Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » ҠЫРЫМ ӨСӨН ҠЫУАНДЫҠ
ҠЫРЫМ ӨСӨН ҠЫУАНДЫҠ
Кешелек тарихына күҙ һалһаң, күпме һуғыш, ҡан ҡойош аша атлаған Әҙәм балаһы! Үткән быуат менән сағыштырғанда ғына ла ни тиклем алға киткән йәмғиәт, ә һаман да кеше ғүмере бер ни түгел һымаҡ. Әсе хәҡиҡәт шунда: тәкәбберлек, көнсөллөк, нәфсе ҡотҡоһонан бер нисек тә ҡотола алмайбыҙ шул.


Мәғлүмәт һуғышы – заман талабымы?

“Украина тынысланырға самалай”, – тип яҙып сыҡҡас та әллә нисәмә ҡабат әлеге темаға яңынан тотонорға тура килде. Ваҡиғалар ағышына ҡарағанда, тағы табаҡ-табаҡ сыймаласаҡ әле. Был юлы Ҡырым хаҡында фекерҙәр.
Әлбиттә, “болоттар ҡуйырған” ерҙән беҙ алыҫ. Шуға ла мәғлүмәт гәзит-журнал, радио-телевидение һәм Интернет аша ғына килә. Селтәрҙә “Украина яңылыҡтары” тип яҙыуға 11 миллион мәҡәлә сыға! Әммә яңғыраған һәр һүҙ, әйтелгән фекер хаҡ түгелдер. Әйтәйек, бөгөн Көнбайыш нисек булһа ла Рәсәйгә бысраҡ яғырға тырыша, беҙ ҙә үҙебеҙҙе яҡларға, ҡарашыбыҙҙы белдерергә хаҡлыбыҙ. Был йәһәттән ниндәй генә хәбәр еткермәй Интернет! Ғөмүмән, “мәғлүмәт һуғышы” бик ҡыҙыу бара. Һаҡ, айыҡ аҡыллы булыу кәрәк.

Бер рәхәттең бер ҡыйыны

Ниндәй генә һүҙ һөйләмәһендәр, тарихты һәм ысынбарлыҡты юйып ташлап булмай. Беҙҙең өсөн нимәһе менән мөһим Ҡырым?
Беренсенән, тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1954 йылда КПСС-тың генераль секретары Никита Хрущев ярымутрауҙы Украинаға “бүләк итә”. Ул ваҡытта нисек булғандыр – мөһим түгел, әммә бөгөн был аҙым хаталы иҫәпләнә. Шуның өсөн дә күптәр Ҡырымды кире ҡайтарыуҙы тарихи бурыс тип һанай. Унда йәшәгән халыҡ та ошо фекер яҡлы. Икенсенән, иртәгәһе тыныс булмаған ил биләмәһендә кемдең йәшәгеһе килһен: референдум һөҙөмтәһе буйынса уларҙың 100 процентҡа яҡыны Рәсәйгә ҡушылыу өсөн ыңғай тауыш бирҙе. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың 60 проценты урыҫ милләтенән булыуы ла күпте һөйләй һымаҡ. Ғөмүмән, ниндәй генә ҡыйынлыҡ тыумаһын, үҙебеҙҙекеләрҙе бәләлә ҡалдырмайбыҙ.
Өсөнсөнән, Ҡара диңгеҙ флоты Ҡырымдың “ҡапҡа төбөндә”, Севастополь ҡалаһында тора. Был дәлилдең мөһим икәнлеге аҡҡа ҡара менән яҙылған. Әлбиттә, килешеү бар, әммә Украина Көнбайыш биргән вәғәҙәләргә иҫереп китеп, хәрбиҙәребеҙҙе ҡыуып ҡайтарыр тип кем әйтмәҫ? Әлеге Украина власы, ситтән ҡарағанда, ҡайһы бер башҡа илдәр өсөн дә, үҙ халҡына ла көндән-көн хәүефлерәк була бара бит.
Килешеү тигәндәй, ваҡиғалар нисек тамамланыуға ҡарамаҫтан, Ҡара диңгеҙ флоты барыбер үҙ урынында ҡаласаҡ тигән фекерҙе яҡлаусылар ҙа бар. Йәнәһе, Рәсәйгә хәлде ҡуйыртмаһа ла булыр ине. Тик барыбыҙҙы ла иң башта ябай халыҡ яҙмышы, уның тыныслығы борсой бит!
Референдум үтте. Уның ҡарарҙарын үтәү ил етәкселәренән ғәйәт ҙур сәйәси ихтыяр талап итә. Ҡырымды ҡушыу, белгестәр күҙаллауынса, еңел генә булмаясаҡ. Атап әйткәндә, ҡиммәткә төшәсәк. Мәҫәлән, төбәктең быға тиклем “дотация икмәге” менән туҡланыуын оноторға ярамай. Бынан тыш, эшһеҙлек, хаҡлы ялдағыларҙың күп булыуы, таҙа һыуҙың Украинанан алыныуы, газ проблемаһы уйға һала. Әлбиттә, ҡайһы бер инвесторҙар Рәсәй иҡтисадын ташлап ҡаса башлағас, уларҙың “проценттарын” һатып алып, шәп эшләп ташланыҡ та ул. Ләкин киләсәктә иҡтисади һәм финанс хәлебеҙ шатландырырмы? Нисек кенә булмаһын, отасаҡбыҙ тип өмөтләнергә генә ҡала.

Низағ осо

Нисек кенә булмаһын, былай ҙа ут эсендә ҡайнаған Украина өсөн биләмәһенең ҙур бер өлөшөнән “ҡолаҡ ҡағыу” ауыртҡан башҡа тимер таяҡ менән һуҡҡандай тойолғандыр. Уйлап ҡарағанда, кемдең үҙ ерен, байлығын юғалтҡыһы килһен инде?! Иң мөһиме шул: ниндәй яуап көтөргә хәҙер ут күршеләрҙән? Был йәһәттән әлеге шул киң мәғлүмәт саралары “Украина әрмеһе нығына” тип хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта ябай, тыныс тормош теләгән халыҡтың ҡулына ҡорал алғыһы килмәй. Украина Рәсәйгә ҡаршы тора аламы һуң? Әлбиттә, “ярҙамсылары” булмағанда. Ә Киевтағы яңы хөкүмәтте ҡурсалаусылар ябай түгел. Бөтә низағ Рәсәй менән АҠШ-тың бер һүҙгә килә алмауында һымаҡ. Әлбиттә, ике ҡеүәтле дәүләт һуғышыуға барып етмәҫ, әммә иҡтисади бәйләнештең бермә-бер ҡаҡшауы ихтимал. Иң ҡурҡынысы шунда: һөҙөмтәлә һумдың аҫҡа тәгәрәүен көт тә тор. Унан китер ҡыҫҡартыуҙар, түбән эш хаҡтары, аҡсаһыҙлыҡ...
Күңелгә йылы биреп, икенсе төрлө фараз ҡылыусылар ҙа юҡ түгел. Ундайҙарҙың фекеренсә, Рәсәйҙең абруйы донъя кимәлендә, киреһенсә, күтәреләсәк. Хеҙмәттәшлек ептәре, инвестициялар ҙа артасаҡ.
Барыбер яҡшыға ғына өмөт итәйек.


ФЕКЕРҘӘР

ҠЫРЫМ ӨСӨН ҠЫУАНДЫҠ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов:

— Күҙ алдыбыҙҙа тарихи ваҡиға булды — Ҡырым Республикаһы менән Севастополь ҡалаһы үҙаллы субъекттар рәүешендә Рәсәй Федерацияһы составына ҡабул ителде. Әлбиттә, Башҡортостанда меңдәрсә кеше ошо ҡарарҙы хуплай.
Республикабыҙ Федерация субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып ҡатмарлы, һынылыш осоронда Ҡырым халҡына ярҙам күрһәтеү тураһында белдерҙе. Күптәнге мөнәсәбәттәребеҙ уртаҡ тарих менән нығытылған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында яугирҙәрҙең Башҡортостан һәм Украина халыҡтары араһындағы ҡаҡшамаҫ бәйләнештәр, шулай уҡ фашизмды еңеүгә бергәләп индергән өлөш тураһындағы хаттары һаҡлана.
Ҡырым менән Севастополде Рәсәй составына ҡабул итеү тураһындағы ҡарар илебеҙ дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса. Ил Президенты үҙенең сығышында ошоға бәйле Рәсәйҙең тышҡы сәйәси оппоненттарының һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Губернаторҙар корпусы вәкилдәренең барыһы ла дәүләт башлығы әйткән һәр һүҙҙе бер тауыштан хупланы. Ҡырым менән Севастополде Рәсәй Федерацияһы субъекттары сафына ҡабул итеү тураһындағы ҡарарҙы яҡлайбыҙ һәм Рәсәйгә ҡайтарылған биләмәлә йәшәйеште яйға һалыуҙа ватандаштарыбыҙға артабан да әүҙем ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

ҠЫРЫМ ӨСӨН ҠЫУАНДЫҠ
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:

— Рәсәй Президентының Федераль Йыйылыш алдындағы сығышы бик көслө булды. Ул һүҙҙәрен рухланып, ышаныслы итеп әйтте, залдағылар бер нисә тапҡыр аяғүрә баҫып алҡышланы. Уның үҙен тыныс, эшлекле тотоуы, янауҙарһыҙ, һауаланмайынса һөйләүе оҡшаны. Путин барыһын да аңлайышлы итеп иҫбатланы, аңлатты, сығышында тарихи үткәндәргә һылтанмаларға, дәлилдәргә таянды. Президент Ҡырым менән Севастополдең борон-борондан Рәсәй ере булыуын билдәләне, уйлап эш иткән һәм аҡыллы ҡарарға килгән өсөн Ҡытай менән Һиндостанға рәхмәт әйтте.
Украиналағы хәлдәр өсөн беҙ яуаплы түгел. Бындай шарттарҙа Рәсәй үҙен башҡаса тота алмай ине. Ниһайәт, үҙебеҙҙе ихтирам итергә өйрәндек, шуға шатланам. Ә Ҡырым халҡы барыбыҙға ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуаналыр, тип уйлайым. Улар өсөн болалы осор үтте.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә