Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тура юлды тел таба
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәренең саммиты, Сүриә мәсьәләһе буйынса Женева һөйләшеүе уҙыуы, Төркиәлә йәнә сыуалыштар башланыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Берләшмә киңәйергә тора

Үткән аҙнала Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә ШОС илдәре етәкселәренең саммиты булды. Был Берләшмә бына 12 йыл инде уңышлы ғына эшләп килә һәм үҙенең даирәһен арттыра бара. Билдәле булыуынса, унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Тажикстан, Үзбәкстан ағза булып тора. Ә инде Афғанстан, Һиндостан, Иран, Монголия, Пакистан кеүек илдәр саммитта күҙәтеүсе сифатында ҡатнаша. Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка етәкселәре иһә был юлы партнер булараҡ саҡырылды.
Саммитта мөһим ике мәсьәлә ҡаралды: тәүгеһе Сүриәләге хәл-ваҡиғаларға ҡағылһа, икенсеһе Афғанстанға бәйле. Форумда ҡатнашыусылар Сүриәлә генә түгел, ә тотош Яҡын Көнсығышта солох урынлаштырыу, һәр төрлө агрессияны туҡтатыу, төбәктә тотороҡлолоҡ булдырыу хаҡында һүҙ алып барҙы. 2014 йылда Афғанстандан сит ил ғәскәрҙәре сығарылырға тейеш, ошоноң менән бәйле был илдә ҡораллы оппозицияның көсәйеп, әүҙемләшеп китеүе көтөлә. Шуға ла саммитта ҡатнашыусылар сетерекле хәл килеп тыуа ҡалһа, бер-береңә ярҙам итеү хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөрөҫ, бындай килешеү 2007 йылда ла төҙөлгәйне, әммә заманаларҙың үҙгәреп тороуы документты яңыртыуҙы талап итте.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – ШОС илдәренең үҙ Үҫеш банкын булдырыу — хаҡында һүҙ булды. Был мәсьәләне Ҡытай күтәреп сыҡты. Бынан алдағы саммиттарҙа ла ошо мәсьәлә буйынса һүҙ булғайны, әммә ул саҡта аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай таралыштылар. Әле килеп Ҡытай Үҫеш банкын булдырыу өсөн тәүге 10 миллиард долларҙы сығарып һалырға әҙерлеген белдерә. Ә башҡа илдәрҙең, шул иҫәптән Рәсәйҙең ул хәтлем ирекле аҡсаһы юҡ, шуға ла ҡаршылыҡтар тыуа. Унан килеп, Рәсәй Евразия Үҫеш банкының да клиенты һәм бының өсөн иғәнә түләй. Шул сәбәпле илебеҙ етәкселәре яңы структура булдырыуға ҡаршы. Ҡатмарлы хәлдән сығыу юлы берәү генә: Ҡытайҙы ла Евразия үҫеш банкына ылыҡтырыу. Илебеҙ етәкселәре тейешле эш алып барһа, мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителәсәк тигән һүҙ.
Финанс мәсьәләһен ыңғай хәл итмәү — берлектәге инвестиция проекттарын бойомға ашырыуға кәртә. Былтыр декабрҙә ШОС илдәре премьер-министрҙары байтаҡ ҡына инвестиция проекттары хаҡында һүҙ алып барғайны. Аҡса булмау сәбәпле әлегә уларҙың береһе лә тормошҡа ашырыла башламаған.
ШОС-ты киңәйтеү мәсьәләһе лә асыҡ ҡалды. Әле Иран менән Пакистан Берләшмәгә ағза булып инергә теләй, Һиндостандың да теләге юҡ түгел. Монголия ла ҡыҙыҡһыныу белдерә. Тимәк, киләсәктә был илдәрҙең арҡаҙаш булып китеү ихтималлығы бар. 2015 йылда ШОС саммитына Рәсәй рәйеслек итәсәк һәм, моғайын да, тап Өфөлә яңы ағзалар ҡабул ителер тип фаразларға мөмкин.

Дарыһы ҡоро, һүҙе тура

Женева ҡалаһында (Швейцария) Америка Ҡушма Штаттары һәм Рәсәй делегацияһы Сүриә мәсьәләһенә бәйле сетерекле хәлде бергәләп тикшереү өсөн осрашты. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың һөйләшеүе шаҡтай ҙур әһәмиәтле. Уның һөҙөмтәһе ыңғай булмаһа, АҠШ Сүриәне бомбаға тота башларға тейеш ине.
Шөкөр, тип әйтергә кәрәк, Сергей Лавров Джон Керриҙы инандыра алды булһа кәрәк. Был — Рәсәй илселегенең ҙур еңеүе. Дөрөҫ, әлегә шатланырға иртәрәк, сөнки Барак Обама һаман да Сүриәне бомбаға тотоу уйынан дүнмәгән. Шуға ла Рәсәй илселәре алдында башланған эште аҙағынаса еткереп ҡуйыу бурысы тора.
Ошоға бәйле Сүриәләге барлыҡ химик ҡоралды 2016 йылға тиклем тулыһынса юҡ итеү шарт. Бәшәр Әсәд белдереүенсә, бындай аҙымға Рәсәй һорағанға ғына барырға булғандар. Эйе, халыҡ-ара майҙанда Владимир Путин Сүриәне яҡлау өсөн аҙ көс һалманы, шуға Бәшәр Әсәдтең Рәсәйҙе генә тыңлауына аптырарға түгел. Илебеҙ етәксеһенең тура һүҙле булыуы дарыны ҡоро тоторға мөмкинлек бирә лә инде.
Бына шулай тыныслыҡҡа табан бер аҙым эшләнде. Тик бының өсөн һәр ике яҡтың биргән вәғәҙәһен теүәл үтәүе шарт.

Төркиә Евросоюз ағзаһы булырмы?

Төркиәлә йәнә халыҡ сыуалыштары башланып тора. Июндә илде ялмап алған ғауғаның эҙемтәләре бөтөп тә етмәгән, йәнә — боларыш. Ул саҡта халыҡ Истанбул ҡалаһындағы Гези паркында сауҙа комплексы төҙөй башлауға ҡаршы сыҡҡайны, әле иһә Хөкүмәткә ҡаршы акция ойошторғанда, ҡорбан булған бер егетте иҫкә алырға йыйылыусыларҙы полиция менән ҡыуып таратҡан мәлдә, 22 йәшлек Әхмәт Атакан исемле егет һәләк була. Полицияның үтә рәхимһеҙ ҡыланыуына яуап итеп башланған да инде сыуалыштар. Был һис кенә лә премьер-министр Рәжәп Эрдоган файҙаһына түгел, сөнки Төркиә Европа союзына ағза булып инергә теләй. Евросоюзға туғыҙ йыл уҡталғандан һуң, ниһайәт, мәсьәлә быйыл йәй ыңғай хәл ителергә тейеш ине, тик халыҡ сыуалыштары эште боҙҙо, һәм ағзалыҡҡа ҡабул итеү ваҡыты көҙгә тиклем кисектерелде.
Йәй Эрдоган Евросоюз етәкселегенә, илдә тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ урынлаштырам, тип вәғәҙә биргәйне, тик быны үтәй алманы. Төркиәне Евросоюзда ағза итеп күрергә теләмәүсе халыҡ-ара сәйәси көстәр барҙыр, күрәһең. Эрдогандың сәйәси ҡыланыштары менән килешеп етмәгән президент Абдулла Гюль, юғары власҡа дәғүә итеүсе вице-премьер Бюлент Арынчтың да аҫтыртын ғына сыуалыштар ойоштороуы мөмкин. Ҡайһылай ғына булмаһын, Яҡын Көнсығышта “Ғәрәп яҙы” тип нарыҡланған сыуалыштар мәлендә тотороҡлолоҡ утрауы булып торған Төркиә бөгөн үҙе низағтар уртаһында ҡайнай.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә