Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Хәйҙәр ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: "Берҙән-бер бурыс — һайлаусыларға ярҙам итеү"
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: "Берҙән-бер бурыс — һайлаусыларға ярҙам итеү"
Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла, ҡануниәттә һуңғы ваҡытта ниндәй яңылыҡтар бар, һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Хөрмәтле Хәйҙәр Арыҫлан улы! Һайлауҙар араһындағы осорҙа эш туҡтап тормай. Уның күп яҡтары күҙгә лә ташланып бармай...
— Эшмәкәрлегебеҙ әүҙем дауам итә. Һайлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен уҡытабыҙ, һайлаусыларҙың, иң элек йәштәрҙең, хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү буйынса саралар ойошторабыҙ, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре (Башҡортостанда ундайҙар бөгөн — 55), йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ, студенттар, аспиранттар, журналистар араһында төрлө бәйгеләр үткәрәбеҙ.
Һайлау практикаһы күрһәтеүенсә, ошо процеста ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән йәштәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү зарур. Йәштәр һайлауға әллә ни ашҡынып бармай, унда ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлап етмәй. Егет, ҡыҙҙар әйтеүенсә, йәш быуын йыш ҡына яңы мәғлүмәт, конституцион хоҡуҡтары һәм бурыстарының әһәмиәте тураһында хәбәрҙар түгел.
Үҙәк һайлау комиссияһы студенттар, уҡыусы йәштәр менән аралашыу йәһәтенән ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланы. Бындай осрашыуҙарҙа төп иғтибар йәш электораттың әүҙемлегенә, хоҡуҡи мәҙәниәтте үҫтереүгә, вуздар менән һайлау комиссиялары араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлектә алдынғы тәжрибәне таратыуға йүнәлтелә. Һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләренә арналған иң яҡшы эште асыҡлау буйынса йыл һайын уҙғарылған конкурс быға булышлыҡ итә.
Йәш һайлаусылар менән аралашыу һөҙөмтәһендә ошо мөхиттә һайлауҙың әһәмиәтен арттырыуға йүнәлтелгән өр-яңы саралар комплексы эшләнде. Беҙҙеңсә, Йәш һайлаусылар клубын ойоштороу — ҡыҙыҡлы алым. Был Клуб һайлау осоронда ғына түгел, унан һуң да эш итә. Ҡайһы бер ҡала, райондарҙа Йәш һайлаусы аҙналығы һәм көнө ойошторола.
Заманса үҙгәрештәр белемде даими тулыландырыуҙы, ойоштороусыларҙы уҡытыуҙы талап итә. Ошоға бәйле Үҙәк һайлау комиссияһы республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә Рәсәйҙәге һайлау системаһының 20 йыллығына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәрҙе. Унда һайлау системаһы институттарын үҫтереү, һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе ҡаралды.
Быйыл март-апрелдә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы муниципаль райондарҙағы, ҡала округтарындағы территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзалары менән күсмә семинар-кәңәшмәләр ойошторорға ниәтләй. Һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен даими үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
— Бөгөн һайлаусылар һанын аныҡ ҡына әйтә алаһығыҙмы?
— Комиссиялар һайлаусылар тураһындағы мәғлүмәтте асыҡлау йәһәтенән даими эшләй. Быйыл 1 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда 3 миллион 69 мең һайлаусы теркәлгән. Былтырғыға ҡарағанда уларҙың һаны 8 меңдән ашыуға артҡан.
Участка һайлау комиссиялары составында ла яңылыҡтар бар. Әле республикалағы территориаль һайлау комиссиялары резервҡа индереү өсөн кандидатуралар буйынса документтар ҡабул итә. Беҙ ҡануниәттәге яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән яҡшы таныш, һөнәри оҫталыҡ туплаған кадрҙар резервын төҙөргә тейешбеҙ.
— Быйыл республикалағы һайлау системаһын нимәләр көтә?
— 24—25 апрелдә Өфөлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының күләмле сараһы — ил төбәктәрендәге һайлау комиссияһы рәйестәре менән семинар-кәңәшмә уҙғарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы уны үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланманы. Беҙҙә коллегаларыбыҙға күрһәтерлек яҡшы үҙгәрештәр ҙә, уртаҡлашырлыҡ тәжрибә лә бар.
Берҙәм тауыш биреү көнөнә килгәндә, быйыл 14 сентябрҙә Башҡортостанда 33 мандатты тәғәйенләү күҙаллана. Межгорьела ҡала Советы депутаттарын һайлаясаҡтар. Өфө, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Мәләүез ҡалаларында, Архангел, Бүздәк, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Салауат, Мишкә, Хәйбулла райондарында өҫтәмә һайлау була.
— Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһындағы закондың яңы редакцияһы ҡабул ителде. 2016 йылда Рәсәй парламенты депутаттарын һайлауҙа ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
— Закон Дәүләт Думаһына һайлауҙың ҡатнаш мажоритар-пропорциональ системаһын ғәмәлгә ҡайтара. Депутаттарҙың яртыһы — партия исемлеге, икенсе яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Һуңғы ике саҡырылыш пропорциональ система буйынса һайланғайны. Уларҙа партиялар ғына ҡатнашты.
Киләһе, етенсе саҡырылыш, парламентында әүәлге 7 процентлы сик урынына 5 процентлыһын үтә алған партиялар урын аласаҡ.
Ҡултамғалар йыйыу ҙа кире ҡайтарылды. Һайлауҙа ҡатнашыу һәм теркәлеү өсөн сәйәси партия кәмендә 200 мең һайлаусының ризалығын алырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең бер төбәгенә иң күбеһе 7 мең ҡултамға тура килеүе шарт. Һуңғы һайлауҙа, Дәүләт Думаһына үтеү-үтмәүенә ҡарамаҫтан, һайлаусылар тауышының кәмендә 3 процентын йыйған, шулай уҡ Рәсәй төбәгендәге закон сығарыу органында фракцияһы булған йәки төбәк парламентына кәмендә бер депутаты эләккән партияға ҡултамғалар йыйыуҙың кәрәге юҡ.
Бер мандатлы округтарҙан тәҡдим ителгән кандидаттарҙы яҡлап ҡултамғалар йыйыуға талап үҙгәрҙе. Ошондай процедурала ҡатнашмаҫҡа рөхсәт бирелгән партияларҙың тәҡдим иткән кандидаттарына ғына ҡултамға йыймаҫҡа мөмкин.
Законға ярашлы, бер мандатлы округтан тәҡдим ителгән кандидат округтағы һайлаусылар һанының кәмендә 3 процентының ҡултамғаһын алырға тейеш. Мәҫәлән, округта 100 мең һайлаусы икән, ҡултамғалар һанының кәмендә 3 мең булыуы шарт.
Шулай уҡ ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителгәндәр яза ваҡыты үткәндән һуң — 10 йыл, айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылғандар 15 йыл дауамында һайлана алмай.
Бынан тыш, кандидаттарҙың һайлау фонды күләме 6 миллиондан (2003 йылда) 15 миллион һумға тиклем арттырылды. Партия фонды сығымдарының сикке күләме — иң күбе 700 миллион һум, төбәк бүлексәһенеке — һайлаусылар һанына ҡарап, 15 миллиондан 100 миллион һумға тиклем.
— Былтыр 21 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төрлө кимәлдәге һайлауҙы үткәргәндә тауыш биреү бинаһында үтә күренмәле материалдан яһалған стационар йәшниктәр урынлаштырылырға тейеш.
— Эйе, "Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында"ғы Федераль законға тейешле төҙәтмәләр индерелде. Бындай йәшниктәр һайлауҙа асыҡлыҡты арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Практика күрһәтеүенсә, бөтә үҙенсәлектәр, нескәлектәр иҫәпкә алынған, әле йәшниктәр һырлы пластиктан эшләнә. Улар халыҡ һаны 100 мең кешенән артмаған бөтә административ үҙәктәрҙә ҡуйылды. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы төбәктәрҙәге комиссияларҙы йәшниктәр менән тәьмин итеү бурысын үҙ иңенә алды. Федераль ҡаҙнанан бүленгән 1 миллиард һумдан ашыу аҡсаға тауыш биреү йәшниктәре һатып алына.
Башҡортостанда ла участкаларҙы үтә күренмәле, шулай уҡ күсмә йәшниктәр менән тулыһынса тәьмин итеү күҙаллана. Яңы нормативтарға ярашлы, быйыл беҙ 2 080 үтә күренмәле стационар һәм 2 542 күсмә йәшник алабыҙ.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, "Барыһына ла ҡаршы" тигән графаны кире ҡайтарыуға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
— Был мәсьәлә әллә ни кисектерелмәҫ, моғайын. Тик ул бөтә кимәлдәге һайлау бюллетендәренә ҡағылырмы, әллә муниципаль һайлауға ғынамы? Берәүҙәр "Барыһына ла ҡаршы" графаһын яуаплылыҡтан ҡасыу, икенселәр — граждандарҙы һайлау участкаларына ҡайтарыуға, өсөнсөләр социаль кәйефте көйләү мөмкинлеге тип иҫәпләй. Быға бәйле бәхәс дауам итә. Һайлаусы үҙе теләгәнсә тауыш бирә ала. Иң мөһиме — ул һайлауға барырға тейеш.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә