Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйән урмандарын йырлап гиҙеп...
Рәссам Алексей Кузнецовтың тыуыуына – 90 йыл
Бөрйән урмандарын йырлап гиҙеп...Урыҫ милләтле, башҡорт рухлы был рәссам хаҡында тулҡынланмайынса һөйләү мөмкин түгел. Үҙенең тәүге әҫәрҙәрендә үк ул башҡорт халҡының тарихына, азатлыҡ өсөн көрәшкән батырҙарына мөрәжәғәт итте. “Стәрлетамаҡ комиссарҙарын атыу”, “Салауаттың йәшлеге”, “Пугачевсылар”, мәҫәлән, ана шундайҙарҙан. Ә инде 1953 – 1955 йылдарҙа ҡылҡәләм оҫтаһы киң билдәле “Салауаттан һорау алыу” картинаһын ижад итә.
А.А. Кузнецов 1927 йылда Өфөлә донъяға килә. Бала сағы­нан йыр-моңға ғашиҡ нескә кү­ңелле егет Өфө театр художество техникумында белем ала. 1945 – 1947 йылдарҙа ул ошо уҡыу йортоноң вокал бүлегендә уҡый һәм йырсы булырға әҙер­ләнә. Тәбиғәт Алексей Алексан­дро­вичҡа һәләтте йәлләмәй биргән: матур йырлау менән бергә ул бына тигән шиғырҙар ҙа яҙа һәм һүрәт төшөрә. Бынан тыш, талантлы журналист була: республика матбуғатында башҡорт һынлы сәнғәте проблемалары, айырым рәссамдар ижады ха­ҡында мәҡәләләр менән сығыш яһай. Техникум педагогы Любовь Троицкая Кузнецовҡа һәләтен үҫтереүгә, дөрөҫ йүнәлеш би­реүгә айырыуса ҙур тырышлыҡ һала.
– Алексей, Хоҙай һиңә һәләтте өйөп биргән, уны файҙаға тотон, халыҡҡа хеҙмәт ит, – тип өйрәтә Любовь Николаевна. – Икеләнмә!
Алексейҙың, бәлки, миңә сәхнә юлынан китергә кәрәктер, тип икеләнгән ваҡыттары, ысынлап та, йыш була. Уҡытыусыһы әллә шуны һиҙгәнме?
Шишмә хатта ер аҫтында ла үҙ юлын таба бит, шуның кеүек рәссам Кузнецов та үҙ һуҡмағын үҙе яра. Документтарын ошо уҡ техникумдың һынлы сәнғәт бүле­генә тапшыра ла өс йыл шунда белем ала. Студент йылдарында уның һөнәри үҫешенә уҡытыу­сыһы, легендар рәссам Порфирий Маркович Лебедев ҙур өлөш индерә. Тиҙҙән Алексей Александрович үҙе лә һынлы сәнғәт бүлегендә студенттарға дәрес бирә башлай.
1948 – 1950 йылдарҙа А. Кузнецов Харьков художество институтында уҡый. Уны тамам­лағас, башкөллө эшкә сума, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатна­ша. 1953 – 1976 йылдарҙа РСФСР-ҙың Башҡорт художество фондында эшләй, Башҡортостан рәссамдар берлеге идаралығы, РСФСР Художество фондының Башҡортостан оҫтаханаһындағы художество фонды ағзаһы була. Эшенә яуаплы ҡараған егәрле һөнәр эйәһен 1956 йылда Өфө ҡала Советы депутаты итеп һай­лайҙар. Баш ҡалала А. Кузнецов бер төркөм рәссамдар Б. Домашников, А. Бурзянцев, Ю. Фуртат, Ҡасим Дәүләткилдеевтың уҡыу­сыһы А. Пантелеев менән баш­ҡорт һынлы сәнғәтен үҫтереү, оҫталарҙың күргәҙмәләрен ойоштороу, Өфөнө биҙәү кеүек етди мәсьәләләр менән шөғөлләнә. 1975 йылда Һамарға күсеп китә, әммә бер ни тиклем ваҡыттан кире әйләнеп ҡайта.
Һынлы сәнғәт оҫтаһы А. Куз­нецовтың ҡырҡ йылдан ашыу ғүмере Өфөлә уҙа. 1955 йылда уны Башҡортостан һәм СССР Рәссамдар союзы ағзаһы итеп алалар. Янып йәшәгән, үҙе артынан башҡаларҙы эйәртә белгән уңған ижадсы 60-сы йылдарҙа Өфөнөң үҙ йөҙө булһын өсөн күп көс түгә. Р. Нурмөхәмәтов һәм Л. Мөхтәбәров менән бергә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын, В. Пустарнаков һәм С. Литвинов менән Өфө моторҙар эшләү мәҙәниәт йортон, Ф. Кащеев, Л. Круль, С. Литвинов, Р. Нафиҡов, В. Пустарнаков менән Спорт һарайын биҙәүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ Салауат, Күмертау ҡала­ларының мәҙәниәт йорттарын матурлауға өлөш индерә. Өҫтә­үенә А. Кузнецов республикала һәләтле йәштәрҙе табыу, улар өсөн һынлы сәнғәт мәк­тәптәре асыу, уҡытыу менән шөғөлләнә. Төбәктә тәүгеләрҙән булып “Һынлы сәнғәт” йәмғиәтен ойоштора, баш ҡаланың төньяғында йәшәгәндәр өсөн Орджоникидзе районында Балалар художество мәктәбе асып, уға үҙаллылыҡ статусы биреүҙе юллай. Хәҙер был уҡыу йортонда йыл һайын Алексей Кузнецовтың иҫтәлегенә арнап республика һынлы сәнғәт мәктәптәре талант­тарының ижади конкурстары уҙғарыла. Тынғыһыҙ һөнәр эйәһе үҙ йүнәлешендәге проблемалар буйынса конференциялар, уҡыу­ҙар ойоштора, матбуғат баҫма­ларында төплө мәҡәләләр менән сығыш яһай. А. Кузнецов әүҙем йәмәғәтсе лә була, педагогиканан тыш, журналистика серҙәрен дә өйрәнә. Ләкин һынлы сәнғәт уның өсөн элеккесә беренсе урында тора. Төрлө ваҡытта, заманда үҙ стиле һәм йөкмәткеһе булған бөйөк әҫәр яҙырға хыяллана рәссам һәм маҡсатына өлгәшә. 1953 – 1955 йылдарҙа уның мәшһүр “Салауаттан һорау алыу” картинаһы тыуа. Уға тиклем рәссам батыр эҙҙәре буйлап сәйәхәт иткәндә яҙыласаҡ ижад эшенең тәүге һыҙмаларын, эскиздарын эшләй. Өфө сәнғәт училищеһы студенты, һуңынан билдәле рәссам Әмир Арыҫланов милли геройҙың прототибы була. Шуныһы ҡыҙыҡлы: үҙе тере саҡта уҡ легендаға әйләнгән Алексей Кузнецов был әҫәрҙе ни бары 27 йәшендә ижад итә!
Ҡылҡәләм оҫтаһы картинаны яҙыр алдынан башҡорт телен үҙләштерә, Башҡортостан һәм Рәсәй әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған яҙыусы Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып сыға, ҡаһарман хаҡындағы ауыҙ-тел ижадын, башҡорт халҡының милли кейем, биҙәк өлгөләрен, йырҙа­рын, холоҡ-фиғелен, йолаларын өйрә­нә. Тырышлығы уға уңыш булып әйләнеп ҡайта.
“Салауаттан һорау алыу” әҫәрендә Рәсәй империяһының монарх власы нигеҙен ҡаҡшат­ҡан, Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡи­ғала­рының уртаһында ҡайнаған батыр образы төп урынға ҡуйылған. Ҡулдары бәйле, язаланған, ләкин шул килеш тә власть кешеләренә ҡурҡыныс күренә Салауат. Һорау алғанда ла ҡаялай ғорур баҫып торған батырҙың рух, ихтыяр ныҡлығына хайран ҡала батша ялсылары. Улар хатта ҡулдары бәйле Салауаттан үҙҙәре лә ҡурҡа кеүек – был йөҙҙәрендә сағыла. Рәссам язалаусыларҙан ҡурҡ­маған, һауалағы бөркөттәй ғорур һәм ирек һөйгән башҡорт батырын үҙ баһаһын белгән, артынан халыҡты эйәртә алған оҫта баш­лыҡ итеп һынландырған. 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғы­шы етәксеһе Е. Пугачевтың уң ҡулы булған Салауат Юлаев хаҡын­дағы был әҫәр – А. Кузнецов ижадының иң юғары өлгөһө.
Портрет һынлы сәнғәттең иң ауыр жанрылыр, моғайын – бөтә рәссамдар ҙа буяуҙар ярҙамында кеше йөҙөндә уның яҙмышын, эске донъяһын, күңелен асып бирә алмай. Ә Алексей Кузнецов – был өлкәлә ысын талант эйәһе. 60 – 70-се йылдарҙа ул “Наилә” (1963), “Камилә” (1964), “Көнба­ғыштар янындағы ҡыҙ” (1965), “Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙары” (1965 – 1970), “Ҡатынымдың портреты” (1957), “Улымдың портреты” (1960), “Рәссамдың портреты” (1975), “Ветеран портреты” (1975), “В. Мальцев портреты” (1975), “Студент портреты” (1974), “Евдокия өлә­сәй­ҙең портреты” (1972), “Өләсәй портреты” (1972) кеүек үҙенсә­лекле картиналар ижад итә. Ә бына “Таня Долгова” (1963), “Буяусы­лар” (1964) кеүек әҫәр­ҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңел донъяһы һүрәтләнә. Күпме портрет – шунса яҙмыш.
А. Кузнецов – һынлы сәнғәттең төрлө жанрҙарында үҙен берҙәй һәләтле рәссам тип танытҡан шәхес. 1974 – 1977 йылдарҙа ул Граждандар һуғышы темаһына “Атыу” тигән картина яҙа, унда аҡтарҙың Стәрлетамаҡ комиссар­ҙарын һәләк итеү ваҡиғаһын һүрәтләй. 1972 – 1977 йылдарҙа ижад ителгән “Әүжәндә йәшәгән Белышевтар ғаиләһе” исемле ҡатмарлы композицияға ҡоролған икенсе бер әҫәре иһә социализм осоронда ғүмер кисергән эшһө­йәр, ябай ауыл ғаиләһен сағылдыра.
Хәҙер ҡалала тыуып үҫкәндәр араһында ҡурай моңон, башҡорт телен аңлағандар күп түгел. Ләкин элек-электән үҙ миҫалында был күренешкә ҡаршы сыҡҡан, артынан башҡаларҙы эйәрткән кеше­ләр булған. Рәссам Алексей Кузнецов – шундайҙарҙың бере­һе. Башҡорт телен яҡшы белеүе уға халыҡ менән уртаҡ тел та­быр­ға, Башҡортостан буйлап сәйә­хәт итергә мөмкинлек биргән. Рәссам башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән, алда әйтелгәнсә, Сала­уат йөрөгән юлдарҙы үткән. Йыл һайын тиерлек Бөрйән районы­ның Ғәлиәк­бәр ауылына барырға яратҡан. Бында ҡылҡә­ләм оҫта­һын баш­ҡорттар үҙ күреп, ихлас ҡар­шылаған, ҡунаҡ иткән.
