Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Кроношпан” республикаға ни өсөн кәрәк?
“Кроношпан” республикаға ни өсөн кәрәк?Өфө янындағы ауылда йәшәгәс, район хакимиәтенә юҡ-юҡта юл төшә. Тик бөгөнгәсә бинала ул тиклем халыҡты күргәнем юҡ ине. Зал ҙур булмаһа ла, теләгән һәр кем йәмәғәт тыңлауҙарына үтә алды. Урын етмәү арҡаһында баҫып тороусылар ҙа бихисап ине. Шулай ҙа мине үткәрмәнеләр, һүҙ бирмәнеләр тип үпкәләүсе булманы…

“Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһе тирәһендә бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ошо көндәрҙә был проблемаға арналған дүртенсе һәм һуңғы тыңлауҙар үтте. Билдәле булыуынса, Өфө районының Дорогин ауылы, Шакша биҫтәһе халҡы был төҙөлөшкә ҡаршы сығып, уны ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәшкәйне.
Өфө районы хакимиәтенең йәмәғәт тыңлауҙары үткәреү буйынса комиссия рәйесе Валерий Сидоров билдәләүенсә, ошо арауыҡ эсендә “Кроношпан”ға бәйле 114 яҙма мөрәжәғәт бирелгән. Уларҙың барыһы ла ҡаралған һәм мәғәнәһе буйынса дөйөмләштерелгән. Заводҡа ҡағылышлы документтар Өфө районы хакимиәтенең сайтында урынлаштырылған, был мәғлүмәт менән һәр кем таныша ала.
Сарала мөрәжәғәттәрҙең һәр береһенә белгестәр яуап бирҙе. Беренсе булып Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов һүҙ алды. Ул “Кроношпан” мәсьәләһен баштан уҡ иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Хатта хәлде ентекләберәк өйрәнер өсөн Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһындағы ошондай уҡ заводтың эше менән танышырға барҙы. Уның етәкселегендә белгестәр предприятиеның тәбиғәткә, эргә-тирәләге ауылдарға зыянын билдәләр өсөн бойондороҡһоҙ экспертиза үткәргән.
— “Кроношпан” предприятиеһының башҡа илдәрҙәге эшмәкәрлеге тураһында байтаҡ мәғлүмәт менән таныштым, – тине эколог. — Европала улар утыҙҙан ашыу. Предприятиеның бөтә заводтары ла Европаның экология стандарттарына ярашлы эш алып бара. Башҡортостанда төҙөлә башлағанын тикшереүҙе 10 сентябрҙә үткәрҙек. 27 битлек 71 иҫкәрмә эшләнде. Нисек кенә булмаһын, предприятие Европа кимәлендәге технологияларға таянып эш итәсәк. Был технологияларҙың ғына түгел, хәүефһеҙлек сараларының да юғары булыуы тураһында һөйләй. Етештереүҙә елем ҡулланылмаясаҡ. Предприятие химия тауарҙары етештермәй, ағыуҙар юҡ. Республика тарихында тәүге тапҡыр ирегән ҡар һәм заводтан ағып сыҡҡан һыу өсөн таҙартыу ҡоролмалары төҙөләсәк. Компанияның беренсе көндән үк асыҡ сәйәсәт алып барыуы ла хуплауға лайыҡ.
Мине ҡулланылған һыуҙы Ҡариҙелгә ағыҙыу мәсьәләһе генә борсой. Уны нисек хәл итерҙәр икән? Был һорауға һуңыраҡ тулы яуап алырбыҙ тип өмөтләнәм.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина ла үҙ сығышында ҡулланылған һыуҙы таҙартыу һәм уны ағыҙыу системаһын камиллаштырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы Владимир Назаров проект документтарында ямғыр һыуын йылғаға ағыҙыу системаһы юҡлығын билдәләне, әлеге мәлдә университет менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында “Кроношпан” заводының экологик йоғонтоһон билдәләүсе төплө анализ яһау хаҡында килешеү төҙөләсәген белдерҙе.
Баш ҡала халҡының фенол менән ағыуланыуына егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо арала Өфөлә экологик хәл әллә ни яҡшырҙы тип әйтеп булмай. Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр әленән-әле сыҡҡан ҡырҡыу еҫкә зарлана, ҡаланы ялмап алған төтөн дә халыҡты борсой. Шуға ла сит илдән килгән ҙур предприятие алдында халыҡтың баҙап ҡалыуы аңлашыла ла инде. Тап ошо сәбәптәр Өфө районы халҡын күптән борсоған башҡа экологик мәсьәләләрҙе күтәреүгә этәргес булды. Мәҫәлән, Грибовка һәм Кириллов ауылдары халҡын “Башнефть” компанияһының нисәмә йыл дауамында янған факелдары хәүефләндерә. Уларҙың да экологияға зыяны тураһында һөйләшеү булды. Халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе менән файҙаланып ҡалыусы ҡотҡосолар ҙа табылды, ҡыҙған майға һыу өҫтәп йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Әйткәндәй, фотохәбәрсе менән “Кроношпан” заводы эргәһендәге палатка лагерында булып киткәйнек. Бында беҙҙе һәйбәт ҡаршыланылар. Ризаһыҙҙар үҙ фекерен дәлилләй ҙә ул, тик ниңәлер уларҙың эскерһеҙлегенә ышаныуы ҡыйын. Бәлки, был миңә генә шулай тойолғандыр…
“Кроношпан” республикаға ни өсөн кәрәк?Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары — “Йәшелдәр Альянсы”нан Руфина Шагапова менән ЛДПР вәкиле Эдуард Мостафин тыңлауҙарға килеп, үҙ фекерен белдерҙе.
Тәүге депутат йыйылыусыларҙы, айырыуса “Антикроношпан” ойошмаһына берләшеүселәрҙе, хоҡуҡи киңлектә эш итергә саҡырҙы.
– Был проблеманы күптән өйрәнәбеҙ. Халыҡтың экологик мәсьәләләргә битараф булмауы ҡыуандыра, ләкин тамаҡ ярғансы ҡысҡырып ҡына хәлде үҙгәртеп булмаясаҡ. Берләшергә һәм һеҙҙең тырышлыҡты дөрөҫ юҫыҡҡа ебәрергә кәрәк, – тине ул. Эдуард Мостафин иһә үҙенең Черниковка биҫтәһендә үҫеүен һәм халыҡтың тағы ла бер ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөүгә ҡаршы сығыуын аңлауын белдерҙе, шулай ҙа был мәсьәләне тәрән өйрәнергә һәм Хөкүмәт ҡарарын көтөргә саҡырҙы.
Әлеге тыңлауҙарҙан һуң йомғаҡлау протоколы йәмәғәтселек ҡарамағына сығарыласаҡ. Завод проектын яңы тикшереүҙәр көтә. Улар “Кроношпан”дың яҙмышын хәл итәсәк.


Радмир ХӘЛИЛОВ, Дорогин ауылында йәшәүсе:
— Ике йыл элек төҙөлөштө тамамлап, Дорогин ауылындағы Бәхет урамына күсеп килдек. Буласаҡ йортобоҙ өсөн урын һайлағанда Жуков, Шамонин ауылдарында булдыҡ та, экологик яҡтан иң таҙаһы тип ошо ерҙе һайланыҡ. Ҡыҙыбыҙға дүрт йәш, ул әле балалар баҡсаһына йөрөй. Тик беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙҙең күген “Кроношпан”дың төтөнө ҡаплаясаҡ. Мин төҙөгән йорттоң хаҡы был хәлдәргә тиклем ике миллион һумдан ашыу ине, хәҙер ике миллионға саҡ етә. Күпме көс һалып төҙөлгән өйҙө һатып, икенсе ергә күске лә килмәй. Ләкин экологик хәл кирегә үҙгәрә ҡалһа, башҡа юлын күрмәйем.

Лилиә ЮНЫСОВА, Кириллов ауылы:
— Миңә ҡалһа, яңы эш урындары тәҡдим иткән ҙур, заманса предприятиеның төҙөлөүе беҙҙең район өсөн ыңғай күренеш булыр ине. Әгәр эш урыны булһа, ир-егет Черниковкаға, Шакша биҫтәһенә эшкә йөрөмәҫ. “Кроношпан”дың зыяны тураһында күп һөйләйҙәр, тик сәнәғәт предприятиелары зонаһына әүерелгән Черниковка менән Шакшала бындай предприятиелар былай ҙа күп. Ә был завод ағас эшкәртеү менән генә мәшғүл буласаҡ, яңы йыһаздар, заманса таҙартыу ҡорамалдары ҡулланһалар, уның ҡурҡынысы юҡтыр, тип уйлайым.


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов:
— Республика етәксеһе булараҡ, бер ваҡытта ла экологик яҡтан хәүефле, бысраҡ производство төҙөлөүенә юл ҡуймаҫ инем. Был — минең ныҡлы ҡарарым, һәм ул Башҡортостандың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры булып эшләгән йылдарымда нығынды. Әлеге позициянан тайпылмайым. Быныһы —бер. Икенсенән, Өфөнөң төньяғында килеп тыуған хәл бында эшләгән төрлө ҙур компаниялар араһындағы көнәркәшлеккә бәйле.
“Кроношпан” тирәләй уйҙырмалар бихисап. Уның экологик яҡтан хәүефле булыуы ла — артыҡ ҡуйыртылған хәбәр. “Кроношпан” — ябай предприятие, унда юнысҡы плитәләр етештереләсәк. Ошоға оҡшаш предприятиелар әлеге ваҡытта баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә һәм Өфө шоссеһында эшләй. Күләме буйынса “Кроношпан”дан байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булһа ла, улар һауаға зарарлы матдәләрҙе күберәк сығара. Башҡортостандың бер төбәгендә лә йәмәғәт тыңлауҙары, экологик экспертиза үткәрмәйенсә, сәнәғәт предприятиеһы төҙөүгә ризалыҡ бирелмәйәсәк.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә