Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Үҙе юҡтың – һүҙе юҡ
Ватан тарихына сәйәси ҡараш – уны өйрәнеүсе һәм асыштар яһарға тырышыусыларҙың айырылғыһыҙ сифаты, сөнки был күренештең объектив һәм субъектив сәбәптәре аҙ түгел. Моғайын, иң нигеҙлеһе һәм кире ҡаҡҡыһыҙы итеп Рәсәй дәүләтенең күп милләтлелеген, әле лә империя һыҙаттарынан арынып етмәүен күрһәтергә кәрәктер. Сөнки ҡайһы бер сәйәси даирәләр өсөн батшалыҡтың уҙған быуаттарҙа яңынан-яңы биләмәләр яулауы “үҙләштереү”, “ҡушыу”, “үтеп инеү”, “буйһондороу” һ.б. кеүек ыңғай мәғәнә һалынып баһаланһа, урыҫ булмаған халыҡтар өсөн ошо уҡ күренеш “баҫып алыу”, “колониялаштырыу” тип ҡабул ителә.
4 миллиондан ашыу кеше хөкөм ителГән

30-сы йылдар Советтар Союзындағы сәйәси ваҡиғаларға ҡарата ла, иң элек уның сәбәптәренә һәм эҙемтәләренә, дөрөҫ баһа бирергә тырышыуҙа бер төрлө ҡараш юҡ. Берәүҙәр уларҙы И. В. Сталиндың “шәхси власын нығытыу өсөн көндәштәрен юҡ итергә ынтылыу” тип аңлатырға тырышһа һәм “ул йылдарҙа миллиондарса кеше сәйәси золом ҡорбанына әүерелде” тигән фекерҙе алға һөрһә, икенселәр шул уҡ осорҙағы объектив хәлдәрҙе иҫәпкә алырға һәм йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырырлыҡ мәғлүмәттәр менән мауыҡмаҫҡа саҡыра. Ысынлап та, А. Солженицын әйтмешләй, Совет власы йылдарында 110 миллион кеше сәйәси золомға дусар ителгәнме, әллә Көнбайыш белгестәре иҫәпләп сығарғанса, был һан 50 – 60 миллион менән сикләнәме? Шулар араһынан үлем язаһына хөкөм ителгәндәр күпме?
Былтыр октябрь аҙаҡтарында “Литературная газета” аҙналығында донъя күргән “Неизвестный 37-й” тигән күләмле мәҡәләлә тап шул хаҡта һүҙ барып, ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирелгән. Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих институтының баш ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Юрий Жуков, Сталиндың шәхесе, Сталин дәүере тураһында байтаҡ ғилми һәм ғилми-публицистик хеҙмәт авторы булараҡ, унда әһәмиәтле мәғлүмәттәр килтерә. Улар, әйтергә кәрәк, һуңғы осорҙа ваҡытлы матбуғатта һәм телевидение, радио тапшырыуҙарында ишетелгәндәрҙе ҡабатламай, киреһенсә, ҡаршы сыға. “Тарих институтында эшләгән В. Земсков етәкселегендәге төркөм, – ти Жуков, – сәйәси золом менән бәйле бик күп документты өйрәнеп, түбәндәгеләрҙе асыҡланы: 1935 йылда СССР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы буйынса 267 мең, шул иҫәптән үлем язаһына 1,2 мең кеше дусар ителгән. 1936 йылда тиңдәшле рәүештә – 274 мең һәм 1,1 мең, 1937 йылда – 790 мең һәм 353 мең; 1938 йылда – 554 мең һәм 328 мең. Артабан золом ҡорбандары ҡырҡа кәмей: 1939 йылда 64 мең һәм 2,5 мең, 1940 йылда – 72 мең һәм 1,7 мең”. Земсков төркөмөнөң иҫәбенә ярашлы, 1921 – 1953 йылдарҙа 4 миллиондан ашыу кеше хөкөм ителеп, 2,6 миллионы лагерҙарға ебәрелә. Үлем язаһына дусар ителгәндәр 800 мең самаһы һәм шуларҙың 680 меңдән күберәге 1937 – 1938 йылдарға тура килә. Тарихсының хәбәренә ҡарағанда, был кешеләр араһында енәйәтселәр, власовсылар, бандерасылар ҙа аҙ түгел, шуға күрә бөтәһен дә бер төркөмгә индерергә ярамай.

“Халыҡ дошмандары”н кемдәр уйлап тапҡан?

СССР-ҙа был көсөргәнешле хәлдең башланыу сәбәптәрен Юрий Жуков туранан-тура атамаһа ла, уның береһен 1936 йылғы СССР Конституцияһы менән бәйләй. 1923 йылғы Төп Закон буйынса донъя мәмләкәттәре бер-береһенә дошман ике төркөмгә, ә ил халҡы хоҡуҡлы һәм хоҡуҡһыҙ ике синыфҡа бүлеп ҡаралһа, Сталин Конституцияһында (ул ысынлап шулай атала) дөйөм һайлау хоҡуғы барыһына ла бирелә, һайлауҙар альтернатив нигеҙҙә ҡорола, йәғни дәғүәселәр ике-өс кешенән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ошо ҡанун, тарихсы фекеренсә, яртылаш наҙан, йәғни сиркәү-приход мәктәбен (йәһүдтәр – хедерҙы) тамамлаған партия номенклатураһына ҡырҡа оҡшамай. Власты үҙ ҡулдарында һаҡлап ҡалыу өсөн улар “халыҡ дошмандары” тураһында миф уйлап сығара, йәнәһе, НКВД органдары тарафынан власты ҡолатырға әҙерләнгән ҡораллы төркөм фашланды, һәм бындай шарттарҙа альтернатив һайлауҙар үткәреү хата булыр ине. “1937 йылдың июнендә Советтар съезы алдынан, – тип дауам итә Жуков, – партия номенклатураһы был йүнәлештә эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, Сталиндан атыуға хөкөм итергә рөхсәт һораусы мөрәжәғәттәр күбәйә”. Мәҫәлән, Көнбайыш Себер крайкомының беренсе секретары Эйхе 10,8 мең кешене үлем язаһына тарттырыуға рөхсәт һорай. РКП (б)-ның Мәскәү өлкә комитеты етәксеһе Хрущев – 8,5 мең, Азов-Ҡара диңгеҙ крайкомынан Евдокимов 6,6 мең кешене “расходҡа сығарырға” йыйына. Ә инде 1 – 2 мең кешене атыуға хөкөм итергә теләүселер күберәк була, ҡайһы берҙәре хатта Сталиндың кабинетына инеп, ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғата.
“Халыҡ дошмандарын” эҙләү өсөн башҡа сәбәптәр ҙә табыла. Тарих дәреслеген яҙырға конкурс иғлан итеү, Советтар Союзы Геройы исемен индереү, казак частарын тергеҙеү, Сталиндың Америка журналисы Говардҡа интервьюһы һ.б. Ил башлығының яңы һайлауҙар системаһы, кандидаттарҙы төрлө йәмәғәт ойошмаларының күрһәтә алыуы тураһындағы һүҙҙәре партократияның кәйефен ҡаҡшата. Улар тәүге биш йыллыҡ планды атҡарыуҙағы шәхси етешһеҙлектәрен иҫкә төшөрөүҙәренән дә ҡурҡа.
Һәр яҡлап баҫым көсәйә башлағас, үҙен оппортунизмда, ревизионизмда һәм башҡа “изм”дарҙа ғәйепләүҙәрҙән ҡурҡып булһа кәрәк, Сталин сигенә, альтернатив һайлауҙар онотола. Ошоно ғына көткән номенклатураның ҡулдары иркенлек ала, төрмәләрҙә атыу тауыштары йышыраҡ яңғырай. Бында СССР эске эштәр наркомы Ежовтың әүҙемлеге лә ҙур роль уйнай, был кешенән хатта Сталин үҙе лә хәүефләнә. Наркомды вазифаһынан төшөрөү өсөн хәйлә ҡулланырға тура килә. Яңы комиссар Берия НКВД-ға оялаған иҫке кадрҙарҙан (башлыса ярым-наҙан йәһүдтәрҙән) арыныу өсөн күп көс һала, лагерь һәм төрмәләрҙән 1 миллиондан ашыу кеше сығарыла, йәмәғәтселек быны хуплап ҡаршы ала.

Тарихты һис ҡасан да алдап булмай

Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәре И. Сталиндың эшмәкәрлеге тураһында ла байтаҡ яңы фекер еткерә, унда “шәхси власын нығытырға ынтылыу” тураһында бер ни ҙә юҡ. Мәҫәлән, 30-сы йылдар урталарында Иосиф Виссарионович инженерҙарҙы һәм завод етәкселәрен ҡулға алыу тураһында рөхсәт һораусыларға ҡырҡа рәүештә “юҡ!” тип яуап ҡайтарған. РКП (б)-ның күп кенә ағзаларынан айырмалы, Сталин бөтә донъя революцияһына ышанмаған, эшмәкәрлегендә төп урынды ил сәнәғәтен үҫтереүгә биргән һәм хаталанмаған. Жуков раҫлауынса, Сталин партияның хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫылыуҙан туҡтап, кадрҙар һәм агитация-пропаганда эше менән сикләнеү яғында була. Сталин Конституцияһы, хеҙмәтсәндәргә киң үҙидара хоҡуҡтарын тәьмин итеп, халыҡ власын нығытыу маҡсатын ҡуя.
Әлбиттә, тарихсының ҡайһы бер һығымталары бәхәслелер ҙә, ләкин барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күптән баҡыйлыҡҡа күскән бер кешегә япһарыу һәм аҙым һайын һүгеү дөрөҫ булмаҫ. Әйткәндәй, был бер Сталин шәхесенә генә ҡағылмай: урыҫ батшаларына, Сталиндан һуң ил башлығы булғандарға ла бысраҡ аҙ өйөлмәне. Мәйеттәр менән һуғышыу әле лә дауам итә, ошо рәүешле вазифа биләүселәр үҙен аҡтан-аҡ, пактан-пак итеп күрһәтергә, ҡылған яуызлыҡтарын йәшереп ҡалдырырға тырыша. Әммә тарихты һис ҡасан да алдап булмай, һуңлап булһа ла, ул барыбер үҙ баһаһын бирә. Әлегә иһә үҙе юҡтың – һүҙе юҡ, Сталин өҫтөнә күпме генә сүп ташлама, ул яуап һүҙе менән сығыш яһай алмай.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 31.10.2013, 05:50
    Аҡыллы һәм мәғәнәле яҙма. Етмеш биш йыл әүәлге тарихҡа Мәхмүт Хужин, һөнәри тархсы булмаһа ла, ғалим-тарихсыларҙан да объективыраҡ ҡарай.
    Тарихта булған ыңғай һәм кире ваҡиғаларҙы, факттарҙы бер шәхескә йәки бер төркөм кешеләргә япһарыу иң еңел эш. Тарихты, бигерәк тә, сәйәси тарихты, идеологияларҙың генезисын, асылын, һөҙөмтәләрен өҫтән-мөҫтән генә белгән "ғалим"дар, халыҡтың ныҡ сәйәси үҫешеп етмәгән аңына ялған, конъюнктурлы, зыянлы фекер индерәләр.
    Тарих барыбер, нисек кенә булмаһын, бөтә ғәм, массалар тәжрибәһе, ижтимағи нәтижә. Күпселек наҙан халыҡ ниндәйҙер бер фирҡәнең. төркөмдөң, ҡайһы саҡ бер диктаторҙың сикләнмәгән идаралығына юл ҡуя. Бында кемде ғәйепләргә һуң? Тарихта ғәйеплеләр юҡ, ә массакүләм төрлө дәрәжәлә ҡатнашыусылар бар. Бәғзе идарасы, икенсе эшсе, өсөнсө уҡытыусы, дүртенсе чекист, бишенсе судья... Уңайы сыҡһа, береһе палач, икенсеһе ҡорбан. Бына Һеҙгә тарих! Тарих уйын түгел ул.

Комментарий өҫтәргә