Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем ул Илдархан Мутин?
Кем ул Илдархан Мутин?Февраль революцияһынан һуң күп тә үтмәй Башҡорт милли хәрәкәте идеялы һәм сәйәси ағым булараҡ туплана. Ул Рәсәйҙе федералләштереүҙе һәм уның составында автономиялы башҡорт республикаһын төҙөүҙе яҡлай. Милли хәрәкәттә тәүге көндәрҙән үк Мутиндар ғаиләһе вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезынан һуң башҡорт делегаттары Ырымбурҙа йыйылып, ваҡытлы етәксе орган – Башҡорт өлкә бюроһын ойоштора. Уларҙың был аҙымын Ҡазан буржуазияһы етәкселегендәге “татар милләте” өсөн генә милли-мәҙәни автономия тураһындағы мәсьәләне күтәргән ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренә ризаһыҙлыҡ белдереүе менән аңлатырға кәрәк. Башҡорттар, бүтән төрки халыҡтар кеүек үк, милли-территориаль автономия яҡлы була.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, 1950 йылда Мөхәмәтша Буранғолов был ваҡиғаларҙы бына нисек һүрәтләгән: “Мәғлүм булыуынса, 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Беренсе Бөтә Рәсәй мосолман съезы үтте. Милли мәсьәлә буйынса “Милли-мәҙәни автономия” программаһын ҡабул иткән съезд ҡарары менән килешмәгән Зәки Вәлидов, Илдархан Мутин, Сәғит Мерәҫов, Йәнгир Йомағолов, Аллабирҙе Йәғәфәров ингән башҡорт делегацияһы съезды ташлап сығып китә һәм, Ырымбурға килеү менән Башҡорт халҡы союзы бюроһын ойоштороп, халыҡҡа мөрәжәғәт ҡабул итә. Уның йөкмәткеһен бөтә нескәлектәрендә хәтерләмәйем, әммә дөйөм мәғәнәһе башҡорттар өсөн территориаль автономия талап итеүгә ҡайтып ҡала”. Башҡорт органына шулай уҡ Илдархан менән Ғариф Мутиндар ҙа инә.
20 июлдә Ырымбурҙа I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт өлкә Советы (Шураһы) төҙөлә. Ул осорҙа уның Башҡарма комитеты составына Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Усман Ҡыуатов, Харис Йомағолов, Ғариф һәм Илдархан Мутиндар ингән була. Һуңғыһы ер мәсьәләһе буйынса сығыш яһай. Башҡорт хәрәкәтенең ер программаһы нигеҙенә әүерелгән доклад буйынса съезд керҙәштәр (припущенниктар) файҙаһына законһыҙ тартып алынған, шулай уҡ шәхси, банк, ҡаҙна, монастырь, удел биләмәләрен башҡорт халҡының милке тип иғлан итеү тураһында ҡарар сығара.
Кем ул Илдархан Мутин?“Башҡортостандың ер аҫты бай­лыҡтарына килгәндә, улар ҙа, һис шикһеҙ, башҡорттар ҡарамағына тапшырылырға тейеш, сөнки уларһыҙ халҡыбыҙҙы тергеҙеү, уның киләсәген күҙаллау мөмкин түгел...” – ти Мутин үҙенең сығышында. Ҡарарҙың һәм автономия талап итеүҙең тулы хоҡуҡлылығын нигеҙләп, ул: “Иоанн Грозный осоронда Башҡортостан дин, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, милли үҙенсә­лектәр һәм ерҙе үҙҙәре теләгәнсә файҙаланыу хоҡуғы өлкәһенә тулыһынса ҡатнашмау шарты менән Рәсәйгә ҡушыла”, – ти. Сығыштың рухы уҡ авторҙың аҫаба башҡорттарҙың өмөт-хыялдарын са­ғылдырған ысын патриот булыуын күрһәтә.
I Бөтә башҡорт съезы делегаттары Ваҡытлы хөкүмәткә үҙ талаптарын еткерергә ҡарар итә. Әхмәтзәки Вәлиди хәтирәләренән: “Мине, университет студенты Усман Ҡыуатовты һәм зыялы Илдархан Мутинды әүәлдән килгән һәм бер нисә быуын башҡорттарының иңендә ауыр йөк булып ятҡан ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә тип, Петро­градҡа Керенский хөкүмәтенән ебәрергә булдылар. Атап әйткәндә, беҙҙең ер хоҡуҡтарын яҡларға, батша осоронан йыйылған башҡорт капиталдарын, элекке хәрби биналарҙы, Ырымбурҙағы Каруанһарай паркын һәм мәсетен башҡорттар ҡарамағына ҡайтарыуға өлгәшергә кәрәк ине”. Баш ҡалаға юл тотҡан башҡорт вәкилдәре юл ыңғайында Ҡазан татарҙары етәкселәре менән осраша. “Әгәр үҙегеҙҙең мөстәҡиллекте яҡларға йыйынмайһығыҙ икән, беҙҙең автономиялы Башҡортостан өсөн көрәше­беҙгә ҡамасауламаһағыҙ ине” тигән теләк белдерә улар.
1917 йылдың 25 октябрендә Петербургта большевиктар баш күтәрә. Ул Граждандар һуғышына этәргес бирә. 11 ноябрҙә Башҡорт Шураһы: “... беҙ большевик та, меньшевик та түгел; беҙ – башҡорттар. Беҙ ҡайһы яҡта булырға тейешбеҙ һуң? Бер яҡта ла түгел. Беҙ үҙебеҙҙең яғыбыҙҙа... Ике миллион башҡорт халҡы бындай бысраҡ сәйәси ғәмәлдәрҙә уйынсыҡ була алмай. Уның үҙ ихтыяждары, мохтажлыҡтары, сәйәсәте, үҙ ҡарашы булырға тейеш”, тип ғәмәлдәге хәлгә мөнәсәбәтен белдереп, 1-се тарихи фарманын сығара. Документҡа рәйес Шәриф Манатов, уның ярҙамсыһы Әхмәтзәки Вәлидов, хәрби эштәр мөдире Илдархан Мутин, секретарь Шәйехзада Бабич һәм башҡалар ҡул ҡуя. Ниһайәт, 16 ноябрҙә ошо уҡ кешеләрҙең имзаһы менән 2-се фарман донъя күрә. Ул Ырымбур, Өфө, Һамар һәм Пермь губерналарындағы башҡорт биләмәләрен, йәғни бөтә тарихи Башҡортостанды, “Рәсәй Республикаһының автономиялы өлөшө” тип иғлан итә.
1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа башҡорт халҡының Ойоштороу съезы саҡырыла. Ул Башҡорт Шураһы иғлан иткән автономияны раҫларға тейеш була. Н.Р. Бикбаев ул ваҡиғаны былай тип хәтерләй: “Ҡоролтайҙа ике төп төркөм барлыҡҡа килә. Тәүгеһе милли үҙ­билдәләнеште талап итеп, шәхси милекте юҡҡа сығарыуҙы һәм ерҙе соци­алләш­тереүҙе яҡлай. Был төркөмгә, нигеҙҙә, Ф. Әхмәҙуллин һәм Муса Мортазин иптәштәр етәкселегендәге фронтовик һалдаттар инә. Улар ҡоролтайҙа аҙсылыҡты тәшкил итә. Икенсе төркөмдә иһә З. Вәлидов, И. Мутин һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорт кулактары һәм дин әһелдәре вәкилдәре була. Был төркөм буржуаз-демократик республиканы, ергә шәхси милекте, башҡорт буржуазияһы, кулактары һәм дин әһелдәре мәнфә­ғәттәрен яҡлай. Ҡоролтайҙа был төркөм вәкилдәре өҫтөнлөктө тәшкил итә һәм ҡарар сығарғанда ла, нигеҙҙә, уларҙың фекере иҫәпкә алына”.
Ойоштороу ҡоролтайы 22 кешенән торған кесе ҡоролтай төҙөй. Уның ағза­лары иҫәбендә Ризаитдин Фәхретдинов һәм уның улы Абдрахман, Искәндәр Солтанов, Илдархан Мутин кеүек Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәре башҡорттары ла була. Һуңыраҡ ошо парламент алды ағзаларынан Башҡорт хөкүмәте төҙөлә. Илдархан Мутин унда финанс бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Документтарҙан күренеүенсә, Илдархан Мутин баштан уҡ башҡорт милли хәрәкәте идеологтарының, ойоштороусыларының һәм етәкселәренең береһе була. 1918 йылдың 16 февраленән 17-һенә ҡараған төндә Башҡорт хөкүмәте ағзалары Ырымбурҙа автономиялы Башҡортостан төҙөүгә ҡаршы сыҡҡан Ғ. Шәмиғолов, Б. Нуриманов, К. Хәкимов етәкселегендәге Мосолман хәрби-революцион комитеты тарафынан ҡулға алына. Ҡулға алын­ғандар араһында Әхмәтзәки Вәлиди менән Илдархан Мутин да була. Уларҙы үлемгә хөкөм итәләр, ләкин апрель башында ротмистр Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге башҡорт доброволецтары отряды атаман Дутовтың казактары ярҙамы менән Ырымбурға һөжүм итә һәм уларҙы төрмәнән сығара. Ошо ваҡиғаларҙан һуң 1-се фарманда билдәләнгән теге йәки был яҡты һайлау мәсьәләһе үҙенән-үҙе хәл ителә. Әлегә тиклем нейтралитет һаҡлаған Башҡорт хөкүмәте, больше­виктарға ҡаршы көстәр яғына сығып, чехтар ҡулындағы Силәбегә килә. Унда Башҡорт Хәрби Советы ойошторола һәм Башҡорт ғәскәрҙәре төҙөлә башлай. Беренсе батальон 14 июндә Екатеринбург фронтына юллана.
“Башҡорт тауышы” гәзитендә “...башҡорт хәрәкәтенең Ә. Вәлидов, И. Мутин һәм башҡалар кеүек күренекле юлбашсылары һәр саҡ йәшеренеп, ҡасып йәшәргә мәжбүр. Совет власы ҡолатылғандан һуң ғына улар әүәлге эшмәкәрлегенә кире ҡайта” тигән юлдар бар. Ул заманда хәрби мәсьәлә көнүҙәкте тәшкил итә. Милли армия төҙөү автономия алыуҙың иң мөһим шарты булараҡ ҡарала, шуға күрә Башҡорт Хәрби Советы рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлиди тәғәйенләнә.
1918 йылдың 8 авгусында Башҡорт хөкүмәте большевиктарҙан азат ителгән Ырымбурға күсә, Каруанһарайҙа урынлашып, Комуч, Рәсәйҙең демократик хөкүмәте менән Башҡортостанды таныу һәм башҡорт частары төҙөүҙе дауам итеү тураһында һөйләшеү башлай. Вәлиди, үҙенең урынына Мутинды ҡалдырып, Һамарға юллана. 1918 йылдың 15 авгусындағы 19-сы фарманда былай тиелә: “Ошо көндә, эш буйынса Һамарға киткәндә, Башҡорт Хәрби Советы буйынса үҙемдең бурыстарымды ваҡытлыса башҡарыуҙы Башҡорт Хөкүмәтенең финанс бүлеге мөдире Мутинға йөкмәтәм”. Илдархан Мутин Вәлиди булмағанда уның бурыстарын унан һуңыраҡ та башҡарыр булған.
Һамар хөкүмәтенең Хәрби министрлығы (Комуч) автономиялы Башҡортостанды рәсми танып, Халыҡ армияһы составында башҡорт ҡораллы көстәрен ойоштороуға ризалыҡ бирә. Был көстәр Башҡорт корпусы тип йөрөтөлә башлай.
1918 йылдың йәйендә З. Вәлиди, И. Мутин, М. Ҡулаев, А. Кричинский башҡорт съездары ҡабул иткән ҡарарҙар нигеҙендә Башҡортостан Конституцияһын эшләй һәм уны “Автономиялы Кесе Баш­ҡортостан тураһындағы положение” тип атай.
Ике уҡсылар дивизияһы составында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡорт корпусы төҙөлә. 7 сентябрҙә Башҡорт Хәрби Советы рәйесе вазифаһын башҡарған Илдархан Мутин генерал-майор Хажиәхмәт Ишбулатовты уның етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы фарманға ҡул ҡуя. Әммә 1918 йылдың 18 ноябрендә адмирал Колчак дәүләт түңкәрелеше яһап, үҙен Рәсәйҙең юғары хакимы тип белдерә һәм бөтә өлкә хөкүмәттәрен, шул иҫәптән Башҡортостандыҡын да, тарҡатылған тип иғлан итә. Ошо уҡ фарман милли ойошмаларға ла ҡағыла. Ләкин башҡорт ғәскәрҙәре, аҡтар ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итмәһәләр ҙә, тағы ла ике ай самаһы фронтты тотоуын дауам итә. Тик 1919 йылдың февралендә генә Колчак менән килешеү мөмкинлеген тапмағас, Башҡорт хөкүмәте Совет власы яғына сығырға ҡарар итә. Әйткәндәй, Ю. Бикбов менән И. Мутин большевиктар менән яҡынайыуға ҡырҡа ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, күпселектең ихтыярына буйһона.
Ошо уҡ йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте менән Үҙәк Совет власы араһында Башҡортостан совет автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Артабан Башҡорт хөкүмәте Башҡорт революцион комитеты (Башревком) тип атала башлай. Илдархан Мутин уның ағзалары иҫәбенә инә.
Башҡортостан биләмәһен аҡтарҙан азат итеү менән бер рәттән төбәктәге сәйәси һәм хужалыҡ тормошона идара итеү зарурлығы тыуа. Әммә Баш­ревкомдың эвакуацияла булыуы был эште ҡырҡа ҡатмарлаштыра, шуға күрә 1919 йылдың 14 майында махсус орган – И. Мутин, Ф. Төхвәтуллин составында һәм ВЦИК вәкиле Н. Зарецкий етәкселегендә Вәкилдәр советы ойошторола. Был органға фронт яны биләмәләрендә Башревком исеменән сығыш яһау хоҡуғы бирелә. Хөкүмәт менән ғәскәр советтар яғына сығыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар большевиктарға ҡаршы тороуын дауам итә. И. Мутин Көнсығыш фронттың Көньяҡ төркөмө штабына шундай телеграмма ебәрә: “Колчак батшалығындағы баш­ҡорттар Килешеү тураһында бер нәмә лә белмәй. Һамарҙа килешкәнсә, аэропландан саҡырыу ҡағыҙҙарын, Килешеү тексын таратырға кәрәк”. Ул, Совет ағзаһы булараҡ, башҡорт халҡын ҡыҙылдарҙың золомонан ҡотҡарып ҡалырға теләй.
“Ете ырыу кантонында, Мораптал янында ҡыҙылармеецтарҙың башҡорт­тарға ҡарата мөнәсәбәте әүәлгесә ҡала... Фрунзе иптәштең беҙҙең биләмәләрҙе аҡтарҙан азат итеүҙә полк­тарыбыҙҙы ҡатнаштырыу за­рурлығы тураһында әйткәндәрен тағы ла ҡабатлайым” тип Һамарҙағы Башҡорт армияһы вәкилдәренә тағы ла бер телеграмма ебәрә, ләкин беҙҙең ғәскәрҙәр Башҡортостан биләмәһендә Колчакка ҡаршы һуғышҡа йәлеп ителмәй.
Вәкилдәр советы ағзаһы булған Илдархан Мутин Туҡсоран кантоны Советы съезын ойоштора. Л. Троцкийға ебәргән телеграммаһында ул: “Советтарҙың Беренсе Туҡсоран кантоны съезы Деникин бандаларын батырҙарса ҡыйратҡан башҡорт ҡыҙыл полктарын сәләмләй... Съезд шулай уҡ Эшсе-крәҫтиәндәр армияһы етәксеһе булған Троцкийҙы ла сәләмләй...” тип яҙа. ВЦИК вәкиле Н. Зарецкийҙың ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Туҡсоран ревкомы башҡарма комитетына тик “автономистар” ғына һайлана. Ул Үҙәккә Мутиндың ер мәсьәләһе буйынса “һатыулашыусан” ҡарашта булыуы хаҡында хәбәр итә.
