Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ!”
“Киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ!” (Президент Рөстәм Хәмитовтың “ФедералПресс” агентлығына интервьюһы)

“ФедералПресс” Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән эксклюзив әңгәмәләр шәлкемен башлай.
Күп милләтле һәм күп конфессиялы, сәнәғәте алға киткән, үҫеш ҡеүәте ҙур булған Волга буйы федераль округы Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади элитаһын, ватан һәм сит ил инвесторҙарын үҙенә йәлеп итә. Бөгөн округ нисек йәшәй, ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осраша, илгә һәм донъяға ниндәй ҡаҙаныштарын таныта ала? Ошо һорауҙарҙы “ФедералПресс” Волга буйы федераль округына ингән өлкә һәм республика етәкселәренә бирергә ҡарар итте.
Тәүге әңгәмәне агентлыҡтың генераль директоры Иван Еремин менән “ФедералПресс”тың Волга буйы бюроһы етәксеһе Алексей Головенко округтағы алдынғы төбәктәрҙең береһенең башлығы — Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов — менән үткәрҙе.


— Рөстәм Зәки улы, Башҡортостан Республикаһы, иң көслө төбәктәрҙең береһе булараҡ, Волга буйы федераль округында һәр саҡ айырым урын биләне. Алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу ауыр түгелме?
— Һеҙ хаҡлы. Ысынлап та, республикабыҙ — Рәсәй Федерацияһының ҙур һәм ҡеүәтле төбәге. Һис шикһеҙ, Волга буйы федераль округында беҙ иҡтисади ҡеүәт, шулай уҡ сәйәси йоғонто йәһәтенән ярайһы уҡ яҡшы позиция биләйбеҙ. Төбәгебеҙ ҙур карап кеүек, уның күләмен кәметергә йыйынмайбыҙ. Биләмәбеҙ тарихи дәүерҙәр үтеп барлыҡҡа килгән. Әле лә әүҙем үҫәбеҙ. Сәнәғәт етештереүе, ил Президенты указдарын үтәү, социаль һәм мәҙәни үҫеш, йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү кеүек бөтә күрһәткестәр буйынса динамика насар түгел. Рәсәй Федерацияһындағы төп төбәктәрҙең береһе булғанға күрә, беҙ юғары позицияларҙы юғалтырға йыйынмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта йәнле конкурентлы мөхиттә йәшәүебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Эргәбеҙҙә ҙур субъекттар бар. Улар ҙа беҙҙең менән бер рәттән Федераль үҙәк тарафынан бүленгән ресурстарға, шулай уҡ Рәсәйгә килгән инвесторҙарҙың иғтибарына дәғүә итә.
— Һеҙҙеңсә, Волга буйы федераль округы төбәктәре берҙәм иҡтисади һәм сәйәси киңлектә йәшәйме? Округ төбәктәренең ҡайһыһы менән республика тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырған?
— Эшемде 14 йыл элек тулы хоҡуҡлы вәкиллек структураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор булараҡ башлағайным. Әле күреүемсә, ошо ваҡыт эсендә ысын округ идараһы барлыҡҡа килгән. Был хатта тәү ҡарашҡа әллә ни әһәмиәте булмаған күренештәрҙә, мәҫәлән, Мәскәүҙә ниндәйҙер ҙур кәңәшмә үткәндә лә сағыла. Унда сара башланыр алдынан төбәк башлыҡтары “округ“ принцибы буйынса төркөмдәргә бүленеп, әүҙем фекер алыша, яңылыҡтар менән уртаҡлаша. Округ төбәктәре араһында бөтә кимәлдәрҙә делегациялар менән алмашыу даими бара. Беҙ, Волга буйы федераль округына ингән субъект башлыҡтары, даими бәйләнештә эшләйбеҙ.
Бөгөн генә Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы губернаторҙары менән һөйләштем, башҡа күршеләр менән дә йыш шылтыратышабыҙ. Округка ингән бөтә төбәктәр менән үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Округ республикаларына килгәндә, шуны әйтә алам: уларҙағы этностарҙың барыһы ла беҙҙә, Башҡортостанда, йәшәй. Был хәл төбәктәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығыта. Тарихи тамырҙарыбыҙ менән дә тығыҙ бәйләнгәнбеҙ. Мәҫәлән, сыуаш әҙәбиәте классиктары Башҡортостанда тыуған, Марий Иле Республикаһын ойоштороу тураһындағы ҡарар ҙа беҙҙең республика биләмәһендә ҡабул ителгән. Татарстандың мәҙәниәт һәм бөтә кимәлдәге власть эшмәкәрҙәренең күбеһе Башҡортостанда тыуған.
Бөгөн Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәр элек, совет осоронда, технологик яҡтан үҙ-ара ныҡлы бәйләнгән булған. Нефть химияһы, нефть сығарыу һәм химия комплекстары Башҡортостан, Татарстан, Пермь, Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород, Удмуртия предприятиеларын берләштергән берҙәм кластерҙы хасил иткән. Әле был кластер өлөштәргә тарҡатылды, ә элегерәк төбәктәребеҙ предприятиелары продукцияны күпләп етештергән берҙәм ҡеүәтле машина кеүек эшләй ине.
Бөгөн күләм дә, продукция төрҙәре лә совет осорондағы һымаҡ түгел. Нефть химияһы продукцияһының киң ассортиментын һәм етештереү күләмен күҙ уңында тотам. Коллегаларыбыҙ менән ошо кластерҙы тергеҙеү зарурлығын йыш телгә алабыҙ, сөнки субъекттар биләмәһендәге предприятиелар сеймал һәм етештереү сылбыры менән бәйләнгән, берлектәге эште ойошторған уртаҡ Союз министрлығы тарафынан идара ителә ине. Әле улай түгел, күләмдәр ҙә юҡҡа сыҡты. Химия производствоһындағы проблемалар ҙа ошоға бәйлелер, күрәһең. Ҙур күләмле химия һәр йәһәттән өҫтөнлөк итә, ә ҡулланыу продукцияһы бик аҙ сығарыла. Нигеҙҙә предприятиеларыбыҙ беренсел һәм икенсел эшкәртеү продукцияһын етештерә, уныһы ла экспортҡа сығарыла. Әгәр әүҙемерәк эшләһәк, Волга буйы федераль округына ингән субъекттарҙың бәйләнеше нығыясаҡ, яйға һалынасаҡ. Минеңсә, был дөрөҫ йүнәлеш буласаҡ.
— Хәҙерге геосәйәси хәлде иҫәпкә алғанда, бындай күренештәр оҙаҡ көттөрмәҫ, моғайын?
— Көнбайыш илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәтен тормошҡа ашырһа, предприятиеларҙы интеграциялау һәм илебеҙҙә әҙер продукция сығарыуҙы арттырыу йылдамыраҡ барасаҡ. Импортты алмаштырыу — кисектермәй хәл ителергә тейешле төп проблема. Илдә сәнәғәт етештереүен арттырыу шарт. Рәсәй төбәктәре етәкселәренең барыһы ла тиерлек ошо турала һүҙ алып бара, әммә ошондай тәҡдимдәр менән федераль кимәлгә етеү өсөн уларҙың вәкәләттәре лә, мөмкинлеге лә сикле. Бөгөн ил импортҡа ныҡлы бәйле, тиеүҙәре һәр ваҡыт нигеҙле түгел. Бер генә миҫал. Бензин етештергәндә ғәмәлдә Америка катализаторҙары ҡулланыла, ә үҙебеҙҙә катализаторҙарға ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек завод эшләмәй тиерлек. Санкциялар йәһәтенән нимәлер булһа, ҡурҡырға ярамай, заводыбыҙ тулы ҡеүәтенә эшләй башлар, бынан беҙ килем һәм эш урындары ғына алырбыҙ.
Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә нефть, нефть сығарыу, нефть химияһы һәм химия сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән машина эшләү ҡеүәттәре етерлек. Бөгөн был предприятиелар 20 йыл элеккенең яртыһын ғына эшләй. Беҙҙең нефть химиктары һәм химиктар ҡорамалдарҙы сит илдән һатып алыуҙы өҫтөн күрә. “Ниңә улай?” тип һораһаң, унда сифат яҡшыраҡ, ҡорамалды етештергәндә заманса технологияларҙы ҡулланалар, тип яуаплайҙар. Предприятиеларыбыҙ конкуренцияға һәләтле, белем дә, компетенция ла етерлек, беҙ ҙә юғары кимәлдә эшләй алабыҙ, сит илдәге коллегаларҙан бер ҙә ҡалышмайбыҙ, тип аңлатып ҡарайым, әммә сит ил ҡорамалын һатып алғанда беҙ белмәгән башҡа мәнфәғәттәр ҙә күҙ уңында тотолалыр, күрәһең — сит илдән ҡорамалдар ташыу күләме артыуын дауам итә.
