Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Адмиралдар запасҡа китмәй”
Башҡортостан үҙенең данлы улдары – Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән
34 адмиралы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана. Улар араһында яҡташыбыҙ, Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Александр Пенкин да бар. Күптән түгел ул Өфөлә булып китте.
Уның ваҡиғаларға бай, көсөргәнешле тормошон тулыһынса һүрәтләй алмағанға күрә, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флоты контр-адмиралы үткән данлы юлдың төп дәүерҙәрен генә сағылдырырға булдыҡ. Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Александр Александрович, атай-әсәйегеҙ, бала һәм үҫмер сағығыҙҙың нисек үтеүе хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Ғаиләлә өс бала үҫтек, иң кесеһе – мин. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдың һалҡын ғинуар айында, тыуғанмын. Атайым 1941 йылдың авгусында фронтҡа киткән. Унан ни бары өс хат килеп өлгөргән (әсәйем уларҙы миңә ҡабат-ҡабат уҡый торғайны), Смоленск янындағы ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк булған. Бөтә ауырлыҡ-михнәт, өс баланы тәрбиәләү әсәйебеҙ Антонида Федоровнаның иңенә төштө. Уның һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдары әле лә хәтеремдә. Әсәйем бесәнен дә сапты, һыбай ҙа йөрөнө, баҡсасылар бригадаһына ла етәкселек итте.
Башҡортостандың Благовещен районындағы тыуған ауылым Ахлыстинда ете йыллыҡ ҡына мәктәп була торғайны, шуға күрә өлкән кластарҙа ун ике саҡрым алыҫлыҡтағы Надеж­динға йөрөп уҡыныҡ. Беҙ, һуғыш балалары, кесе йәштән үк ололар менән бер рәттән баҡсала эшләнек, бесән әҙерләнек, ураҡта йөрөнөк, ферма һәм трактор бригадаһы эштәрендә ҡатнаштыҡ.
Урта мәктәпте тамамлағас, үҙе­беҙҙең колхоздағы трактор бригада­һында ҡалдым. Күп тә үтмәй, мине комсомол секретары итеп һайла­нылар. Артабан комсомолдың район комитетына күсерҙеләр. Ике йылдан хәрби хеҙмәткә алдылар.
Хеҙмәттән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инәсәкмен тигән уй менән киттем армияға. Был ҡарарымды беҙҙең “Урал” колхозы рәйесе М.Е. Гурин да хупланы.
Саҡырыу пунктында мине Ҡара диңгеҙ флотына тәғәйенләнеләр. Ноябрь таңында “Өфө – Симферополь” поезында беҙ, 46 егет, Севастополгә хеҙмәт итергә юл алдыҡ. 1961 йыл­ың 25 ноябрендә билдәләнгән урынға килеп еттек. Беҙҙе таң ҡалдырғаны рейдта һәм причалда торған ғәйәт ҙур хәрби караптар булды.
Тәүге айҙарҙа ғүмеремдең егерме өс йылын Ҡара диңгеҙ флоты менән бәйләрмен тигән уй башыма ла инеп сыҡмай ине. Беҙҙе, йәш моряктарҙы, Николаев ҡалаһындағы Хәрби-Диңгеҙ флоты авиацияһының осоусылар составын уҡытыу үҙәгенә, анығыраҡ әйткәндә, кесе авиация белгестәре мәктәбенә ебәрҙеләр. Ете ай эсендә радиолокация станциялары механигы булып сыҡтыҡ. Артабан Балтик буйы флотына ингән аэродромдарҙың береһендә хеҙмәт итергә тейеш инем. Әммә юлға сығырға ике көн ҡалғас, Хәрби-Диңгеҙ флотының авиация үҙәгенә саҡыртып алдылар һәм комсомолдар, йәштәр менән эшләү буйынса сәйәси бүлек инструкторы булып ҡалырға тәҡдим иттеләр. Ар­мияға тиклем комсомол эшендә тәж­рибә туплауым йоғонто яһағандыр инде.
– Һеҙ ҡайһы уҡыу йортон тамам­ланығыҙ?
– 1963 йылда Ленинградтағы М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһында сәйәси хеҙмәткәрҙәр әҙерләү факультеты асылды. Ошо уҡ йылда Ҡара диңгеҙ флоты етәк­селеге мине шунда уҡырға ебәрҙе.
Уҡыуы ҡыйын булыр тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем, айырыуса беренсе, икенсе курстарҙа. Юғары математиканы ла, теоретик механиканы ла, физиканы ла өйрәнергә тура килде. Тырыштыҡ, бөтә көсөбөҙҙө һал­дыҡ һәм уҡыуҙы уңышлы тамам­ланыҡ. Факультет етәксеһе – контр-адмирал Лаврентий Егорович Копновты һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән иҫкә алам. Ул беҙгә ҡарата һәр саҡ атайҙарса хәстәрлекле булды. Күптә­ребеҙҙең атайҙары Бөйөк Ватан һуғы­шында һәләк булғанға күрә, бындай хәстәрлек айырыуса мөһим ине. Л. Коп­нов партия-сәйәси эш буйынса барлыҡ белемен һәм тәжрибәһен беҙҙең менән уртаҡлашырға тырышты.
М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһына Петр I заманында уҡ нигеҙ һалына. Данлыҡлы флот адмиралдары Г.А. Спиридонов, Ф.Ф. Ушаков, В.И. Истомин һәм башҡалар тап ошонда уҡыған, 80-дән ашыу Советтар Союзы Геройы, СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының элекке башкомандующийҙары Н.Ф. Кузнецов, С.Г. Горшков, В.Н. Чернавин нәҡ ошонда тәрбиәләнгән.
– Училищены тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәт юлын дауам иттегеҙме?
– Миңә Поти хәрби-диңгеҙ базаһында, Ҡара диңгеҙ флотындағы сәйәси идаралыҡта комсомол бүлегендә эшләргә насип булды. Әммә Ҡара диңгеҙ флоты флагманы –“Грозный” тәүге совет ракеталы крейсерында, артабан Ҡыҙыл бай­раҡлы Төньяҡ флотындағы “Киев” крейсерында сәйәси бүлек командиры урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт итеү иң ҙур рухи ҡәнәғәтлек килтергәндер, моғайын.
1979 йылда “Хәрби-Диңгеҙ флотында хәрби-сәйәси эш” йүнәлеше буйынса В.И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамланым. Артабан Ҡара диңгеҙ флотында һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы караптар дивизияһының, Төньяҡ флотында Атлантика һыу өҫтө караптары эскадраһының сәйәси бүлеге начальнигы, Төньяҡ флотының сәйәси идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып эшләнем.
Етәкселек хеҙмәтемде юғары баһаланы – “капитан-лейтенант”, “III ранг капитаны” тигән хәрби дәрә­жәләрҙе ваҡытынан алда бирҙе һәм Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә “Ҡораллы Көстәрҙә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн” ордендары менән бүләкләне.
– Бергә хеҙмәт иткән иптәш­тәрегеҙ, командирҙарығыҙ хаҡын­да һөйләгеҙ әле.
– 30-сы дивизия командирҙары: контр-адмиралдар В. Еремин һәм В. Гришанов, I ранг капитаны В. Шепелев, Төньяҡ флотындағы 7-се ОПЭСК командиры контр-адмирал Д. Воинов, эскадрилья буйынса хеҙмәттәштәрем: флот адмиралы В. Масорин, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының элекке башкомандующийы адмирал И. Хмельнов һәм, әлбиттә, Ҡара диңгеҙ флоты командующийҙары И. Касатонов, Э. Балтин һәм В. Кравченко хәтеремдә яҡшы һаҡлана.
– Ҡара диңгеҙ флоты коман­дующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булғанһығыҙ. Ваҡытында Ҡара диңгеҙ флотын нисек һаҡлап ҡала алдығыҙ?
– Флот, иң элек, матростарҙың, стар­шиналарҙың, мичмандарҙың, офицерҙар составының, Ҡара диңгеҙ флотының 1992 – 1996 йылдарҙағы башкомандующийҙары вице-адмирал, Советтар Союзы Геройы Э.Д. Бал­тиндың, унан һуң 1996 йылғы башкомандующий вице-адмирал В.А. Кравченконың һәм уларҙың урын­баҫарҙарының биргән антына тоғ­ролоғо һөҙөмтәһендә һаҡлап ҡалын­ды. Личный составтың берҙәмлеге лә был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булды, әлбиттә.
Севастополь ҡалаһының статусы мәсьәләһен һәм Ҡара диңгеҙ фло­тының яҙмышын хәл итеүҙә ярҙам һорап, алты йыл дәүләт органдары ишектәрен шаҡырға тура килде. Беҙҙең өсөн ошондай ҡат­марлы осорҙа ярҙам ҡулы һуҙған сәйәсмән­дәргә, депутаттарға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҙур рәхмәт.
1997 йылдың 8 авгусы Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәтем­дең һуңғы көнө булды. Ябай матростан алып контр-адмиралға тиклем бөтә баҫҡыстарҙы үтеп, 36 йылға яҡын ғүмеремде флотҡа арнаным.
– Бына 19 йыл инде Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Петр исемен­дәге Балалар диңгеҙ үҙәгендә эш­ләйһегеҙ. Уҡытыусы сифатында эш нисек бара?
– “Адмиралдар запасҡа китмәй” тип дөрөҫ әйтәләр икән. Үҙәктә ошо девизды айырыуса тәрән тойҙом. Хәрби хеҙмәттән һуң күп тә үтмәй, “Киев” крейсеры ингән бригада командирының сәйәси мәсьәләләр буйынса урынбаҫары I ранг капитаны Н. Мельник шылтыратып, мине үҙәк директоры контр-адмирал Е. Скворцов (элекке беҙҙең комбриг) менән әңгәмәгә саҡырҙы. Үҙәк шунда уҡ күңелемә хуш килде. Уҡытыусылар араһында хәрби караптарҙың һәм берләшмәләрҙең элекке коман­дирҙары, адмиралдар, өлкән офи­церҙар, тәжрибәле капитандар һәм механиктар бар ине. Бындағы бала­ларҙың барыһы ла диңгеҙгә ғашиҡ, шуға күрәлер ҙә йөҙөү практикаһын, оҙайлы маршруттар буйынса диңгеҙ походтарын үҙ итә улар. Практик дә­рес­тәрҙә ҡатнашып, курсанттар Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәткә әҙерләнә. Кем белә, киләсәктә уларҙың хеҙмәт юлы беҙҙекенә ҡарағанда данлыраҡ булыр, бәлки.
– Диссертация яҡлап, тарих фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алғанһығыҙ. Ғилми-тик­шеренеү эше ниндәй темаға арналды, диссертацияны ҡасан яҡланығыҙ?
– 2003 йылда “Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты тарихы һәм йолалары, кур­сант­тарҙы Бөйөк Петр исемендәге Мәскәү ҡала йәш моряктар һәм йылғасылар клубы уҡытыусыла­рының данлы традицияларында һәм эш тәжрибәһендә тәрбиәләү” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Илебеҙҙең Хәрби-Диңгеҙ флотына арналған 80 самаһы мәҡәләм донъя күрҙе.
– Шиғриәт, йырҙар, кинофильм­дар яратыуығыҙ хаҡында ла бе­лә­беҙ. Яратҡан шағирығыҙ, йыр­­­­­сы­ғыҙ кем, ниндәй фильмға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Сергей Есенин менән бер рәттән иң яратҡан шағирым – Николай Рубцов. Ул да ауылда тыуып үҫкән, шуға ла донъяға ҡарашы, рухи кисе­рештәре менән күңелемә яҡындыр. Өҫтәүенә Николай Михайлович та флотта хеҙмәт иткән. Шулай уҡ ша­ғир-офицерҙар Н. Озеровтың, А. Ле­бедевтың, Б. Слуцкийҙың шиғырҙары оҡшай. Яҙыусылар М. Лемешевтың, Д. Балашовтың, П. Проскуриндың, С. Журавлевтың, Г. Калюжныйҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. СССР-ҙың атҡаҙанған артисы Иосиф Кобзондың концерттарына ҙур теләк менән барам. Фильмдарҙан “Конвой PQ-17” оҡшай.
– Тормошта иң ҙур таяныс – ул ғаилә. Хәләл-ефетегеҙ кем, ҡайҙа эшләне?
– Таянысым, ысынлап та, ныҡлы. Был йәһәттән ҡатыным Валентина Владимировнаның тырышлығы ҙур. Ярты быуаттан ашыу, 52 йыл инде, ул тормоштоң шатлыҡтарын да, ауыр­лыҡтарын да минең менән уртаҡлаша. Валентина менән 1961 йыл­да таныштыҡ. Ул педагогия училищеһын тамамлап, беҙҙең колхозда уҡытыусы булып эшләй ине. Кис, эштән һуң, директорҙың рөхсәте менән иң шәп совхоз атына һыбай ултырып, Валентинаға елдерә тор­ғайным. Онотолмаҫ йылдар! Мин М.В. Фрунзе исемендәге Юғары диңгеҙ училищеһының икенсе курсында уҡығанда өйләнештек.
Караптарыбыҙ яртышар йылға диңгеҙгә китә ине. Ҡатыным балалар менән бер үҙе ҡала торғайны. Хәҙер аптырайым, өйҙө лә тәртиптә тоторға, балаларҙы ла хәстәрләргә, мәктәптә лә эшләргә нисек өлгөрҙө икән?! Валентина Владимировна Ленинградта, Потиҙа, Севастополдә, Донузлавта, Североморскиҙа 37 йыл башланғыс кластарҙы уҡытты.
– Балаларығыҙ һәм ейәндә­регеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле. Улар ниндәй һөнәр һайланы?
– Ҡыҙым Татьяна – Севастополь Гидрофизика институтының ғилми хеҙмәткәре. Уның ҡыҙы Ирина МДУ аспирантураһын тамамланы, улы Антон Ҡырым федераль универси­тетының дүртенсе курсына күсте. Ейәнсәрем Дашаға 2 йәш.
Улым Александр минең юлымды һайланы – П.И. Нахимов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамланы. Әле Төньяҡ флоты проку­ратураһында хеҙмәт итә. Александр – полковник, бүлек начальнигы. Ейән­сәрем Женя Ростов универси­тетының юридик факультетын тамамлап, Төнь­яҡ флотындағы яр буйы частарының береһендә эшләй. Ейә­нем Алеша Североморскиҙа Х класта уҡый.
– Әлеге йәштәргә һәм Баш­ҡортостан Республикаһына ҡара­та ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Республика йәштәре илебеҙҙе яратһын, уны һаҡларға өйрәнһен. Ватан тарихын ҡәҙерләһен, уның көс-ҡеүәтен арттырһын. Атай-олатай­ҙа­рыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғы­шындағы ҡаһарманлығын онотмаһын, ветеран­дарҙы ихтирам итһен. Ниәттәрегеҙ саф булһын!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Алек­сандр Александрович. Рес­пуб­ликабыҙ ғына түгел, бөтә иле­беҙ тап һеҙҙең кеүек шәхестәр менән ғорурлана.

Рөстәм ҒӘЛЛӘМОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506