Зарецкийҙың фекеренсә, ул Ырымбур губернаһының әҙерләүҙәр контораһы агенттарына башҡорт кантоны болондарында бесән сапҡан өсөн ҡуртым хаҡын саманан тыш ҡиммәт ҡуйған. Вәкилдәр советы ағзалары иһә Ырымбур губернаһы аҙыҡ-түлек комитетын Үҙәктәге ас­лыҡҡа һылтанып, Башҡортостанды талауҙа ғәйепләй. Башҡортостанға автономия яулауҙа Өфө һәм Ырымбур большевиктары араһында фекер айыр­малыҡтары йыш күҙәтелгән.
Туҡсоран улысы (был осорҙа ул Бәләбәй кантоны составына ингән була) халҡының 1924 йылда үткән дөйөм йыйылышында “1918 йылда Саранскиҙан Төхвәтуллин, Мутин һәм башҡа иптәштәр килеп, Башҡортостандың беренсе кантонын ойошторҙо һәм шуның менән АБСР нигеҙенә тәүге ташты һалды. Беҙ Ырымбур менән Быҙау­лыҡтың ҡарамағынан сыҡтыҡ” тигән мәғлүмәттәр телгә алына. Илдархан Мутиндың “һатыулашыуға ҡоролған ҡарашы” күрше губерналарҙың халыҡты талауына ҡаршы йүнәлтелгән үҙенсәлекле аҙым булғандыр, күрәһең.
Башҡортостанда дәүләт төҙөлөшө үҙ яйы менән бара. 1919 йылдың 16 июлендә И. Мутин “Бынан ары рәсми ҡағыҙҙарҙа өйәҙҙәрҙе һәм губерналарҙы күр­һәтмәҫкә. Бөтә учреждениеларҙа бланк штемпелдәрендә һәм мисәттәрҙә кантонды һәм республиканы күрһәтергә” тигән фарман сығара. Был документта мөһим үҙенсәлек күҙҙә тотолған: Башҡорт республикаһы рәсми танылыуға ҡарамаҫтан, граждандар Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм башҡалар кеүек әүәлге административ бүленеш атамаларын ҡулланыуҙы дауам иткән. Ситкә һөрөлгән Башревком Илдархан Мутин йөҙөндә Башҡортостан дәүләтселегенең тышҡы атрибуттарын үтәүҙе талап итә.
1918 йылдың 20 авгусында Башревком Саранскиҙан өс йылға Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелгән Стәрлетамаҡҡа күсә. Әммә Өфө губернаһы большевиктары уға идара итеүҙе тапшырырға ашыҡмай. 26 августа Башревком Башҡорт Совет Республикаһының идараһына инеүе тураһында фарман сығара. Ошо нигеҙҙә Мутин (ул осорҙа эске эштәр наркомы) Тамъян-Ҡатай кантоны рәйесенә “Башсовнархоз тарафынан Белорет ра­йонындағы бөтә заводтарҙы ­ яулап алыу тураһында” бойороҡ бирә.
Күп тә үтмәй Башревком рәйесе Х. Йомағолов уны Башҡорт Совет Рес­публикаһы менән Өфө губернаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн Өфөгә ебәрә. Әммә был ғәмәл бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, сөнки урындағы большевиктар Мәскәүҙәге юғары партия даирәһендә яҡлау таба. М. Калинин Ырымбур большевиктарының ябыҡ ултырышында: “Башҡортостан автономияһы – көнсығыш халыҡтары өсөн буш мәрәкә. Беҙ башҡорттарға ышанмайбыҙ, һалдат­тарын Питер янына ҡыуабыҙ... Улар менән автономия уйынын уйнарға, һәр ергә үтеп инеп, тамырҙарын һәм башҡа зыянлы яҡтарын коммунизм менән көсһөҙлән­дерергә кәрәк”, – ти. Мартынов тигән әҙәм иһә Үҙәктән фабрикаттар бүлгәндә башҡорттарҙы аҙыҡ-түлек йәһәтенән ҡыҫырға тәҡдим итә. “Был Вәлидовтың һәм башҡаларҙың абруйын төшөрөүгә килтерәсәк, шул уҡ ваҡытта бындай ғәмәлдәрҙе башҡорт етәкселәре тәбиғәт ресурстарын республиканан түләүһеҙ-ниһеҙ сығарыуға рөхсәт биргәнгә тиклем дауам итеү шарт”, – ти ул. Ырымбур губерна башҡарма комитеты рәйесе Коростылев иһә Калининға “Баш­ҡортостанға тейешле аҡсалата суб­сидияларҙы тотош ебәрмәй, ә мөмкин тиклем тәғәйен бүлектәр аша үткәрергә”, йәғни республиканы финанслауҙы Ырымбур контроленә тапшырырға тәҡдим итә. Артабан ул: “Башҡортостанда собес эшләмәгәнгә күрә, ҡайһы бер ғәмәл­дәребеҙҙе уның биләмәһендә лә йәйелдерә алдыҡ”, – тип билдәләй. Был да Башревкомға өҫтәмә баҫым яһау мөмкинлеге бирә. Шуға ла 1919 йылдың сентябрендә И. Мутин социаль тәьминәт комиссары итеп тәғәйенләнәлер, моғайын.