Ошо көндәрҙә санкциялар була ҡалһа, хәлдең ниндәй яҡҡа үҙгәреүен Хөкүмәттә йыш тикшерәбеҙ. Илебеҙгә ситтән иҡтисади баҫым яһарға маташһалар, үҙебеҙҙәге сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү буйынса әүҙем эш башланырына иҫәп тотабыҙ. Эйе, етештереүселәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр алымын үҙгәртергә тура киләсәк, федераль монополистар ҙа ҡарашын, эш алымдарын ҡайтанан ҡарарға, төбәктәр менән үҙ-ара тығыҙыраҡ эшләргә мәжбүр буласаҡ. Әле улар беҙгә әллә ни иғтибар бирмәй. Ваҡыт үтеү менән быларҙың барыһы ла сәнәғәтте үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ваҡиғаларҙың яңыса үҫешенә бәйле сабырлыҡ талап ителһә, сыҙам булырбыҙ.
— Геосәйәси хәлдән тыш, илебеҙҙә лә, бөтә донъялағы кеүек үк, ҡатмарлы иҡтисади ваҡиғалар күҙәтелә. Ошоға бәйле төбәктәрҙә иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу темаһы йышыраҡ яңғырай, айырыуса түбән тәгәрәүгә дусар булған өлкәләрҙә. Башҡортостан өсөн был мәсьәлә ниндәй дәрәжәлә мөһим?
— Үҙгәртеп ҡороу — асылы буйынса бик дөрөҫ күренеш. Башҡортостан Республикаһы сәнәғәтенең тиҫтәләрсә йыл дауамында нефть сығарыуға һәм эшкәртеүгә, химияға йүнәлтелеүен аңлаһаҡ та, ошо йәһәттән эш алып барабыҙ. Бындай шарттарҙан тиҙ арала арыныу мөмкинлеге юҡ, сәнәғәт етештереүенең яртыһынан ашыуы нефть тармағы продукцияһы менән бәйле. Шулай ҙа беҙ башҡа йүнәлештәрҙе, мәҫәлән, машиналар эшләүҙе, элемтә сараларын, ауыл хужалығын үҫтереү зарурлығын аңлайбыҙ. Беҙҙәге нефть һәм авиация машиналары, вертолеттар, автобустар эшләү предприятиелары беҙ теләгән ҡеүәткә өлгәшмәй. Әле предприятиеларыбыҙ хәрби, шулай уҡ граждандар авиацияһы техникаһын сығарһын өсөн эш алып барабыҙ. Улар “МС 21” пассажирҙар самолеты двигателдәре өсөн ҡайһы бер деталдәр етештерә. Үҙгәртеп ҡороуҙы тормош үҙе талап итә.
Радиоэлектроника сәнәғәте менән бәйле йүнәлештәрҙе яйға һалыу зарурлығын аңлайбыҙ. Совет осоронда Өфөлә радиоэлектрон комплекстарҙы тәшкил иткән бер нисә ҙур завод бар ине, бөгөн был предприятиелар һүлпәнәйҙе. Шулай ҙа ил Хөкүмәтендә элемтә сараларының Рәсәйҙә етештерелеүе, республикабыҙҙың ошо эштә ҡатнашырға әҙерлеге тураһындағы тәҡдимдәребеҙҙең ҡаралыуына өлгәштек. Бөгөн аппаратура баҙарын АҠШ менән Ҡытай баҫып алған. Был дөрөҫ түгел. Бигерәк тә конфиденциаль элемтә, көс структуралары өсөн махсус бәйләнеш саралары тураһында һүҙ барған саҡта. Бында үҙебеҙҙең продукцияға ғына иҫәп тоторға кәрәк. Ошо йәһәттән сит ил ҡорамалдарын алмаштырыу буйынса ҡайһы бер тәҡдимдәребеҙ бар.
Ауыл хужалығын әүҙем үҫтерергә кәрәк — әле күптәр колбаса етештереү өсөн Австралиянан, АҠШ-тан, Европа илдәренән киҫәкле ит ташый, шул уҡ ваҡытта республиканың агропредприятиелары үҙебеҙҙең баҙарҙа сит ил продукцияһын алмаштыра ала. Ауыл хужалығы беҙҙә ярайһы уҡ ҡеүәтле, әммә уны яңыртырға, замансалаштырырға кәрәк. Аҡсалата ярҙам етештереүҙе байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеген бирер ине. Крәҫтиәндәр ысын эште һағына, ауыл хаҡында хәстәрлек күреү зарур. Ошоно эшләргә тырышабыҙ ҙа.
