Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Журналист кемдеке йәки Ни өсөн киң мәғлүмәт саралары яҡлауһыҙ
Журналист төрлө яҙмышлы кешеләр менән аралаша, улар хаҡында яҙа, проблемаларын күтәрә. Итексе итеккә йәлсемәй, тигәндәй, уның үҙенең проблемаларын ғына күтәреүсе юҡ. Ә бит хәбәрсенең дә яҡшы йәшәгеһе, балаларын бүтәндәрҙән кәм итмәй үҫтергеһе килә. Гәзиттә эшләгәс, беләбеҙ: журналистың эше башҡа һөнәр эйәләренекенән кәм дә, еңел дә түгел.


Журналист кемдеке йәки Ни өсөн киң мәғлүмәт саралары яҡлауһыҙЫсын ҡәләм оҫтаһы ике телде лә яҡшы белергә, олоһона — ололоҡло, кесеһенә кеселекле булырға тейеш. Өҫтәүенә, заман һулышын, һәр яңылыҡты үҙ йөрәге аша үткәреп, иләп, башҡаларға кеше аңларлыҡ телдә еткерергә бурыслы. Ул һәйбәт психолог, яҡшы аналитик, илгиҙәр илсе, телгә бөткән аралашсы, фекер төйөнөн үҙендә һаҡлаусы “сейф”, тәржемәсе, йылъяҙмасы, кәрәк икән, төрлө сүрәткә, ролгә инә белгән һәләтле артист та булырға тейеш.
Бынан тыш, Ер йөҙөндәге һәр өлкә тураһында хәбәрҙар, боронғоһон да, бөгөнгөһөн дә бер башына һыйҙырып, Хоҙай биргән теле, ҡәләме ярҙамында яҙғанын алты йәшлек сабый ҙа, йөҙйәшәр аҡһаҡал да аңларлыҡ итеп бирергә бурыслы. Бынан тыш та бихисап һөнәр эйәһе ул журналист: фотограф, сәйәхәтсе, географ, тарихсы, телсе, башҡаларға бәлә килһә, саң ҡағыусы, халыҡ адвокаты, заман судьяһы...
“Ятып ҡалғансы, атып ҡал”, тигәндәй, күңелде өйкәгән һүҙебеҙҙе әйтергә теләйбеҙ. Бәлки, беҙҙе ишетеүсе, һорауыбыҙҙы юғары даирәләргә ишеттереүсе булыр: бөгөн журналист кемгә кәрәк? Тәбиғәт күренештәрен Аллаһ тыуҙырһа, ил именлеген, тотороҡлоғон нығытыуға дәүләтебеҙ иғтибарынан ситтә ҡала килгән дүртенсе власть вәкиле лайыҡлы өлөшөн индермәйме ни? Төрлө матди ярҙам теҙмәһендә “журналист” тигән һөнәр эйәһе ниңә онотола?
Һуңғы ваҡытта педагогтарға, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт тарафынан төрлөсә ярҙам күрһәтелә. Әйтәйек, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡытыусылар гранттар, махсус премиялар ала, ауылға эшкә ҡайтҡан юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәренә миллионышар һум бирелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалмай, күптән түгел уларға ла ҙур ғына күләмдә матди ярҙам бүленеүе хаҡында мәғлүм булды. Республикала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 2013 йылдың тәүге яртыһында 23 мең һум самаһы тәшкил иткән, балалар баҡсалары тәрбиәселәренеке – 17700, ә врачтарҙыҡы – 38 мең һум. Журналистарҙыҡы күпме икән? Интернетта ла был һорауға яуап таба алманыҡ. Улар иғтибарҙан бөтөнләй ситтә ҡалып килә.
Үрҙә һанап үтелгән ҡатламдарға эләккән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе компенсациялау кеүек өлөштән дә мәхрүм журналист ғаиләһе. Оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар алған түләүҙәр ҙә уларға ҡаралмаған. Район гәзиттәрендә тормоштарын ошо эштән тыш күҙ алдына килтерә алмаған оптимистар һәм сараһыҙҙың көнөнән башҡа урынға китмәгәндәр генә эшләй тиһәк, хата булмаҫ. Эш хаҡыбыҙ бәләкәй, редакцияларҙың хеҙмәткәрҙәренә фатир йүнләп алып бирерлек мөмкинлеге юҡ, бүтән төрлө дәүләт яҡлауы ла ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта район гәзиттәре – урындағы халыҡтың күҙ терәп торған баҫмаһы, етәкселек менән халыҡ араһындағы беренсе күпер. Уның уҡымлы, йөкмәткеле булыуы, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүе – тәүшарт. Мәҫәлән, беҙҙең Бөрйәндә урындағы радио ла, телевидение ла, бүтән гәзит тә юҡ.
Заман башҡа – заң башҡа. Бөгөнгө әрһеҙ әптерәйҙәр китеп бөтһә, был йөктө кем тартыр икән? Изге урын буш тормай, тип ауыҙҙы ябыр бәғзеһе, уныһы шулайҙыр ҙа. Тик, ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, тигәндәй, илдең биле ныҡ булһын, рух ҡалҡаны сатнамаһын, тел байлығы юғалмаһын, милләт бәҫе төшмәһен, тип ал-ял белмәй хеҙмәт итеүселәрҙең китек күңелен, етешһеҙ донъяһын, һындырылған рухын кем бөтәйтер?
Интернетта яңыраҡ бер яҙмаға осраныҡ. Унда шундай юлдар бар: “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләп йөрөүсе һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”
Ошоға өҫтәп тағы ла нимәлер яҙыу артыҡ булыр һымаҡ.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА,
“Таң” гәзите журналистары.


Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


  1. Руфина
    Руфина от 30.01.2014, 11:10
    Айсылу һәм Таңсылуның язганнары белән тулысынча килешәм. Бүгенге көндә журналист якланмаган да, сакланмаган да. Гомерләрен журналистикага багышлаган, кеше проблемаларын хәл итүгә көчен, осталыгын, сүз байлыгын, сабырлыган салган хәбәрчеләр бүген үзләре күңелсез хәлдә. Күңелсез генә түгел, кызганыч, аяныч хәлдә. Кайчанга кадәр дәвам итәр бу хәл? Коллегалар бу темага активрак кушылсын иде.

  2. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 01.02.2014, 06:36
    Дөрөҫөн әйтер кәрәк, журналистарҙың да төрлөһө була. Хакимиәт эргәһендәгеләре, олигархтар менән бәйләнеш тотҡандары, депутаттарҙы маҡтаусылары һ.б. шундайҙары ла бар. Улар балда-майҙа ғына йөҙәләр... Ундайҙары күберәк түгелме икән? Сөнки гәзит-журналдарҙа ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлап яҙыусылар ифрат һирәк. Ә бына башлыҡтар, депутаттар, нащальниктар хаҡында материалдар тулып ята, хатта халыҡ ундай баҫмаларға күҙ ҙә һалмай. Шуның өсөн дә матбуғат сараларын яҙҙырып алдырыусылар йылдан йыл кәмей. Ысынлап та, башҡа мәғлүмәти , бигерәк тә электрон, саралар булғанда, ни өсөн әле мин гәзиттә башлыҡ бында булған, вице-премьер ошонда барған тип яҙылған буш хәбәрҙәр уҡып ултытырырға тейеш әле!? Гәзит-журнал - халыҡ һүҙе булырға тейеш. Ә ул бюрократик хакимиәттең рупоры ғына! Журналистар үҙҙәре ғәйепле!

Комментарий өҫтәргә