Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Көҙгө һайлау: эстән ҡараш
Көҙгө һайлау: эстән ҡарашЙылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тамамланды. Рәсәйҙең 16 төбәгендә закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын, шул иҫәптән Башҡортостанда яңы парламент һайланылар. Сараны ойоштороусыларҙың ҡатмарлы һәм яуаплы эшенең ниндәй яҡтары күҙгә салынмай ҡалды һуң — республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлауҙы ойоштороусылар өсөн ҡыҙыу осор тамам. Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы составын һайлауға ыңғай баһа бирәләр. Уның йомғаҡтарына Һеҙ ниндәй ҡарашта?
— Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек барышында һайлауҙы ойоштороусылар көсөргәнешле эшләне. Йәмғеһе 212 һайлау кампанияһын үткәрҙек. Уға әҙерлек — бер көнлөк кенә эш түгел. Ил халҡының күпселеге ял иткәндә ойоштороусылар үҙҙәренең һөнәри бурысын башҡарҙы.
Һайлау ябай граждандар өсөн тауыш биреү көнө менән тамамланды, ә мәшәҡәттәрҙең сиге әле булһа күренмәй. Һайлау документтарын йыйыу, тултырыу, тапшырыу, мөрәжәғәттәргә һәм ғаризаларға анализ яһау, кандидаттар, һайлау берекмәләре, комиссиялар тарафынан бирелгән финанс отчеттарын ҡабул итеү буйынса ҙур эш... Ҡыҫҡаһы, эшмәкәрлектең күҙгә күренмәгән яғы күп.

Участка һайлау комиссияларын һәм биш йылға резерв составын төҙөгәндә үк беҙ һайлауҙың ҡатмарлы эш булыуы, уны ойоштороусыларҙан һөнәри оҫталыҡ, толерантлыҡ, компетентлыҡ кеүек һыҙаттар менән бер рәттән тышҡы баҫымға ҡаршы тороу һәләте талап ителеүе хаҡында иҫкәрткәйнек. Күптәр һынауҙы уңышлы үтте. Әлбиттә, ҡайһы бер сетерекле хәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, участкаларҙың береһендә кандидат комиссия рәйесен асыҡтан-асыҡ иҫерек тип ғәйепләне. Территориаль комиссия ағзалары килде. Кандидат күрәләтә яла яҡҡан булып сыҡты. Шулай ҙа ваҡиғаға нөктә ҡуйыу өсөн участка комиссияһы рәйесе медицина тикшереүе үтте. Табип белешмәһе уға намыҫын һәм дәрәжәһен яҡлауҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нигеҙ буласаҡ.
Минеңсә, парламент депутаттарын һайлағанда коллегаларыбыҙ сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары, муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән ғәйәт ҙур тәжрибә тупланы. Әлеге кампанияның ҡайһы бер хаталары киләһе һайлауға күсмәһен өсөн, ойоштороусыларҙың эшенә, тотош һайлау системаһына анализ яһау бурысы тора.
Быйыл көҙ Рәсәйҙең һайлау системаһы 20 йыллығын билдәләй. Ошоға бәйле бөгөн фәнни-ғәмәли конференцияға әҙерләнәбеҙ, "Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан" журналының сираттағы сығарылышын нәшер итәбеҙ.
— Уҙған һайлауҙың төп үҙенсәлеге — сәйәси партияларҙың күпләп ҡатнашыуылыр, моғайын. Бындай төрлөлөктән башығыҙ әйләнмәнеме?
— Дөрөҫөн әйткәндә, улар менән эшләү ҡыҙыҡ булды. Республикабыҙҙағы һайлау кампанияһында тәүге тапҡыр 19 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнашты. Әйткәндәй, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 110 депутат һайланды. Берҙәм республика округы буйынса 12 сәйәси партияның төбәк бүлексәһенән 1 232 кандидат теркәлгәйне, ете бүлексә бер мандатлы округтар буйынса 383 кешене тәҡдим итте. Улар буйынса конкурс ярайһы уҡ ҙур булды, бер урынға 4–11 кеше дәғүә итте.
Күреүегеҙсә, статистика ыңғай. Илдәге сәйәси системаның, демократик процестарҙың үҫеше партияларға этәргес бирҙе, уларҙың әүҙемлеген арттырҙы.
Республика парламенты составына килгәндә, унда табиптар һәм уҡытыусылар, адвокаттар һәм финанс белгестәре, юристар һәм журналистар, иҡтисадсылар һәм төҙөүселәр йәлеп ителде. Араларында — 15 ҡатын-ҡыҙ, 105 депутат юғары белемле, 15 кеше дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органында эш тәжрибәһе туплаған, шуларҙың 36-һы элегерәк тә Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланған булған.
— Ҡасандыр һеҙ "күҙәтеүселәрҙең йәнле ҡарашы камераларҙан өҫтөнөрәк" тип әйткәйнегеҙ. Был һүҙҙәр нимәгә нигеҙләнә?
— Һайлауҙы күҙәтеү тураһында һүҙ бара. Уның асыҡлығын тәьмин итеү йәһәтенән күҙәтеүселәр ҙур эш башҡара, тигән фекерҙәмен. Һайлау тураһындағы ҡануниәттә был институт айырым билдәләнә. Үҙәк комиссия күҙәтеүселәр составына йоғонто яһамай — улар депутатлыҡҡа кандидаттар һәм партиялар тарафынан тәғәйенләнә. Бер генә хәл борсоуға һала ине. Ул да булһа, участкаларҙа күҙәтеүселәрҙең саманан тыш артыҡ булыуы, уларҙың тауыш биргәндә һайлаусыларға ҡамасаулау ихтималлығы. Шуға күрә һайлауҙа күҙәтеүсе сифатында ҡатнашырға теләгән һәр кемдең хоҡуҡи белемгә эйә булыуын, теге йәки был хәлдә уны файҙалана алыуын талап иттек. 8 сентябрҙә Башҡортостандың һайлау участкаларына төрлө сәйәси партияларҙан, кандидаттарҙан 5,5 мең күҙәтеүсе килде.
Уҙған мартта ил Президентын һайлау хәтеремдә ҡалған. Күҙәтеүселәргә унда ҡыйынға тура килде: иртәнге сәғәт 8-ҙән ҡара төнгә тиклем участкаларҙан китә алманылар. Быйыл шул осорҙағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр иҫәпкә алынды, партиялар һәм кандидаттар байтаҡ кеше ебәрҙе, улар бер-береһен алмаштыра торҙо.
Бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары башҡарған күләмле ойоштороу һәм мәғлүмәт-аңлатыу эше әлеге кампанияның уңышын тәьмин итте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы граждандарҙың хоҡуҡтарын, ҡануниәт нормаларын үтәүҙе үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Был бурыс тулыһынса үтәлде.
Участка һайлау комиссияларының эшенә ҡарата нигеҙле ялыуҙар, һайлауҙы ойоштороусылар менән күҙәтеүселәр араһында ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар булманы тиерлек. Баш ҡаланың Совет районындағы комиссияларҙың береһенә күҙәтеүселәрҙән рәхмәт хаты килде. Был — бик мөһим күрһәткес.
— Сығыштарығыҙҙа "иң мөһиме — һайлаусы" тип билдәләйһегеҙ. Фекерегеҙ үҙгәрмәнеме?
— Юҡ. Коллегаларыбыҙҙан участкаға килгән кеше менән аралашҡанда мөмкин тиклем итәғәтлелек күрһәтеүҙе талап итәбеҙ. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә, ветерандарға, инвалидтарға айырым иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр өйҙә тауыш биреү хоҡуғынан файҙалана, ундайҙарға комиссия ағзалары күсмә йәшниктәр алып бара.
8 сентябрҙә төшкә тиклем ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте. Улар, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын тиҙ арала үтәп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эштәрен дауам итергә ашыҡҡандыр, моғайын. Ҡалалағы тауыш биреү участкаларына төшкә табан ғына килә башланылар. Ҡайһы берәүҙәр һайлауҙың уңайһыҙ ваҡытҡа тәғәйенләнеүенә зарланды.
Тауыш биреү көнөндә урындарҙан, нигеҙҙә, ыңғай хәбәрҙәр килде. Мәҫәлән, Баймаҡ районында тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә дипломдар, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ғына түгел, шулай уҡ участка һайлау комиссияларынан иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылған. Әйткәндәй, республикабыҙҙа был юлы 23 меңдән ашыу кеше беренсе тапҡыр тауыш бирҙе. Октябрьский ҡалаһында 100 йәште үткән алты һайлаусы теркәлгән. Уларҙың иң кесеһенә — 100, иң олоһона — 103 йәш.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һайланған депутаттар араһында КПРФ-тың республика комитеты беренсе секретары, күптән түгел генә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә ағзаһы булған Рифғәт Тимербай улы Гарданов – "аҡһаҡал", "Берҙәм Рәсәй" вәкиле Оксана Савченкоға — ни бары 22 йәш.
