Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яугир һәм ғалим
Яугир һәм ғалимОшо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған булыр ине. Ул 2001 йылда арабыҙҙан китте. Шәхестең ғилми хеҙмәттәре, айырыуса яу осоронда Башҡортостан тарихына арналғандары әле лә көнүҙәк.

Тәмимдәр Әхмәҙиев 1923 йылда Бәләбәй кантонына ҡараған Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында (хәҙерге Миәкә районы) ишле ғаиләлә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Һуғыш уты тоҡанғас, 1941 йылдың октябрендә әрмегә алына һәм оҙаҡламай фронтҡа оҙатыла. Декабрҙән алып Үҙәк, Төньяҡ-көнбайыш фронттарында 47-се уҡсы бригада составында Мәскәү өсөн алышта, Калинин, Новгород, Ленинград өлкәләрендә барған һуғыштарҙа ҡатнаша.
Йыш ҡына уны разведкаға ебәрәләр. Бер ваҡыт Әхмәҙиевтең төркөмө дүрт “тел” менән әйләнеп ҡайта. 1942 йылдың 30 апрелендә йәш сержант Старая Русса ҡалаһы эргәһендә барған һуғышта ҡатнаша. Ул хеҙмәт иткән взвод был алышта фашистарҙың бер батальонға яҡын һалдатын юҡ итеп, хәрби бойороҡто үтәй. Әхмәҙиев үҙе генә 16 немецтың башына етә, әммә, ике аяғы ла яраланғас, госпиталгә ебәрелә. Һуңынан ул хәтирәләрендә бына нимә тип яҙып ҡалдырған: “1942 йылдың февралендә тимер юл буйлап Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа килдек. Һуғышта 1-се батальон составында ҡатнаштым. Шул йылдың 30 апрелендә Черенчицы һәм Ходыни ауылдары өсөн барған яуҙа яраланып, тылға оҙатылдым. Осташков ҡалаһынан (Калинин өлкәһе) йыраҡ түгел Селигер күлендәге утрауҙа урынлашҡан 3037-се ялан госпита­лендә дауаландым”. 1942 йылдың авгусында ул үҙ ротаһында йәнә хәр­би сафҡа баҫа. Көҙ Ловать йылғаһы яғында барған һуғыштарҙа ҡатнаша.
1943 йыл башында Тәмимдәр Әхмәҙиев радиотелеграфсы, танкист һөнәрҙәренә уҡып сығып, 238-се танк бригадаһында радист-пулеметсы булараҡ хеҙмәтен дауам итә. Украина ерҙәрен дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша. Награда документында: “Экипаж менән бергә Әхмәҙиев иптәш Никитовка, Железное ауылдары өсөн барған яуҙа танкка ҡаршы ата торған өс пушканы, бер взводҡа яҡын һалдат һәм офицерҙы юҡ итте. Яуҙа үҙен батыр, сая танкист итеп күрһәтте”, – тиелә.
Һуңынан Тәмимдәр Хажиғәли улы хәтирәләрендә шулай яҙа: “1943 йылдың сентябрь башында беҙҙең 238-се танк бригадаһы 5-се удар армия составында Донбассты азат итеү һуғыштарында ҡатнашты. Уҡсы частар менән берлектә Донецк өлкәһе­нең унлаған ауылын азат иттек... Сентябрь аҙағында бригадабыҙ һуғышсыларынан бер төркөм орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Беҙҙең танк командиры лейтенант Николай Гусаров — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, экипаж ағзалары – ҡороусы сержант Петр Егоров, атыусы-радист Александр Кузнецов һәм мин, сержант механик-водитель Тәмимдәр Әхмәҙиев “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булдыҡ”.
Дөйөм алғанда, Бөйөк Ватан һуғышында Т. Әхмәҙиев III дәрәжә Дан ордены, ике “Батырлыҡ өсөн”, “Мәскәүҙе һаҡлаған өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғы­шында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Артабанғы яуҙарҙың береһендә, 1943 йылдың 26 сентябрендә, танкка снаряд тейә. Т. Әхмәҙиев, ҡаты яраланһа ла, янған техниканан сыға ала. Алты ай буйы Махачкала госпиталендә дауаланғандан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла.
