Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағайымды юҡһынам
Ағайымды юҡһынамҠарлы-буранлы февраль айында иң ҡәҙерле кешебеҙ – ағайыбыҙ Данир Камалетдин улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл булып та китте. Был көтөлмәгән ҡара ҡайғыны кисереү беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик ауыр булды.


Бигерәк тә минең, һәр ваҡыт ҡурсалап, кәрәк саҡта фәһемле кәңәштәрен биреп торған, яуап­лы табип йөгөн тартҡан иң кесе һеңлеһе, өсөн. Биш ҡыҙ бала әсәйҙән бик иртә етем ҡалдыҡ. Беҙҙе кеше итеп, юғары белем алып, яратҡан һөнәребеҙ буйынса эшләргә, тормош ҡыйынлыҡтарын еңеп сығырға күп көсөн һалды Данир ағайыбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең аҡыллы кәңәштәренә мин һаман да мохтажмын. Ауырлыҡтарҙы уның биргән кәңәштәрен иҫемә төшөрөп, еңеп сығырға тырышып йәшәйем. Ә һағышымды шиғыр юлдарына һалдым. Үҙ халҡы, милләте өсөн барлыҡ белемен һалып, яҡшы эштәр ҡалдырып, фани донъяларҙан киткән Данир ағайымдың яҡты иҫтәлегенә.

Аҫыл ирҙәр китә
был донъянан


Аҫыл ирҙәр китә был донъянан,
Ниңә улар иртә китәләр?
Сөнки улар иле, халҡы өсөн
Янғын уттарында көйәләр.
Аҫыл ирҙәр китә был донъянан,
Изге эштәре тороп ҡалалыр.
Халҡы уларға күңел түрҙәрендә
Мәңгелеккә һәйкәл һалалыр.
Аҫыл ирҙәр китмәй был донъянан,
Йондоҙ булып күктә ҡалалар.
Милләтенә дөрөҫ юл күрһәтеп,
Мәңге һүнмәй балҡып яналар.

Данир ағай менән Наилә еңгәй бик матур пар булды. Ағайым “Перовский”, “Байыҡ” бейеүҙәрен шундай оҫта, дәртле итеп бейеһә, еңгәй бик матур йырланы. Улар менән ҡунаҡтарҙа ултырыу үҙе бер бәхет, үҙе бер ғүмер ине.
Данир ағайымдың арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барыуын бөтә туғандары, бигерәк тә уның ғаиләһе бик ауыр кисерҙе.
60 йылға яҡын пар аҡҡоштар кеүек бер-береһен ҡайғыртып, яратышып, иңгә-иң терәп йәшәгән тормош юлдашы өсөн был ҡара ҡайғы иң ауыры булды, әлбиттә.
Еңгәйемә сабыр булып, рух көсөн һындырмай йәшәүен теләп, уға арнап яҙған шиғырҙы йыр юлдарына һалдым.

Яңғыҙ аҡҡош

Яңғыҙ аҡҡош һәр йыл һайын
Ҡайта ошо күлгә генә.
Ышана алмай һөйгәненең
Был донъянан киткәненә.
Ҡушымта:
Яңғыҙ аҡҡош, зар илатып,
Күл буйҙарын яңғыратып,
Һөйгән йәрең эҙләмәсе,
Үҙәктәрҙе һин өҙмәсе.
Йән дуҫҡайың был донъянан
Китеп барҙы — һин аңласы.
Яңғыҙ ҡалған аҡҡошҡайҙар
Сит-яттарҙы тиң итмәйҙәр.
Үҙ йәрҙәрен көтә улар,
Үҙ йәрҙәрен гел эҙләйҙәр.
Ҡушымта.


Автор: Р. ХАРУНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321