"Тура бәйләнеш" үткәрелгәндә йәш егеттең сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныуы хәтеремдә ҡалған. Уның өйөндә ысын мәғәнәһендә һайлау алды дебаты башланған икән — һәр кем үҙ фекерен яҡлаған. Ғүмерендә тәүге тапҡыр һайлауға барған егет үҙаллы ҡарар ҡабул итмәксе. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ, мин уның ҡарашын хуплап сыҡтым, сөнки киләсәкте йәштәр билдәләй, ниндәй юлдан барырыбыҙҙы ла улар хәл итә.
Бөтә эшен ситкә ҡуйып, участкаларға килгән, гражданлыҡ бурысын үтәгән һайлаусыларға рәхмәт. Тап ошондай мөнәсәбәт, үҙебеҙгә, республикабыҙға, дәүләткә ҡарата битараф ҡалмау һәр кешенең генә түгел, ҡаланың, төбәктең, тотош илдең эҙмә-эҙлекле үҫешенә булышлыҡ итә.
— Сентябрҙәге һайлау ойоштороусылар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырманымы? Әлеге кампанияла һеҙҙең өсөн иң ауыры нимә булды?
— Хәҙер йылына бер тапҡыр Берҙәм тауыш биреү көнө уҙғарыла. Тимәк, бөтә һайлау кампаниялары бер ваҡытта ойоштороласаҡ. Әлбиттә, был уңайлы: төрлө кимәлдәге һайлау тәғәйен ваҡытта үткәрелә, һайлау комиссиялары ағзаларын йылына бер нисә тапҡыр төп эшмәкәрлегенән айырыуҙың кәрәге юҡ, һауа торошо ла яҡшы. Икенсе яҡтан, күптәрҙең фекеренсә, әүҙемлек юғарыраҡ та булыр ине — сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе емеш-еләк, йәшелсә йыйыу йәһәтенән ҡыҙыу осор. Дөйөм алғанда, һайлауҙы ойоштороу йыл миҙгеленә ҡарамай: мәшәҡәтле, әммә ҡыҙыҡлы эш. Шуға күрә ваҡыт үтеү менән бөтә ҡыйынлыҡтар һабаҡҡа әүерелә.
Участка комиссияларын биш йылға ойоштороу ҙа һайлау ҡануниәтенең һуңғы яңылыҡтары иҫәбенә инә. Ҡыш беҙ 3 415 участка һайлау комиссияһы төҙөнөк, уларҙың составы һиҙелерлек яңырҙы. Уҙған һайлау комиссия ағзаларының күбеһе өсөн һөнәри яҡтан тәүге һынау булды. Йәшермәйем, был имтиханды нисек үтерҙәр, тип борсолдоҡ. Уларҙа ғаиләле, балалы ҡатын-ҡыҙҙың өҫтөнлөк итеүе лә сер түгел. Шуға күрә хеҙмәттәштәремдең һайлауҙы юғары һөнәри кимәлдә ойоштороуына ҡыуанам.
— Үтә күренмәле йәшниктәр һайлауҙың асыҡлығын билдәләй, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Әлбиттә. Һайлау участкаларының өстән ике өлөшө тауыш биреү өсөн үтә күренмәле стационар йәшниктәр менән йыһазландырылған. Был һайлаусыларҙың ышанысын арттыра. Участкаларҙы ошондай йәшниктәр менән йыһазландырыу буйынса эш планға ярашлы дауам итә.
Әйтергә кәрәк: һайлауҙың асыҡлығы байтаҡ үҙенсәлектәргә бәйле, шуларҙың иң мөһимдәренең береһе — тауыш биргәндә, уларҙы иҫәпләгәндә участкаларҙа күҙәтеүселәрҙең, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең ҡатнашыуы.
Һайлауға, уның йомғаҡтарына ышанысты арттырыуға йоғонто яһаған тағы ла бер шарт — участка комиссиялары составының күп партиялылығы. Уларҙың 83 процентында төрлө сәйәси партия вәкилдәре күпселекте тәшкил итә.
— Киләһе һайлау тураһында һорау бирергә иртәрәктер әле, моғайын?
— Ниңә?! Һайлау ойоштороусылар өсөн күптән инде өҙлөкһөҙ процесҡа әүерелде. Был системаға "арыным", "булдыра алмайым", "һуңыраҡ эшләрмен" тигән һүҙҙәрҙе үҙһенмәгән, һөнәренә тоғро кешеләр килә. Ваҡыт үтә, ҡатнашыусылар арта, әммә һайлауҙы ойоштороусыларға законды аныҡ үтәү талабы үҙгәрмәй. Алда төбәк башлығын һайлауға бәйле өр-яңы бурыстар көтә. Әлеге кампания биргән һабаҡты үҙләштереп, киләһе сараны юғарыраҡ кимәлдә үткәреү өсөн ең һыҙғанып тағы ла эшкә тотонабыҙ.


Автор: Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә