Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур йөрәкле шәхес
Ҙур йөрәкле шәхесХәтеремдә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының мәктәптәр менән эшләү комиссияһы рәйесе Факиһа Туғыҙбаева һәм мин, Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе, Туймазы райо­нына башҡорт теленән уҡытыу торошон байҡарға барырға йыйынабыҙ. Республикабыҙҙың мәғариф министры урынбаҫары Миңдебай Юлмөхәмәтов янына индек. Ул беҙҙе хәстәрләй, йүнәлтә икән был сәфәргә.

Бәй, Миңдебай Бәхтийәровичты беләм дә! Уның менән 1981 йылдан уҡ танышбыҙ. Ул саҡта – Учалы районының Ҡунаҡбай урта мәктәбе директоры, Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусылары йыйылған, мин асыҡ дәрес бирәм.
— 8-се класта дәрес Рәми Ғарипов ижадына арнала. Яҡташ яҙыусының ижадын өйрәнәбеҙ. Бүгенге дәрес темаһы шул, — тим.
Шунда уҡытыусылар араһында бышылдау китә: бәй, был егет башҡорт әҙәби телендә һөйләшмәй ҙә, ҡайҙан ул?
Аҙаҡ дәресте тикшергәндә бер оло ғынаһы: “Рәми Ғарипов программала юҡ, Ринат уны яҡташы булған өсөн генә балаларға өйрәтә”, – тимәһенме...
Шунда Ҡунаҡбай директоры тороп былай тине:
— Дәресе бик шәп булмаһа ла, темаһы уңышлы һайланған.
Уңарсы булмай, Миңдебай Юлмөхәмәтов үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы икән, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, шунан тыуған яғында мәктәптә эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп Мәскәүҙә аспирантура тамамлай, педагогия фәндәре кандидатлығына диссертация яҡларға әҙерләнә. Вәт һиңә, уҡытыусы-ғалим, башҡорт әҙәбиәтен тәрәндән өйрәнгән белгес. Шул кеше хәҙер мәғариф министры урынбаҫары булып киткән икән, бөтә республикала телебеҙҙе уҡытыуҙы ойоштороусы министрлыҡта — штабта эш атҡарып ултыра!
Туймазы районында йөрөп ҡайттыҡ. Унда Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтынан Салауат Ғәлин, Фәтих Исхаҡов, Хәсән Толомбаевтар ҙа бар ине. Аҙаҡ Факиһа Туғыҙбаева менән тағы Балтас районында булдыҡ. Филология фәндәре докторы Сәриә Миржанова, шул уҡ институттан Зөбәржәт Шәйхисламовалар тел ҡәҙере, уның халыҡтағы тамыры хаҡында һөйләй, беҙ иһә шиғри күстәнәстәр өләшәбеҙ. Ә мәғариф министры урынбаҫары, Өфөнән тороп, бөтә эштәрҙе ойоштора, уларға йүнәлеш бирә.
Ысынлап та, Миңдебай Бәхтийәр улын Өфөгә күсереп алғас, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында хеҙмәт юлын дауам итә, аҙаҡ был һәләтле йәш белгесте министрлыҡҡа саҡыралар... һәм уңалар. Ул Сәбилә Сөләймәнова, Рифҡәт Гарданов, Фирҙәүес Хисамитдинова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Рәхмәтуллиналар министр сағында алыштырғыһыҙ урынбаҫар булды, министрлыҡтағы эштең күсәгилешлеген тәьмин итте. Штаб начальнигы, дивизиялағы кеүек, бөтә эште үҙе башлай, үҙе төпләп ҡуя. Ана шундай алыштырғыһыҙ, егәрле урынбаҫар булды. Ғәҙәттә, һәр эште ойошмала төп урынбаҫар башҡара, был — һәр кемгә мәғлүм хәҡиҡәт.
Миңдебай Юлмөхәмәтов министрлыҡта эшләгән йылдар ҡатмарлы ваҡыт ине, 1988 йылда КПСС Үҙәк Комитетының XIX пленумында КПСС Үҙәк Комитеты секретары Егор Лигачев Башҡортостан мәғрифәтенә ябырылып сығыш яһаны. Шунан һуң республикала бығаса булмаған ғауға ҡупты. Бөтә ығы-зығының уртаһында Башҡортостан Мәғариф министрлығы, уның төп геройы министр урынбаҫары Миңдебай Юлмөхәмәтов булды... Ай-һай тип кенә әйтәһе ҡала хәҙер.
Мәғариф министрлығында саҡта Миңдебай Бәхтийәр улы фәнде лә онотманы, мәктәптәр өсөн дәреслектәр, ҡулланмалар сығарҙы. Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте тураһында күренекле әҙибә Мәрйәм Бураҡаева апай менән ул “Тормош һабаҡтары” тигән дәреслек нәшерләне. Ул бар кластарға ла етте, дәрес программаларына инде. Хәҙер рус мәктәптә­рендә уҡытылған “Окружающий мир” тигән дәреслеккә тура килә икән ул: беҙҙең башҡорт мәғрифәтселәре уның мөһимлеген бынан утыҙ йыл элек үк белгән һәм бойомға ашырған!
“Башҡортостан тарихы”, “Башҡортостан географияһы” тигән фәндәрҙе айырым предмет итеп индереүгә лә фәҡәт ул өлгәште! Тағы ла ғалим “Башҡортостан мәҙәниәте” тигән предметты индереү тураһында хыяллана башлай. Был предмет һуңынан рус мәктәптәренә индерелә, ә башҡорт мәктәптәрендә ул электән тарих һәм әҙәбиәт итеп айырым өйрәнелә.
Шулай уҡ балалар баҡсаһына ғалим-урынбаҫарҙың Айһылыу Йәғәфәрова менән “Йәйғор” исемле китап яуҙырыуын, йәнә 5-6 кластар өсөн “Синыфтан тыш уҡыу китабы”, Бәйнә Сәлимгәрәева менән бергәләп “Татар теленнән күнегүләр жыентыгы”н һ.б. уҡыу әсбаптарын атарға кәрәк. Ғөмүмән, методист ғалим йәмғеһе 42 дәреслек һәм методик ҡулланма ижад иткән. 1997 йылда Миңдебай Юлмөхәмәтов Мәскәүҙәге Милли мәктәптәр институтында “4–9-сы кластарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу” темаһына педагогия фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы.
Ун һигеҙ йыл мәғариф министры була М. Юлмөхәмәтов. Күп вазифаларға тәҡдим итәләр оҫта етәксене, төплө ғалимды: ул республика уҡытыу-ғилми методик үҙәге директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Тағы урынбаҫар! Бәхете шунандыр инде: Миңдебай Бәхтийәр улы ғүмер баҡый төп мисәүгә егелеп тартҡан ат һымаҡ. Яҙмышына шулай яҙғандыр. Был, бер яҡтан, кешенең бәхете лә: уға яуаплы эштәр тапшыралар, тартҡан атҡа йөктө тейәйҙәр генә. Мәғрифәтсе бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса күп дәреслектәрҙең, әсбаптарҙың авторы, әле һаман да мәктәп балалары өсөн эш дәфтәрҙәре әҙерләү өҫтөндә...
Ғүмер үренең иң түбәһенә еткәндә ул — “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреүсе хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы”. Әлбиттә, 18 йыл рәттән Президент эргәһендәге наградалар комиссияһы ағзаһы, республиканың төп аттестация комиссияһы рәйесе булараҡ, ул үҙенә юғарыраҡ наградалар ҙа юллай алыр ине, әммә улай эшләмәй. Уның ҡарауы, уҡытыусылары — бар республика уҡытыусылары — ул йылдарҙа ниндәй наградалар алыуға лайыҡ булды, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, СССР халыҡ уҡытыусылары – бөтәһе лә йәмәғәт өсөн, ғәзиз Башҡортостан мәғрифәте өсөн! Юҡҡа ғынамы ни ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған Мансур Әйүпов әйткән: “Мәғариф тип әйтһәк, беҙ Юлмөхәмәтовты күҙ уңында тотабыҙ, ә Юлмөхәмәтов тип әйтһәк, тотош мәғарифты иҫләйбеҙ...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 424

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 319

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321