Инфраструктура проекттарын да билдәләү фарыз. Бөгөн үк Ҡытайҙың көнбайыш сигенән Ҡаҙағстан, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан аша Мәскәүгә һәм артабан илебеҙҙең көнбайыш сигенә юлланасаҡ автомобиль коридорын проектлау түгел, ә төҙөү кәрәк. Юл Рәсәй инфраструктураһында мөһим урын биләйәсәк.
— Күп кенә ҙур сәнәғәт предприятиеларында, айырыуса автомобиль эшләү менән бәйлеләрендә, хеҙмәт көнөн ҡыҫҡарталар, штатты кәметеү тураһында һүҙ алып баралар. Башҡортостан предприятиеларында был йәһәттән хәл нисек? Төбәк иҡтисадындағы ваҡиғалар кире юҫыҡта үҫә башлаһа, көрсөккә ҡаршы ниндәйҙер саралар күреләме?
— Әле Рәсәйҙә автомобилдәр эшләү һәм металлургия иң һүлпән тармаҡтарға әүерелде. Беҙҙә ике предприятие “АвтоВАЗ”ға эшләй. Әлбиттә, етештереү күләме түбәнәйә, ләкин әлегә эш урындары ҡыҫҡартылмай. Металлургия комплексы, тигәндә Белорет комбинатын күҙ уңында тотабыҙ, уға “Мечел” хужа. Холдингтың дөйөм танылған ҡыйынлыҡтары бар, ә бына Белорет заводы тотороҡло эшләй. Әлбиттә, эш хаҡы ике-өс аҙнаға тотҡарлана, әммә “Мечел” ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәре алдындағы бурысты ҡапларға вәғәҙә итә.
Минеңсә, бөгөнгө ҡыйынлыҡтар федераль һәм төбәк структураһындағы идара итеү органдарының бизнес менән һүлпән эш итеүенә бәйле. Дәүләттең бөтә көс-ҡеүәте хәҙер производствоны тергеҙеүгә йүнәлтелергә тейеш. Планлаштырыуҙың совет системаһына әйләнеп ҡайтырға саҡырмайым, әммә стратегик процестарға идара итеү, ҙур компаниялар алдына бурыстар ҡуйыу, сәнәғәтселәр менән бергә бизнес-пландар һәм үҫеш стратегиялары төҙөү мөмкинлеге файҙалы булыр ине. Бөгөн был йәһәттән эшҡыуарлыҡ власть структураларына, иң элек төбәк власына, отчет бирмәй, буйһонмай. Ошондай шарттарҙа, өҫтәмә килемде, яңы һалым керемен ҡайҙан алыуҙы аңламаған саҡта, территория үҫешен планлаштырыу тураһында нисек һүҙ алып барырға? Беҙ бизнес менән эшләргә тейешбеҙ. Әммә ҡануниәт шундай итеп төҙөлгән: предприятиелар ирекле, шул иҫәптән стратегия һайлау йәһәтенән дә. Бизнес баҙар мөнәсәбәттәрендә үҙе теләгәнсә йөҙә. Минеңсә, көрсөк йылдарында “власть — бизнес” юҫығында хеҙмәттәшлек мотлаҡ булырға тейеш.
— Рөстәм Зәки улы, “ФедералПресс” “Төбәктең инвестиция паспорты. Башҡортостан Республикаһы” тигән яңы проект әҙерләй. Эксперттарҙың баһаһынан күренеүенсә, төбәктәге инвестиция ҡеүәте һәм шарттары ярайһы уҡ юғары баһалана. Донъялағы ҡатмарлы геосәйәси хәлгә бәйле Башҡортостанға сит ил инвестициялары ағымын тәьмин итеү өсөн республика етәкселеге ниндәй саралар күрә, һәм инвесторҙар менән эшләү стратегияһы үҙгәрерме?
— Киләсәккә оптимизм менән ҡарайбыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, сөнки беҙҙәге Көнбайыш компаниялары сәйәсәт менән бизнесты аныҡ айыра. Ҡайһы берәүҙәр: “Рәсәй менән туранан-тура сауҙа итеүҙе тыйһалар, һеҙҙең менән өсөнсө ил аша эшләйәсәкбеҙ, сөнки был илдең баҙары бик ҡыҙыҡлы, ҙур һәм заманса”, — тип асыҡтан-асыҡ белдерә. Беҙҙең үҙебеҙгә күберәк эшләргә, импортҡа аҙыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Әле күренеүенсә, беҙҙең баҙарға ҡыҙыҡһыныу арта. Көнбайыштағы партнерҙар әйтеүенсә, уларҙы тышҡы сәйәси ваҡиғалар ҡыҙыҡһындырмай, тәү сиратта ил эсендәге тәртип һәм тотороҡлолоҡ иғтибарға лайыҡ. Ошондай шарттар бар, улар эшләргә әҙер.
Әле инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелмәй, киләсәктә лә хәл үҙгәрмәйәсәк. Шулай ҙа сит ил инвесторҙарына ҡотҡарыусыларыбыҙҙай күреп иҫәп тоторға ярамай. Улар тәүшарттар ғына тыуҙыра ала, иҡтисадтағы теге йәки был йүнәлештә билдәле бер алға китеш, тотош үҫешебеҙ үҙебеҙгә генә бәйле. Шуға ла сит ил бизнесының йоғонтоһона артыҡ ҙур баһа бирмәйем. Уларҙың беҙҙә эшләүе һәйбәт, әммә инвестиция һалыу өсөн иң яҡшы шарттарҙы үҙебеҙҙең предприятиелар өсөн тыуҙырабыҙ. “Газпром нефтехим Салауат”ты ғына алайыҡ — компания ҙур яңыртыу программаһын башланы һәм 7 миллиард һумлыҡ ташлама алды. Бер генә сит ил инвесторына ла ундай льгота бирелмәй. Ташламаны Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Благовещен арматура заводы, аграр предприятиелар ҙа ала. Үҙебеҙҙең компанияларҙың мәнфәғәттәре барыһынан да өҫтөн.
— Төбәк өсөн әһәмиәтле проекттарҙың береһе — “Кроношпан” заводын төҙөү. Республикала ул ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Белеүемсә, мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа сығармаған өсөн завод хужаларын тәнҡитләгәйнегеҙ. Улар кәңәшегеҙгә ҡолаҡ һаламы?
— Экология мәсьәләһе республикабыҙ өсөн бик мөһим. Ни тиһәң дә, ҡеүәтле сәнәғәт бит, һөҙөмтәлә ҡалдыҡтар ҙа, зарарлы матдәләр ҙә күп булмаҡсы. Предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Тиҫтәләрсә йыл элек Өфөлә янғындар, химик матдәләрҙең эсәр һыуға эләгеүенә бәйле бер нисә экологик фажиғә булды. Шуға күрә өфөләр экологияға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағылған һәр нәмәгә үтә лә шикләнеп ҡараусан. “Кроношпан” темаһы күтәрелгәс, республика Хөкүмәте килешеүгә ҡул ҡуйыласағы, урман сәнәғәт комбинаты төҙөләсәге хаҡында хәбәр итте. Был яңылыҡ оҙаҡ ваҡыт, бер йылдан ашыу, берәүҙе лә борсоманы. Төҙөлөшкә ҡаршы акция республика парламенты депутаттарын һайлауға тиклем ике ай ҡалғас башланды. Әмер бирелгәндәй, палаткалар, баҫма материал барлыҡҡа килде, митингтар ойошторолдо. Әлбиттә, был билдәле бер фекер тыуҙыра. Хәлде тикшерә башланыҡ. Кешеләрҙең яңы төҙөлөштәр тураһындағы мәғлүмәтте ярайһы уҡ тыныс ҡабул итеүе асыҡланды. Әммә уларҙы “ҡуҙғытһаң”, айырыуса экология темаһына, һөҙөмтәнең көтөлмәгәнсә булыуы ихтимал. Өфөлә лә шулай ине. Фанатик активистарҙың проектҡа ҡаршы дәррәү эш алып барыуы, урындағы властың һәм инвесторҙың төҙөлөшкә рөхсәт алмайынса әҙерлек эштәрен башлауы ошондай кире мөнәсәбәт тыуҙырған. Һөҙөмтәлә төҙөлөш туҡтатылды, уны башлау ун айға кисектерелде.
