Демократик хоҡуҡи дәүләт талаптарына ярашлы кеше хоҡуҡтарының дәүләттән өҫтөнлөгө принцибына нигеҙләнгән Төп Закондың хәл иткес йөкмәткеһен кеше һәм граждан хоҡуҡтарына арналған 17-се – 64-се статьялар билдәләй. Ҡайһы бер мөһим положениеларға күҙ ташлап ҡарайыҡ: хоҡуҡтар тыумыштан бирелә һәм тартып алына алмай (17-се статья), ғәмәлдә (18-се), граждандар закон һәм хөкөм алдында тиң (19-сы), тормошҡа (20-се), фекер һәм һүҙ азатлығына (29-сы), дәүләт хеҙмәтенә (33-сө), хосуси милеккә (35-се) хоҡуҡ һ.б.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән яҡшы таныш кешенең күҙенә шунда уҡ салына: документ шыма һәм самаһыҙ күтәренке рухта ижад ителгән. Боронғо Рим философы Гораций әйтмешләй, ҙур вәғәҙәләр ышанысты кәметә. Кеше хоҡуҡтары буйынса Башҡортостан вәкиленең мәғлүмәттәрен ҡарағанда, былтыр уға мөрәжәғәт иткән 1051 кеше эшһеҙлеккә, хеҙмәткә түләүҙең, пенсияларҙың түбәнлегенә, торлаҡ шарттарын яҡшырта алмауына һ.б. зарланған. Вәкилдең һығымтаһы буйынса, иң күп ялыу торлаҡ мәсьәләһенә (40-сы статья) ҡағыла, һәм был иң элек граждандарға лайыҡлы тормош гарантиялаған 7-се статьяның эш итмәүе тураһында һөйләй.
Хәреф бар ҙа ул, ә рух?
“Закон һәм мәхкәмә алдында барыһы ла тиң хоҡуҡлы, — тиелә Төп Закондың 19-сы статьяһында. – Дәүләт енесе, расаһы, милләте, теле, сығышы, милек һәм вазифа хәленә, ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй дин тотоуына, инаныуҙарына һәм ижтимағи берләшмәгә инеүенә ҡарамай, кешеләргә хоҡуҡ һәм азатлыҡ тиңлеге гарантиялай. Теләһә ниндәй формала социаль, раса, тел, дин билдәләре буйынса хоҡуҡтарҙы сикләү тыйыла”. Кеше хоҡуҡтары буйынса Рәсәй вәкиленең мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда уға мөрәжәғәт иткән 52 мең кешенең 24 меңе үҙ хоҡуҡтарының боҙолоуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙың күпселеге (67,1 процент) мәхкәмәлә яҡлау таба алмауына, суд ҡарарҙарының ғәҙелһеҙлегенә зарлана. Тәфтиш изоляторҙарында йәберләүҙәргә дусар ителгәндәр ялыуҙарын ватан мәхкәмәләрендә ҡәнәғәтләндерә алмағас, Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судына мөрәжәғәт итә һәм йыш ҡына ыңғай ҡарар сығарылыуына өлгәшә.
Конституцияның хәрефе генә түгел, рухы ла бар, тигән принциптан сығып ҡарағанда, ундағы теге йәки был положениеның бирелеше уны әҙерләгән белгестәрҙең аң кимәленә һәм гражданлыҡ яуаплылығына бәйле. 19-сы статьяның тәүге һөйләме, мәҫәлән, 1789 йылдың 26 авгусында Францияла ҡабул ителгән: “Кеше хоҡуҡтары — яза бирәме ул, әллә яҡлаймы — барыһы өсөн дә бер төрлө булырға тейеш”. Айырма бар, һәм ул XVIII быуатта ижад ителгән документтың беҙҙең Конституция кеүек ҡатып ҡалғанлығы түгел, ә хәрәкәттә бирелеүе тураһында һөйләй. Декларацияның 7-се статьяһы иһә был положениены тағы ла тулыландыра төшә: “Баш-баштаҡлыҡҡа нигеҙләнгән күрһәтмәләр биргән, белешмә һораған, мәжбүр иткән кешеләргә яза бирелергә тейеш”. Италия Республикаһының 1947 йылда ҡабул ителгән конституцияһында ла 28-се статья ҡәтғи яңғырай: “Кеше хоҡуҡтарын боҙған вазифалы кешеләр һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре яуаплылыҡҡа тарттырыла”. Әйткәндәй, бындай аныҡ норманы Рәсәйҙең Енәйәт кодексында ла табыуы ауыр.
Төп Закон положениеларының граждандар ҡарашынса нисек эш итеүен асыҡлау өсөн Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү фонды (ФОМ) мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итәйек. “Һеҙҙең өсөн ниндәй хоҡуҡтар мөһимерәк?” тигән һорауға респонденттарҙың 71 проценты – медицина ярҙамы (41-се статья), 57-һе – хеҙмәт һәм уға лайыҡлы түләү (37-се ст.), 54-е – бушлай белем алыу (43-сө ст.), 51-е – ғәҙел закон һәм мәхкәмә (19-сы ст.), 40-ы социаль тәьминәт (39-сы ст.) тип яуаплай. Ә бына һүҙ азатлығын күҙгә элеүселәр (14), дәүләт хеҙмәтенә һайланыу (4), дәүләт идараһында ҡатнашыу хаҡында фекер йөрөтөүселәр 3 проценттан артмай, йәғни Рәсәй граждандары конституцион хоҡуҡтар ысынбарлыҡҡа әүерелһен өсөн был процеста ҡатнашыу зарурлығын аңламай.
Әйтерһең дә, ваҡыт туҡтап ҡалған
Советтар Союзында “кеше хоҡуҡтары” ғына түгел, хатта “генетика” менән “кибернетика” ла “буржуаз төшөнсә” тип тәрбиәләнгән йәмғиәттә кеше хоҡуҡтарының “түбән”дәр тарафынан ғына түгел, “юғары”лар яғынан да баһаланып етмәгәне тәбиғи кеүек. “Көнкүреш аңды билдәләй”, — тигән бит Карл Маркс. Фекергә асыҡлыҡ индереү өсөн XVII быуатта йәшәгән Голландия философы Бенедикт Спиноза (1632 – 1677) менән Рәсәйҙең сәйәси фекер эйәһе Феофан Прокоповичтың (1681 – 1736) ул осорҙағы йәмғиәт үҙаңын билдәләгән һүҙҙәрен килтереү кәрәк булыр. Тәбиғи хоҡуҡ һәм дәүләттең килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килеү теорияһын эшләгән тәүгеһенең фекеренсә, “үҙ-үҙеңде һаҡлау – кешенең тәбиғи хоҡуғы, һәм ул дәүләт институттары аша ғына ғәмәлгә ашырыла”. “Фекер азатлығы, — кешенең тартып алғыһыҙ хоҡуғы”, тип өйрәткән голланд философы. “Халыҡ батшанан риза булырға һәм уға һүҙһеҙ буйһонорға бурыслы, тип тәҡрарлаған урыҫ сиркәүе әһеле. – Халыҡ батша ҡылған ғәмәлдәргә баһа бирергә хоҡуҡлы түгел”. Ә бит Прокопович кеүек фекер йөрөтөүселәр арабыҙҙа XXI быуатта ла йөрөп ята. Ышанғы килмәй, ләкин йәмғиәтебеҙҙә ижтимағи фекерҙең бынан ике йөҙ йыл элекке Голландия кимәленә етә алмауын инҡар итеү ауыр.
Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Европа мәхкәмәһе (Францияның Страсбург ҡалаһында урынлашҡан) булдырған Европа союзы менән хәҙерге Рәсәйҙең был өлкәлә ниндәй баҫҡыстарҙа тороуын самалау өсөн XIX быуатта йәшәгән йәмәғәт эшмәкәре Александр Герцендың (1812 – 1870) түбәндәге һүҙҙәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. “Англосакстар ижтимағи башланғысты инҡар итеү иҫәбенә кешене азат итә алһа, урыҫ халҡы шәхесте инҡар итеү иҫәбенә ижтимағи ҡоролошто һаҡлап ҡалды”. Эмиграцияла ғүмер һөрөргә мәжбүр булған күренекле шәхестең асышы әле лә көнүҙәк булыуы менән бөйөк.
Теге йәки был етешһеҙлек хаҡында теҙеп, хатта тойғоларға бирелеп һөйләгәндә, йәмәғәтселегебеҙ “Ни өсөн шулай?” тигән һорауға яуап эҙләп мәшәҡәтләнмәй. Ҡыҙғаныс, эҙемтәне һәр ҡайһыбыҙ күрә, ә бына уны тыуҙырған сәбәптәрҙе асыҡларға кәрәк бит. Минеңсә, урыҫ йәмғиәтендә әле лә булып ятҡан кире күренештәрҙең сәбәптәре етерлек һәм береһе, хәл иткесе, батшаларҙың (тәүҙә Рюрик улдары, унан Романовтар) урындағы традицияларҙы инҡар итеп, сит ил өлгөһөн индерергә маташыуында. XVII быуат урталарында Рәсәйҙә йәшәп киткән славян мәғрифәтсеһе Юрий Крижанич ошо хаҡта былай тип яҙып ҡалдырған: “Ил өсөн үҙ тәртиптәре, йолалары, закондары һәм теленән баш тартып, сит тәртип, сит закон һәм сит телде үҙләштереп, икенсе халыҡ булырға тырышыуҙан да үлемеслеһе юҡ”. Ысынлап та, урыҫтан голланд та, француз да, немец та сығара алмағандар. Крижаничтан һуң ике быуат самаһы үткәс, Герцен да әсенеп: “Дәһшәтле империя кеше шәхесен баҫыу иҫәбенә барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә хоҡуҡ мәсьәләһе тормай, ул көс һәм үткән хәлдәрҙе таныу араһында бутала. Яза бирелмәҫен белһә, ниндәй синыф вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, урыҫ законды аҙым һайын боҙа һәм хөкүмәт тә шулай итә”. Әйтерһең дә, һүҙ кисә генә булған хәлдәр тураһында.
Дөрөҫ, ижтимағи фекер Рәсәйҙә лә үҙенә юл тапҡан. Күренекле дәүләт эшмәкәре Михаил Сперанский (1772 – 1839), мәҫәлән, “сәйәси азатлыҡ урынлашмай тороп, дәүләттә граждандар азатлығы булыу мөмкин түгел” тигән фекер әйтеп ҡалдырған. Беренселәрҙән булып ул Дәүләт Думаһы, Дәүләт Советы кеүек демократик органдар булдырыуҙы тәҡдим итә, әммә был институттар сәйәсмәндең үлеменән һуң 65 йыл уҙғас ҡына барлыҡҡа килә. Әлбиттә, улар ҙа Сперанскийҙың шәхси асышы түгел, үрҙә телгә алынған “Кеше һәм граждандар хоҡуҡтары декларацияһы”ның 12-се статьяһында нығытылған “Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын гарантиялау өсөн дәүләт көсө кәрәк: ул көс барыһының да мәнфәғәтендә булдырыла, ә уның менән эш иткән кешеләрҙең мәнфәғәте өсөн генә түгел” тигән положениеның сағылышы булып ҡабул ителә.
Граждандарына күрә — дәүләте
Хоҡуҡҡа нигеҙләнгән, хоҡуҡтар менән сикләнгән һәм хоҡуҡ аша ғәмәлгә ашырылған дәүләт кенә хоҡуҡи дәүләт була ала, тип өйрәтә дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы. Граждандар йәмғиәте – хоҡуҡи дәүләт сағылышы. Ул – дәүләткә ҡарамаған социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм институттар, ижтимағи берекмәләр һәм ойошмалар, сәйәси фирҡәләр һәм хәрәкәттәр, дәүләттеке булмаған матбуғат саралары һ.б. тупланмаһы. Граждандар йәмғиәте – ул үҙидара, конкуренция, ирекле фекер, күп тармаҡлы иҡтисад, властарҙың легитимлығы, демократиялылығы, хоҡуҡи дәүләт – көслө социаль сәйәсәт. Ысынбарлыҡты айыҡ баһаларға һәләтле ватандаштарыбыҙ өсөн һанап кителгәндәр абстракция кеүек кенә тойолалыр, ләкин уларҙан тыш хоҡуҡи дәүләттең булыуы мөмкин түгел.
Дәүләт һәм граждандар, Рәсәйҙә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәте нисек? Ошо йәһәттән “Левада-үҙәк” үткәргән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәре менән танышып, бер ни тиклем ватандаштарыбыҙҙың менталитетын асыҡларға мөмкин. “Һеҙҙеңсә, нисек: Рәсәйҙә азатлыҡ етерлекме, аҙмы, әллә самаһыҙ күпме?” тигән һорауға 2013 йылдың авгусында респонденттарҙың 60 проценты – “етерлек”, 17-һе – “самаһыҙ күп”, 15-е “бик аҙ” тип яуаплаған. Дөрөҫ, ниндәй азатлыҡ тураһында һүҙ барыуын һорауҙы ҡуйыусылар асыҡламаған, шуға күрә “самаһыҙ күп” тигән яуапты һайлаусыларҙың ни әйтергә теләгәнен аңлау ҡыйын. Респонденттарҙың 83 проценты дәүләт кешеләр тураһында күберәк ҡайғыртырға бурыслы тип иҫәпләй һәм ундайҙар 1990 йылдың октябре менән сағыштырғанда (57 процент) артҡан. Был йәмғиәттә ниндәйҙер кире күренештәрҙең көсәйеүенә, иң элек тормош көтөүҙең ауырлашыуына ишара итә торғандыр. Шул уҡ ваҡытта кешеләр үҙҙәре тураһында үҙе хәстәрлек күрергә бурыслы тигән яуапты һайлаусылар билдәләгән ваҡыт эсендә 25 проценттан 9-ға саҡлы кәмегән. Респонденттарҙың 20 проценты күпселек дәүләт ярҙамынан башҡа ла йәшәй ала тип иҫәпләһә, 70-е, киреһенсә, дәүләт ярҙамынан башҡа йәшәй алмай тигән ҡарашта. Һуңғылары, күренеүенсә, ярлы ҡатлам вәкилдәре.
Рәсәйҙәр өсөн ҡайһыһы мөһимерәк: дәүләттәге тәртипме, әллә кеше хоҡуҡтарымы тигән провокацион һорауҙа (был төшөнсәләрҙе тигеҙләү йәки береһен икенсеһе менән сағыштырыу мөмкин түгел) респонденттарҙың 55 проценты тәүге вариантҡа туҡталған, 38-е икенсеһе өсөн тауыш биргән. Тимәк, “ҡаты ҡул” яҡлылар үҙ хоҡуҡтарын ниндәйҙер кимәлдә баһаларға һәләтлеләрҙән күберәк. Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың яртыһынан күберәге Рәсәйгә демократия кәрәк тип иҫәпләй һәм 34 проценты уның илдең милли традицияларына тап килеүен шарт итеп ҡуя. Ғәжәп, демократия, йәғни халыҡ власы бөтә йәмғиәттәр өсөн дә бер үк төрлө: йә ул бар, йә – юҡ. Был яуап, күрәһең, яңы институт тураһында рәсәйҙәрҙең төплө фекер йөрөтә алмауына ишара итә торғандыр.
Алынған яуаптар фонында респонденттарҙың 15 процентының ғына дәүләт граждандар алдында үҙ бурыстарын үтәй, 38-енең үтәмәй, тигән яуабы ла ғәжәп түгел, сөнки граждандар үҙҙәре лә дәүләт институтына ҡарата шундай мөнәсәбәттә бит.
Ошо яҙмалар өҫтөндә эшләгәндә, “Известия” гәзите, Левада-үҙәк мәғлүмәттәренә таянып, “рәсәйҙәргә Дәүләт Думаһы кәрәкмәй” тигән баш менән хәтәр йөкмәткеле мәҡәлә баҫтырҙы. Тимәк, ватан йәмәғәтселегенең власть институттарына мөнәсәбәте (һүҙ вәкәләтле орган тураһында!) яҡшырмай, һәм был XVII – XVIII быуаттарҙа йәшәгән француз мәғрифәтсеһе Шарль Луи Монтескьеның “әхлаҡты яҡшыртыу иҫәбенә өлгәшеп булғанға закондар иҫәбенә өлгәшергә тырышырға ярамай” тигән аҡыллы һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Ысынлап та, “Известия”ла хәбәр ителеүенсә, йәмәғәтселек, илгә Президент указдары нигеҙендә лә идара итергә мөмкин, тип иҫәпләй икән, был 200 йылдан ашыу элек бөтә Европаны дер һелкеткән “Кеше һәм граждандар хоҡуҡтары декларацияһы”ның 16-сы статьяһында әйтелгәнсә, “Хоҡуҡтарҙан файҙаланыу тәьмин ителмәгән, властар бүленмәгән (закон сығарыу, башҡарма һәм мәхкәмә. – М. Х.) йәмғиәттең конституцияһы юҡ” тигәнгә ишара яһай. Күрәһең, ундай хоҡуҡ ватандаштарыбыҙға кәрәк түгел. Бәлки, бөтә хикмәт граждандарыбыҙҙың Рәсәйҙә кем хужа икәнлеген яҡшы аңлауына ҡайтып ҡала торғандыр.