙе даими арттыра бара алмай һәм 2020 йылға иң юғары нөктәгә етергә тейеш. Был яғыулыҡ Ҡытай иҡтисады өсөн арзанға төшһә лә, уны сығарыу һәм ташыу тимер юлдарындағы көсөргәнешкә алып киләсәк, тип иҫәпләй Кудрин. Шуға ла, иртәме-һуңмы, газға күсеү — ил өсөн өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ә Рәсәй өсөн был ҡулай ғына. Тик Ҡытайға газ һатып ҡына ил иҡтисадын көрсөктән ҡотҡара алырбыҙмы — әйтеүе ауыр.
Ҡытайҙа Владимир Путин сәйәси көрсөктө хәл итеү юлдарын да эҙләне. Уның Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы етәксеһе Пан Ги Мун, шулай уҡ Афғанстан, Пакистан, Иран лидерҙары менән осрашыуы — быға асыҡ дәлил. БМО етәксеһе менән осрашыуҙа төп иғтибар Украиналағы хәлдәрҙе тыныс юл менән көйләүгә йүнәлтелде. Шуныһын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел: Путиндың Ҡытайға эш сәфәре — барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә. Быны аңларға була: донъя кимәлендә иң юғары абруйлы ике етәксе осрашты бит.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә