Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Халыҡ мәнфәғәтендә
l “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына индерелгән үҙгәрештәр даими автобус маршруттарында пассажир һәм багаж ташыуҙы тормошҡа ашырған, йөк автомобилдәренә эйә булған ойошмаларға, шулай уҡ айырым кешеләргә бер транспорт сараһына мотор яғыулығы рәүешендә тәбиғи газды файҙаланған транспортҡа һалымдың ғәмәлдәге ставкаһынан 20 процент күләмендә ташлама биреүҙе күҙаллай.
Яңы Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә һәм 2019 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә ҡала.

l “Башҡортостан Республикаһында һалым һалыуҙың патент системаһы тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индерелде.
Был яңылыҡ эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә һалымды ҡулайлаштырыу, йыллыҡ килем алыу мөмкинлеге күрһәткесен асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Йүнселдәргә шулай уҡ “Халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре етештереү” кеүек эшмәкәрлек төрө буйынса күҙалланған йыллыҡ килем күләмен, Башҡортостан биләмәһендә тормошҡа ашырылған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең мөһим төрө булараҡ, 130 меңдән 100 мең һумға тиклем кәметергә тәҡдим ителә. Бынан тыш, һалым һалыуҙың патент системаһы ҡулланылырлыҡ эшмәкәрлек төрҙәре исемлеген киңәйтеү күҙаллана. Ундайҙарға мебель етештереү, мунса, душ, сауна, солярий, күсермә яһау хеҙмәттәре инә. Яңы Закон 2014 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

l “Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр Рәсәй ҡануниәтендәге яңылыҡтарға бәйле. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Бюджет кодексының 58-се статьяһына үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Уларға ярашлы, ил төбәктәрендәге дәүләт власы органдары Рәсәйҙә етештерелгән бензинға, дизель яғыулығына, двигателдәргә акциздарҙан урындағы бюджеттарға айырым бүлем нормативтарын билдәләргә тейеш. Был күрһәткес сираттағы финанс йылына һәм план осорона “Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Закон менән билдәләнә. “Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәр, муниципаль берәмектәрҙең милкендә булған урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары оҙонлоғонан сығып, бүлем нормативтарын билдәләү методикаһын тәҡдим итә.

l Ошо көндәрҙә “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Ул тоҡомло малсылыҡ ойошмаларына, йәш юртаҡтарға һәм менге тоҡомдарға күнекмәләр үткәреү буйынса ат спорты комплекстарына булышлыҡ итеү, тоҡомло аттар һанын арттырыу, йылҡысылыҡты үҫтереү маҡсатында эшләнде. Яңы Закон менән тоҡомло менге һәм юртаҡ аттарҙы һынау һәм сабыштарға әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы мөлкәткә һалым түләүҙән бушатыу күҙаллана.

l 2013 йылдың 31 октябрендәге "Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү, ғәмәлгә индереү тәртибе тураһында"ғы республика Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы Закон "Дәүләт социаль ярҙамы тураһында"ғы Федераль закон менән ҡаралған пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләүгә ярашлы киләһе йылға пенсионерға йәшәү минимумы дәүмәлен 6 070 һум күләмендә билдәләүҙе күҙаллай.
Был күрһәткес ҡулланыу кәрзиненә, шулай уҡ Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы тәҡдим иткән ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнә.
Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

l "2013 йылға һәм 2014—2015 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында"ғы Законға үҙгәрештәр индерелде.
Улар нигеҙҙә түбәндәгеләргә бәйле:
1) федераль бюджеттан 6 194,8 миллион һум күләмендә аҡса бүленеүгә;
2) йыл башына барлыҡҡа килгән 1 581,4 миллион һум күләмендәге маҡсатҡа ярашлы аҡса ҡалдығын файҙаланыуға;
3) "Уралсибнефтепровод", "Уралтранснефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре акцияларының дәүләт пакетын һатыуға. Акциялар һатыуҙан алынған керемде түбәндәге йүнәлештәргә тотоноу ҡарала:
— Башҡортостандағы Юл фондын үҫтереүгә, адреслы республика программаһын финанслауға;
— етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль килешеүҙәргә ярашлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса суд ҡарарҙарын үтәүгә;
— Башҡортостанда спорт ҡоролмалары һәм социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү фондына субсидия биреүгә;
— ауыл хужалығы тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә, шулай уҡ иҡтисади яҡтан әһәмиәтле төбәк программаларына булышлыҡ итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән субсидияларҙы берлектә финанслауға, "2013—2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү" айырым маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында үҫемлекселек өлкәһендәге ауыл етештереүселәренә ярҙам күрһәтеүгә;
— коммуналь хужалыҡҡа булышлыҡ итеүгә;
— тимер юл транспорты ойошмаларының алып еткерелмәгән килемен ҡаплауға;
— Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән социаль өлкә һәм фән учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына эш хаҡын арттырыу буйынса резервты тулыландырыуға;
— Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фондын арттырыуға;
— республикалағы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына сиратты кәметеү маҡсатында ошондай ойошмаларҙа өҫтәмә урындар булдырыуға йүнәлтелгән муниципаль берәмектәрҙең сығымын берлектә финанслауға;
— бюджеттың балансын тәьмин итеү сараларын дотациялауға;
— урындағы үҙидара органдары тарафынан урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда барлыҡҡа килгән сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға;
4) агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә, шулай уҡ дәүләт власы органдарындағы структур үҙгәрештәргә бәйле айырым йүнәлештәр буйынса сығымдың артыуына.
Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, бюджет дефицитын финанслау сығымы 2014 йылда — 4 320,0 миллион һум, 2015 йылда 3 321,0 миллион һум тәшкил итәсәк.
Закон 1 ноябрҙә баҫылып сыҡты һәм ошо көндән көсөнә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә