Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡым, илем тип йәшәне
Халҡым, илем тип йәшәнеТирә-яғына нур һибеп, донъяны балҡытып, үҙе нимә генә кисерһә лә, башҡаларҙы бәхетле итеп йәшәгән кешеләр була. Заманында Белорет районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе вазифаһында, һуңынан күп йылдар Сермән балалар йорто директоры булып эшләгән Камил Низамов тап шундайҙарҙың береһе ине.


Камил Шаһивәли улының тормош юлын барлаһаң, уға бала саҡтан уҡ иҫ киткес ныҡышмалылыҡ һәм бөткөһөҙ сабырлыҡ хас булыуын күрәһең. Ул Белорет районының Сермән ауылында 1932 йылдың 7 февралендә донъяға килгән. Атаһы Шаһивәли Низаметдин улы бик уҡымышлы, абруйлы кеше була. Ауылдарҙағы коллективлаштырыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Колхозда төрлө вазифа башҡара: колхоз рәйесе, бригадир, ябай колхозсы... Әсәһе, Шығай ауылынан Әмин мулланың ҡыҙы Мөхтәримә лә тегергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә оҫта, алдынғы ҡарашлы ҡатын була. Колхозда ла эшләй.
Ата-әсәһенә оҡшап, Камил да бик зирәк була. Беренсе класта уҡ китапты күп уҡый, уларҙың йөкмәткеһен һәр көн уҡытыу­сыһына, балаларға һөйләй. Шулай арыу ғына йәшәп ятҡанда, ғаиләгә көтмәгәндә бәхетһеҙлек килә. Октябрь революцияһы­ның йыллығын билдәләгәндә Зариф Абыҙбаев тигән ауылдаштары байрам табынына саҡыра. Шул ваҡытта хәҙер күп­тәргә билдәле шомло “ҡара машина” менән йорт хужаһын ҡулға алырға киләләр. Уның ағаһы Ибраһимды ла шулай төндә алып киткән булалар. Дуҫтары Зарифты ебәр­мәҫкә теләп ҡамасаулай, шуның өсөн бик ҡаты итеп, эштән сыҡҡансы туҡмала. Абыҙ­баевты алып китмәйҙәр. Ләкин ул бер аҙнанан һуң йән бирә. Ә Шаһивәли башы ауыртыуға сыҙай алмай дауаханаға ята һәм бер айҙан, 1937 йылдың декабрендә, вафат була. Был хәл бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ҡырағайлыҡ кеүек күренһә лә, ул заманда һәр ғаилә төндәрен йоҡламай тиерлек ҡурҡып үткәргән. Шаһивәлиҙең йөклө ҡатыны өс бала менән терәкһеҙ тороп ҡала. Йәш кенә булһа ла, бер эштән дә ҡурҡмаған Мөхтәримә ирле-аталы ғаиләләрҙән һис ҡалышмай донъя көтә, балаларына етемлек төҫөн күрһәтмәй, ас-яланғас итмәй. 1941 йылдың майында күрше Аҙналы ауылынан Йосопҡа тормошҡа сыға. Икенсе класта Камил шунда уҡый. Уҡытыусыһы Сәлхиә апай зирәк баланы шунда уҡ ярата, йылы һүҙе, яҡшы мөнәсәбәте менән дәртләндереп тора.
Һуғыш башланғас, үгәй атаһы хәрби хеҙмәткә алына. Апаһы Хәкимә менән Камил колхозда эшләй, бәләкәй һеңлеләрен ҡарашалар. Үҙҙәре бала ғына булһа ла, бер ниндәй хеҙмәттән дә ҡурҡмай улар. 1942 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл ут тигән ерҙә Камил ат көтә. Төн бик һыуыҡ була. Арыған бала ятып тора һәм йоҡлап китә. Кейеме менән ергә ҡуша туңған малайҙы ошо ауыл кешеһе Сафуан Ҡотлогилдин табып, ҡуйынына алып йылытып, йән индерә. Аҙаҡ та Камил ағай ошо хаҡта һөйләп, үҙен үлемдән йолоп алған Сафуан ағайға рәхмәт уҡыр ине. Камил V-VII кластарҙы Сермән мәктәбендә тамамлай. Тормош ҡатмарлыҡтары сәбәпле 1944 йылда уҡыуға йөрөй алмағанлыҡтан, 1947 йылда ғына Белорет педучилищеһына инә.
Уны уңышлы тамамлағас, Аҙналы мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә инә. Ошонда ул Өфө педагогия учили­щеһында Гүзәл Мансур ҡыҙын осрата. Күп тә үтмәй, йәштәр тормош ҡора. 1953 йыл­дың көҙөндә Камил Низамов Совет Армияһы сафына хеҙмәткә алына. Грамоталы, урыҫсаны яҡшы белгән һалдатты Владивосток яр буйы һағы часының өлкән писары итеп ҡуялар. Хеҙмәтен өлкән лейтенант званиеһында тамамлай. 1955 йылда Камил Низамов ҡатынын һәм ҡыҙын да Владивостокка алып китә, сөнки һәр яҡлап һәләтле хәрбиҙе часта ҡалырға күндерәләр. Тик тыуған яғын, әсәһен, туғандарын һағын­ған ир-уҙаман артабанғы тормошон тыныс хеҙмәттә күрә һәм 1958 йылда ғаи­ләһе ме­нән ауылға ҡайтып төшә. Ка­мил Шаһивә­ли улы ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала эшләмәһен, ныҡышма­лы­лығы, ғәҙеллеге, кешеләр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙерлеге, иҫ киткес ярҙамсыллығы, тапҡыр һүҙле булыуы, ҡыйыулығы, ниәт иткәнен бойомға ашырыуы менән айырылып тора. Ул эргә-тирәһендәге кешеләрҙе, балаларҙы бәхетле итеп күрергә теләне. Ҡыҙып китһә лә, эш өсөн ҡыҙҙы, көйһә лә, эш тип көйҙө, ҡыҫҡаһы, үҙен бер тамсы ла йәлләмәне.