Ауылға ҡайтҡас, Миәкә районының Елдәр ауылында уҡытыусы булып эшләй. К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институ­тының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1952 йылдан партияның Стәрлетамаҡ өлкә комитетында, аҙаҡ ҡала комитетында лектор булып эшләй. Бер үк ваҡытта шундағы марксизм-ленинизм киске институты директоры вазифаһын да башҡара. Был осорҙа Т. Әхмәҙиевтең тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта. Һөҙөмтәлә ул 1959 йылда СССР Фәндәр академия­һының Башҡортос­тан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына килә. Шул көндән алып утыҙ йылдан ашыу учреждениела тәүҙә – кесе, унан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Баштан уҡ ул совет осоро буйынса институтта яҙылған бар коллектив хеҙмәттәрҙә әүҙем ҡатнаша: “Баш­ҡорт­остан АССР-ы тарихы буйынса очерктар. II том (Совет осоро)” (1966), “Башҡортостан АССР-ында Совет эшсе класының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше. 1-се бүлек” (1971), “КПСС-тың Башҡортостан ойошмаһы тарихы буйынса очерктар” (1973), “Өфө тарихы: Ҡыҫҡаса очерк” (1976; 2-се баҫма – 1981). Был китаптарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осор һүрәтләнгән бүлектәрҙе яҙа. 1969 йылда “Башҡортостан АССР-ында һуғышҡа тиклемге биш йыллыҡтарҙа эшсе класының формалашыуы һәм үҫеше” тигән темаға кандидатлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай. Ғөмүмән, Т. Әхмәҙиев Башҡортостандың 1928 – 1941 йылдарҙағы тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индерә.
70-се йылдар башынан ул Баш­ҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихын өйрәнә. “Батыр­лыҡ һәм героизм документтары” (1980) һәм башҡа йыйынтыҡтарҙы төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Был баҫма­ларҙың республиканың Совет осоро тарихын өйрәнеүҙә әһәмиәте ҙур булды. Оҙаҡ ваҡыт төрлө үҙәк һәм урындағы архив материалдарын йыйыу һәм үҙләштереү бушҡа китмәй. 1984 йылда Тәмимдәр Хажиғәли улының “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан АССР-ы” тигән монографияһы донъя күрә. Аныҡ мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән, бихисап яңы ғилми проблемаларҙы яҡтыртҡан хеҙмәт күптән инде классик әҫәрҙәр рәтендә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостан тарихын өйрәнгән һәр тикшеренеүсенең иң кәрәкле әсбабына әүерелде.
1991 йылдан Тәмимдәр Хажиғәли улы, хаҡлы ялда булһа ла, фәндән айырылмай. Яу тарихын өйрәнеүҙе дауам итә ул. “Башҡортостан — Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарында” документтар һәм материалдар йыйын­тығын төҙөүҙә ҡатнаша, республи­каның Еңеүгә индергән өлөшө, Миәкә районынан сыҡҡан яугирҙәр күрһәт­кән батырлыҡтар тураһында брошюралар сығара. Һуңғараҡ генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған хеҙмәте донъя күрә. Тарихсының төп иғтибары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы яу юлын яҡтыртыуға йүнәлтелә. 1999 йылда сыҡҡан был хеҙмәт — республикала һуғыш йылдарында ойошторолған хәрби частарҙың тарихын яҡтыртҡан иң уңышлы китаптарҙың береһе. Унда дивизияның данлы юлы төрлө документтарға таянып, төплө, аныҡ өйрәнелгән.
Һуңғараҡ, XXI быуат башында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сы­ғарған коллектив хеҙмәттәрҙә Т. Әх­мәҙиевтең Бөйөк Ватан һуғышы осоро буйынса яҙылған бүлектәре лә урын алған, әммә уларҙы автор­ҙың үҙенә күрергә насип булмай.
Тәмимдәр Хажиғәли улының ғилми хеҙмәттәре, әйтелгәнсә, әле лә көнүҙәк. Улар алдағы тикшеренеү­ҙәргә төплө нигеҙ булып ҡала.

Р. СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре докторы;
Ш. ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 273

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 435

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321