Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар ҙа уны һағына
Тауҙар ҙа уны һағына Арыҫлан Мөбәрәков музейы актерҙың тыуған төйәге Белорет районы Асы ауылындағы күркәм ағас йортта урынлашҡан. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, ул 1994 йылдың 14 декабрендә асыла. Музейҙы ойоштороуҙа республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәре, актерҙың ҡыҙы, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән Мөҙәрис Түләбаев, ауыл хакимиәте белгестәре, уҡытыусылар фиҙакәрлек күрһәтә.
Тәүҙә музей 30 квадрат метр майҙанлы бер бүлмәлә генә булһа, хәҙер ул 100 квадрат метрлыҡ йортта урынлашҡан. Экспозициялары, экспонаттары бер нисә бүлеккә бүлеп ҡуйылған. Этнографик мөйөшкә ун туғыҙынсы быуаттағы башҡорт ауылы, урмансылар йәшәгән төбәкте сағылдырған ҡомартҡылар, документтар, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. Бөйөк актерҙың бала сағы, үҫмер йылдарына бағышланған бүлектә ауыл тарихы, ата-әсәһе, туған-тыумасаһы тураһында материалдар урын алған. Музейҙың иң ҙур өлөшө – арҙаҡлы актер, режиссер, драматург тормошона бағышланған.
Арыҫлан Мөбәрәковтың йәшәйешен, булмышын һөйләгән ҡомартҡылар, хазиналар һаҡлаған үҙенсәлекле музейҙа төрлө йылдарҙа республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, мәшһүр рәссам, СССР-ҙың Художество академияһы ағза-корреспонденты, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, халыҡ яҙыусылары Ғайса Хөсәйенов, Нәжиб Асанбаев, күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәев, актерҙар, рәссамдар, яҙыусылар йыш булған.
Бында килгән һәр кем тәүҙә музей алдындағы мөһабәт һәйкәл янына бара, сәскәләр һала. Арҙаҡлы скульптор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тамара Нечаева сүкеп эшләгән бронза һәйкәлдә Арыҫлан Мөбәрәковтың ысын йөҙө, тормошҡа һәм ижадҡа ҡарашы сағылған. Шулай уҡ был образға режиссер, драматург, сәхнә оҫтаһы сифаттары ла һалынған.
Йорт тыштан да, эстән дә ыҡсым. Музейҙағы экспонаттарҙы, экспозиция­ларҙы иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, Арыҫлан Мөбәрәковтың бөйөк актер, күренекле театр режиссеры, үҙенсәлекле башҡорт драматургы һәм миһырбанлы етәксе булғанлығын аңлайһың.
Арыҫлан Мөбәрәков (Арыҫлан Мөбәрәк улы Ҡотләхмәтов) 1908 йылдың 15 де­кабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙерге Белорет районы) Асы ауылында донъяға килгән. Музейҙағы шәжәрә­нән шуны беләбеҙ: Ҡотләхмәттең улы — Мөбәрәк; Мөбәрәктең ҡатыны — Факиһа; балалары — Сәбилә, Һәмиҙә, Ғүмәр, Арыҫлан. Уға биш йәш тулғас, әсәһе Факиһа, ун бер тирәһендә атаһы Мөбәрәк вафат була. Үкһеҙ етем ҡалған Арыҫланды хәҙерге Белорет районының Сермән балалар йортона тапшыралар. Бында йәшәгән осорҙа уның ижади эшкә, бигерәк тә актерлыҡҡа һәләте асыла, һәм Арыҫлан Мөбәрәков 1927 йылда Өфөгә килеп сәнғәт техникумына, башҡорт милли профессиональ театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманский класына уҡырға инә. Мөһабәт һынлы, саф башҡорт характерлы егетте, актер һөнәрен үҙләштерә башлау менән, Башҡорт дәүләт театрына эшкә саҡыралар. Ул 1928 йылда уҡ Фәтҡел­ҡадир Сөләймәновтың (Әбделҡадир Инан) “Аҡшан батыр” трагедияһында, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” мело­драмаһында төп ролдәрҙе башҡара.
Сәнғәт техникумын тамамлағас, Арыҫ­лан Мөбәрәков ике йыл тирәһе район-ара күсмә театрҙа эшләй. Ошо театр нигеҙендә хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ойошторола. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. 1934 йылда Башҡорт драма театрына (хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) актер итеп эшкә алына. Ул төрлө йылдарҙа художество етәксеһе, баш режиссер, директор булып эшләй.
Тауҙар ҙа уны һағынаАктер ижад иткән сәхнә геройҙарының байтағы — классик әҫәрҙәрҙәге реалистик йүнәлештәге образдар. Улар араһында иң уңышлылары һәм тамашасыларҙың күңел түрендә мәңгелек урын алғандары – Салауат Юлаев (Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың “Салауат”, Баязит Бикбай һәм Ғәлимов Сәләмдең “Салауат Юлаев”, Баязит Бикбайҙың “Салауат Юлаев” пьесалары, Степан Злобиндың сценарийы буйынса режиссер Яков Протазанов төшөргән “Салауат Юлаев” кинофильмы), Юлай Аҙналин (Мостай Кәримдең “Салауат” пьесаһы), Ҡаһым түрә (Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә йәки 1812 йыл” трагедияһы), Ҡарағол (Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” трагедияһы), Шәһит Хоҙай­бирҙин (Рәшит Ниғмәтиҙең “Ағиҙел буйында” пьесаһы), комдив Шайморатов (Ибраһим Абдуллин һәм Шакир Наси­ровтың “Шайморатов генерал” траге­дияһы), Рыҫҡол бей (Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы), Борис Годунов (Александр Пушкиндың шул уҡ исемдәге трагедияһы), Войницкий (Антон Чеховтың “Ваня ағай” пьесаһы), Отелло (Вильям Шекспирҙың шул уҡ исемдәге трагедияһы), Олег Кошевой (Александр Фадеевтың “Йәш гвардия” романы буйынса эшләнгән сәхнә әҫәре).
Арыҫлан Мөбәрәков – өс пьеса авторы: “Һүнмәҫ йөрәктәр”, “Бисәкәй”, “Икенсе йәшлек”. “Бисәкәй” драмаһы 1942 йылда яҙылған. Ул Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә тылдағы кешеләрҙең фиҙакәр хеҙмәте тураһында. Реалистик пландағы актуаль темаға ижад ителгән әҫәр 100 биттән, биш шаршауҙан тора. Пьеса 1943 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелә һәм тамашасыға тыл хеҙмәтенең мөһимлеген аңлата. Был әҫәрен ул 1957 йылда Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ла ҡуя.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның режис­серлығында сәхнәләштерелгән Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун” музыкаль комедияһы юғары сәнғәт күренеше була. Спектаклдәге йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе Башҡортостан клубтарында, кафе-ресторандарҙа, туйҙарҙа, байрамдарҙа, ҡунаҡ йыйған һәр йортта башҡаралар. “Тальян гармун” иһә театрҙа 20 йылдан артыҡ аншлаг менән бара.
Ул ҡуйған Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҫылйәр”, Назар Нәжмиҙең “Яҙғы йыр”, Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” спектаклдәре лә тамашасы һөйөүен яулай. Арыҫлан Мөбәрәков Башҡортостан театрҙарында 20-нән ашыу пьеса сәхнәләштерә.
Бөйөк актерға Башҡортостандың (1935) һәм Рәсәйҙең (1944) атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының (1949) һәм СССР-ҙың халыҡ артисы (1955) тигән юғары исемдәр бирелә. Ул “Почет Билдәһе” (1944), Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) ордендары менән бүләк­ләнә. Егерме йылға яҡын Башҡортостан Юғары Советы депутаты була. 1980 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була (үлгәндән һуң).
Асы музейында ошо юғары бүләктәр тураһында тулы мәғлүмәттәр яҙылған стендтар эшләнгән, почет грамотала­рының, ордендарҙың күсермәләре ҡуйыл­ған. Актерҙың сәхнә кейемдәре, күпте күргән күн сумаҙаны, көнкүреш әйберҙәре, фотолары ла бар.
Бында шулай уҡ Арыҫлан Мөбәрәков­тың ҡатыны, күренекле актриса, шағирә һәм драматург Рәғиҙә Сәйетғәле ҡыҙы Янбулатова тураһында ла материалдар байтаҡ. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе — йәшел ҡашлы көмөш йөҙөк. Уның тарихы былай икән. 1935 йылда Рәғиҙә Янбулатова Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс, Мөхәмәтша Буран­ғоловтың “Башҡорт туйы” спектаклен ҡуйған мәлдә Арыҫлан Мөбәрәков, яйын тура килтереп, ҡыҙҙың йөҙөгөн һалдырып алып, үҙенең сәтәкәй бармағына кейҙереп ҡуя. Икенсе көндә репетицияла егет кеше Рәғиҙәгә йылмайып ҡарай ҙа сәтәкәй бармағындағы йөҙөгөн үбеп ала. Шунан улар дуҫлашып китә һәм өйләнешә. Йәшел ҡашлы йөҙөк янында Рәғиҙә Янбулато­ваның һәр кемде хисләндерерлек шиғыры ла ҡуйылған.
Йәшел ҡашлы йөҙөккәйем,
Һиндә минең йәшлеккәйем,
Ҡулымдан һалдырып бер саҡ,
Алды һине аҫыл бер зат.
Ул зат ине һомғол бер егет,
Үҙе йөҙөк ҡашы кеүек...
Әнсә1 бармағына кейеп,
Ул йөҙөктө наҙлап үпте.
Миңә ҡарап йылмайҙы һәм
Йөрәгемә осҡон һипте.
“Ҡараҡ” егет йөҙөгөмдө
Ләкин кире ҡайтарманы.
Өҫтәүенә йөрәгемде,
Күңелемде ул яуланы.
Алтын, бриллиант та түгел,
Ябай ғына көмөш йөҙөк,
Ләкин йөҙөктөң ҡашында
Йәшерен серҙәр ята кеүек.
Миңә ҡалһа, ул һаман да
Йәмле яҙҙың ал таңында
Тыуған тәүге мөхәббәттең
Серҙәрен һаҡлай кеүек...
Йәшел ҡашлы йөҙөк...
Миңә бик ҡәҙерле йөҙөк!

Музейҙың байтаҡ өлөшө Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатова­ларҙың ҡыҙы, Башҡортостандың (1969) һәм Рәсәй Федерацияһының (1975) атҡаҙанған, СССР-ҙың (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (1981) халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәковаға бағышланған. Ата-әсәһе менән төшкән фотоларҙан тыш, төрлө спектаклдәрҙән күренештәр, сәхнә кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған.
Бөйөк актер, режиссер һәм драматург­тың музейында булған һәр кем сәнғәт әһелдәренең тормошо һәм ижады менән танышыуынан хисләнеп, тәьҫораттарын, уй-фекерҙәрен альбом-китапҡа яҙып ҡуя ла Рәғиҙә Янбулатованың һөйөклө ире Арыҫлан Мөбәрәковҡа бағышланған шиғырын ҡат-ҡат уҡый-уҡый, яй ғына атлап тышҡа сыға... Башын күтәреп, Асы ауылын уратып алған тауға ҡарай, ә тауҙар, гүйә, уны һағынып, бөрсөк-бөрсөк йәштәрен ағыҙа...


Рәғиҙә ЯНБУЛАТОВА

Арыҫлан Мөбәрәковҡа


Төштәремә инәһең йыш
Йә йылмайып, йә моңһоулы.
Ҡарашың үтә һағышлы –
Һағыныуҙар менән тулы.
Имеш, тимен, йәш сағыбыҙ,
Йөрәктә һөйөү бары.
Дошмандарҙың арабыҙға
Әле инмәгән сағы.
Шатморат, Ҡарлуғас булып
Уйнайбыҙ сәхнәләрҙә...
Сәхнә бер саҡ әүерелә
Киң ялан-сәхрәләргә...
Төштәремә инәһең йыш,
Эйәһең баштарыңды,
Күҙҙәремә ҡарайһың да
Әйтәһең: “Ташланыңмы?”
Һин бит мине ташлап киттең
Мәңге ҡайтмаҫ ерҙәргә,
Күңелемде яраланың,
Һалдың ғазап-сирҙәргә.
Исемеңде телгә алып,
Ҡорор инде тәҡәтем,
Төштәремә инәһең йыш –
Мәңгелек мөхәббәтем!


Эйе, Арыҫлан Мөбәрәков ысын-ысындан башҡорт халҡының мәңгелек мөхәббәте ул!.. Тауҙар ҙа, кешеләр ҙә уны һағына...

1Әнсә — сәтәкәй бармаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519