Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бергәлек берҙәмлекте аңлатмай
Йылға буйлап бер гөбөргәйел ағып китеп бара икән. Уның өҫтөндә йылан ята. Гөбөргәйел “йыланды һыуға төшөрөп ебәрһәм, мине сағып үлтерә, төшөрмәгәнем хәйерлерәк” тип сәйәхәтен дауам итә. Йылан да “ташбаҡаны саҡһам, уның менән мин дә батасаҡмын”, тип тик ята, ти. Был ғибрәтнамә юҡтан ғына иҫкә килмәне. Бөгөнгө Рәсәй яҙмышы тураһында уйланыуҙар ошо йылан менән гөбөргәйел “дуҫлығын” хәтерләтә түгелме һуң?

Владимир Путин, икенсегә президентлыҡ мөҙҙәте тулғандан һуң, законға ярашлы үҙ кандидатураһын ҡуйырға мөмкинлеге булмағас, Рәсәйҙәге иң юғары дәүләт вазифаһына Дмитрий Медведевты тәҡдим иткәйне. Тейешле дәлилдәр килтергәс, Рәсәй халҡы Д. Медведевтың кандидатураһын хуплап ҡабул итте: ул – Президент, ә Владимир Путин Премьер-министр булып китте. Был осорҙа тандемдың бергә килешеп эшләгән дуэт мәғәнәһе өҫтөнлөк алды. Ысынлап та, Владимир Путин дәүләт хужалығы менән ныҡлап шөғөлләнде, ә Дмитрий Медведев сәйәси мәсьәләләрҙе үҙ иңенә йөкмәне. Президент булараҡ ул федераль кимәлдә иң абруйлы төбәк етәкселәрен икенселәргә алмаштырҙы. Быны В. Путиндың “власть вертикален” нығытыу тип ҡабул иттеләр. Яңы килгән етәкселәр компьютер, Интернет кеүек заманауи сараларҙы әүҙем ҡуллана башланы – күптәре үҙҙәренең блогын булдырып, халыҡ менән туранан-тура бәйләнешкә керергә йөрьәт итте. Әммә һуңынан был сараларҙың урынһыҙ булыуы асыҡланды. Ысынлап та, ул саҡта айпад, айфон кеүек был нәмәләрҙән сыҡҡан мәғлүмәттең туранан-тура АҠШ разведкаһына еткерелеп тороуы билгеһеҙ ине. Эдвард Сноудендың сит ил шымсыларын фаш итеүсе материалдары һуңынан баҫылды.
Шул уҡ ваҡытта Президент Дмитрий Медведев һайлау тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе – мәҫәлән, президентлыҡ мөҙҙәте дүрт йылдан алты йылға тиклем оҙайтылды. Тандемдың берҙәм эше, тип, быны Рәсәй халҡы тыныс ҡабул итте. Кешелек тарихында власты ике кеше араһында былай бүлеү осраҡтары бик һирәк бит. Владимир Путин, Премьер-министр булһа ла, “ике кешелек велосипедтың рулен” ҡулынан ысҡындырманы кеүек. Тик Дмитрий Медведевтың ҡайһы бер ҡарарҙары һиҫкәндереп ҡуя ине. Мәҫәлән, Путин ойошторған дәүләт корпорацияларын хосусилаштырыу кәрәклеге тураһындағы фекерҙәре тандемда булған берҙәмлеккә ҡарата шик тыуҙырҙы. Ливия мәсьәләһенә килгәндә лә Медведев, Путиндан айырмалы, ғәрәп дәүләтен НАТО-ның бомбаға тотоуына ризалығын бирҙе. Йәшерәк етәксе тандем эсендә байтаҡ ҡына үҙаллы сәйәсәт алып барҙы. Тарихҡа инерлеге сәғәтте йәйге ваҡытҡа күсереүе булғандыр. Донъялағы иң һыуыҡ ҡышлы дәүләттә былай эшләү дөрөҫ түгеллеге һәр кемгә асыҡтыр, әммә Медведев, төрлө һылтау табып, үҙ хатаһын төҙәтергә ашыҡманы. Хәҙер Дәүләт Думаһы төҙәтергә йыйына уны. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йышайған юл фажиғәһе ҡорбандары яҙмышында ошо закондың да ғәйебе ҙур. Дмитрий Медведевтың ҡарары менән ойошторолған “Сколково”, “РОСНАНО” кеүек проекттарҙың да Рәсәй иҡтисады өсөн һөҙөмтәле булмауын билдәләп тороу кәрәкмәйҙер. Был “инновация үҙәктәренең” дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә ойошторолған оппозиция лидерҙарының тағарағына әүерелеүе лә Медведевтың абруйын арттырманы.
Рәсәй ҡаҙнаһынан бер нисә миллиардты исрафлаған “милицияны полицияға әйләндереү” реформаһы ла халыҡҡа аңлашылып етмәне. Коррупцияға ҡаршы көрәшеү маҡсатында чиновниктарҙың эш хаҡын күпкә арттырыу ҙа һөҙөмтәле булманы шикелле.
Владимир Путиндың, өсөнсөгә Президент булып һайланғас, үҙ программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында былтыр майҙа ҡабул иткән указдары әле һаман үтәлмәй килә. “Шым саботаж”ды Хөкүмәт эксперттары үҫеш темптарының түбәнлеге менән аңлатып килде. Бының Президент указдары тәрән нигеҙләнеп ҡабул ителгәнен инҡар итеүгә тиң икәнен төшөнөп етмәйҙәр, күрәһең. Владимир Путиндың кадрҙарға һаҡсыл ҡарашы арҡаһында Дмитрий Медведев Премьер-министр посында ҡала бирә. Әммә пенсия реформаһы, эш хаҡын арттырыу, инфляцияға ҡаршы көрәш кеүек сетерекле мәсьәләләрҙә йәш иптәштең яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғыһы килмәгәне көн кеүек асыҡ бит инде. Рәсәй ҡаҙнаһында аҡса етмәүе, беҙҙәге иҡтисади үҫештең донъя иҡтисадыныҡынан һүлпәнерәк булыуы ил етәкселегендә урынлы һорауҙар тыуҙыра: ни өсөн нефткә хаҡтар юғары булһа ла, беҙҙең иҡтисад бер урында тапана? Бер кемдең дә был һорауға яуап биргеһе килмәй. Йәнәһе, эксперттар аңлайышлы бер сәбәп тә таба алмай. Хөкүмәттә лә был мәсьәләгә берҙәм ҡараш юҡ. Тәбиғи монополияларҙың тарифтарын арттырыуҙы туҡтатып торорға кәрәк тип әйткәйнеләр, тегеләре шунда уҡ дәүләткә янай башланы: тимер юлды хеҙмәтләндергән бер нисә мең кешене эштән сығарырға тура киләсәк, башҡаларындағы инвестиция проекттарынан баш тартырға мәжбүр буласаҡбыҙ… Хөкүмәттең бер ағзаһы торлаҡ-коммуналь тарифтарын йыл һайын 15 процентҡа арттырыуҙан баш тартырға кәрәк тип әйтеп тә өлгөрмәне, икенсеһе кире фекер менән сыға һалды – был, йәнәһе, ҡыш миҙгелендә ҙур проблемаларға килтерәсәк. Владимир Путин яңы 25 миллион эш урыны булдырыу маҡсатын ҡуйһа, Дмитрий Медведев һөҙөмтәһе күренмәгән ойошмаларҙы бөтөрөүҙе өҫтөнөрәк һанай – уныңса, эшһеҙлек кимәлен арттырыу иҡтисадҡа яҡшыраҡтыр. Тик ул ни эшләптер бушты бушҡа ауҙарып йөрөгән чиновниктар армияһын ҡыҫҡартыу тураһында бер ни өндәшмәй.
Был дәлилдәр дәүләт етәкселегендә барған күҙгә күренмәҫ көрәште сағылдыра шикелле. Юҡҡа ғына Президент Путин Валдайҙа булып үткән осрашыуҙа үҙенең стратегик программаһы менән сығыш яһаманы. Ә Премьер-министр Медведев быға “Ведомости” гәзитендә үҙенең “Ябай ҡарарҙар ваҡыты үтте” тигән мәҡәләһе менән яуап бирҙе. Мәҡәләнең исеме үк ҡысҡырып тора: быға тиклем ҡабул ителгән ҡарарҙар “әллә ни дөрөҫ” булмаған. Дөрөҫ булмағас, бында кем ғәйепле һуң?


Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә