Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысын халыҡ табибы
Ысын халыҡ табибыЯңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина. Тышлығына күренекле милләттәшебеҙ, эшмәкәрлеге донъя кимәлендә ҡаҙаныш тапҡан Марат Талғат улы Аҙнабаевтың рәсеме ҡуйылған. Эйе, бынан байтаҡ йылдар элек Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уны “халыҡ табибы” тип атағайны. Марат Талғат улы хаҡында күп тапҡыр яҙғаным булһа ла, әңгәмәләр ҡорһам да, был йыйынтыҡты уҡып сыҡмай булдыра алманым. Иң тәүҙә миңә ябай башҡорт ауылында тыуып үҫкән малайҙың анау хәтлем ҙур һөнәри уңыштарға өлгәшеүе ҡыҙыҡлы булһа, икенсенән, уның яҙмышында тотош ошо замандың мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә мәлдәре сағылыш тапҡанын беләм. Эльза Исҡужина кеүек ҡәләм оҫтаһы быларҙың барыһын да нисек яҡтыртты, юғары осоштоң ҙур һынауҙарын ни рәүешле һүрәтләне икән тигән һорауҙар менән тәүге биттәргә күҙ һалам.

Беренсе партала ултырған малай

Былтыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Силәбе, Ҡурған баш­ҡорттарына осрашыуға барҙыҡ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бер нисә тапҡыр ошо төбәктәрҙә милләттәш­тәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәткән табипты был юлы бик һағынып, ҙурлап иҫкә алдылар. Бер ҡараһаң, ябай ғына ғәмәл кеүек: табип ни ауырыуҙарҙы ҡабул итә инде ул, тиерһегеҙ. Эйе, уныһы шулай, ә бит тап милләттәштәренә заманса ҡорамалдар менән дауаланыу, белгес ярҙамын тойоу мөмкинлеген тыуҙырған ул. Етмәһә, хәлеңде вата-емерә урыҫса һөйләп ултырмайһың, ә рәхәтләнеп күҙҙәреңдең ни самалы яфаланыуын аңлатып бирәһең. Бына ошо була ул Рәсәй Федерацияһы составындағы тәүге автономияны яулаған республиканы бар иткән халыҡ зыялыһының үҙ халҡына мөнәсәбәте. Бының бер ниндәй күккә сөйөрлөгө лә юҡ, Марат Талғат улы бары тик халҡына нимә тейеш шуны эшләгән, ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Былар барыһы ла ошо ил граждандарының һаулығын һаҡлау программаларында яҙылған, тик, һәр ваҡыттағыса, беҙ уларҙы үҙебеҙ белеп тә бөтмәйбеҙ, ҡулланырға ла өйрәнмәгәнбеҙ.
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙа тәүгеләр­ҙән булып күҙ микрохирургияһына нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе Марат Аҙнабаевтың фәнни, ижади, уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә арналған китап хаҡында гәзит уҡыусыларға ла ентекләп һөйләгем килә. Аңлағанға – ишара, ти халҡыбыҙ әйтеме.
Ысын халыҡ табибы“Булыр бала – бишектән” тигән әйтем дә бар халҡыбыҙҙа, шуға күрә Марат Талғат улының бала сағын сағылдырған бүлектә автор уның отҡор, белемгә ынтылыусан булыуы хаҡында һөйләй. Маҡсат ҡуйып, һәр ваҡыт шуға табан атлап йәшәгәндә генә кеше үҙенең асылын эшендә, ана шул ниәттәрендә таба ала, күрәһең. Уға ла, тиҫтерҙәренән алда мәктәпкә барған малайға, башта уҡыу еңел бирелмәгәндер, әммә аҙаҡ ул уҡыу алдынғыһы булып китә, тик “бишле” билдәләренә өлгәшә. Һарытау юридик институтына еңел генә инеп китеү мөмкинлеге булһа ла, ул күңел ҡушыуы буйынса медицинаны һайлай.
Ҡыҙыҡ ул йөрәк саҡырыуы! Кемдер үҙенең эске инанысына таянып, бар булмышын тартҡан донъяға ынтыла, икенселәр файҙалы өлкәне һайлай. Юлдар асыҡ. Һәр кем үҙе теләгәнсә йәшәй, һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа. Юҡҡа ғына белем алғанда ла уны башҡорт медицинаһының өмөтө, киләсәге тип атамайҙар. Тап ошо өлкәлә белем алырға теләү менән бергә Марат Талғат улына уҡыу ҙа еңел бирелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, бөгөн күптәр уның телгә иғтибарлылығына хайран ҡала, яңы башҡорт һүҙҙәре уйлап табыуына, һүҙлек сығарыуына һоҡлана. Ә бит ошо һәләте лә бала сағынан килә. Әҙәбиәткә тартылыу, туған моңға ынтылыш булмаһа, кеше баянда, мандолинала оҫта уйнай алыр инеме? Драма түңәрәгендә лә шөғөлләнеүен иҫәпкә алғанда, әҙер сәхнә кешеһе үҫеп килгән. Ә шиғырҙары хатта район гәзитендә баҫылған. Ул ваҡытта буласаҡ арҙаҡлы прозаик Рәшит Солтангәрәев тә ғәжәпләнеп йөрөгән: ниңә тик ул малайҙың ғына шиғырҙарын баҫалар һуң район гәзитендә?.. Йылдар үткәс, танышып, яҡташтар аралашып йәшәй башлаясаҡ әле.
Теләһә ҡайһы өлкәне алһаң да, ҡайҙа барһаң да, “Уҡытыусың кем?” тип һорайҙар. Был – ғәҙәти хәл. Медицина, йыр сәнғәте, спорт, мәғрифәт... Уҡытыусыһына ҡарап кешенең белем кимәлен генә түгел, зыялылығын да баһалайҙар. Хәйер, был күренеш борондан килә. Диндә лә бит, әгәр остазың юҡ икән, шайтан һинең уҡытыусыңа әүерелә, тиелә. Әгәр инде бына үҙ атайың уҡытыусың булһа, был инде бала өсөн – мең ҡеүәт!
Талғат Аҙнабаев та улына бар яҡлап өлгө, зыялылыҡ билдәһе була. Атаһының эшенә, кешеләргә, балаларға мөнәсәбә­тенә ҡарап бәләкәй Марат теоретик яҡтан ғына түгел, шәхси миҫалда нисек ир-егет булырға, эшеңде яратырға өйрәнеп үҫкән. Шуға ла юғары уҡыу йортонда белем алғанда уға тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән мөнәсәбәт ҡороу, аралашыу, ғилми, ижади йәһәттән фекер алышыу бер ни тормаған. Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан тәүгеләрҙән булып вузда белем алыусы ла ул. Студент М. Аҙнабаевтың уҡыған йылдарында өҫтәмә рәүештә рус теле курстарына, немец теле дәрестә­ренән баш тартып, инглиз төркөмөнә яҙылыуы шул уҡ алдынғы ҡарашлы атаһының юлын дауам итеүе түгелме һуң!
Ысын халыҡ табибыБиология уҡытыусыһы Ғайса Кинйә­ғолов, ауылдағы медицина пункты мөдире Миңлебай Рахманғолов, БАССР-ҙың Юғары суды рәйесе Закир Изгин кеүек яҙмышында осраған шәхестәрҙе ғүмерлек остаздары иҫәпләй Марат Талғат улы. Ошо кешеләр менән аралашыу, алдынғы ҡарашлы фекерҙәр тыңлау уның үҙендә лә ошо сифаттарҙы тәрбиәләгән. Зыялылыҡ билдәһе лә бит бөгөн килеп кенә бар булмай. Ул – ҡандан күсә торған юғары кимәл билдәһе. Үҙебеҙҙең ауылдағы ҡайһы бер әбейҙәрҙең, ете класс ҡына тамамлаған нәнәйемдең үҙҙәрен тотоштарына ҡарап, былар ниндәй юғары нәзәкәтлек институтында ғилем алды икән, тип уйлай торғайным, сөнки уларҙың ипле һөйләшеүе, һүҙһеҙ генә күпте әйтеүе башҡорттоң борондан, ҡандан килгән сифатын һаҡлай.
Шәжәрәһен өйрәнгән Марат Талғат улының да ҡанында ана шул тәрәндән килгән мәртәбә, ҡеүәт ята. Китаптың был бүлеген бик ҡыҙыҡһынып, ғалимдар әйткәнсә, һәр кемдең ғүмер юлына нигеҙ бала са­ғында һалыныуына инанып уҡыла. Юҡҡа ғына фән әһел­дәре бәләкәйҙән сабый­ҙарығыҙҙың ҡыҙыҡһыныуын күҙәтегеҙ, уйындары ла, уйынсыҡтары ла уларҙың киләсәк һөнәрен билдәләр, тимәй. Белемгә ынтылған колхоз рәйесе атаһынан алған етәкселек һыҙаттары уның фән юлын һайлауына, унда ла үҙе етәксе вазифалар биләүенә ишара булған ул.

Фәндә сиктәр юҡ

20 йәшендә Күмертауға практика үтергә барып, Марат Талғат улына ҡулына табип бысағы алырға тура килә. Йәш кеше ҡаушап ҡалмай, аппендиксҡа операцияны уңышлы яһай. Ауырыу оҙаҡ ваҡыт ошо хаҡта һөйләп, уға рәхмәт әйтеп йөрөй. Ҡулыңдан ҡыуан, тигән әйтем бар бит беҙҙең халыҡта. Ана шул ҡотло ҡуллы, күрәһең, Марат Аҙнабаев.
Билдәле табип, уҡы­тыусы Ғабдулла Ҡо­ҙаяровтың тәүге аспиранты булыу бәхете йылмая уға. Һуңғы курстарҙа офтальмология буйынса түңәрәккә йөрөй башлаған егетте күҙ ауырыуҙары донъяһы башкөллө үҙенә йәлеп итә. Бөгөн инде был өлкәне Марат Аҙнабаевтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.
Инглиз телен өйрәнеүгә күсеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирә: ул башҡа илдәрҙә сыҡҡан журналдарҙы, баҫмаларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап бара, үҙенә кәрәк мәғлүмәт туплай. Инглиз телендәге фәнни мәҡәләләрҙең береһе лә уның күҙ уңынан үтмәй. Хатта ҡайһы бер яҙмаларҙы рус теленә тәржемә итә, улар менән совет илендәге ғалимдар ҙа таныша. Сит телде белеү уға унда ординатура үтеү мөмкинлеге лә тыуҙыра. Әммә атай һүҙе һәр саҡ ҡанун була – йәш белгес Ғ. Ҡо­ҙаяровта аспирантурала ҡала.
Ысын халыҡ табибыМарат Аҙнабаев фәнни фекер уртаҡ­лашыу өсөн үҙенсә күпер һала. Үҙенең һәр ваҡыт әйтергә яратҡан фразаһына табип, ғалим бөгөн дә тоғро – фән сиктәргә бүлгәнде ҡабул итмәй. Был, ысынлап та, шулай. Башҡа илдәрҙә тап ошо өлкәлә ҡаҙаныштар бар икән, ниңә уларҙы файҙаланмаҫҡа? Әгәр һинең асыштарың файҙа килтерерлек икән, ниңә уларҙы башҡаларға еткермәҫкә? Киң даирәле ҡарашлы ғалимдың үҙенсәлеген китап авторы бик оҫта тотоп алған.
Бына ошо миҫалдар ғына ла фән менән ҡыҙыҡһынған йәш белгескә, хатта ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән балаларға бер этәргес булыуы ихтимал. Әллә ҡайҙа әллә кемдәр тау күсергән тигәнгә ышанырға ризабыҙ, ә бына үҙебеҙҙең кешеләрҙең ҡаҙаныш­тарын танырға әллә тартынабыҙ, әллә оялабыҙ. Үҙ яҙмаларында М. Өмөтбаев та билдәләп киткән бит башҡорт балалары бик тә фәнгә, математикаға, ижади фекерләүгә һәләтле тип.
Ябай башҡорт ауылынан сыҡҡан башҡорт тархандары вариҫы Марат Аҙнабаев бөгөн дә бар донъяға башҡорт халҡының офтальмология өлкәһендәге ҡаҙаныштарын таныта, башҡорттоң фәнни, ижади ҡеүәтен күрһәтә. Эйе, күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул даими рәүештә ғилми сараларҙа ҡатнаша, фәнни генә түгел, тормош һабаҡтары менән уртаҡлаша, сөнки ғүмер юлында алған тәжрибәһе коллегаларына, ғалимдарға ҡыҙыҡлы.
Йәшләй күҙ ауырыуҙары өлкәһендә аҙ өйрәнелгән, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе күтәргән ғалимдың бөгөн дә сафта булыуы һис ғәжәп түгел. Ғилем – ул тере организм. Ә Марат Талғат улы эшенә яңылыҡты индереүҙе студент йылдарынан һис тартынмаған, донъя кимәлендәге асыш­тарҙы даими күҙәтеп барыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен биргән. Теория менән практиканы бергә алып барыу, бәлки, еңел дә булмағандыр, әммә милләттәшебеҙҙең эшмәкәрлегенә күҙ һалһаң, уның бар эшен ниндәйҙер ихласлыҡ, еңеллек менән яратып башҡарыуын тояһың. Үҙеңдең хеҙмәт һөҙөмтәһен күреү, башҡаларға кәрәкле булыу һәр кеше өсөн күңел талабылыр ҙа әле ул.
Ысын халыҡ табибыТәрәнлек тигән сифат һәр саҡ үҙе эргәһендә киң даирәлек тигәнен дә күҙ уңында тота. Көнбайышта эшләгән коллегаларының эшмәкәрлеген өйрәнеп, мәҡәләләрен уҡып, улар хаҡында СССР баҫмаларында ла үҙ һүҙен әйткән ул. Ҡыҙыҡһыныусан кешегә тәүәккәллек тә хас була. Аппендиксҡа йәшләй “тотонған” кеүек, ул Өфөлә тәүгеләрҙән булып микроскоп аҫтында операция яһай. Ныҡыш­малылыҡ, ал-ял белмәй эшләү һөҙөмтәһе – уның Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының ҡаҙаныштары. Ул индергән “микрооперация” кеүек терминдар хәҙер был өлкәлә киң ҡулланыла, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ иң ҡатмарлы һаналған ғәмәлдәр уңышлы үтә. Микроскопты ҡулланыу, уны даими рәүештә ауырыуҙарға ярҙам өсөн файҙаланыу офтальмология тарихында яңы дәүерҙе асҡан.

Операция өҫтәленә сабый ятһа...

Бөгөн барыһы ла Марат Аҙнабаевтың балалар күҙ табибы икәнен белә. Ә бит заманында яңы тыуған сабыйҙарҙы бысаҡ аҫтына һалып, күҙенә операция эшләү түгел, был хаҡта уйлаған да кеше булмаған. Марат Талғат улы тәүгеләрҙән булып балалар катарактаһы проблемаһы менән шөғөлләнә башлай һәм тәүге аҙымдарынан уҡ уңыштарға өлгәшә. Был хаҡта республика матбуғаты ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә яҙып сығалар. Иҫ китмәле хәл бит – тыумыштан һуҡыр балаларға күреү һәләте ҡайтарыла. Ошо осорҙа табип эшенең нескәлектәрен тәрән төшөнөп, яңы медицина ҡоралдары кәрәклегенә инана һәм тота ла уларҙы үҙе уйлап таба, ҡулланылышҡа индереп ебәрә. Тәүәккәлдәргә уңыш йылмайыуы шул була, күрәһең.
Эшләргә, кешеләргә ярҙам итергә теләгәндәр, ныҡышмал заттар иртәме-һуңмы барыбер үҙ маҡсатына өлгәшә. Бындай уңышлы операцияларҙан һуң М. Аҙнабаевты Өфө оҫтаһы тип йөрөтә башлайҙар. Эшен коллегалары менән берҙәм алып бара табип, етәксе. Һөҙөмтәлә улар күпме патентҡа эйә була. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының яҙмышын хәл итеүҙә лә Марат Талғат улының эше ҙур әһәмиәткә эйә була.
Кем белә, фәнгә нигеҙләнгән һәм даими рәүештә практик ҡыҫылышты талап иткән был клиника бөгөн ниндәй хәлдә булыр ине, әгәр КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров М. Аҙ­набаевтың уңышлы, фиҙакәр хеҙмәтен күреп, уға күҙ ауырыуҙары институтын етәкләүҙе тәҡдим итмәһә? Эйе, ана шундай хәл иткес мәлдәр йылдар үткәс кенә баһалана. Республика яҙмышына битараф булмаған был шәхестең һәр өлкәлә кадрҙар мәсьәләһенә иғтибар итеүен, профессионалдарҙы юғары баһалауын яҡшы күрәбеҙ. Тап ғалим, етәксе Марат Аҙнабаев йөҙөндә институттың яңы осоро башланып, ул Рәсәйҙә инновациялы үҙәккә әүерелә.

Ышаныс ҙур уға

Фән өлкәһендә ҡолас ташлап йөҙөүҙән, шәкерттәрен оло юлға сығарыуҙан тыш, уның сит телдәрҙе өйрәнеүе, инглиз телендә доклад яһауы, медицина тер­миндарының энциклопедик характерҙағы урыҫса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеген төҙөүгә ҙур көс һалыуы – шәхес тормошондағы ғәжәп үҙенсәлекле, яҡты биттәр. Э. Исҡужина китаптағы “Институт­тың алтын осоро” бүлегендә Марат Аҙнабаев етәкселек иткән дәүләт учреждениеһының яңы ҡаҙаныштары, киң ҡоласлы эшмәкәрлеге тураһында ентекләп яҙа. Рәсәй ғалимдары, сит илдәге коллегалары, институтҡа килеп, уларҙың тәжрибәһен өйрәнә башлай.
“Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән күренекле журналист Динә Арыҫланова үҙенең бер мәҡәләһендә былай тип билдәләгәйне: “Көҙгө көндәрҙең береһендә офтальмология мәктәбенә нигеҙ һалған профессор Марат Аҙна­баевтың Төркиәлә төрөк күҙ табипта­рының, ғалимдарының милли конгресынан бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан мәленә тура килдек. Төркиә, Греция, Англия, АҠШ илдәренән өс меңдән ашыу делегатты йыйған сарала яҡташыбыҙ тоноҡланған күҙ яҫмығы урынына яһалма күҙ яҫмығы ҡуйғанда ҡулланылған бик уңайлы ысул тураһында төрөк телендә доклад менән сығыш яһаған. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты клиникаһында яһалма күҙ яҫмығын имплантациялау буйынса бына дүртенсе йыл операция яһайҙар. Ошо хаҡта ул ҙур ғилми конференцияларҙа халыҡҡа еткергән. Профессор төрөк телен үҙаллы өйрәнгән. Төркиәлә дуҫтары ла, хеҙмәттәштәре лә күбәйгән, терминдарҙы тәржемә итеүҙә уларҙың ярҙамынан да файҙаланған. Бындай дәветле топланма (оло йыйын) тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Төркиәлә йыл һайын үткәрелә икән.
Яҡташыбыҙҙың төрөк офтальмолог­тарының милли конгресында халыҡ-ара награда менән бүләкләнеү шатлығын да уртаҡлаштыҡ. Әммә танылған ғалим өсөн уның эшен дауам иткән шәкерттәренең, профессор ғилми дәрәжәһен яҡлап, дауаханаларға етәкселек иткән, үҙ клиникаларын асҡан, оҫта ҡулдары менән күҙ нурҙарын ҡайтарған хирургтарҙың уңыштары барыһынан да өҫтөн һәм ҡиммәт”.
Эйе, Марат Талғат улы, ғалим булараҡ, ғилми докладтары менән офтальмолог­тарҙың халыҡ-ара конгрестарында Япония, Бельгия, Төркиә, Канада, Италия, Иран, Испания, АҠШ, Нидерланд, Ирландия, Франция, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан илдәрендә сығыш яһай, тәжрибә уртаҡлаша. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ул сит илдәрҙә ғилми конференцияларҙа ҡатнаша, унда көтөп алынған белгес. Тап ул – Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты эшмәкәрлеген киң йәйелдереп, матди-техник базаһын нығытып, студенттарҙы, йәш белгестәрҙе был эшкә йәлеп итеп, үҙ артынан күп һанлы күҙ табиптарын үҫтергән уҡытыусы ла.
Боронғо риүәйәттәрҙә лә әйтелгән бит: уҡытыусының эше уның артынан килгән уҡыусыһының кимәле менән баһалана. Үҙенең юлын дауам итер йәштәрҙе күрә белгән, үҫтергән, уларға ҡанат ҡуйған остаздың эшмәкәрлеге шәхси шатлыҡҡа ғына түгел, ә тотош халыҡтың, замандың ҡыуанысына, бәрәкәтенә әүерелә.
Ғалимдың уҡыусылары бөгөн Рәсәйҙең ҡайһы ҡалаһында эшләмәй икән?! Улар заман талаптарына яраҡлы “Доктор Ҡаҙаҡбаевтың лазер клиникаһы”, “Оптимедсервис” лазер үҙәге, “Еврооптик”, “РИА-Медоптик” кеүек клиникалар асҡан. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Австрия, Португалия һәм башҡа илдәрҙә Башҡорт­остан табибының шәкерттәре уның юлын дауам итә, инде үҙ уҡыусыларын тәрбиәләй.
Үткән йылдарға әйләнеп ҡайтып, китап авторы күренекле офтальмолог Святослав Федоров етәкселегендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған М. Аҙнабаев ысын мәғәнәһендә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын яңы халыҡ-ара кимәлгә алып сыға. Абруйлы профессионал, табип Святослав Федоров юҡҡа ғына, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Рәсәй офтальмология үҙәгенә әйләнде, тип әйтмәгән, әлбиттә. Марат Талғат улының ғилми эшмәкәрлегенә һәм абруйына бәйле булған был һүҙҙәр. Башҡортостанға Германия, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Иордания, Кувейт һәм Сүриә кеүек илдәрҙән белгестәр тәжрибә уртаҡлашырға килә икән, тап ғалим, етәксе, остаз М. Аҙнабаевтың киң даирәле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе ул.
Бынан бер нисә йыл элек кенә депутаттар халыҡ депутаты тип атала ине. Бының менән мин ни әйтергә теләйем? Һәр заман халыҡ үҙе ышанған, һыналған кешеләрен депутат итеп күрергә тырышҡан, сөнки тап шул кешенең уларҙың өмөттәрен аҡларына, власть менән киң йәмәғәтселек араһында ныҡлы бәйләнеш урынлашырына өмөт иткән. Табип һәм фән эшмәкәре булараҡ, тыуған яғы халҡы уға үтенес, мөрәжәғәттәр менән килә. Бына шулай башлана депутат М. Аҙнабаевтың юлы. Райондаштарының, тыуған яғы халҡының өмөтөн аҡлап, ул үҙе депутат булған мөҙҙәттә ете мәктәп һалдырыуға өлгәшә. Замандаштары алдындағы бурысын, иңенә алған яуаплылыҡты намыҫ менән атҡарып сыға.
Эйе, китапта шәхестең йөрәген әрнеткән, эшмәкәрлегенә аяҡ салған мәлдәр ҙә телгә алынған. Былар барыһы ла – үткәндәр, әммә кемдер өсөн һабаҡ булыуы ла ихтимал. Әгәр бөгөн беҙ ҡеүәтле Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре, унда фиҙакәр хеҙмәт иткән шәхестәре, ябай халҡы тураһында һөйләйбеҙ икән, тимәк, илдең именлеге, профессиональ белгестәр кимәле, эше менән иҡтисади тотороҡлолоҡ яулауға өмөт итә алабыҙ. Әйтәйек, Марат Талғат улы етәкселегендә институт халыҡҡа ярҙам итеү менән бергә республика ҡаҙнаһын да тулыландырған.
Китапта академиктың тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һәр дата айырым күрһәтелгән, ғалимдың монографиялары, ғилми мәҡәләләре исемлеге яҙылған. Сит ил баҫмаларында сыҡ­ҡандары айырым аталған. Марат Талғат улының офтальмологияға ҡағылышлы мәҡәләләре Рәсәй төбәктәрендә, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония, Италия, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙә донъя күргән. Уйлап табыуҙар, патенттар тураһында ла әйтелгән. Уның уйлап тапҡан ҡулланмалары Мәскәү, Одесса, Минск, Ҡазан ҡалаларында, Урал, Көнбайыш Себер, Алыҫ Көнсығыш, Волга буйы, Урта Азия төбәктәренең медицина учреждениеларына индерелгән.
Ғилми мөхәррирлек, методик рекомендациялар менән дә танышырға була китапта. Марат Талғат улы етәкселегендә күп йәш кеше кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлаған. Уларҙың күләмле исемлеген күреп, йәнә бер тапҡыр арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош асылына төшөнгәндәй булаһың. Бына бит – эшләйем, йәштәрҙе тәрбиәләйем тигәндәр юлын таба, үҫтерә!
Бынан тыш, М. Аҙнабаев хаҡындағы һәр мәҡәлә тип әйтерлек телгә алынған, уларҙың айырым исемлеге бирелгән. Был хаҡта заманында мәҡәлә яҙып, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина һоҡланыуын һәм ғәжәпләнеүен белдергәйне инде: “Бер шәхес тураһында 100-ҙән ашыу кешенең яҙыуы мөмкинме? 2009 йылда академик һәм табип Марат Талғат улы Аҙнабаевтың 70 йәшенә арнап сығарылған библио­графияһында профессор хаҡында донъя күргән мәҡәләләрҙең исемлеген үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, бәлки, быға ышанмаҫ та инем. Әҙиптәр һәм журналис­тар Рәшит Солтангәрәев, Ғәзим Шафиҡов, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Факиһа Туғыҙбаева, Мәрйәм Бураҡаева, Ризван Хажиев, Рәлис Ураҙғолов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лариса Абдуллина, Сибәғәт Рахманғолов, Фәнзил Санъяров һәм башҡа бик күптәр күренекле күҙ табибына һоҡланып, төрлө матбуғат баҫмаларында фекерҙәрен белдергән, шиғри юлдарын арнаған. Һәр береһе уны үҙенсә күргән, үҙенсә асҡан, үҙенсә уҡыусыға еткергән. Марат Талғат улы Аҙнабаев – ошондай иғтибарға, ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ шәхес. Ул – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Даны, республикабыҙҙың Салауат Юлаев, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, Абхаз Республикаһының Намыҫ һәм Дан ордендары кавалеры… Был исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә мөмкин. Профессор, академик, дауалаусы табип, уйлап табыусы, етәксе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, аспиранттар, фән кандидаттары һәм докторҙар әҙерләгән остаз, китаптар авторы… Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була…”
Эльза Исҡужина был китап менән Марат Талғат улының тормошон һәм ғилми эшмәкәрлеген генә түгел, тотош бер дәүерҙе күҙ алдына баҫтырған. Бар шатлыҡ-ҡаҙаныштары, әрнеү-үкенестәре, дәүләттең сәйәсәте, быуындар алмашыныуы тураһында бик күп фәһем алырға була был йыйынтыҡтан. Ә иң мөһиме – бында ҙур ғалим, замандашыбыҙҙың тулы портреты һынландырылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509