Әйткәндәй, Ғәлиәкбәрҙә йәшә­гән халыҡ “йәнһүрәт төшөргән башҡорт телле урыҫ рәссамы”н әле лә онотмай. Уның хаҡындағы легендалар ололар­ҙың һөйләүе аша йәштәргә күс­кән. А. Кузнецов бында һунарсы Низаметдин Мырҙағоловтың ғаиләһендә туҡ­тарға яратҡан икән. Һунар­сының ейәне, Башҡортостан дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы Рәжәп Йомағужин был хаҡта ошолай тип хәтерләй: “Өләсәйем Кузнецовтың беҙҙә туҡталғанын ярата торғайны. “Бик һәйбәт, итәғәтле кеше. Башҡорт­са һөйләшә үҙе”, – тиер ине. Олатайым Низаметдин Мырҙағолов – йөҙҙән ашыу айыу алған миҙаллы һунарсы. Башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеев үҙенең “Һунарсы” картинаһында, әйткәндәй, тап минең олатайымды һүрәтләгән. Ул, шулай уҡ Алексей Кузнецов та Ишембай­ҙың Иҫке Һәйет ауылында ла булғандар. Өләсәйем шул төйәк­тән. Рәссамдар уның туғанда­рында туҡталып киткән. Өләсә­йем Алексей Кузнецовтың Бөрйән урмандарын гиҙгәндә, матурлыҡ­ҡа әҫәрләнеп, ҡысҡырып баш­ҡортса йырлап йөрөргә яратыуын да һөйләгәйне. Ундағы әкиәт­тәгеләй гүзәл тәбиғәт эскиздарын яҙғанда ла Кузнецов гел көйләп эшләгән. Башҡорт ауылдары буйлап сәйәхәт иткән саҡта кешеләр менән саф башҡортса һөйләшеп, табын­дарҙа халҡыбыҙ йырҙарын башҡарып аптырат­ҡан”.
Алексей Кузнецов урындағы аҡһаҡалдарҙан боронғо хикәйәт­тәрҙе, легендаларҙы, эпостарҙы, әкиәттәрҙе һөйләтергә яратҡан, ә үҙе ауыҙ-тел ижады өлгөләрен ҡуйын дәфтәренә теркәп барған. Былар уға һуңынан башҡорт фольклорына нигеҙ­ләнгән, милли темаға ижад ител­гән “Интерьер­ҙа” (1957), “Тыҡ­рыҡ” (1957), “Салауат урмандарында” (1967), “Бөрйән айыуҙары”, “Динислам бабай”, “Ҡурай тураһында леген­да” (1961 – 1963) исемле картиналар яҙырға ярҙам иткән.
Бөрйән урмандарын йырлап гиҙеп...Рәссамдың милли мотивҡа ҡоролған тағы ла бер рәсеме “Бөрйән айыулығы” тип атала, ул да 1967 йылда ошо төбәктә бул­ғандан һуң ижад ителә. Темаһы менән В. Шишкиндың “Ҡарағай урманындағы иртә” картинаһына оҡшаған был хеҙмәт күңелдә йылы тойғолар уята. Әгәр әлеге рәссам урыҫ урманын маҡтаһа, Алексей Кузнецов Бөрйәндең, Башҡортостандың бай һәм гүзәл тәбиғәтенә дан йырлай.
Ул 1954 – 1976 йылдарҙа республика, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша, әҫәрҙәре 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған БАССР рәссамдарының, 1969 йылда Ленинград ҡалаһында үткәрелгән Башҡортостан һынлы сәнғәт оҫталарының, Японияла, ГДР-ҙа, Болгарияла ойошторолған халыҡ-ара һәм башҡа бихисап күргәҙ­мәләргә ҡуйыла, фести­валдәрҙә файҙаланыла. Ҡайҙа ғына булма­һын, Алексей Кузне­цов­тың ижадын көтөп алалар. Бөгөн ҡыл­ҡә­ләм оҫтаһының картиналар кол­лекцияһы Пермь, Ульяновск, Волгоград, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡала­ларында һәм Өфө­ләге М.В. Нес­теров исемендәге музейҙа һаҡлана.
Башҡортостанда А.А. Кузне­цовтың ижады юғары баһалана: ул 1955 йылда “Почет Билдәһе” ордены менән наградлана, 1966 йылда талант эйәһенә “Башҡор­тостандың атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исем бирелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510