Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН МАЛАЙЫ
ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН МАЛАЙЫДнепр янындағы һәм уны аша сыҡҡандағы хәл иткес һуғыштар ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2438 яугиргә Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Уларҙың алтмыш етеһе — Башҡортостан вәкиле.

Күп балалы ябай ғаилә, ауыр йылдар. Атай кеше — граждандар һуғышында бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан ҡыҙыл партизан. Шуға ла етенсе класты тамамлаған Жәүҙәт, өлкән ир бала булараҡ, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, колхозға эшкә төшә.
Билдәле, ул ваҡытта ауыл ерендә кешенең белеменә ҡа­рағанда эшсе көсө күпкә ҡим­мәтерәк баһалана. Тик, оҙаҡ та үтмәй, һуғыш башлана. Бөтә ауырлыҡ ауылдағы ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә ята. Жәүҙәтте лә йәше тулыу менән фронтҡа алалар. “Ҡыҙыл партизан Ғоморҙаҡтың ат ҡун­маһында йөрөгән улына ла повестка килгән, уны ла оҙатабыҙ инде”, – тип уфтанған ул саҡта ауыл ҡарттары.
Тағы ла ике йылдан Учалы районының Иманғол ауылына, кирза итектәрен ялтыратып, кем әйтмешләй, тегенсенең энәһенән яңы ғына төшкән өр-яңы гим­настеркаһына Алтын Йондоҙ тағып, бер һалдат ҡайтып төшә. Ҡасандыр яланаяҡ колхоз аттарын көтөп йөрөгән теге малай, хәйер, әле лә ир ҡорона инеп етмәгән егерме йәшлек Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнә­ғәтуллин була ул.
Учалы район военкоматынан саҡыртылып, Алкинда кесе командирлыҡҡа уҡый башлаһа ла, Жәүҙәт хәрби исем алып өлгөрмәй, фронтҡа ябай һалдат булып китә. 1943 йылдың майында 52-се армия составын­дағы 254-се уҡсы дивизияла һуғышҡа инә. Үҙен ул яуаплы элемтәсе, отҡор һалдат итеп таныта. Илһөйәрлек асылын 1943 йылдың 13 ноябрендә, Черкассы өлкәһенең Крещатик һәм Свидовок ауылдары янында барған хәл иткес алышта дәлилләй. Днепр ярына еткәндә туғыҙ йөҙҙән ашыу һалдаты булған 933-сө уҡсы полктан ни бары туҡһан дүрт кенә кеше иҫән ҡала. Уларҙың да күбеһе яралы. Әммә юғарынан бирелгән “Ни шагу назад!” тигән фарман артҡа сиге­нергә ирек бирмәй. Киреһенсә, бойороҡҡа ярашлы, оло һыуҙы аша сығырға һәм немец һал­даттарын көнбайышҡа табан ҡыуып алып китергә кәрәк.
Хәрби етәксеһеҙ ҡалған һалдаттарға ни эшләргә? Шул саҡта, яралы булыуына ҡара­маҫтан, бөтә яуаплылыҡты рядовой Сөнәғәтуллин үҙ өҫтөнә ала, сөнки элемтәсе һалдат белә: уң яҡ ярҙа Свидовок ауылынан һуң урман башлана, ә унда — беҙҙең партизандар. Тағы ла әллә күпме юғалтыуҙар менән һалдаттар Днепрҙың уң яҡ ярына сыға, танктарға автомат менән генә ҡаршы тороп, немецтар биләгән ауылды үтә һәм ҡуйы урманда урынлаша. Аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ бер нисә көн йәшәргә тура килә уларға.
Бөтә ваҡыт окоптар ҡаҙып, немецтарҙың яңы һөжүменә әҙерлеккә һәм партизандарҙы эҙләүгә ҡайтып ҡала. Ниһайәт, бишенсе тәүлек тигәндә, Сөнә­ғәтуллин етәкселегендәге разведка төркөмө уларҙы эҙләп таба, алтынсы көнгә улар үҙ­ҙәре уртаҡ көс менән ауылға һө­жүм аса. Шулай итеп, 933-сө полкка йөкмәтелгән бурыс намыҫ менән лайыҡлы рәүештә атҡа­рыла. Плацдарм немец һал­даттарынан таҙартыла, һул яҡ ярҙан өҫтәмә хәрби көстәр сыға.
ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН МАЛАЙЫЖәүҙәтте башҡа яралылар менән бергә госпиталгә ебәрергә ҡарар итәләр. Еңеүгә илткән юлда йәнә бер ҡаршылыҡты үтеүҙә хәрби бурысты фиҙакәр атҡарғаны, тураһын әйткәндә, оло яуаплылыҡ тойоп батырлыҡ күрһәткәне өсөн “һеҙҙе юғары наградаға тәҡдим итәсәкбеҙ” тип ҡуялар үҙенә. Был һүҙҙәр егетте ҡанатландыра, әлбиттә, әммә уға ул әллә ни етди иғтибар бирмәй.
Яуҙаштары менән хушлаш­ҡандан һуң, үҙе Черкассы ҡала­һына госпиталгә оҙатыла. Бә­хеткә күрә, эсендәге яра әллә ни ауырҙан булмай. Бер аҙ дауаланып ял иткәндән һуң, Жәүҙәт йәнә сафҡа баҫа. Ул был юлы Икенсе Украина фронты составына эләгә. Әммә күп тә үтмәй, Көньяҡ Украинаның Смела ҡа­лаһы эргәһендәге һуғышта йәнә яралана.
Ауыр йәрәхәтлеләрҙе тылға оҙатырға ҡарар итәләр, шулай итеп, яҡташ егет Иркутск ҡала­һына ебәрелә. Дошман пуляһы был юлы һалдаттың ҡулын һәм аяғын яралай. Теге Днепр янын­дағы хәл иткес һуғыш хәҙер онотола төшә, байтаҡ ваҡыт үтте бит — наградаһы ла юҡтыр, күрәһең, тип һығымта яһай ул. Үҙе, ошо яраларымдан төҙәл­һәм, тыуған ауылыма ҡайтыр инем, ат көтөрлөк кенә сәләмәтлегем ҡалһын, тип хыяллана. Ә бер көн уның янына “Правда” гәзитен тотҡан бер төркөм кеше килеп инә. Унда “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары награда менән бүләклә­неүселәрҙең исемлеге баҫылған, араларында Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин да бар.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән. “1943 йылдың 13 ноябрендә иптәш Сөнәғәтуллин берен­селәрҙән булып Днепрҙы аша сыға. Ҡаршы яҡтың алғы һы­ҙығына үтеп, немец һалдат­тарының позицияһын билдәләй, уның аҡыллы етәкселеге һө­ҙөмтәһендә беҙҙекеләр тарафынан эшләнгән ҡыйыу һәм ышаныслы һөжүм дошман обо­ронаһын ҡыйратырға мөм­кинлек бирә. Жәүҙәт Сөнәғә­туллин немец ғәскәрҙәренең бер нисә танкын, йөк автомобилен, ике тиҫтәгә яҡын һалдатын юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн 933-сө уҡсы полктан рядовой Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллинға “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирергә. 1944 йыл, 22 февраль”.
1944 йылдың аҙағында Жәү­ҙәт Сөнәғәтуллин Мәскәүгә, Кремлгә саҡыртыла, 15 де­кабрҙә уға Алтын Йондоҙ һәм Ленин ордены тапшырыла. Тормош тарихындағы ошо иҫтәлекле ваҡиғаны Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы ғүмер буйы йылмайып, һа­ғынып иҫкә ала: “Награда алырға барырға госпиталдә өр-яңынан кейендерҙеләр. Шинель, салбар, гимнастерка яңы, аяҡта шығыр­лап торған кирза итек. Ялтырауы бөтмәһен тип уны сәғәт һайын ышҡыған булам. Ҡыш һарыҡ тун кейеп, йәй ялан аяҡ йөрөгән кешегә әллә нимә булды ул саҡта. Кремль залына бик күптәр саҡырылғайны, араларында олпат хәрбиҙәр — полковник, генералдар ҙа бар. Сират әле генә миңә етмәҫ тип иң артҡа барып ултырһам, үҙемде бишенсе итеп саҡырҙылар. Награданы Калинин тапшырҙы, ул саҡтағы тулҡынланыуымды аңлатырлыҡ һүҙҙәрҙе әле булһа таба алмайым. Честь биргәндән һуң ул­тырған урыныма табан йүнәл­һәм, иң алғы рәттән бер генерал “Сынок, идем сюда” тип үҙ янына саҡырып алды. Ымлап ҡына эргәгә бер ханымды әйҙәләне. Уныһы үҙ бурысын шунда уҡ аңлап тора. Ҡулымдағы миҙал менән орденды алып, һорап та тормай түшкә ҡаҙаны. Йәш саҡ... Күкрәгемде иң юғары наградалар менән биҙәүҙәренә һөйөнәһе урынға, әрәм итеп өр-яңы гимнастеркамды тишеүҙәренә әсендем”.
Шулай итеп, гимнастеркаһын тиштереп Ленин орденын һәм Советтар Союзы Геройы булыуын раҫлаған Алтын Йондоҙ миҙалын тағып, артабан Жәүҙәт Сөнәғәтуллин йәнә Себер яғына юл ала. Вагонда бөтәһе лә уның янына килә. Һорашалар, ҡот­лайҙар. Ә ҡайһы бер офицерҙар Башҡортостанға йыраҡ ҡалмай бит, эргәһенән тиерлек үтәһең, төшөп ҡал, ауылыңда күренеп кит, һуғышырға тағы өлгөрөрһөң әле, тип тәҡдим итә. Йәшлек бер ҡатлылығы үтмәгәндер инде, күрәһең. Һиңә бер нәмә лә булмай, тигәс, Жәүҙәт Миәстә поездан төшөп ҡала. Шунда уҡ уға вокзалдағы хәрбиҙәр иғтибар итә, бер ни өндәшмәйенсә үҙҙәре менән алып китәләр. Бөттө баш, былай булғас, гауптвахтаға бикләп ҡуялар инде, тип бошона Герой. Үҙҙәре артыҡ һораш­мағас, маҡсатын әйтеп бирһә лә, асыуҙарын ҡабартып арты­ғын тылҡырға, нимәлер аңла­тырға ашыҡмай егет.
Бәй, ни ғәләмәт, ашханаға алып бара бит былар. Герой булғас, ашатып бикләйҙәрҙер, моғайын. Жәүҙәт өнһөҙ генә фараздар ҡыла. Әллә ниндәй офицерҙар өгөтөнә бирелгәнгә үҙен әрләп тә ҡуя. Әммә хәл бөтөнләй икенсе төрлө сиселеш ала. Ашхананан сығыуға ишек төбөндә машина көтөп тора. Ә уның водителе урындағы хәрби етәкселәрҙән “Геройҙы тыуған яғына, Учалығаса, оҙатырға” тигән бойороҡ алған.
Егерме биш көндән һуң Жәүҙәт Ғомор­ҙаҡ улы йәнә фронтҡа юллана. Район хәрби комиссариатынан уны һуңғы хеҙмәт урыны – Иркутск ҡала­һындағы һауығыусы­лар батальонына ебәрәләр. Ә үҙ сиратында унан бер ни тиклем төҙәл­гәндәрҙе Көнбайышҡа оҙаталар. Был ваҡытта Украина дош­мандарҙан тулыһынса азат ителгән була, Белоруссияны беҙҙекеләр үткән, ә Польша ерендә Жәүҙәт Сөнәғәтул­линды фронтҡа ебәрмәй ҡалдыралар. Еңеү көнөн ул һаҡ начальнигы вазифаһын­да Көнсығыш Пруссияла ҡаршы ала.
Күп тә үтмәй, “Ике еңел һәм бер ауыр яра алғандарҙы ҡайтарырға” тигән бойо­роҡ­ҡа ярашлы, ул тыуған яғына ҡайтарыла.
Жәүҙәт ағай башта Учалы эске эштәр бүлегенә паспорт бүлегенә эшкә урынлаша. Һуңынан уны район хакимиәтенә күп балалы тол ҡатындар эше буйынса баш инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә ете класс белемле кешегә яҙыу-һыҙыу, документтар менән эш итеү ауырға төшә. Шуға ла, бер нәмәгә ҡарап тормай, Геройыбыҙ баш ҡалаға юллана. Ә инде Өфөләге педагогия институтын тамамлағас, бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлап, илле ике йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға.
Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнә­ғәтуллин Учалыла балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтиба­рына, уҡыусыларының ихтирамына күмелгән. Советтар Союзы Геройы, Учалының почетлы гражданы, һәр бер ҡарт яугир кеүек, беҙҙең быуынға һәр даим берҙәй теләген еткерә — илдәге именлекте, халыҡтар берҙәм­леген һаҡлау һәм, әлбиттә, нисәмә тиҫтә йыл үтеүгә, хатта ошо байрамды бүләк иткән һалдаттар ҡалмауға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт Оло Еңеү көнөн туйлай. Ул бынан тиҫтә йыл элек Өфөлә вафат була, Учалыла ерләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509