Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат Сәғитов: “Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттары – ижади эш һәм үҫеш ҡеүәте”
Салауат Сәғитов: “Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттары – ижади эш һәм үҫеш ҡеүәте”“Гомерҙың тыуған ере” тигән исемде алыу өсөн ете ҡаланың алышыуы тураһындағы риүәйәт күптәргә таныш. Теге йәки был биләмәнең дан-шөһрәте әүәл-әүәлдән уның бөйөк үткәне менән билдәләнгән. Әле, ХХI быуатта, төбәктәрҙең һәм мегаполистарҙың абруйы хаҡында үткәндәренә түгел, ә киләсәккә төбәлгән уй-ниәттәренә, үҫешкә һәм камиллашыуға ынтылышҡа ҡарап фекер йөрөтәләр. Бөтә донъяла ҙур ҡалалар күләмле халыҡ-ара саралар үткәреү хоҡуғы өсөн көрәшә. Теүәл бер йыл элек Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын һәм БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуын 2015 йылда Өфөлә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат СӘҒИТОВ менән ошо әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек барышы хаҡында.
— Салауат Тәлғәт улы, аңлатып китегеҙ әле, ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү беҙгә нимә бирә? Ысынлап та, республикабыҙ өсөн бының фәтүәһе булырмы?
— Былтыр йәй республика мәғлүмәт сараларында ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының ултырышы, БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуы Өфөлә үтәсәге тураһында яңылыҡ донъя күрҙе. Шунда уҡ бик күп һорауҙар ҙа тыуҙы. Ниндәй маҡсат менән үткәрелә? Күпме аҡса тотоноласаҡ? Уның өсөн кем яуап бирә? Уларҙың ҡайһы берҙәре хис-тойғо менән һуғарылһа, икенселәре аныҡ иҫәп-хисапҡа ҡоролғайны. Күп нәмә билдәһеҙ ине әле. Маҡсаттар, бурыстар аңлашылып етмәй икән, уйҙырмаларға, хаталаныуҙарға юл асыла. “Башҡортостанға саммиттар кәрәкме-юҡмы?” тигән һорау тирәләй бәхәс әле лә тынмай. Хәлдең айышына төшөнөү өсөн ошо һорауҙарҙың һәр береһенә яуап биреү фарыз. Хәҙерге заманда тотош илдәр, төбәктәр, ҡалалар халыҡ-ара форум, саммит, симпозиум, конференциялар һәм башҡа дипломатик осрашыуҙар үткәреү хоҡуғын алыу бәйгеһендә әүҙем ҡатнаша. Нисек кенә булмаһын, юғары кимәлдә аралашыу хаҡында һүҙ бара бит. Ә был ҡабул итеүсе яҡтың абруйын арттырыуға, танылыу яулауға булышлыҡ итә.
Ошондай саралар өсөн майҙансыҡ тәҡдим итеү – үҙең хаҡында белдереүҙең иң һөҙөмтәле алымы. Уйлап эш иткәндә унан байтаҡ файҙа алырға мөмкин. Башҡа илдәрҙең сәйәси һәм эшҡыуарлыҡ даирәләре менән танышыу, даими бәйләнештәр иртәме-һуңмы хеҙмәттәшлеккә әүерелә, инвестиция йәлеп итеүгә этәргес бирә. Мәҫәлән, күршеләребеҙ – Екатеринбургты ғына алайыҡ. Был ҡала 2009 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИК (ул осорҙа алға киткән илдәр төркөмөнә Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай ингән, хәҙер унда Көньяҡ Африка Республикаһы ла бар) саммиттарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Был ваҡиғанан һуң дүрт йыл ваҡыт уҙған. Ҡала ҙур күләмле дөйөм Рәсәй һәм донъя осрашыуҙары өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Күптән түгел унда Рәсәй-ЕС саммиты уҙғарылды. Һөҙөмтәлә Екатеринбург “Ехро-2020” донъя күргәҙмәһен үткәреүгә дәғүә итеүселәр исемлегенә индерелде. Тимәк, ҡаланы халыҡ-ара кимәлдә таныйҙар, уға ышаналар, инвестициялар ҙа оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
Әле Европа һәм Азия бизнес менән шөғөлләнеү маҡсатында яңы партнерҙар, яңы баҙарҙар, үҙләштерелмәгән биләмәләр, уңайлы инвестиция шарттары эҙләү менән мәшғүл. Ошондай майҙансыҡҡа әүерелергә теләгән, инвесторҙарҙы көткәндәрҙән баҙар ҡануны реклама һәм аныҡ эш талап итә. Донъяла Башҡортостан Республикаһын белмәйҙәр тип зарланыуҙан хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Ә бына юғарыраҡ кимәлгә сығып, конкуренцияға һәләтте, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен, эшләү теләген күрһәтергә мөмкин. Республикабыҙ Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов бөгөн тап ошондай бурыс ҡуя.
Саммиттар Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙәге эшҡыуарлыҡ даирәләре өсөн Башҡортостанға юл асырға, ҙур сит ил бизнесы менән осрашырға, иҡтисади, рухи өлкәләрҙә ныҡлы бәйләнештәр булдырырға ярҙам итәсәк. Республикабыҙға отошло “лотерея билеты”н тартып сығарыу мөмкинлеге бирелде тиергә була. Шуға күрә уңыштың үҙенән-үҙе килерен көтөп ятмай, эшләргә, тырышырға кәрәк.
— Әле ҡайһы илдәр менән ошондай бәйләнештәр булдырыуҙа ниндәй эштәр башҡарыла?
— Республика ШОС һәм БРИКС ойошмаһына ингән дәүләттәрҙең илселектәрендә социаль-иҡтисади йәһәттән таныштырыу саралары уҙғара. 2013 йылдың тәүге яртыһында ошондай осрашыуҙар Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Һиндостан илселектәрендә ойошторолдо. Һөҙөмтәләргә күҙ һалғанда, бер нисә үҙенсәлекте айырып билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, “Башҡортостан – туризм үҙәге” тигән лозунг үҙен аҡлап етмәне. Тыуған яғыбыҙҙың гүзәллеге тураһындағы хәбәргә сит ил эшҡыуарҙары тейешле баһа бирһә лә, әллә ни иғтибарға алмай. Ә бына сәнәғәт, фәнни-техник база ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Төркиә менән Ҡаҙағстан вәкилдәрен машина эшләү, нефть химияһы, ағас һәм иген эшкәртеү, фармакология өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу идеяһы ылыҡтыра. Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Галым Оразбәков иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн Ҡаҙағстан ҡалалары менән Өфө араһында тура авиабәйләнеш, Астанала Башҡортостандың сауҙа йортон асырға тәҡдим итте. Һиндостандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре биотехнология, фармацевтика һәм станоктар эшләү өлкәһендәге проекттарға ҡыҙыҡһыныу белдерә. Республика уларға Башҡортостан компаниялары нигеҙендә ҡатмарлы нанотехнология ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү үҙәген асыу тәҡдимен яһаны. Һиндостандың бөтә донъяла танылыу яулаған “Тата Моторс Лимитед” автомобиль компанияһы республикабыҙҙа эшмәкәрлеген йәйелдерергә ниәтләй. Дөйөм алғанда, сит ил эшҡыуарҙарының фекеренсә, Башҡортостанда инвесторҙарға мөмкинлектәр ярайһы уҡ киң.
Әле беҙ телдән өлгәшелгән килешеүҙәрҙе үҫтереү йәһәтенән эш алып барабыҙ. Сентябрь-октябрҙә Һиндостан, Ҡаҙағстан һәм Төркиә йүнселдәренең Өфөгә килеүе көтөлә. Улар берлектәге проекттар буйынса республика эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Тағы ла бер йүнәлешкә – эске инфраструктураны үҫтереүгә бәйле республика, ҡала власына тәнҡит һүҙҙәре байтаҡ әйтелде. Ҡаҙна аҡсаһын бушҡа сарыф итәләр, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк, йәнәһе. Ләкин ҡунаҡтар төҙөкләндерелгән урам-ихаталарҙы, яңыртылған биналарҙы үҙҙәре менән алып китмәйәсәк бит. Халыҡ-ара кимәлдәге осрашыуҙарҙы кире юҫыҡта күрһәтергә теләүселәр ниңәлер ошо хаҡта онота.
— Эйе, ҡала күҙгә күренеп матурая. Аныҡ итеп әйткәндә, тәү сиратта ниндәй ҡоролмалар, биналар төҙөкләндерелә?
— Оппоненттарға Өфөлә саммиттар үткәреү хаҡында билдәле булғанға тиклем үк раҫланған 2013 – 2015 йылдарға республика ҡаҙнаһы күрһәткестәрен иғтибар менән өйрәнергә кәрәк. Документтарҙа ҡаҙна аҡсаһының нисек һәм ҡайҙа бүленеүе асыҡ күренә. Социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм булып ҡала.
Саммиттар төбәктең баш ҡалаһына кәрәкле һәм уның статусына тап килгән ҡунаҡханалар төҙөү, республиканың һауа ҡапҡаһын, мәҙәниәт объекттарын реконструкциялау кеүек эштәргә этәргес бирҙе. Ә бит уларҙың күптәре тиҫтәләрсә йыл дауамында яңыртылыуға, төҙөкләндерелеүгә мохтаж ине. Нестеров музейы өсөн фонд һаҡлағыс асыу зарурлығы тураһында кәмендә утыҙ йыл һүҙ алып барыла. Бөгөн был мәсьәлә хәл ителә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы йәшәйеште тәьмин итеү системаһының авария хәлендә булыуын күптәр белмәһә лә, елләтеү ҡорамалдарындағы етешһеҙлекте барыһы ла тойғандыр. Ғәжәп түгел. Ундағы ҡулайламалар уҙған быуаттың уртаһында ҡуйылған. Әле был мәсьәлә лә иғтибар үҙәгендә. Насармы ни? Фасад, газон, юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡалала, республикала тәртип булдырыу – үҫештең мөһим йүнәлеше ошолар түгелме? Һәр беребеҙ ҡунаҡ ҡаршылағанда йортон тәртипкә килтерә. Ниңә ҡалабыҙҙа ла шулай итмәҫкә?
“Ҡарағыҙ әле, Ҡазан нисек үҙгәргән”, “15 йыл эсендә Астана нисек төҙөкләнгән” тигән һүҙҙәрҙе ярайһы уҡ йыш ишетергә тура килә. Күршеләребеҙ өсөн ҡыуанабыҙ, уларҙы маҡтайбыҙ. Тик ниңәлер Өфөнө матурлау, уның инфраструктураһын заманса кимәлгә еткереү буйынса тәҡдимдәр ҡайһы берәүҙәрҙә “кемгә, нимәгә кәрәк ул?” тигән ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Әлбиттә, кәрәк. Һәм тәү сиратта беҙгә – Өфө, Башҡортостан халҡына.
— Айырыуса ҡиммәтле ҡунаҡханалар төҙөү буйынса ризаһыҙлыҡтар күп ишетелә...
— Был эшкә аҡсаны шәхси инвесторҙар бүлә. 2015 йылға беҙҙә донъя брендына эйә булған зауыҡлы ҡунаҡханалар һаны артасаҡ. Әйткәндәй, Өфөлә, миллионлы ҡала булыуға ҡарамаҫтан, әлегә тиклем халыҡ-ара ҡунаҡханалар селтәре юҡ.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауҙа ла ошондай уҡ логика. Халыҡ-ара терминалдың хеҙмәтләндереү һәләте ҡырҡа артасаҡ. Бынан тыш, ҙур авиалайнерҙарҙы ҡабул итерлек осош-ултырыш һыҙаты, яңы туҡталҡалар һәм юлаҡтар барлыҡҡа киләсәк. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың төп һауа ҡапҡаһын заманса, уңайлы халыҡ-ара аэропортҡа әүерелдереү мөмкинлеген бирәсәк. Аэродромды төҙөкләндереүгә аҡса, нигеҙҙә, федераль ҡаҙнанан (3 миллиард һумдан ашыу) бүленә. “Федераль программала ҡаралған аҡса Башҡортостанға барыбер килеп етер ине”, — тип әйтер кемдер. Әлбиттә, килер ине, тик 2013-2014 йылдарҙа түгел. Ә байтаҡҡа һуңыраҡ. Саммиттар күп кенә федераль аҡсаны бүлеү ваҡытын алғараҡ күсереү мөмкинлеген бирҙе.
— Иҡтисади файҙаһынан тыш, тағы ниндәй мөмкинлектәр асасаҡ был саммиттар?
— ШОС һәм БРИКС илдәренең гуманитар бәйләнешен дә билдәләп үтергә кәрәк. Улар ойошторған ҙур мәҙәни фестивалдәр, ғилми конференциялар, нәфис күргәҙмәләр, эшлекле һәм журналист форумдары башҡа илдәрҙәге халыҡтың тормошон өйрәнеү, инновациялы өлкәләрҙәге алдынғы ҡаҙаныштар менән танышыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте яйға һалыу мөмкинлеген бирә. Әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты составына инеүе – ошо йүнәлештәге төп ҡаҙаныштарҙың береһе. Студенттар төплө белем алһын өсөн юғары технологиялы аудиториялар һәм лабораториялар, фәнни тикшеренеүҙәр, сит илдәрҙең төп вуздары менән тәжрибә уртаҡлашыу талап ителә. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, яҡын киләсәктә студенттарыбыҙ сит илдәрҙәге абруйлы юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә белем аласаҡ. Уҡыуҙы тамамлағас, уларға Рәсәй һәм сит ил вузы дипломдары тапшырыласаҡ. Университеттар араһындағы хеҙмәттәшлеккә ярашлы, педагогик кадрҙар менән даими алмашыу ҙа ҡарала. Һөҙөмтәлә төрлө өлкәләрҙә халыҡ-ара кимәлдәге тәжрибәгә юл асыласаҡ. Шуныһы мөһим: был системала студенттарыбыҙ бушлай белем аласаҡ. Ҡатнаш университеттарға улар киләһе йыл юлланасаҡ.
Саммиттарға әҙерләнеү һәм үткәреү барышында башҡарылған эштәрҙең барыһы ла республикаға файҙа килтерәсәк. Уйланылғандарҙың бөтәһен дә ҡайһы бер объектив сәбәптәр арҡаһында тулыһынса тормошҡа ашырып булмаҫ, бәлки. Сөнки иҡтисади хәл Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла тотороҡһоҙ. Тик эшләмәгән кеше генә хаталанмай, тиҙәр бит. Шуға күрә “Башҡортостан: киләсәкте асып” тигән һүҙҙәр – беҙҙең бөгөнгө төп девизыбыҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 427

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 384

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 380

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375