Әйткәндәй, Өфөлә протест барған саҡта “Кроношпан” Белоруссияла ошондай уҡ завод төҙөнө. Әле продукция сығаралар, уны Рәсәйгә лә ташыйҙар. Татарстандағы “Алабуға” ирекле иҡтисади зонаһында Төркиәнең ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөлә. “Кроношпан” әле рөхсәт документтарын рәсмиләштереү менән мәшғүл. Был оҙайлы һәм мәшәҡәтле эш, сөнки проектты Европа нормаларынан Рәсәйҙекенә күсерергә тура килә. Технологияла әллә ни үҙгәреш юҡ, ә бына янғынға ҡаршы сараларҙы, түшәмдәрҙең бейеклеген, елләтеүҙең ҡеүәтен һәм башҡаларҙы үҙгәртергә кәрәк. “Бының ни кәрәге бар?” тигән һорау тыуа. Донъяның 20 илендә ошондай уҡ 30-лап предприятие эшләй, улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Ә беҙҙә проектты үҙгәртергә кәрәк. Ваҡыт сарыф ителә. Әле формаль процедуралар үтелде, тиҙҙән “Кроношпан” төҙөлөшкә рөхсәт аласаҡ һәм бәхәс сиселер, тип ышанам.
— Проектҡа ҡаршы булғандарҙың мәнфәғәттәре өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелдеме?
— Эйе. Ҡабатлап әйтәм: был хәл шундай киҫкен бәхәс тыуҙырырға тейеш түгел ине. “Кроношпан” — ағас эшкәртеү предприятиеһы, ә атом станцияһы ла, химия һәм янғын йәһәтенән хәүефле производство ла түгел. Республикала торлаҡ массивтарында йәки уларҙың эргәһендә генә урынлашҡан күпкә хәүефлерәк предприятиелар бар. Бынан тыш, “Кроношпан” — республиканың урман хужалығында тәртип булдырыу сылбырының иң һуңғы звеноһы. Рәсәйҙәге һәр урманлы биләмә ағас эшкәртеү сәнәғәтен ойоштороуҙа ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Уларҙың күбеһе ағасты урлауға, күпләп киҫеүгә, йәшеллекте тергеҙеүгә, янғындарға бәйле. “Кроношпан” ошо исемлектәге бик күп мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирә — ул иҫке һәм сирле ағастарҙы, ҡалдыҡтарҙы эшкәртә. Республика Хөкүмәте урман хужалығын алып барыуға цивилизациялы ҡараш күрһәтергә теләгәйне. Айырым сәйәси эшмәкәрҙәр проектты туҡтатып торҙо, әммә был хәл “Кроношпан”ға Рәсәйҙең ошондай производствоға ҡуйған талаптарын тәрәнерәк аңларға ярҙам итте. Хәҙер илебеҙҙә бындай заводтар еңелерәк төҙөләсәк. Белеүебеҙсә, предприятие милексеһе илдең ике төбәгендә төҙөлөш башлау тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә Өфө проектынан баш тартмай. Әлбиттә, бындай ҡарар уға еңел бирелмәне.
— Киләһе йыл Башҡортостанда республика башлығын һайлайҙар. Унда ҡатнашыуҙан баш тартмайһығыҙмы?
— Мин һайлауҙа ҡатнашам. Беренсенән, кешеләр миңә ышаныс белдерә, социологик тикшеренеү һөҙөмтәләре лә ошоно раҫлай. Кешеләрҙе алдамай, намыҫ ҡушҡанса эшләйем, йәмғиәттең мәнфәғәтен яҡлайым. Миллиондар, миллиардтар кәрәкмәй миңә, йәмғиәттең именлеген өҫтөн күрәм, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйем. Эргәмдә хеҙмәт иткән кешеләр өсөн яуаплылыҡ тоям. Команда барлыҡҡа килде, хеҙмәттәштәремдең генә түгел, башҡа кешеләрҙең — республика, ил файҙаһына тырышҡан эшҡыуарҙарҙың, сәнәғәтселәрҙең, аграрийҙарҙың — ышанысын аҡларға тейешмен. Бынан тыш, байтаҡ проектты башланыҡ, шуларҙың бер өлөшөн генә булһа ла тамамларға кәрәк. Һайлауға барам, үҙем өсөн шундай ҡарар ҡабул иттем.
— Тағы ла бер һорау Украинаға бәйле. Рәсәй Федерацияһының яңы төбәгенә ярҙам күрһәтергә ниәтләйһегеҙме?
— Анығыраҡ әйткәндә, һорау Украинаға түгел, ә хәҙер инде Рәсәйҙеке булған Ҡырымға ҡағыла (көлә). Украина менән беҙҙең аралағы сауҙа әйләнеше әллә ни ҙур түгел. Шулай ҙа мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүен теләмәҫ инем, был халыҡ рәсәйҙәргә, айырыуса урыҫтарға, яҡын. Әйткәнем дә бар: Украинала әле барған ваҡиғалар — ундағы сәйәси эшмәкәрҙәрҙең үҙ кәмселектәрен күрһәтеүе. Ҡырымды кемдең кемдән тартып алғанлығы — ҙур һорау. СССР тарҡалғандан һуң Украина илдән биләмәләрен, милкен тулыһынса алып китте. Уға бөтәһен дә, хатта бер ҡасан да был республиканыҡы булмаған мөлкәтте лә бирҙеләр. Шул саҡта Рәсәй етәкселеге Ҡырым, Севастополь, газ ташыу системаһы мәсьәләләрен күтәрһә, илебеҙгә уларҙың барыһын да һис һүҙһеҙ бирерҙәр ине. Ул дәүерҙә Украиналағы коллегалар, Рәсәйҙәге айырым етәкселәрҙең булдыҡһыҙлығынан файҙаланып, Ҡырымды ла, Севастополде лә, башҡаһын да алып китте. Был ғәҙелме ни? Әлбиттә, юҡ.
Башҡортостан Республикаһы, һис шикһеҙ, Ҡырымдың яңы иҡтисадын ойоштороуҙа, туризмды үҫтереүҙә, ярымутрауҙағы предприятиеларҙы тулы көсөнә эшләтеүҙә булышлыҡ итәсәк. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары етәкселегендәге эш төркөмө Ҡырымдан ҡайтты. Коллегалар, урынға барып, хәлде өйрәнде, Белогорск районы менән танышты һәм уны шефлыҡҡа алды. Беҙ быны түбәндәгесә ҡабул итәбеҙ: элегерәк республикала 54 аграр район ине, хәҙер Белогорск менән улар 55-кә етте. Был төбәктә республикабыҙҙағы кеүек үк ҡымыҙ етештерәләр, халҡының 30 проценты тиерлек — Ҡырым татарҙары. Мәсет, мәҙрәсә бар. Дини учреждениеларҙы тәртипкә килтереүҙә лә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан һәм Ҡырым Хөкүмәттәре араһында килешеү әҙерләнә. Ярҙам күрһәтергә ныҡлы ниәт бар.
— Билдәле булыуынса, милли республикалар мәғлүмәт сәйәсәтенең ябыҡлығы, сүп-сарҙы ситкә сығармаҫҡа тырышыуы менән айырылып тора. Округ һәм федераль киң мәғлүмәт саралары өсөн Башҡортостандың мәғлүмәти йәһәттән асыҡлығын нисек баһалайһығыҙ?
— Шәхсән мин асыҡмын, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәрҙе сикләмәйем. Әңгәмә йәки журналистар менән осрашыу булһынмы, бер ҡасан да баш тартмайым. Республикаларҙың ябыҡлығына килгәндә, был инде — ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараш. Әлбиттә, беҙҙә сүп-сарҙы ситкә сығармауҙы өҫтөн күргән халыҡтар бар. Уларҙың менталитеты шундай. Мәғлүмәт сәйәсәтендә лә ошо уҡ хәл күҙәтелә. Киң коммуникация саралары баш-баштаҡлыҡ күрһәткән, мәғлүмәттәр һатылған, заказлы статьялар баҫылған Көнбайыш стандарттарынан өлгө алырға ярамай. Бөтөнләй башҡа тормош та бар. Мәҫәлән, республикабыҙҙағы муниципалитеттарҙа мәғлүмәт алыуҙың киң таралған алымы — ауыл яңылыҡтары, тыуған көндәр менән ҡотлауҙар бирелгән урындағы гәзиттәр. Кешеләр был баҫмаларҙы уҡый. Уларҙа ғәйбәт, имеш-мимеш, уйҙырмалар юҡ, ҡотҡо таратылмай. Тыуған ауылымда һәр йортта тиерлек урындағы гәзитте күрәм. Тиражы ҙур түгел, 3-5 мең дана, артығы кәрәкмәй ҙә. Гәзиткә ихтыяж бар икән, нисек итеп уны баҙарға буйһондормаҡ, бизнес юҫығына күсермәк, акционерлаштырмаҡ кәрәк?
Илдәге бөтә этностарҙы бер ҡалыпҡа һалырға ярамай һәм кәрәкмәй ҙә. Беҙ — төрлө, төбәктәргә идара итеүгә ҡараш та айырылырға тейеш. Беҙ, республика халҡы, баҫалҡыбыҙ, Рәсәй матбуғатының тәүге биттәрендә шауламайбыҙ, тыныс ҡына, иң мөһиме — ышаныслы һәм уңышлы — эш итәбеҙ. Беҙгә ығы-зығы кәрәкмәй. Ығы-зығы — бәхәскә, ә бәхәс ҡаршылыҡҡа килтерә. Быларҙың барыһы ла ахыр сиктә көстө, ваҡытты, хәлде ала. Һөҙөмтәлә иҡтисадҡа, йәмғиәтте үҫтереүгә, кешеләр тормошон яҡшыртыуға аҙыраҡ иғтибар бирелә. Минеңсә, ығы-зығы тыуҙырыусылар, төрлө ҡотҡо таратыусылар — иң деструктив кешеләр ул.
— Белеүебеҙсә, һеҙ әүҙем тормош алып бараһығыҙ. Саңғы, спелеология менән мауығаһығыҙ. Спорт менән шөғөлләнергә нисек ваҡыт табаһығыҙ?
— Спелеология йәшлектә булды. Спорт ваҡыт талап итә, әммә көс-ҡеүәтте тергеҙә, рухты күтәрә, нервыны тынысландыра. Мин кисергән эмоциональ баҫым шарттарында спортһыҙ йәшәргә ярамай. Ҡыш — тәү сиратта тау саңғыһына, йәй велосипедҡа өҫтөнлөк бирәм. Көн һайын 4-5 саҡрым йәйәү йөрөргә тырышам. Дөйөм алғанда, спорт һөйөүсән кешемен. Спорт гимнастикаһы буйынса республиканың йыйылма командаһына индем, беренсе разрядҡа эйә булдым. Ул дәүерҙә был бик яҡшы ҡаҙаныш ине. Спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәргә әҙерләндем. Бөгөн, әлбиттә, барыһын да спорт менән шөғөлләнергә саҡырам, уның дөйөм кешелек мәҙәниәтенең мөһим өлөшө булыуын үҙ миҫалымда күрһәтергә тырышам. Физик культура тигән төшөнсә осраҡлы түгелдер. Беҙҙәге ҡайһы бер район, ҡала башлыҡтары спорт һөйөүенән уңайһыҙлана. Был дөрөҫ түгел. Уның менән шөғөлләнеүҙең файҙаһын үҙеңә күрһәтергә кәрәк, айырыуса әгәр власта ултырһаң, танылған кеше булһаң.
— 2010 йылда үҙ блогығыҙҙы асып, уны әүҙем алып барғайнығыҙ. Әле ошо йәһәттән эш нисек?
— Хәҙер блог эшләмәй. Уны ике йылдан ашыу алып барҙым, әле туҡтап ҡалдым. Сәбәбе — ваҡыт еткерә алмауым. Ике йыл буйы иҫкәрмәләрҙе үҙем яҙҙым, һорауҙарға яуап бирҙем, хәл-ваҡиғаларға баһаламалар йыйҙым. Бик күп көс һәм ваҡыт сарыф ителде. Өҫтәүенә ҙур эмоциональ көсөргәнешлелек кисерҙем. Бөтә эште үҙем башҡарҙым, берәүгә лә күрһәтмә бирмәнем. Әйтергә кәрәк, блог киң мәғлүмәт сараларының эшен байтаҡҡа еңеләйтте: улар блогтан мәғлүмәт алып, үҙҙәренең баҫмаһында урынлаштыра ине. Юҡ инде, журналистар үҙҙәре эшләһен! Республикабыҙҙа Президенттың электрон ҡабул итеү бүлмәһе бар, унда һәр кем һорау менән мөрәжәғәт итә ала. Заманса электрон технологияларҙы эштә ныҡлы файҙаланам. Ҡағыҙ гәзиттәрҙе ҡулыма алмайым тиерлек. Яңылыҡтарҙы һәм аналитиканы эшкә килгәндә машинала планшеттан уҡыйым. Һөҙөмтәлә килеп етеүгә урындағы һәм ил яңылыҡтарын тулыһынса беләм. Хеҙмәткәрҙәр менән электрон элемтә саралары ярҙамында әүҙем аралашам. Ҡабул итеү бүлмәһе хәҙер буш, кешеләр шәхси мәсьәләләрен хәл итеү, кәңәш алыу өсөн сиратҡа баҫмай. Коллегаларым һәр теманы минең менән электрон почта аша тикшерә ала. Өҫтәлдәрҙә документтар ҙа йыйылып ятмай — бөтәһе лә компьютер экранында сағыла. Улар менән командировкала, ялда, сәфәрҙә лә шөғөлләнәм. Был ҡарар ҡабул итеүҙе тиҙләтә, йылдамлыҡты арттыра, йәмғиәт файҙаһына күберәк эш башҡарыу мөмкинлеген бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373