Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар10.12.2018
Рәсәй почтаһы иғлан иткән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декаднигынан сибайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар үҙҙәренең яратҡан гәзит-журналдарына яҙылып ҡына ҡалманы, ә бүләктәр алып та һөйөндө. Сибай ағинәйе Венера Йәнбәкова “Башҡортостан” гәзитенә яҙылмай ҡалғаны юҡ. “Ҡасандыр гәзит биттәрендә буҙа эшләү серҙәре менән уртаҡлашҡайным, хәҙер “Башҡортостан” гәзитен көтөп алам”, — ти.

Ҡаланың үҙәк почта начальнигы Вәсилә Усманова әйтеүенсә, декадник осоронда халыҡ күпләп матбуғатҡа яҙыла, хаҡтарҙың бер аҙ арзан булыуы улар өсөн дә отошло. Почта хеҙмәткәрҙәре был осорҙа матбуғатҡа яҙылыусыларға бүләктәр ҙә әҙерләй. Тимәк, улар гәзит ле, бүләкле була.


Вернуться назад