Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Израиль Иранға дуҫмы?
Ливияла Рәсәй илселегенә һөжүм итеүҙәре, Израилдең Иранға йөҙ бороуы, Грузияла президент һайлауына әҙерлектең һуңғы этабы башланыуы мөһим ваҡиғалар рәтендә торҙо.

Мөхәббәткә генә
япһарыу ярамаҫ
2011 йылғы түңкәрелештән һуң Ливияның тыныс түгеллеге һәр кемгә мәғлүм. Тик илселеккә яу асыуҙарын берәү ҙә көтмәгән ине. Былтыр Америка Ҡушма Штаттары илселегенә һөжүм ойошторолоп, унда дүрт кеше үлгәйне. Америка хәрбиҙәре был илгә баҫып инде бит, шуға ла уларҙың илселегенә һөжүм ойоштороуҙарына әллә ни ғәжәпләнмәҫкә лә мөмкин ине. Рәсәй етәкселеге был илгә һәр саҡ лояль ҡарашта булды, ни етмәне икән был ғәрәптәргә, тип аптырашҡайныҡ башта.
Баҡһаң, сәбәп бөтөнләй башҡа, имеш. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, мөхәббәт ғәйепле барыһына ла. Эйе, һис тә аштырыу түгел был. Ватандашыбыҙ, Новосибирск ҡалаһынан 24 йәшлек Екатерина Устюжанинова Ливияның элекке лидеры, мәрхүм Муаммар Каддафиға ғишыҡ тотоп йөрөгән икән. Һөйгәнен вәхшиҙәрсә үлтереүселәрҙән үс алыу маҡсатында ошо илгә юлланып, сит телде өйрәнеп, Ливияның бер полковнигын үлтереүгә өлгәшә. Полковниктың туғандары, яҡындары Екатеринаның Рәсәй кешеһе икәнлеген асыҡлағандан һуң беҙҙең илселеккә һөжүм ойоштора ла инде.
Хәҙер Устюжаниноваға үлем язаһы янай. Ә Рәсәй илселәре Триполды ташлап, тулы составында Мәскәүгә ҡайтты. Ливия премьер-министры Рәсәй етәкселегенән рәсми ғәфү үтенде- үтенеүен, тик бының менән генә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр элеккесә ҡалырмы һуң тигән урынлы һорау тыуа. Илсегә үлем юҡ тиҙәр. Әммә тормошта, йыш булмаһа ла, был мәҡәлдең киреһе лә раҫлана.

Фарсыса һупалауға
кем этәргән?
Үткән аҙнала Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху быға тиклем ҡан дошман тип иҫәпләп йөрөгән Иран халҡына дуҫлашырға саҡырып мөрәжәғәт итте. Уның фарсы һүҙҙәрен ҡулланып һөйләүе барыһын да ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ә бит Израиль менән Ирандың илселек мөнәсәбәттәре бөтөнләй юҡ һәм булманы ла. Израиль лидерының Иран халҡына мөрәжәғәте тарихта тәү тапҡыр булыуы менән дә үҙенсәлекле. Бына бит етәкселектең алышыныуы ни эшләтә. Мәхмүд Әхмәдинижад осоронда бер-береһенә йоҙроҡ төйнәшеүҙән бушамаған ике ил араһында мөнәсәбәттәр нисек тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәреп китте һуң?
Барыһы ла Иран президенты Хәсән Раухониҙың АҠШ-ҡа эш сәфәре менән барып ҡайтыуынан һуң башланды. Барак Обама Хәсән Раухониҙы килешеп йәшәргә саҡырҙы. Әле килеп Израиль премьерының Иран халҡына мөрәжәғәт итеүе Обаманың уй-ниәтен бойомға ашырыу ғына булһа кәрәк. Шуныһы ла бар – Израиль премьерының дуҫлыҡ тәҡдим итеүенең төбөндә икенсе уй-ғәмәл дә төҫмөрләнә. Мәҫәлән, Нетаньяху Иранда ислам режимы бөтөрөлгән осраҡта бөтөнләй дуҫ йәшәйәсәкбеҙ, тип бара. Уның был һүҙҙәре, әлбиттә, Ирандың рухи юлбашсыһы Али Хәманиҙың сәменә теймәй ҡалманы. Ул хатта президент Хәсән Раухониҙың АҠШ-ҡа барып ҡайтыуын ниндәйҙер кимәлдә хыянатсылыҡта ла ғәйепләп ҡуйҙы. Бындай сығыштарҙың булыуы илдә ике власлылыҡҡа алып килеүе ихтимал. Ни тиһәң дә, Иранда дин көслө һәм рухи юлбашсының әйткәндәре күптәр өсөн, шул иҫәптән президент өсөн дә, күптән инде законға әүерелгән. Шуға ла Хәсән Раухониҙың АҠШ һәм Көнбайыш менән яҡынайырға, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға йыйыныуын күптәр аңламаҫҡа һәм хыянатсылыҡта ғәйепләргә тырышыуы бар. Ә илдә ҡупҡан ыҙғыш күп осраҡта граждандар һуғышына илтә. Быныһы инде АҠШ өсөн бик ҡулай. Ошо яҡтан уйлап ҡарағанда рухи юлбашсының борсолоуҙары юҡтан ғына түгел кеүек.
Унан килеп, төрлө санкцияларға ҡарамаҫтан, Иран уран байытыу эшен дауам итә. Барак Обама үҙенең бер сығышында: “Эш ошолай дауам итһә, тағы ла бер йылдан да ҡалмай Ирандың үҙ ядро ҡоралы буласаҡ”, — тип ысҡындырҙы. Тимәк, Америка разведкаһы уға был мәғлүмәтте еткергән. Шул уҡ ваҡытта әле Әхмәдинижад осоронда ҡабул ителгән санкцияларҙы йомшартыу хаҡында һүҙ бара. Йәғни, был йәһәттән Хәсән Раухони АҠШ-ҡа барып үҙ эшен башҡарып ҡайтҡан тигән һүҙ. Иран атомы хаҡында донъя лидерҙарының һөйләшеүе ошо арала үтергә тейеш. Әлегә иһә АҠШ-та Иран ҡайғыһы юҡ. Унда конгресмендар Обама алып барған сәйәсәткә ҡаршылыҡ күрһәтеп, ил бюджетын ҡабул итмәҫкә ҡырталаша. Әммә был ваҡытлыса ғына күренештер.

Көрәш ҡыҙа
Грузияла “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһының сираттағы съезы булды һәм унда етәксе итеп йәнә Михаил Саакашвилиҙы һайлап ҡуйҙылар. Билдәле булыуынса, уның президентлыҡ мөҙҙәте бына-бына тамамланырға тора. Илдә президент һайлауы 27 октябргә тәғәйенләнгән. Саакашвили партияһынан президентлыҡҡа Давид Бакрадзе дәғүә итә. Уҙған съезд уны яҡлау акцияһы формаһында үткәнгә лә оҡшай. Ни тиһәң дә, премьер-министр Бидзина Иванашвилиҙың власть вәкәләттәре президенттыҡынан күпкә юғарыраҡ, һәм һайлау алдынан ул быны оҫта файҙалана. Шуға ла Саакашвилиҙың фекерҙәше булған Бакрадзеның һайлауҙа еңеп сығыры бик икеле. Ҡайһылай ғына булмаһын, “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы яңынан власҡа әйләнеп ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уларҙың хыялының бойомға ашыу-ашмауын ваҡыт күрһәтер.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә