Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Аҙ ғына ваҡытымды ла ижадҡа арнаным...”
Мостай Кәрим. Бик күптәргә таныш та, ҡәҙерле лә исем. Әҙәбиәт һөйөүселәргә ул оло талант эйәһе булһа, ҡорҙаштарына тоғро дуҫ ине, йәштәр иһә бер туған ағаһына тиңләне, иманым камил, оло быуынға итәғәтле ҡусты ла булғандыр. Беҙгә, йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә, Мостай Кәрим кумир ҙа, үҙебеҙсә атаһаҡ, ағай ҙа, әҙәбиәт буйынса хатта дуҫ та ине. Йәштәрҙән бигерәк тә Салауат Әбүзәрҙең ижады яҡын ине уға. Салауат менән телефондан аралашмаған көнө булмағандыр, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Әйтергә кәрәк, башҡалар ижадына ла битараф булманы: Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Дамир Шәрәфетдинов...

Оло талант эйәһе менән төрлө кимәлдәге осрашыуҙар байтаҡ булһа ла, береһе һис онотолмай. 1999 йылда, тормоштоң шатлыҡ-ҡайғыларын бергә кисереп, һикәлтәле юлын бергә үткән һөйөклө ҡатыны Рауза апай ауырып дауаханаға ятҡас, Салауат, ғәҙәтенсә, Мос­тай ағайҙың хәлен белеү өсөн фатирына шылтыратты. Шул саҡ ул беҙҙе — йәш яҙыусыларҙы — үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙ, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин, Булат Тимерғәлиев һәм мин, уға киттек. Мос­тай ағай өйҙә яңғыҙы ине. Сәй әҙерләне, оҙон-оҙаҡ итеп ихластан һөйләшеп ултырҙыҡ. Һүҙ тормош, әҙәбиәт тураһында барҙы. Һуңынан Мөнир Ҡунафин был осрашыу тураһында матбуғатта тулыһынса яҙып сыҡты. Мин иһә бөгөн, ул саҡтан егерме йылға яҡын ваҡыт үткәс, ҡәләм алырға баҙнат итеп, һәр һүҙгә, фекергә туҡталып тормайынса, интервью рәүешендә әҙәбиәткә ҡағылышлы, шағирҙың уй-фекерҙәрен асып һалырлыҡ һөйләшеүҙәрҙе генә уҡыусыға еткерәм.

Булат Тимерғәлиев:
— Мостай ағай, һүҙҙе шунан башлайыҡ, традицион һорау булһа ла, уны бирмәү мөмкин түгел: һеҙ ҡасан һәм нисегерәк яҙыша баш­ланығыҙ? “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан да беләбеҙ: һеҙҙең дә, дуҫығыҙ Әсҡәттең дә шул ваҡытта уҡ шағирлығы асылған...

— Һәр шағир һәм яҙыусы, үҙенең биографияһын саҡ ҡына үҙгәртеп, һуңынан әҫәр ижад итә. Ул төҫмөр­ләгән нәмәләрҙе ысынбарлыҡҡа ҡабул итәһең. Шуның һымаҡ Әсҡәт тә ҙур шағир булырға тейеш булғандыр. Күршеләргә арнап төрлө шиғыр сығара, таҡмаҡ әйтә торғайны. Тағы ике егет бар ине: Ибраһим һәм Исмәғил. Ибраһим менән Әсҡәт уңған, бөтә йорт эштәрен алып бара тор­ғайны, ә Исмәғил ялҡауыраҡ булды. Шуғамы, уны үсекләп, Әсҡәт таҡмаҡ сығарҙы: “Исмәй һары тун кейгән, күтәне ергә тейгән”, — тип (ихлас көлә). Мин уны әҫәрҙә: “Исмәғил яңы тун кейгән, сабыуы ергә тейгән”, — тип үҙгәрттем. Исмәй бәләкәй ине, ә тунының сабыуы, ысынлап та, ергә тейә яҙып йөрөй торғайны. Тағы ла Ҡаһарман исемле күрше булды. Уға арнап: “Ҡаһарман ашлыҡ тота, һырт буйы ҡара көйгән”, — тигәнде сығарҙы.

Шундай образдар тыуҙыра торғай­ны Әсҡәт бәләкәй сағында уҡ. Үҫкәндә бит ата-әсәңә ҡарағанда үҙеңдең мөхитендәге балалар күберәк тәьҫир итә. Үҙеңдән атаманыраҡ малайға оҡшарға, үҙеңдән йорораҡҡа эйәрергә тырышаһың. Бәлки, шул уҡ Әсҡәттең йор һүҙле, тәбиғәткә яҡын булыуы, тәби­ғәттең телен белеүе уға иғтибар итергә сәбәпсе булғандыр. Уның һүҙ­ҙәрен күңелемә яҡын алып үҫкәнмен­дер. Минең ижадыма тәьҫир иткән икенсе сығанаҡ — Оло инәйем. Ғүмер буйы һөйләйем: илаһи кеше ине. Үҙемдең инәйем миңә тән бирһә, Оло инәйем йән бирҙе.

Ә былай бала саҡта уҡ, йәштән үк балалар, йәштәр гәзитенә хәбәрҙәр яҙыштым, шиғырҙар баҫыла торғайны. Ниңә һәм ҡасан шиғыр яҙа башлауымды әйтеүе ҡыйын. Кеше ҡасан йырлай башлауын иҫләмәй бит, шуның һымаҡтыр инде ул. Күңелгә бәләкәйҙән килгәндер, тулышҡандыр. Сәйфи Ҡудаш минең ауылдаш бит. Ул шағир булғанға яҙыша башланым тип әйтә алмайым. Бәлки, уның да тәьҫире булғандыр.

Ғәҙәттә бит шағир кеше әллә ҡайҙа тыуған тип уйлайһың. Шулай өйрәнгәнбеҙ. Ә үҙ ауылымдағы кеше шағир булғас, бәлки, минең дә шиғыр яҙырға хоҡуғым бар, тигән уй килгәндер. Тәүге ижадым йәштәр гәзите менән ныҡ бәйләнгән. “Йәш коммунар”, “Ленинсы” һәр әҫәремде, хәбәремде, шиғырымды баҫты.

Мөнир Ҡунафин:
— Тәүге поэмағыҙ ҙа ошо гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан...

— 1938 йылда “Иҙел ташҡанда” тигән ҙур поэмам баҫылды. Ғариф Ғөзәйер исемле бик шәп журналист бар ине, шул баҫты. Мирхәйҙәр уҡып сыҡты ла: “Һиңә дан кәрәкме, әллә мал кәрәкме?” — тине. Мин әйтәм: “Студент кешегә ниндәй дан кәрәк инде, бына күрәһегеҙме, салбар туҙған” (ихлас көлә). Баҫылып сыҡҡас, хәтерҙә әле, туҡһан һум аҡса бирҙеләр. Салбарҙан тыш, туфли ҙа килде. Яңы түгелдәр, кәнишнә, “талчук”тан алдым. Шулай ҙа уйлап ҡуям: хәҙер бер поэмаға салбар менән туфли алып буламы икән?

Тәүге китабымды комсомолдың егерме йыллығына арнап сығарҙылар. Вәли Вәхит менән бергә. Ул ваҡытта ла булды күмәкләп китап сығарыу. Әлбиттә, дөйөм ҡыйыҡ аҫтында өйҙәш йәшәүе эш түгел. Бер ваҡыт татар яҙыусыһы Ғүмәр Бәширов менән минең повесты ҡайһылыр нәшриәт, әллә педагогик, уныһын иҫләмәйем, бер китап итеп сығарырға булған. Бәширов хат яҙған: “Һин ризамы һуң шуға, мин ризалыҡ бирҙем инде. Ләкин икебеҙҙе бер ҡыуышҡа һалалар. Һин мине ситкә этәреп, ҡыуып сығарма инде. Шунда һыйышып йәшәйек”, — тигән (ихлас көлә).
30 – 40-сы йылдарҙа, заман шулай ине, олораҡ яҙыусылар аңлы рәүештә йәштәрҙе әҙәбиәткә етәкләп тигәндәй алып килеп, үҫтерә башланы.

Бүтән заман булһа, бәлки, ун туғыҙ ғына йәштә китабым сыға алмаҫ ине. Яҙыусылар союзында тағы бер изге һәм мөһим эш башҡарылды: өлкән яҙыусылар башлап яҙыусыларҙы үҙҙәренә бүлеп алды. Баязит Бикбай союзға барған да: “Мостайҙы береһенә лә түгел, үҙемә бирегеҙ”, — тигән. Тәүҙә рухы менән йыраҡ кеше һымаҡ тойола ине миңә. Бергә эшләй, ижад итә башлағас, ул үҙ атайым һымаҡ яҡын булып китте.
Беҙ бәләкәйерәк саҡта ла, йәшлек дәүерендә лә уҡып кеше булыу тигән нәмә бик ныҡ алға һөрөлә торғайны. Хәҙер уҡый-уҡыйҙар ҙа һатыу эшенә тотоналар. Элек киреһенсә ине...

Рәлис Ураҙғолов:
— Мостай ағай, бына һеҙ йәш­тәрҙе олораҡ, тәжрибәлерәктәргә беркетеп ҡуя, һуңынан өлкән яҙыу­сылар уларға ижад юлында кәңәш­тәре менән ярҙамлаша торғайны, тинегеҙ. Әле лә был изге эште башҡарып булалыр бит?

— Әлбиттә, әҙәбиәткә кешене етәк­ләп индереп булмай, ләкин күренгән­дәренә ярҙам итеү бик һәйбәт булыр ине, сөнки бына бит мин, мәҫәлән, бөтә йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып бара алмайым. Дөйөм китапта сыҡҡандарын да хәтерҙә ҡалдырмаҫҡа мөмкин. Ә тегеләй иткәндә, һәр оҫта үҙенә шәкерт тәрбиәләй ала һәм шулай тейештер, тип уйлайым. Әйтәйек, Рәмиҙәр, Сафиндарҙан ун йылға өлкән булһам да, улар менән гелән аралаштым. Һуңғараҡ килгән быуындан шағир, шағирәләр минең ярҙамға мохтаж булмаһа ла, аралашып, һөйләшеп, кәңәшләшеп тигәндәй йөрөлдө, ижадтары күҙ алдында булды. Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Тамара Искәндәрова, Зарема Әхмәтйәно­ваның ижады менән ҡыҙыҡһынып барҙым. Шунан һуң, йәштәр, үҙегеҙгә әүҙем булырға кәрәк. Бер заман Буранбай Исҡужиндың шиғырҙарын уҡып сыҡтым да, бик оҡшағас, хат яҙҙым: “Һинең менән мин танышмы, күрешкән бармы?” — тип ҡуйҙым һуңынан. Унан шаярыу ҡатыш яҙылған ошондайыраҡ йөкмәткелеһе килде: “Бар, йыраҡтан ғына ҡарап йөрөйөм. Килеп ҡағылһам, уҡағыҙ ҡойолор тип ҡурҡам”, — тигән (ихлас көлә). Шуның һымаҡ, уҡа ҡойолоуҙан ҡурҡырға ярамай, ижад кешеләренә аралашырға кәрәк.

Ижадҡа килгәндә, мин йәш айырмаларын иҫәпкә алмай торғайным, әле лә уға ҡарамайым. Бына Агиш ағайҙы алайыҡ. Беҙҙең йәш араһы ун дүрт йыл, һуғышҡа тиклем мин уны, йәштәштәремә эйәреп, “ағас тел”, Агиш йәки Сәғит тип йөрөй инем. Һуғыштан һуң “Сәғит Агиш”ҡа күстем. Ҡыҙыҡ ине ул, ауыҙында һүҙ торма­йыраҡ ине. Алдан уҡ: “Һин быны бере­һенә лә һөйләргә ярамай, тип әйт, шул ваҡытта уны һөйләмәйем. Әгәр ҙә запрет булмаһа, мин һөйләйем. Шуға ла сереңде кешегә сисеп барма”, — ти торғайны. Йәш айырмаһына килгәндә, Хәй бар ине. Минән күпкә оло кеше. Ләкин ошо ара һиҙелмәй тор­ғайны, дөрөҫөрәге, үҙҙәре һиҙҙер­мәне, айырып ҡараманы. Ғәйнан Әмири, мәҫәлән, йәштәрҙең һәләтен асырға яратты. Һуңынан: “Ошо кешене мин шағир яһаным”, — тип ғорурланып һөйләр булды. Рәмиҙе лә тәүгеләрҙән булып: “Бының тауышы йыраҡ яңғырар әле”, — тине.

Мөнир Ҡунафин:
— Ижад кешеһенә мөхит тә кәрәк бит инде...

— Бик кәрәк. Йәштәргә генә түгел, бөтәбеҙгә лә кәрәк. Миңә лә кәрәк. Гетеның бер һүҙе бар: “Боронғо Рим йәки грек драматургтарының әҫәрҙәре юғары кимәлдә ҡуйылған, сөнки Грецияла рухи мөхит һәм кешеләрҙең ижади мөнәсәбәттәре юғары булған”. Мөхит кәрәк, бик кәрәк.
Бына мин шуға аптырайым, тәүге шиғырҙарымды уҡып ҡараһам, оят, хатта уҡырға оят. Хәҙер уны бишенсе класс балалары ла шәберәк яҙа. Ә күңелдә булған ижади көстө нәҡ ошо мөхит асҡан. Әйтәйек, 1939 йылда, миңә егерме йәш тә юҡ, тыуған ауылым Келәшкә киттек: Агиш, Хәй, Кирәй Мәргән. Ун туғыҙ йәшлек шиғыр яҙыусы малайҙың ауылына! Ул ваҡытта бит барып ял итеп ҡайтыу ғына юҡ ине, клубта шиғыр уҡырға ла кәрәк. Оло шағирҙар атайым, әсәйем менән танышты. Атайым, аптырап, Агишҡа әйткән: “Нишләп оло башың менән бынау тайға эйәреп ҡайттың?” — тип. “Тайың эйәрерлек булғас, ҡайттым инде”, — тигән Сәғит (ихлас көлә). Атайым тәкә һуйырға булғайны, Хәй былай ти: “Беҙгә бер нәмә лә кәрәкмәй, еңгә, һин беҙгә картуф бешер”. “Ярар, ярар”, — ти Оло инәй. Беҙ Дим буйынан ҡайтҡансы, Хәй картуфҡа “ташланған” (көлә). Бына шулай ижадта йәш айырмаһы булырға тейеш түгел, ә ижади мөхит мөһим.

Мөнир Ҡунафин:
— “Үлмәҫбай” поэмаһында Твар­довскийға оҡшарға тырышыу булманымы?

— Яҙа башлағанда Твардовскийҙың ошоға оҡшаш поэмаһы барлығын бөтөнләй белмәнем. 1942 йылда урман эсендәге госпиталдә ятҡанда, әлбиттә, яңыраҡ аяҡҡа баҫҡас, башта ошо поэманы яҙыу теләге тыуҙы. Бик матур көҙ ине. Һуғышта ҡорал һәм ғәскәр генә түгел, һүҙ ҙә еңә. Үҙемсә башҡорттоң рухын да, булмышын да асып биреү, сағылдырыу өсөн бына ошондай әкиәт формаһын ҡулланып поэма яҙҙым, сөнки һуғышта совет власы ғына түгел, бөтә халыҡтың тарихи яҙмышы хәл ителде, шуға күрә аңлы рәүештә рух күтәрерлек әҫәр кәрәк ине. Был — бер. Икенсенән, һалдат фронтта гелән һалдат булып ҡына йөрөмәй. Әҙ генә ваҡыттары булһа, берәүҙәр хәл алһын өсөн аяҡтарын күтәреп ята, икенселәре, дәртлерәктәре, бейей шунда. Ә берәү гармун уйнай. Ирмәк һүҙ, йор һүҙ бик ҡәҙерле ине. Шунан 1944 йылда ғына Твардовскийҙың поэмаһы ҡулыма килеп эләкте лә үҙемдең поэманы яҙыуҙан туҡтаным.

Рәлис Ураҙғолов:
— Дауам итергә иҫәп бар инеме?

— Туҡтатыуым дөрөҫ тә булғандыр. Твардовскийҙың поэмаһы — үҙе айырым әйбер, мин инде һалдатҡа үҙе­беҙҙең халыҡҡа ғына хас сифаттар һалырға, уның холҡон асып бирергә тырыштым. Һуғыштан һуң тәржемә ителеп, рус гәзит-журналдары ла баҫты, тик берәү ҙә уны әкиәткә тиңләмәне, сөнки һуғышта ул йәшәргә хаҡлы ине.

Булат Тимерғәлиев:
— Назар Нәжми мәрхүм: “Әҙә­биәттә хәҙер сүп-сар күбәйҙе”, — тип зарлана торғайны. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?

— Сүп-сар тигәндән, мин ундай һүҙ­ҙе ҡулланмайым. Кемдеңдер күңе­ленән сыҡҡан әйбер бит ул. Ғү­ме­ремдә бер кемгә лә “бездарный” йәки “талантһыҙ” тип әйтмәнем, сөнки ул булдырғанса эшләгән. Ҡалғаны инде — халыҡтың эше, иләктән иләү — тән­ҡитселәрҙең, әҙәбиәт ғалим­да­рының эше. Әҙәбиәтебеҙҙең дөйөм кимәле хәҙер түбән түгел, әйтәм бит, мәктәп уҡыусылары балалар гәзитен­дә баҫтырған шиғырҙы улар йәшендә яҙа алмай инем. Әйтәйек, һуғышҡа тиклемге прозаның да эстетик художество кимәле юғары түгел ине, сөнки башланғыс осор булды. Сүп-сар тигәндән, уны күтәреү тенденцияһы, ошо сүп-сарҙы хазина итеп күрһәтеү ҡурҡыныс.

Рәлис Ураҙғолов:
— Күпселектә ижадҡа кеше гәзит аша килә йәки ижад итә башлағас, ошо юлдан китә. Ҡайһы бер яҙыусы, шағирҙан “Гәзит эше кешене игәй, телде боҙа, ғөмүмән, ижадҡа ҡамасаулай” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Быға, Мостай ағай, һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

— Әлбиттә, бөтә эш тә ваҡытты ала инде ул. Ләкин берәүҙәр гәзиттә эшләмәй ҙә аҙ яҙа. Мәҫәлән, мин ғүмер буйы йәмәғәт эштәре менән мәшғүл булдым, депутат саҡтарымда кеше йомошо, мәшәҡәттәре менән күп йөрөнөм. Шулай ҙа булған ваҡытты нисек тә файҙаланырға тырыштым. Барыбер яйы сыға. Яҙыусы яҙмай түҙергә тейеш түгел. Миҫалға Хәсән Туфанды алайыҡ. Ул ун алты йыл һөргөндә йөрөп ҡайтты. Беҙ уны вокзалда ҡаршыланыҡ та өйөнә барҙыҡ. 1956 йыл ине. Ашарға ултырып, табын әҙерләнеләр. “Һөргөндә ҡыйын булғандыр инде, Хәсән ағай”, — тибеҙ, һүҙ башларға булып. “Ҡуйығыҙ әле, әйҙәгеҙ, эсәбеҙ. Әҙәбиәт һәм һөйгән йәребеҙ шиғриәт хаҡында һөйләшәйек”, — ти ул. Һөргөндә йөрөгән кеше бик күп шиғыр яҙып ҡайтҡайны! Быны мин “Шиғыр яҙырға ваҡыт юҡ” тигән кешеләргә яуап итеп әйтәм. Әгәр кешенең рухында бар икән, ул бер нәмәгә ҡарамай яҙырға тейеш.

Булат Тимерғәлиев:
— Һеҙҙең “Боронғоларға эйәреп” тигән робағиҙарығыҙ бар. Моғайын да, ундай фәлсәфәгә ҡоролған әҫәрҙәрегеҙ күптер инде?

— Ундай нәмәләр яҙған юҡ ине элгәре. Шуның өсөн “Боронғоларға эйәреп” тип ҡуйҙым, сөнки робағиҙар­ҙы яҙа барам. Ҡайһы саҡта шиғри юлдар ҙа килеп китә. Ғөмүмән, яҙған әйберҙәремде баҫтырҙым. Рус донъяһындағы ҡайһы бер яҙыусылар: “Совет власында беҙ берҙе яҙҙыҡ, тик өҫтәл аҫтына һалып ҡуйҙыҡ”, — тип маҡтана. Йәнәһе, шәп булғандар — власҡа ҡаршы сыҡҡандар. Бер романды совет власы өсөн яҙа ла, икенсеһен уға ҡаршы яҙып, һалып ҡуйғандар, йәнәһе. Нишләп инде яҙыусы ике йөҙлө булыуы менән маҡтанырға тейеш?! Элек тә әйтә килдем, миңә килгәндә, замана менән килешеп йәшәнем. Ысынлап та, уйлап ҡарағыҙ әле, юҡҡа ғына рус зыялылары “Пропадет мой башкир” тигән ҡарашта булмаған бит. Йәндәре көйөп, әрнеп әйтелгән был һүҙҙәр. Бигерәк тә ун туғыҙынсы быуаттың икенсе ярты йыллығында. Революцияны һәр кем төрлөсә ҡабул иткән, әммә беҙҙең халыҡҡа ул юл асты. Быны мин һеҙгә генә әйтмәйем, сығыштарымда ла әйтәм, яҙам да. Мәҫәлән, заманында Францияла булдым. Бер ҡаланың колледжында йәштәр осрашыуға саҡырҙы. Шунда: “Бына һеҙҙә революция бик ҡанлы булған, батшаны ғаиләһе менән һәләк иткәнһегеҙ”, — тинеләр, үпкә белдерҙеләр. “Әлбиттә, батша үлтереү — насар эш, — тинем мин. — Беләһегеҙме, батша үлтереүҙе кем башлаған? Батшаның башын ҡырҡыуҙы һеҙ башланығыҙ бит. Уның башын ҡырҡҡан, Бастилияны алған көндө байрам итәһегеҙ...” Нисек ҡарайһың бит тарихҡа. Бастилияны алғандан, йәғни ошо ҡанлы француз революцияһынан һуң, Франция яңырып, бар яҡлап та үҫеп китә, сөнки монархия үҫеше ғүмерен йәшәп бөтөргән булған. Бөгөн беҙҙә лә: “Совет власы заманында алама ине, фәлән дә төгән”, — тип һөйләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта, институттарҙың, гәзиттәрҙең, театрҙарҙың фәлән йыллығын үткәрәбеҙ, тиҙәр ҙә, совет власы беҙҙе харап итте, тиҙәр. Улай булһа, ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул гәзиттәр, институт, театрҙар?

Булат Тимерғәлиев:
— Ҡайһы бер кешенән: “Ошо әҫәремде яҙғанда тетрәнеп яҙҙым”, — тигән һүҙҙәрҙе ишеткән бар. Һеҙ әҫәрегеҙҙе ижад иткәндә ниндәй тойғо кисерәһегеҙ?

— Әҫәреңде яҙған ваҡытта түгел, бәлки, һуңынан үҙең уҡып тетрәнәһеңдер. Ижад ул шундай нәмә — нисек яҙғанды белеп булмай. Ошондай һорауға электән дә әйткәнем бар, әгәр ҙә рәссам Иван Грозный улын үлтереүе тураһында картина ижад иткәндә, илап, тетрәнеп ултырһа, ул картинаны һис яҙып бөтөрә алмаҫ ине. Эйе, миңә әйткәндәре бар: “Һай, ағай, ошо әҫәремде яҙғанда шул тиклем тулҡынландым, тетрәндем”, — тип. Уларға мин: “Кеше тетрәнһен, үҙең тетрәнмә, — тим. — Был һинең эш түгел, тетрәнеү — уҡыусының эше”.

Мөнир Ҡунафин:
— Тыуған яғында пәйғәмбәрҙәр булмай, тиҙәр, һеҙҙе ауылығыҙҙа нисек ҡаршы алалар?
— Бик һәйбәт ҡаршы алалар. Ауылдаштарына, яҡташтарына ҡарата яҙыусының үҙенең дә һәр саҡ йылылығы, рәхимлеге етергә тейеш. Элек хәтере ҡалған ваҡиғаларҙан ҡәләм аша үс алмаҫҡа кәрәк. Мәҫәлән, тыуған ауылыма барған яҙыусылар “Ай тотолған төндә”ге самосуд тураһында һорай икән: “Келәштә шундай ваҡиға булдымы?” — тип. “Булды, булды, тик был урамда түгел, теге­һендә”, — тигән ауылдаштар. Ә Келәш­тә ундай ваҡиғаның булғаны юҡ. Ғөмүмән, мин ижадымда береһен дә рисуай итмәнем. Маҡсатым ул булманы, ә иман, иманлы ауыл тура­һында яҙҙым. Әҫәрҙәремде уҡыған кеше: “Шундай ауыл булмаҫ инде ул”, — тиергә мөмкин. Кешеләрҙе, ауылдаштарымды иманлы итеп күрһәтеүҙән һис зарар юҡ.

Мөнир Ҡунафин:
— Элек халыҡтар дуҫлығы, әҙәбиәт дуҫлығы тигән төшөнсә алға ҡуйыла ине. Әҙәбиәт дуҫлығы халыҡтар дуҫлығын билдәләйме?
— Халыҡтар дуҫлығы булмаһа, әҙәбиәт дуҫлығы ла булмай. Бына хәҙер бөтә нәмәне шик аҫтына ҡуйҙылар: “Халыҡтар дуҫлығы юҡ ине ул, тик партия ғына шулай күрһәтте”, — тиҙәр. Нишләп булмаһын?! Ҡырымға, Ҡаҙағстанға барам икән — үҙ өйөмә кергән кеүек инәм, Латвияға, Литваға, Эстонияға барһаң — ҡабул иттеләр. Литвала дүрт-биш китабым сыҡты, пьесаларым ҡуйылды. Былар төрки илдәр ҙә, мосолман илдәре лә түгел, был — әҙәбиәт иле! Яҙыусылар кем? Халыҡтың пәйғәмбәрҙәре. Тимәк, яҙыусылар, әҙәбиәт дуҫлығы халыҡтар дуҫлығы ла тигән һүҙ. Мәҫәлән, литва шағирҙарының тәржемәләре беҙҙә сыҡҡас, оло яҙыусыларының береһе Межелайтистан хат килде. “Рәхмәт, башҡорт халҡына беҙҙең поэзияны асып күрһәткәнһегеҙ. Башҡорт менән литва халыҡтары араһында күпер һалғанһығыҙ”, — тигән. Дуҫлыҡты шик аҫтына алһалар, ҡойолоп төшәм. Теләһәләр, башҡа ғәйеп тапһындар, ләкин әҙәбиәт дуҫлығы, халыҡтар дуҫлығы тигән төшөнсәне тапамаһындар ине.
Салауат Әбүзәров:
— Мостай ағай, һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы?

— Был һорауға туранан-тура яуап биреү мөмкин түгелдер. Ышанам тиһәм, һеҙгә ни өсөн икәнен аңлатырға тейешмен. Мин Хоҙайҙы бар тип иҫәпләйем, “юҡ” тип әйтергә хаҡым юҡ. Алламы, түгелме — мөһим түгел, йыһандың дөйөм бер гармонияһы бар. Бәлки, минең намыҫымдыр, бәлки, инанысымдыр ул. Миңә яуызлыҡ эшләмәҫкә, яҡшылыҡҡа өндәргә, яҡшы ҡылыҡтар ҡылырға кемдер әйтеп тормай — үҙемдең инанысым бар. Ә Аллаға ышанмайым тип әйтергә хоҡуғым юҡ. Һәр кемдең Аллаһы бар. Берәүҙәр “Алла бирһен”, “Алла ярлыҡаһын” тип, Алланан яҡшылыҡ көтә. Икенселәр “Алла һуҡһын”, “Алла ярлыҡамаһын”, “Алланан ҡурҡ” ти. Алланан ҡурҡырға кәрәкмәй. Алланы ихтирам итергә кәрәк.
Рәлис Ураҙғолов:
— Һеҙҙең комсомол билеты­ғыҙҙы, күкрәгегеҙҙе тишеп, тимер ярсыҡ үтеп ингән. “Теге донъя”ла булып, аңығыҙға килгәс, ниндәй уйҙар кисерҙегеҙ?

— Яраланғанды һиҙмәнем. Урыҫса әйткәндә, шок хәлендә булғанмындыр. Уянып киткәс, операция яһап, тимер ярсыҡты алдылар. Ана шунда ауырта. Ярсыҡты алыр өсөн ҡабырғаны киҫәләр икән. Һуғыштан һуң ошо ҡабырғаларҙы алдылар, минең бер яҡта ҡабырғалар юҡ. Унда ла ныҡ ауыртты. Уйҙарға килгәндә, ундай саҡ­та һис ни уйламайһың. Бер үлем­дән ҡотолғас, ҡалғаны ваҡ нәмә булып тойола. Иң ауыры операция эшләгән мәлдә булды. Бәлки, мин саҡ ҡына сабырмындыр, ваҡ-төйәкте яратып бөтә алманым. Төрлө ваҡыт, төрлө ҡараштар, төрлө мөнәсәбәттәр ҙә булды тормошта. Аҙ ғына ауырлыҡтар булһа, Муса Йәлил иҫкә килә лә төшә: ниндәй шарттарҙа бит ул шиғыр яҙған! Сөнки туранан-тура мәңгелек менән мөнәсәбәткә ингән. Тормошта әллә нәмәләр, ҡытыршылыҡтар аша үткән һымаҡһың, һәр нәмәгә йәбешеп барғандайһың. Ошо ваҡыт аҙым һайын “кейемең”де таҫлап, таҙалап торғансы, кит тә бар. Саҡ ҡына тейер ҙә, саҡ ҡына йыртылыр ҙа “ыштаның”. Ә һәр бер сәнскене алып, берәмләп сүпләй башлаһаң, ғүмерең дә етмәҫ. Шуға ваҡ-төйәккә иғтибар итмәйем, итмәҫкә тырышам.

Миңә йыш ҡына “Әгәр ҡайтанан тормошта йәшәргә мөмкинлек булһа, нисегерәк йәшәр инегеҙ?” тигән һорау бирәләр. Был һорауҙың ерлеге юҡ, тим, сөнки “әгәр” тигән төшөнсә юҡ. Ҡайһы саҡ: “Әгәр был юлдан китһәк, абынмаҫ инек”, — тиҙәр. Киткәнһең инде, йығылғанһың. Тик ваҡытында торорға, ошо тормошта лайыҡлы йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңә барырға кәрәк. Тағы ла шуны әйтке килә: һуңғы ваҡыт “Кешенең рухы ҡартаймай” тиергә, яҙырға ярата башланылар. Нормаль кешенең йәше үтеү менән рухы ла ҡартая. Ҡартаймай икән, тимәк, был кеше диуана булып сыға. Олоғайғас бер ҙә бит кеше бала саҡтағы һымаҡ ямғырҙан һуң ялан тәпәй сығып йүгермәй. Шулай булғас, олоғая килә кешегә аҡыл инә, тора-бара үҙе менән бергә рухы ла ҡартая.

Рәлис Ураҙғолов:
— Мостай ағай, һеҙҙең мөхәббәт тураһында шиғырҙарығыҙ күп. Рауза апай, башҡаға арнайһың, тип үпкәләмәй инеме?

— Бер ваҡытта ла ҡулына тейгән, бүтәнгә исемләнгән шиғырҙарҙы тикшереп, кемгә арналғанын һорап маҙама теймәне. Шағир күңелен аңлай ине. Минән шулай уҡ йыш ҡына: “Тормош иптәшегеҙ ижадығыҙға нисек ярҙам итте?” — тип һорайҙар. Ҡамасауламаһа, шунан да оло ярҙам юҡ, тим (ихлас көлә). Ижадты яҡын-тирәләгеләрҙең аңлауы кәрәк.

Булат Тимерғәлиев:
— Һеҙ — үҙегеҙҙе ижадта төрлө яҡлап, төрлө жанрҙарҙа күрһәткән яҙыусы. Әҫәрҙәрегеҙҙе яҙғанда бер уңай классиктарҙың да ижад емештәрен уҡып барҙығыҙмы?

— Мин, ғөмүмән, йығылып ятып китап уҡыманым. Тик кәрәктәрен генә уҡырға тырыштым. Мәҫәлән, Прометей тураһында трагедия яҙғанда уға арналғанды уҡыным. Былай мифты белә инем, әммә әҫәрҙә уны кешегә оҡшатырға, ысынбарлыҡҡа әйләнде­рергә кәрәк булды. Ғөмүмән, үҙемде ҙур белемле ғалим тип иҫәпләмәйем, әммә белгәнемде файҙалана алдым. Ҡайһы кеше бик күпте белә, аптырайым, ниңә ошо белемдәрен файҙаланмай улар?! Ижадсы кешегә, моғайын, наҙанлыҡ килешмәһә лә, үҙеңдең башыңды артыҡ, кәрәкмәгән мәғлүмәт менән тултырыу ярамайҙыр.

Ваҡытҡа килгәндә, шуны әйтер инем. Донъяла минең йәшкә еткәндәр, миңә биргән һымаҡ бирелгән һәләт­леләр тау-тау әҫәрҙәр яҙа. Бирелгән һәләтте файҙаланып, мин дә күберәк яҙырға тейеш инем. Ләкин йәмәғәт эштәре, фәлән-фәсмәтән... Шулай ҙа миндә: “Гәзиттә эшләйем әле, яҙмаҫҡа ла мөмкин. Депутатмын, халыҡ эше менән йөрөйөм, бына ауылда мәктәп астырҙым, клуб һалдырҙым — маҡтанырлыҡ урын бар”, — тигән фекер һис тыуманы. Бына һеҙ йәш әле, электән дә әйткәнем булды, талант эшләргә тейеш. Мәҫәлән, Вәлидиҙән өлгө алырлыҡ. Хатта баҫмасылар яғында һуғышып йөрөгән ваҡытында ла китапханаларҙа, мәсет архивтарында шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан бит. Бына ошо миҫал ғына ла — күптәргә ҙур һабаҡ. Мин дә, төнө буйы уйланып сығып, сәғәт алтынан тороп эшкә китһәм дә, аҙ ғына ваҡытымды ла ижадҡа арнарға тырышам. Әйткәнемсә, һәләт бирелгән икән, талант эшләргә тейеш, һис бер нигә ҡарамай эшләргә бурыслы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 424

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 319

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 390

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 120

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321