Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре
Халҡына инанып йәшәне

Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, атаҡлы драматург, ғалим һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулды. Уйлап ҡараһаң, быуаттан да ашыу элегерәк тыуған кеше әллә ниндәй боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән һымаҡ. Бигерәк тә бөгөнгө йәштәр өсөн ул шулай тойола торғандыр.

Илаһи асыштарға юлыҡтырған эҙҙәр

Миңә Мөхәмәтша ағай менән уның ғүмеренең һуңғы йылдарында йыш ҡына яҡындан аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Йортонда булдым, ул миңә ҡунаҡҡа килде. Беҙҙең ауылдың кейәүе булғанға, яҡташтарымды яҡшы белә, осраш­ҡан һайын ҡартатайымды һораша, сәләм тапшыра торғайны.
Мөхәмәтша ағайҙың өйөндә уның Сәғит Агиш менән әңгәмәләшеп ултыр­ғанына шаһит булған саҡтарым һағын­дырып иҫкә төшә.
Мөхәмәтша Буранғоловты миңә яҡын­дан күрергә, аралашырға насип булһа ла, үҙемде уның замандашы тип атарға, әлбиттә, хаҡым юҡ, ләкин бөйөк фольклорсыбыҙҙы үҙемдең замандашым, беҙҙең замандашыбыҙ тип һис икеләнеүһеҙ әйтә алам.

Мөхәмәтша Буранғоловты, әйтерһең дә, тарих үҙе ғәйәт оло ғәмәл башҡарыу өсөн һайлаған. Яҙмыш тарафынан тапшырылған мөҡәддәс бурысты күтәрә алырлыҡ, милләттең киләсәк үҫешен билдәләй торған ҡаһарман эштәрҙе башҡарып сығырлыҡ көслө шәхес итеп тыуҙырған, имәндәй ун иреңде бөгөрлөк ауыр һынауҙарҙа ла һынмай ҡалырлыҡ итеп рухын сыныҡтырған.

Мөхәмәтша Буранғоловҡа яҙмыш тарафынан ышанып тапшырылған һәм ул барлыҡ ғүмерен, тәбиғәт биргән ғәй­рә­тен, һәләтен фиҙа ҡылып, ҡаһар­ман­дарса үтәй алған тарихи ғәмәлде мин бына нимәләрҙә күрәм. Беренсенән, халыҡ ижады ынйыларын туплау, ҡо­мартҡылар хазинаһын йыйыу һәм киләсәк өсөн һаҡлап алып ҡалыу. Икенсенән, был мираҫты өйрәнеү, әҫәр­ҙәрҙең тарихын асыҡлау, үҙенсә­лек­тәрен аңлатыу, был иҫ киткес донъяның художестволы тәбиғәтен байҡау. Өсөн­сө­нән, сәсәнлек йолаһын дауам итеү. Дүртенсенән, халыҡ ижады традициялары нигеҙендә әҙәбиәттең яңы жанр­ҙарын булдырыу, боронғо тамырҙарҙы яңы дәүергә килтереп тоташтырыу һәм ошондай ҡатмарлы синтез һөҙөм­тәһендә башҡорт драматургияһының өр-яңы биттәрен асыу, уның тәүге үҫеш осорон билдәләү. Ошо бурыстарҙың, ҡатмарлы эштәрҙең береһен генә башҡарып сығыу өсөн дә әҙәм балаһы­ның тотош ғүмере етмәҫкә мөмкин. Мөхәмәтша Буранғолов иһә был ауыр йөктәрҙең барыһын бер юлы тартты, күмәкләп эшләй алмаҫлыҡ ғәмәлдәрҙе яңғыҙы башҡарҙы.

Ул йәш сағынан алып ғүмеренең байтаҡ йылдарын балалар уҡытып үткәрә, уның эшләгән мәктәптәре байтаҡ була. Үҙ мәктәбеңде булдырыу, остаз дәрәжәһенә күтәрелеү, башҡалар дауам итерлек юлыңды ярыу кеше хеҙмәтенең һәр тармағында иң юғары ҡаҙаныш­тарҙан, иң оло хөрмәттәрҙән һаналырға хаҡлы. Ижад һәм ғилем донъяһында бигерәк тә.

Мөхәмәтша Буранғолов — бер түгел, ике мәктәп тыуҙырған ижадсы һәм остаз: фольклористикала Буранғолов мәктәбе һәм драматургияла Буранғолов мәктәбе.

1910 йылда егерме ике йәшлек Мөхәмәтша Баймаҡ яҡтарында Ғәбит менән Хәмит исемле ҡурайсыларҙан “Урал батыр” эпосын яҙып алған сағында үҙенең туған халҡы ғына түгел, барлыҡ донъя ғилеме, кешелектең дөйөм рухи булмышы өсөн ни тиклем тарихи, ни дәрәжәлә әһәмиәтле эш башҡарғанын, әлбиттә, күҙ алдына ла килтермәгәндер. Артабан ул Ғәбит сәсәндән “Аҡбуҙат”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Күҫәк бей”, “Тамъян”, “Батырша”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат”, “Һары мулла” тигән ҙур-ҙур эпик әҫәрҙәр яҙып алғанлығын әйтә. Башҡорт фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү эшенә Мөхәмәтша Буранғоловтың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ юғары һәм ҡиммәтле.

Мөхәмәтша осҡор күҙле, ҡомарлы һунарсы булған, кейек эҙҙәре буйлап Ырымбур далаларын да, башҡа яҡтарҙы ла күп ҡыҙырған. Ул юлдар күптән инде юйылып бөткән. Уның тарихи тамырҙар­ҙы барлап, һүҙ гәүһәрҙәрен юллап үткән, илаһи асыштарға юлыҡтырған эҙҙәре бер ҡасан да юйылырлыҡ түгел.

Милли сәхнәне шаулатҡан...

Халыҡтың рухи биографияһы, тарихтағы үҫеш юлы, быуындарҙың үҙ-ара изге бәйләнеше — бер-береһенә тығыҙ үрелеп барған тылсымлы сылбыр ул. Уның бер генә быуыны өҙөлһә лә, милләт әллә күпме фажиғә, ҡайтарып ала алмаҫлыҡ ҙур юғалтыуҙар кисерә. Башҡорт халҡының тарих төпкөлдә­ренән ижад итеп һәм туплап килгән күпме һүҙ гәүһәрҙәре, һүҙ хазинаһы сәсәндәрҙән сәсәндәргә аманат итеп тапшырылып, беҙҙең көндәргә килеп еткән! Атаҡлы йөҙйәшәр Байыҡ Айҙар — Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев — Ғәбит Арғынбаев — Мөхәмәтша Буранғолов — рухи шәжәрәбеҙҙең ошо бер тармағында ғына ла ун етенсе быуат баштарынан алып егерменсе быуат урталарына тиклем килеп еткән аҫыл юл, халҡыбыҙ аманаттарын быуындан быуынға тапшырып килгән бөйөк эстафета күҙ алдына баҫа.

Был уйланыуҙарымда мин бөйөк тигән һүҙҙе артыҡ йыш әйтмәйемме, тип һағайыбыраҡ та ҡалдым. Әммә әле һүҙем яҙмыштары бер-береһенә тығыҙ үрелгән, ысынлап та бөйөк шәхестәр тура­һында бара. Ошо рухи шәжәрә­беҙҙең бер генә быуыны ҡайырылып өҙөлһөн әле — милләтебеҙҙең күңеле ни тиклем ярлыланып ҡалыр ине.

Бәхеткә күрә, халҡыбыҙ үҙенең үҫеш ғәйрәтен ҡат­марлы ҡамалыштарҙа ла һаҡлап ҡала алды һәм уның күкрәгендә, зиһенендә һаҡ­лан­ған көстө быуат башында халыҡ ижадында Мөхәмәтша Буранғолов кәүҙәләндерҙе. Беҙ бөгөн “Гилгәмеш”тәр менән ауаздаш һәм замандаш ҡомарт­ҡыбыҙ, донъяның мәш­һүр дастандары менән тиңдәш “Урал батыр”ыбыҙ тураһында ғорурланып һөйләй алабыҙ икән, бының менән Мөхәмәтша Буранғоловҡа бурыслыбыҙ. Ошо эпосты яҙып алыуы, киләсәк өсөн һаҡлауы менән, фольклорҙы йыйыу буйынса егет сағынан башлаған хеҙмәт­тәре аша был ҡаһарман шәхес туған мил­ләтен донъя цивилизацияһына нығыраҡ беркетте, ерҙәге йәшәйешендә уның киләсәк ғүмерен оҙайтты, кешелек хәтеренә башҡорт һүҙен нығыраҡ уйып ҡалдырҙы. Фольклористикала Мөхәмәт­ша Буран­ғолов мәктәбенең төп асылын мин бына шул сифаттарҙа күрәм.

Был мәктәптең нигеҙен туған һүҙгә инаныу һәм тоғролоҡ, уның хазиналарын туҡтауһыҙ эҙләү, һаҡлау билдәләй. Әлбиттә, бөгөн фольклор донъяһында Мөхәмәтша Буранғолов юлыҡҡан бөйөк ҡитғаларҙы табыу мөмкин түгел. Ләкин уның традицияларын дауам итеү һәр ғалим өсөн зарури тип уйлайым. Юғиһә күптәр сәсән туплаған хазинанан байлыҡтарҙы теләгән миҡдарҙа һоҫоп алһа ла, үҙҙәре танымаған тәҡдирҙә лә, уның шәкерттәре булһа ла, Буранғолов мәктәбен танымаҫҡа тырышыу дауам итте.

Шуныһы ҡыуаныслы: хәҡиҡәт өҫкә сыҡты. Һуңғы йылдарҙа башҡорт халыҡ ижады томдарының инде икенсе ҡабат тағы ла тулыраҡ баҫма булып донъя күреүе фольклористикала Буранғолов мәктәбенең, уның шәкерттәренең тантанаһы түгелме ни?!

Драматург булараҡ, Мөхәмәтша Буранғолов тәүге аҙымдарынан уҡ дан-шөһрәт ҡаҙана. Уның “Ашҡаҙар” исемле беренсе пьесаһы 1917 йылда Ырым­бур­ҙа сәхнәгә ҡуйыла, уңышы ифрат ҙур була. Ошо шатлыҡлы ваҡиғанан һуң мәшһүр шағир Дәрдмәнд йәш автор­ға ҡиммәтле ағастан эшләнгән аш өҫтәле менән ултырғыстар, диван, шулай уҡ 20 кешелек затлы сервиз бүләк итә. Ырымбурҙағы спектаклдәрҙә Таңһылыу ролен башҡарып, ҙур уңыш ҡаҙанған техникум уҡыусыһы Сәғиҙәне героиня­ның исеме менән атап йөрөтә башлай­ҙар, һәм артабан ул Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы Таңһылыу Рәшитова булып башҡорт сәхнәһендә балҡый.

Мөхәмәтша Буранғоловтың драма­тургиялағы эшмәкәрлеге бына шундай ижад ҡыуаныстары менән башланып китә. “Башҡорт туйы” һымаҡ милли сәхнәне шаулатҡан әҫәрҙәр өҫтәлә. Беҙҙең театрҙың милли репертуары нәҡ уның пьесаларынан башланып китә лә инде. Профессиональ театр сәхнә­һендә башҡорт телен тәү башлап Мөхәмәтша Буранғолов үҙенең герой­ҙары һөйләше аша ишеттерә. Был күренеш — уның халҡыбыҙ алдындағы тағы ла бер тарихи хеҙмәте.

Күңелендә — Урал батыр рухы

Драматургияла Мөхәмәтша Буранғо­лов мәктәбе тигәндән, мин иң элек һүҙ байлығын, тел мәргәнлеген, халыҡсан характерҙар, үҙенсәлекле милли мөхит тыуҙырыу оҫталығын күҙ уңында тотам. Ентекләберәк байҡаһаң, Баязит Бик­байҙың “Ҡарлуғас”ы ла, Ҡадир Даяндың “Таңсулпан”ы ла күп яғы менән Буран­ғолов драматургияһына барып тоташа. Уның ҡайһы бер уңыштары үҙ зама­нының күренештәре генә булып ҡалыр, әммә һүҙ хазинаһы һәр саҡ һоҡлан­дырасаҡ, сәхнәлә башҡортто башҡорт итеп күрһәтә белеүе ғорурландырасаҡ.

Бөгөнгө ҡайһы бер спектаклдәрҙә геройҙар һис бер ерлекһеҙ ниндәйҙер яһалма ағас телдә һөйләшкәндә, Мөхәмәтша Буранғолов мәктәбенең ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ баһалайһың. Бигерәк тә йәш драматургтарыбыҙ һүҙ маһирлығына, халыҡсан сифаттарға унан нығыраҡ өйрәнһен ине.
Мөхәмәтша Буранғоловтың ижади эшмәкәрлеге генә түгел, йәшәү рәүеше лә, ҡатмарлы юлы ла, фажиғәле һәм ҡаһарман яҙмышы ла — фәһемле тормош мәктәбе ул. Халыҡ сәсәне иң ауыр шарттарҙа ла ваҡланманы, тарҡалманы, маҡсаттарына тоғро оло шәхес булып ҡалды. Ғилми тикшеренеүҙәрен арнаған Ялан Йәркәй, Буранбайҙар яҙмышын үҙенә лә татырға, уға ла азатлыҡтан мәхрүм булып йәшәргә тура килде, ләкин күңелендәге Урал батырҙар рухын бер ҡасан да һүндермәне.

Яҙмыш уға бәхетле мәлдәрҙе лә, ижад шатлыҡтарын да бирҙе. Нахаҡҡа күргән ғазаптары үҙе менән китте, бөртөкләп, һүҙҙе һүҙгә ялғап туплаған рухи хазиналары халҡы менән ҡалды, туған милләтенең исеменә хөрмәт-мәртәбә өҫтәүсе феноменаль күренешкә әйләнде.
Мөхәмәтша ағайҙың Минһажев ура­мын­дағы тар ғына ике бүлмәле фатирына ҡасан ғына барып инмә, ул төптәге бүлмәлә яҙыу өҫтәле янында ултырыр ине. Әҫәрҙәремә бына-бына юл асылыр, тип өмөтләнә торғайны. Ул ғүмере буйы ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне, әҫәр­ҙәренә яңынан әйләнеп ҡайтты, пьеса­ларының әллә күпме вариантын яҙҙы.

Мөхәмәтша Буранғоловтың кейәүе Әхмәт Лотфуллин яҙған, бер ҡарауҙа хәтергә уйылып ҡалырлыҡ портреты сәсәндең яҙыу өҫтәле янында эленеп торғаны иҫтә. Мин ул рәсемде инде утыҙ йылдан ашыу күргәнем юҡ, ләкин ундағы олпат ил ағаһының һынсыл үткер ҡарашы, көслө ихтыяр бөркөлөп торған йөҙө әле лә күҙ алдымда. Мөхәмәтша Буранғоловтың көслө шәхес икәнлеген уның менән бер осрашыуҙа ла тойоп була ине.
Күп нәмәләрҙе йылдар үткәс кенә аңлай бараһың. Йәшәгән һайын шуға инанам. Мөхәмәтша Буранғолов мәктә­бенең шәкерте булыу өсөн фольклорҙы йыйыу һәм өйрәнеү йәки драмалар яҙыу, ҡобайырҙар әйтеү һис кенә лә мотлаҡ түгел. Ни бары халҡыңа инанып йәшәргә, оло маҡсаттарыңдан тайпылмайынса, барлыҡ көсөң-илһамыңды шуға арнарға, ил яҙмышын хәстәрләп йәшәргә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509