1965 йылда Камил Низамов ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, диплом ала. 1956 – 1964 йылдарҙа Сермән балалар йортонда уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, 1964 – 1970 йылдарҙа Калинин исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1970 – 1983 йылдарҙа ошо хужалыҡтың рәйесе, 1983 – 1992 йылдарҙа Сермән балалар йорто директоры булып эшләй. Ил алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән наградлана, “Почет Билдәһе” орденына, “Батыр хеҙмәт өсөн (хәрби батырлыҡ өсөн) В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалына лайыҡ була.
Үҙенең ауыр бала сағын иҫләп, Камил Шаһивали улы бигерәк тә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн ысын атай кеүек була. Ул йәштәрҙең артабанғы тормошон күҙаллап, һәр тәрбиәләнеүсене эшкә өйрә­тергә, бер ғаиләлә тыуғандарҙың бергә йәшәүен хәстәрләргә тотона. Был уға еңел генә бирелмәй, әлбиттә. Шулай ҙа Камил Шаһивәли улы Башҡортостанда беренсе булып ғаилә тибындағы балалар йорто ойоштора. Бөтә Рәсәй конкурсында нәҡ ошо яңы ысул өсөн Сермән балалар йорто беренсе урын ала. Етәксе шулай уҡ уч­реждениеға ер алыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә балалар менән бергә йәшелсә-емеш үҫтереп, мал аҫрап, үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, артып ҡалғанын һатып, дөйөм мәнфәғәт өсөн аҡса эшләй башлайҙар.
Камил Низамов шулай уҡ заманында артта ҡалған һәм хөкүмәткә бурысҡа батҡан колхозға оҫта етәкселек итеп, уны ал­дын­ғылар сафына сығара. Уның башланғысы менән Аҙналыла техник яҡтан алдынғы малсылыҡ комплексы төҙөлә, уға һәм ауылға газ, һыу индерелә, асфальт юл һалына. Хатта йәйләүҙәргә радио ҡуйҙыртыуға өлгәшә алдынғы хужа. Ғөмүмән, ул етәкселек иткәндә һәр ваҡыт элек төшкә лә инмәгән яңы объекттар төҙөлгән: гараждар, фермалар, юлдар, бурама йортло йәйләүҙәр... Һәр эште еренә еткереп, халыҡ өсөн уңайлы буласағын күҙаллап, ысын хужаларса эшләй белә. Ололарға ла, кеселәргә лә кеселекле булыу үрнәген күрһәтә шәхес. Йөрәк йылыһын, йөҙ балҡышын, йылмайыуын кешеләрҙән йәлләмәй. Ниндәй генә сетерекле хәл килеп тыуһа ла, икеләнһә лә, һәр саҡ иң яҡын кешеһенә – әсәһенә – килә. Мөхтәримә Әмин ҡыҙы менән бөтә уй-серҙәре менән уртаҡлаша, кәңәшләшә, хатта колхоз тураһында эш пландарын да иң тәүҙә тәрән ихтирам иткән, ярты һүҙҙән аңлаған әсәһенә һөйләй.
Мәлендә илдә барған сәйәси хаталар сәбәпле атайһыҙ, арҡаһыҙ үҫеүҙең әсе һурпаһын тулыһынса татыһа ла, үҙ хал­ҡына, ауылдаштарына, бигерәк тә бала­ларға ҡарата күңел киңлеге, йөрәк йылы­һының төпһөҙ диңгеҙҙәй булыуы хайран ҡалырлыҡ. Ғаиләһенә күп саҡта ваҡыты етмәй ҡала, сөнки таң һарыһынан ҡа­раңғыға тиклем эшләй. Ваҡыты тығыҙ булһа ла, ҡыҙҙарына, улына йөрәк йылыһын йәл­ләмәгән киң күңелле атай ҙа була. Ҡатыны Гүзәл Мансур ҡыҙы менән икәүләп Сермән балалар йортон аяҡҡа баҫтырыуҙа, унда уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа күп көс һалалар. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира Камил ҡыҙы – алдынғы география уҡытыусыһы – хаҡлы ялға сыҡҡан, Нәфисә Камил ҡыҙы – абруйлы балалар табибы. Улдары Ришат Свердловск иҡтисад институтын тамам­лаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияға эләгеп, бик иртә вафат була.
Камил Шаһивәли улы бер нисә рәт район Советы депутаты булып һайланды, был бурысын да намыҫ менән атҡарҙы. Ярыш­тарҙа янып тәгәрәгән уҙыш арғымағы кеүек йөрәге бик иртә һуғыуҙан туҡтаны уның. Ҡыҫҡа ғүмерендә яҡты эҙ ҡалдырҙы, һоҡ­ланғыс тормош өлгөһө күрһәтте, тыуған ауылыңды, ереңде, илеңде, халҡыңды яратыуҙың ниндәй булырға тейешлеген төшөндөрҙө олуғ яҡташыбыҙ.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509