Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Украина урталыҡты таба алмай
Украинала халыҡтың йәнә Майҙанға сығыуы, Иран өсөн уран байытыу мәсьәләһенең ыңғай хәл ителеүе үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Майҙан йәнә гөрләй

Украинала сәйәси йәһәттән сетерекле хәл тыуһа, уның сиселешен Майҙанға сығып хәл итеүҙе ғәҙәт итеп алдылар. 2000 йылда уҡ оппозиция вәкилдәре Майҙанға сығып, ул саҡтағы президент Леонид Кучмаға ҡаршы акция ойошторғайны. 2004 йылдың ноябрь – декабре лә Украина өсөн бик боларышлы булды. Ул саҡта халыҡ премьер-министр Виктор Януковичтың президент һайлауҙа еңеүен танырға теләмәне. Һөҙөмтәлә яңынан һайлау үткәрелде, һәм “ҡыҙғылт-һары” революция еле менән власҡа оппозиция вәкиле Виктор Ющенко килде. 2007, 2010, 2011 йылдарҙа ла Украина халҡы Майҙанға сығып, митинг уҙғарып, сәйәси ҡарашын белдерә килде.
Был юлы иһә Украина Хөкүмәтенең Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөүҙән баш тартыуына бәйле оппозиция вәкилдәре Майҙанға сығып, ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо. Эйе, Украина быға тиклем ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә лә, бер юлы Таможня союзына инергә лә уҡталып, ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға маташты. Әммә бының мөмкин булмаған эш икәнлеген, ниһайәт, аңланы шикелле Виктор Янукович. Быға тиклем ул әлеге мәсьәләне хәл итеүҙе һуҙа килде, әммә ваҡыт ҡыҫа. Билдәле булыуынса, 28-29 ноябрҙә Вильнюс ҡалаһындағы саммитта Украина Хөкүмәте ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә тейеш ине. Ваҡиғаның ҡырҡа боролош алыуы документҡа ҡул ҡуйыуҙы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерәсәк.
Рәсми Брюссель бығаса Украинаны ЕС-ҡа ағзалыҡҡа алыу өсөн төрмәләге Юлия Тимошенконы Европа илдәрендә дауалауға рөхсәт биргән закон сығарыуҙы шарт итеп ҡуйғайны. 21 ноябрҙә Юғары Радала күпселекте тәшкил иткән Төбәк партияһы депутаттары был законға ҡаршы тауыш бирҙе һәм шуның менән Юлия Тимошенко өсөн Европаға юл ябыҡ икәнлеген белдерҙе. Был үҙе үк ЕС талабының үтәлмәүен аңлата. Украина Хөкүмәте премьер-министры Николай Азаров: “Ҡабул ителгән ҡарарҙар илдең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнде”, — тип аңлатма бирә. Ул шулай уҡ Рәсәй һәм БДБ илдәре араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе тергеҙеү йүнәлешендә эш алып барыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уның ошо һүҙҙәрен Украинала ла, Европа союзында ла аяҙ көндө күк күкрәү кеүек ҡабул иттеләр. Оппозиция вәкилдәре йәнә Майҙанға сыҡты. Улар ил етәкселегенән ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүҙе, Юлия Тимошенконы сит илгә дауалауға ебәреүҙе талап итә. Ә Виктор Янукович өсөн Тимошенконы азатлыҡҡа сығарыу власты үҙ ҡулың менән уға тапшырыуға бәрәбәр. Ни өсөн тигәндә, 2015 йылда Украинала президент һайлау буласаҡ, Янукович өсөн унда еңеп сығыу мөһим. Еңелгән осраҡта уның үҙен дә Тимошенко яҙмышы көтөүе ихтимал. Янукович быны бик яҡшы аңлай, шуға ла киләсәктә Рәсәйҙең яҡлауына һәм ул алып барған сәйәсәтте хуплауына өмөт итә. Шул уҡ ваҡытта ул ЕС менән мөнәсәбәттәрҙе лә боҙмаҫҡа тырыша.

Аҡыллы сәйәсәт һөҙөмтәһе

Женевала Ирандың уран байытыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә тамамланды. Билдәле булыуынса, был мәсьәлә менән алты ил (Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Бөйөк Британия, Ҡытай, Германия) етәкселеге шөғөлләнде һәм тиҫтә йылдар һуҙымында барған шау-шыу һөҙөмтәһендә Иранға тыныс маҡсатта уран байытыуға рөхсәт бирелде.
Ядро ҡоралы етештереү өсөн уранды 20 процентҡа тиклем байытыу талап ителә, ә был илдә уны 5 проценттан да арттырмаҫҡа һүҙ биргәндәр. Хәҙер Ирандың ядро объекттарында даими рәүештә халыҡ-ара күҙәтеүселәр эшләйәсәк. Быға яуап итеп, алдағы алты айҙа Иранға ҡарата өҫтәмә санкциялар ҡулланылмаясаҡ.
20 ноябрҙә Яҡын Көнсығышта Ирандың төп дошманы булған Израилдең Хөкүмәт премьер-министры Биньямин Нетаньяху Мәскәүгә эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Владимир Путин менән осрашыу барышында улар тап Иран мәсьәләһе хаҡында фекер алышты. Израиль етәксеһе Путиндан Ирандың уран байытыу мәсьәләһенә ҡарата ҡаты тороуҙы һораны. 24 ноябрҙә иһә Женева ҡалаһында Иран менән алты ил етәкселегенең һөйләшеүе тамамланды. Был Иран иҡтисадына ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә. Ни өсөн тигәндә, быға тиклем Иранға ҡарата төрлө санкциялар ҡабул ителгәнлектән, был ил Европа илдәре һәм АҠШ менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен юғалтҡайны. Хәҙер иһә ошоларҙы тергеҙергә мөмкинлек тыуа. Шулай уҡ Ирандың Көнбайыш илдәре банктарында “һыуытҡысҡа һалып ҡуйылған” 3 миллиард доллар аҡсаһын ҡайтарып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Иранға ҡарата ҡулланылған халыҡ-ара санкцияларҙы бөтөрөү, яңы килешеүҙәр төҙөшөү ил бюджетына өҫтәмә рәүештә 10 миллиард доллар табыш килтерәсәк тип көтөлә. Бына шулай, Ирандың яңы президенты АҠШ менән дә, Көнбайыш Европа илдәре менән дә килешеү нигеҙендә эш итеп, ил иҡтисадын нығытмаҡсы. Шул уҡ ваҡытта был илдең уран байытыуға хоҡуғын яҡлап ҡалыуы ла — яңы етәкселектең ҙур еңеүе.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә