Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Шаңдауы бар донъяға яңғырай
Шаңдауы бар донъяға яңғырай
Украинала хәл минутлап түгел, секундлап үҙгәрә. Рәсәйҙең Федерация Советы Президент Владимир Путиндың был илдәге граждандарыбыҙҙы яҡлау маҡсатында ғәскәр индереү тураһындағы үтенесенә ыңғай яуап бирҙе. Украинала дөйөм мобилизация иғлан ителде. Ҡырымда хәрби-диңгеҙ базаһында хәрби хәрәкәттәр бара. Рәсми Киев, ярҙам һорап, Төньяҡ Атлантик союзға мөрәжәғәт итте. АҠШ Украинаға халыҡ-ара күҙәтеүселәр ебәрергә тәҡдим итә. Украинаның вазифаһынан ваз кистерелгән президенты Виктор Янукович Дондағы Ростовта матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Көнбайыш һәм Үҙәк хәрби округтар ғәскәрҙәренең учениелары дауам итә...


Шаңдауы бар донъяға яңғырайТыныслыҡ һиҙелмәй
“Майҙан” менән бәйле хәл-ваҡиғалар донъяның барлыҡ илдәре өсөн дә мөһим яңылыҡ булып ҡала. Кемдәрҙер борсолоу белдерһә, икенселәр һәр һүҙенә нәфрәт йәки мыҫҡыл һалырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Киевтағы Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында автомобиль тәгәрмәстәре яндырыу, бәрелештәр туҡталып, майҙан хужалары еңеүгә өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, тыныслыҡ һиҙелмәй. Берҙән, төрлө көстәр, теләһә ниндәй сәбәп табып хәлде ҡатмарлаштырырға тырышһа, икенсенән, илдең ҡаҙнаһының бушлығы яңы властарға конституцион бурыстарын атҡарырға форсат бирмәй. Украинаға дефолт янай, тип хәбәр итә Рәсәй телеканалдары.
Ҡаҙна ниңә буш? “Украинская правда” гәзитенең Хөкүмәт башлығы Арсений Яценюкка һылтанып хәбәр итеүенсә, Янукович-Азаров хөкүмәте 70 миллиард долларҙы оффшорға сығарған. Хәбәр ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы, ул хаҡта Дондағы Ростовта үткән матбуғат конференцияһы мәғлүмәттәрендә лә, башҡа сығанаҡтарҙа ла яуап ишетелмәне.
Көнбайыш сәйәси даирәләрендә Киевтағы яңы властың законлылығы һәм 25 майҙа Украинаның яңы президенты һайланғанға саҡлы эшләү хоҡуғы шик тыуҙырмай, рәсми Мәскәү иһә яңы власть органдарын законһыҙ, йәғни вазифаһын ташлап киткән Виктор Янукович һүҙҙәре менән әйткәндә, “үҙен үҙе иғлан иткән”, тип иҫәпләй. Киевты ҡалдырып, ике тәүлек юғалып торғандан һуң “ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн” Рәсәйгә килгән Виктор Янукович үҙен ил башлығы һанай һәм Киевҡа ҡайтыуға өмөтөн өҙмәй. Хәйер, быныһы шик тыуҙырмай, сөнки Украинаның генераль прокуратураһы уны көс ҡулланып ҡайтарырға әҙер. Украинаның элекке президентының Рәсәйҙә һыйыныу урыны табыуы тәбиғи, сөнки уҙған президент һайлауында Мәскәүҙән көслө ярҙам булмаһа, Виктор Янукович ул вазифаға үтә алыр инеме икән?

Кем көслө – шул хаҡлы
Киевта яңы властар илде тыныс тормошҡа ҡайтарыу буйынса кисектергеһеҙ саралар күргәндә, Ҡырымдағы өлгөр сәйәси даирәләр Севастополдә яңы ҡала башлығын, Симферополдә хөкүмәт рәйесен майҙанда “һайланы”. Башҡарма власть етәксеһе итеп “Урыҫ берҙәмлеге” лидеры Сергей Аксеновтың үтеүенә бәйле Ҡырым ярымутрауының төп халҡы мәнфәғәтен яҡлаған Ҡырым татарҙары мәжлесе ҡаршы сыҡты. Уның рәйесе Рифат Чубаровтың белдереүенсә, яңы хөкүмәт законлы түгел, татарҙар уның менән хеҙмәттәшлек итергә йыйынмай. Милләттәштәрен килешеп йәшәргә өгөтләү өсөн Ҡазандан осҡан парламентарийҙар эшмәкәрлеге хаҡында әлегә бер ни ҙә ишетелмәй.
“Урыҫ телле граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау” өсөн, “урыҫ ҡоралы даны” иҫәпләнһә лә, әлегә Украина составындағы Севастополгә бер төркөм Дәүләт Думаһы депутаттары килеп китте. Телеэкрандар аша был ҡалаларҙа унда-һанда сәнскеле тимер сыбыҡ менән кәртәләп алынған урындарҙы, күҫәк менән ҡоралланған ирекле дружина ағзаларын күрергә мөмкин. Ике ҡалала ла Украина флагтары алып ташланып, Рәсәй әләмдәре елберләй, яңы властар март аҙағында референдум үткәреп, ярымутрауҙың яңы статусын нығытып ҡуйырға ниәтләнә. Был Ҡырымда абсолют күпселекте тәшкил иткән урыҫ телле граждандар өсөн тәбиғи, сөнки Виктор Януковичтың көрәштәше, “Төбәктәр фирҡәһе” ағзаһы Олег Царевтың раҫлауынса, Севастополь – менталитеты буйынса Рәсәй ҡалаһы.
Украина ваҡиғаларына ҡарата сит илдәрҙә белдерелгән мөнәсәбәт Рәсәй дәүләт һәм сәйәси даирәләренә хас түгел. Дөрөҫ, Кремль әлегә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй, әммә дәүләт телеканалы “Вести” аша ағылған хәбәрҙәргә ҡарағанда, Украиналағы ваҡиғалар кире баһа ала. “Үҙен үҙе иғлан иткән власть” (был шул уҡ дәрәжәлә Ҡырымға ла хас), “боевиктар”, “радикаль милләтселәр”, “банкрот”, “фашистлашыусы элементтар” һәм башҡа төшөнсәләр тап шул фекерҙе раҫлай. Көнбайыш һәм Үҙәк хәрби округтарҙа хәрби учениелар башланыуы (Бөйөк Британияның Премьер-министры Дэвид Кэмерон менән телефон аша әңгәмәһендә уны Рәсәй Президенты “алдан уҡ планлаштырылды” тип аңлатты) Кремлдең бер кәрәкһеҙгә “мускулдар уйнатыу”ын раҫлай. Рәсәй Президентының элекке кәңәшсеһе Андрей Илларионов быны хатта, Киевты граждандар һуғышына мәжбүр итеү, тип атай. “Бөркөт”кә Ҡырымда һыйыныу урыны биреүҙе, урыҫ телле граждандарға Рәсәй паспортын вәғәҙә итеүҙе лә ыңғай баһалап булмай, сөнки ул халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ҡаршы килә.

Кремлдә ниҙер көтәләр
Украина менән стратегик партнер булғас, Ҡырымда тыныслыҡ урынлаштырыу рәсми Мәскәүҙең тәү хәстәрлегенә әүерелергә тейеш ине кеүек. Ләкин был турала БМО-ла һүҙ ҡуҙғатылыу менән Рәсәйҙең ундағы вәкиле Виталий Чуркин, Рәсәй көсләп ҡушылған аралашсылыҡҡа риза түгел, тип ҡаршы сыҡты. Һуңынан ошо уҡ фекерҙе Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы раҫлап ҡуйҙы, йәнәһе, Ҡырымдағы ваҡиғалар – “Киев майҙаны”ның логик эҙемтәһе. Ярымутрауҙа билдәле даирәләр тарафынан ҡуҙғытылған көсөргәнешлек, ысынлап та, Киевтағын ҡабатлай тиерлек. Украинаның баш ҡалаһынан йөҙәрләгән ҡораллы боевик бында һуғыш асырға килә тигән хәбәр раҫланманы.
Украиналағы хәлдәрҙең төрлө күҙлектән сығып баһаланыуының бер ҙә ғәжәбе юҡ. Көнбайыш уны Европа союзында күрергә теләһә, рәсми Мәскәү хәлдең элеккесә ҡалыуын хәстәрләй. АҠШ-тың киң билдәле сәйәсмәне, элекке СССР-ҙа “Вашингтон ҡарсығаһы” исеме тағылған Збигнев Бжезинский, Украина айырылһа, Рәсәй һыңар аяҡлы кеше рәүешендә ҡаласаҡ, тип шом һалғайны. Икенсе сәбәп тә бар: “Уң сектор” вәкилдәре Украинаны “урыҫһыҙлаштырыу” сәйәсәте үткәреп, уны украин халҡы үҙе генә хужа булған державаға әүерелдереү өсөн көрәшкәнен йәшермәй. Беҙ, ти улар, урыҫ халҡына түгел, ә империалистик Мәскәүгә ҡаршы.
Рәсәй Президенты Федерация Советының ризалығынан файҙа-ланырмы, әллә сабыр итеүгә өҫтөнлөк бирерме? Кремль тәүге юлды һайлай икән, ул саҡта рәсми Вашингтон менән Төньяҡ Атлантик союздың белдереүе исем өсөн генә булғанына өмөтләнергә ҡала.


Николай ЕВДОКИМОВ, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшереү үҙәгенең сәйәси тикшереүҙәр бүлеге начальнигы, сәйәсәт фәндәре кандидаты:
– Бөгөн Украиналағы хәл ҡатмарлы. Ул илдең эске сәйәси хәле менән бәйле. Рәсәй иһә Ҡырымдағы граждандары һәм хәрбиҙәре мәнфәғәтен яҡлау яҡлы. Шулай уҡ унда беҙҙең Хәрби-Диңгеҙ Флоты ла урынлашҡан. Күп нәмә март аҙағында үтәсәк референдумда хәл ителер, моғайын. Күҙаллауымса, Абхазия сценарийы бында ла күренер. Ҡырым бойондороҡһоҙ автономиялы республика статусы алыуға ынтылыр. Ярымутрау Рәсәйгә ҡушыласаҡ тигән фекерҙәр ҙә тормошҡа ашмаѕ, тип уйлайым, был – бик ауыр процедура. Әлбиттә, урында милли нигеҙҙә, социаль-иҡтисади ҡәнәғәтһеҙлек сәбәпле төрлө бәрелештәр, низағтар булыр, тик ҡорал күтәреп, ҡан ҡойоп хәл итерлек ҡаршылыҡ булмаясаҡ.


Автор: Мәхмүт Хужин.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә