Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҡөйлө меңдәре
(Яҙманан өҙөк)


Бер мәл, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында, Дәүләкәндән ҡустым Әхиәр шылтыратты.
– Беҙҙең ырыуҙың исемен хәтерлә­мәй­һеңме? Районда шәжәрә байрамы үткәрер­гә әҙерләнәләр. Меңдәр араһында, ниңә­лер, беҙҙең Исмәғил ауылы юҡ. Һин фәнгә, тарихҡа яҡыныраҡ бит. Белеш әле шуны.


Уйға ҡалдым. Был минең өсөн һис тә көтөлмәгән хәбәр ине. Үткәндәр хәтергә төшә башланы. Һигеҙенсе класты тамам­лағас, Р. Кузеевтың зәңгәр төҫтәге ҡаты тышлы “Башкирские шежере” тигән китабын алғайным. Һуңыраҡ, педагогия учи­лищеһын тамамлағас, “Совет Башҡортос­таны”нда Дим буйы башҡорттарының йырҙары, беҙҙең яҡтарҙа ғүмер һөргән һәм ижад иткән шағир, мәғрифәтсе, ахун Сафуан Яҡшығолов хаҡында мәҡәләләр баҫтырғанымды күңелемдән барланым. Башҡорт дәүләт университетына имтихандар тапшырыуым хәтергә төштө.
Комиссия рәйесе билдәле тарихсы И.Ғ. Аҡманов ине. Яуаптарымды тыңлап, “бишле” билдәһе ҡуйғас, ул минән һорап ҡуйҙы:
– Ҡустым, арыу ғына егет күренәһең. Педагогия училищеһын тамамлағанһың. Ниңә тел һәм әҙәбиәт факультетын һайланың? Унда бит ҡыҙҙар уҡый. Һиңә тарихсы булырға кәрәк. Әйҙә, беҙгә күс.
Ә минең хыял башҡа ине. Шиғырҙар яҙам. Яңыраҡ республика ижади йәштәр конференцияһында тәүге йыйынтығымды тикшерҙеләр. Ошоноң менән бергә тарих та үҙенә тарта...
Ҡустымдың үтенесе ошо хәтирәләремде яңыртты. Үткәндәрҙе ныҡлап өйрәнеү те­ләге ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үҙебеҙ­ҙең ара, ырыу шәжәрәһен эшләтеп алдым. Дамир ағай Күскилдин ныҡ ярҙам итте.
Исмәғил ауылында беҙҙең араны “аҫылҡайҙар” тип йөрөтәләр. Уларҙың ҡанбабалары Яҡуп 1750 йылда тыуған. Уның улы – Аҫылғужа (1755 – 1840). Уның биш улы булған: Яхъя (1807 – 1852), Муса (1815), Сөләймән (1803), Сәлих (1818), Ильяс (1819). Сөләймәндең алты улы була. Араларынан Әйүп (1829) – беҙҙең нәҫел башы. Олатайым Яҡуп 1878 йылдың 20 сентябрендә, атайым Әнүәр 1919 йылдың 14 ноябрендә тыуған.
Аҫылҡай ырыуына Исмәғил ауылында туғыҙ ғаилә инә: Әйүповтар, Миңлеғо­ловтар, Ғайсиндар, Мөхәмәтйәровтар, Ҡонафиндар, Йосоповтар, Мәүлийәровтар, Әғзәмовтар, Сәлиховтар. Ауылда йәшәгән аҫаба башҡорттар, үрҙә әйткәнемсә, хәҙерге Дәүләкән районында, Дим буйында ер биләүсе булып иҫәпләнә.
Ҡырҡөйлө волосы башҡорто Дәүләкән Сыртлановты беренсе мәртәбә Ҡара Табын волосы старшинаһы Ҡыҙрас Мулла­ҡаев 1735 йылда, Себер юлы Тырнаҡлы волосы старшинаһы Ҡаҙаҡҡол Аҫылов 1765 йылда иҫкә ала.
Был юлдарҙы уҡығас, ҡырҡөйлөләр нисек Себер юлына барып сыҡҡан, ҡасан Ноғай юлындағы Мең ырыуына килеп урынлашҡан икән тигән һорау тыуа. Тимәк, ҡырҡөйлөләр Дим буйы башҡорттары, Мең ырыуы кешеләре түгел, ә ситтән күсеп килгәндәргә оҡшай. Р. Кузеевтың “Башҡорт халҡының килеп сығышы” тигән китабына күҙ һалабыҙ. Ул “ҡырҡөйлө башҡорттары Ҡыуаҡан һәм Мең ырыуҙарына ҡарай” тип яҙа. Ҡыуаҡандар – Ҡара Табын ырыуының бер тармағы, тип күрһәтә. Ҡара Табындар XIV – XVI быуаттарҙа ике мәртәбә Урал аръяғынан Дим, Асылыкүл буйҙарына күсеп килә, тип яҙа ғалим. XII – XIII бы­уаттарҙа тәүләп бында йәшәйҙәр, ә XVI – XVIII быуаттарҙа ноғайҙар бынан Кубангә күсеп киткәс, ошо төбәккә кире ҡайталар. Ғалимдың фекеренсә, көнбайыш Башҡорт­ос­тандағы Бәләбәй ҡалҡыулығы, Дим, Асылыкүл тирәләре – боронғо күп башҡорт ҡәбиләләренең тәүләп йәшәгән, тупланған урыны.
Башҡорт ырыуҙары араһында ҡырҡөй­лөләрҙең эҙен табыу өсөн артабан тарихи сығанаҡтарға иғтибар итәйек. Билдәле, башҡорт ырыуҙарының (волоста­рының) исемлеген XVII быуат башында иң тәүҙә Ҡурған воеводаһы Юхнев төҙөй. 1725 – 1726 йылдарҙа төҙөлгән был исемлек тулы булмаһа ла, бик фәһемле. Башҡорт ырыуҙарын икенсе мәртәбә 1730 йылда Ф. Жилкин, С. Третьяков һәм И. Гаврилов барлай. Артабан И. Кирилов, 1762 йылда П. Рычков иҫәпкә ала.
Юхневтың кешеләрен башҡорттоң ете ырыу биләмәләренә, шул иҫәптән меңдәргә иҫәп алырға индермәйҙәр. Шуға күрә уның исемлегендә ҡырҡөйлө ырыуы юҡ. Икенсе иҫәптә лә был исемдәге ырыу, түбә йәки аймаҡ күренмәй. В. Урусовтың 1739 йылда үткәргән иҫәбендә лә минең ырыуҙаштар­ҙың исеме осрамай. Тик П. Рычковтың исемлегендә генә ҡырҡөйлөләр Себер юлы Ҡара Табын ырыуының Ҡыуаҡан тармағында (хәҙерге Учалы районы) телгә алына. 1775 йылда П. Панин иҫәпкә алған башҡорттар араһында ҡырҡөйлөләрҙең 107 хужалығы булыуы билдәле.
Йомғаҡлап әйткәндә, Ҡара Табын-Ҡыуа­ҡан ырыуының бер тармағы булған ҡыр­ҡөйлө башҡорттарының Дим буйында, Асылыкүл тирәһендә йәшәүе хаҡында XVII быуат аҙағында – XVIII быуат башында телгә алына.
Тыуған ауылым Исмәғилгә килгәндә, ул, тарихсы Ә. Әсфәндиәров күрһәтеүенсә, әлеге урынына 1812 йылда Ырымбур хәрби губернаторы Г.С. Волконскийҙың ҡарары нигеҙендә Троицк өйәҙенән күсереп ултыртыла. Ҡыуаҡан-ҡырҡөйлөләрҙең Исмәғил исемен йөрөткән төп ауылы 1740 йылда яндырылған, бөтәһе был заманда 537 ауыл юҡ ителгән.
Башҡорт күтәрелештәренән һуң Батша хөкүмәте был хәрәкәттә ҡатнашҡан ырыу­ҙарға йәйләүгә күсеүҙе тыя, аҫаба ерҙәрен тартып ала. Ә 1812 йылдан уларҙы бүтән урындарға таратып ултырталар. Ошо сә­бәпле күп ырыуҙар – ҡара табындар, ҡыуаҡандар, тамъяндар, бөрйәндәр, үҫәргәндәр ауыл-ауыл булып Дим йылғаһы буйына, Асылыкүл тирәһенә күсенә яҙмаларҙа. Ошо яҡтарҙы үҙҙәренең борон­ғо төйәге тип иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер башҡорттары Балҡан­тауҙы – ата-баба ере, ә Асылыкүлде боронғо Бөрйән күле тип йөрөтә. Тарихсылар яҙыуынса, ун алты Бөрйән ауылы, ноғайҙар киткәс, үҙҙәренең тыуған еренә – Дим буйҙарына – ҡайтып ултыра.
Асылыкүл эргәһендәге ерҙәргә, Ҡыҙырас ауылы тирәһенә, тәүҙә Батша хөкүмәтенә хеҙмәт күрһәтеп, һуңынан төрлөсә хәйлә­ләшеп, Себер юлы старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев килеп ултыра. Ҡанлыларҙың аҫаба ерҙәрен ҡулға төшөрөргә тырыша. Хатта ул Асылыкүлде оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға ала, уны үҙенең ырыуы хөрмә­тенә Ҡара Табын тип атай. Ләкин ниәте барып сыҡмай – күлде ҡаңлылар, бәхәсләшеп, унан кире ала. XVIII быуат башында В. Даль, С. Аксаков яҙмаларында был күл әүәлгесә Асылы исеме менән иҫкә алына.
Ҡыуаҡан ырыуы старшинаһы 1735 – 1740 йылғы башҡорт күтәрелештәре етәксеһе Бәпәнәй Торопбирҙин Дим, Асылы буйҙарында йыш була. Күтәрелеш башлыҡ­тарын эҙәрләүселәр уны Ҡандракүл ҡамыштары араһында тота. Батырҙың ғүмере фажиғәле тамамлана – 1739 йылда ул Минзәлә төрмәһендә аҫып үлтерелә.
Ҡыуаҡандар тураһында урыҫ яҙмала­рында шундай юлдар бар: “В Минскую общину водворились башкирцы и называются кыркулунской волостью от числа их домов, которых было 40. Они сами признавали, что... не того роду башкирцы”.
Йыйып әйткәндә, шундай фараз тыуа: төрлө тарихи ваҡиғалар, күтәрелештәр, ырыу, милләт-ара дауҙар, Ноғай, Туҡта­мыш, Тимер дәүерҙәрендәге алыштар, йот, башҡа бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә тыуған урындарын ташлап, Иҙел башына, Урал аръяғына, Әй, Мейәс, Уй буйҙарына таралған башҡорт ырыуҙары донъя тынысланыу менән ауыл-ауыл булып үҙҙәренең боронғо төйәгенә – Дим, Асылы, Ҡандра, Ыҡ, Өршәк буйҙарына әйләнеп ҡайтыр булған. Хәҙерге Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Нуриман, Иглин райондары биләмәләрендә Бөрйән, Ҡара Табын, Ҡыуаҡан, Тамъян, Түңгәүер, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙарынан сыҡҡан Аҡҡолай, Ибрай, Көрмәнкәй, Исмәғил, Дүртөйлө һәм башҡа күп ауылдарҙың булыуы ошо фаразды раҫлай.
Икенсе яҡтан, төрлө заманда Себер юлында, Ағиҙелдең үрендә һәм уның урта ағышында, Урал ҡуйынында йәшәгән башҡорттарҙың даими рәүештә Балҡантау, Ярыштау итәктәрендә, Дим, Өршәк, Сәр­мәсән буйҙарында, Асылы, Ҡандра күлдәре тирәһендә йәйләүе был төбәктең ниндәй сәбәп менәндер башҡорт халҡы өсөн үҙенә тартып торған бер серле урын булыуын иҫбатлай.
Әлбиттә, әйтелгәндәр ентекләп фәнни тикшереүҙе, махсус хеҙмәттәр яҙыуҙы талап итә. Йәштәр үрҙә яҙылғандарға, бәлки, иғтибар итер, халҡыбыҙҙың тарихындағы әле асылып бөтмәгән дәүерҙәрен беҙгә ҡайтарыр тигән өмөт менән тамамлайым яҙмамды.
Июль, 2017 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509