Республика ҡаҙнаһының дотация­лылығын, күршеләрҙең аяҡ салыуын иҫәпкә алғанда, ул дәүерҙә был өлкә иң яуаплы эш участкаһы була. 6 октябрҙә хәрби комиссар Әхмәтзәки Вәлиди һәм социаль тәьминәт комиссары Илдархан Мутин башҡорт ҡыҙылармеецтары ғаиләләренең ауыр хәле буйынса В.И. Ленинға һәм И.В. Сталинға мөрәжәғәт итә. “Туғыҙынсы ай инде башҡорт ҡыҙылармеецтары бер тин аҡса ла күргәне юҡ. Шул уҡ ваҡытта күрше рус халҡы көн һайын тейешлеһен ала бара” тиелә мөрәжәғәттә.
Ул осорҙа мөһим эш өлкәләре бының менән генә сикләнмәй. Тап шуғалыр ҙа 1919 йылдың 8 октябрендә эске эштәр наркомы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарған һәм социаль тәьминәт наркомы булған Илдархан Мутин вазифаларынан бушатылып, аҙыҡ-түлек наркомы урынбаҫары итеп раҫлана. Үҙәк тарафынан тормошҡа ашырылған “хәрби коммунизм” сәйәсәте шарттарында был мәсьәлә иң мөһимдәрҙең береһенә әүерелә.
Башҡортостанда хәлдәр ҡуйыра бара. Америка тикшеренеүсеһе Сергей Зеньковский былай тип яҙа: “Ҡаҙағстан менән берләшеү планының уңышһыҙлығы, татар коммунистарының көсәйеүе һәм Мәскәүҙән контролдең арта барыуы башҡорттарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. 1920 йылдың ғинуар айы уртаһында Башревкомдың сыҙамлығы бөтә, һәм ул үҙәк хөкүмәт менән татар комму­нистарының урындағы вәкилдәре контроленән ҡотолорға ҡарар итә”. Татар коммунистары Үҙәк вәкилдәре Артем Сергеевтың һәм Ф. Самойловтың ярҙамы менән ҡотҡо таратып, Харис Йомағоловты ғәҙәти булмаған аҙымдарға этәрергә тырыша.
Башҡорт лидерҙарын ҡулға алырға маташыуҙары хаҡында ялған хәбәр таратып, улар үҙҙәренең маҡсатына өлгәшә. 16 ғинуар төнөндә Башревком рәйесе Стәрлетамаҡ гарнизоны отрядын күтәрә һәм “заговорсыларҙы” ҡулға ала. Ә уларына шул ғына кәрәк була ла инде. Әсирҙәрҙе М. Фрунзе яҡлай, һәм улар төрмәнән герой булып сыға. Күп тә үтмәй, Йомағоловты Мәскәүгә саҡыртып алалар, Илдархан Мутинды партиянан сығарырға тәҡдим итәләр. 1920 йылдың 16 апрелендә Башнаркомпродтың партия ойошмаһы ултырышында уны хөкөм итәләр, ҡасандыр әйткәндәрен дә, аҡтар яғында булғанын да хәтергә төшөрәләр. Рыбалко тигән әҙәм: “Быйыл ғинуарҙа үткән митингтарҙың береһендә Мутин Башвоенревкомдың башҡорт халҡын Йомағолов артынан барырға өндәгән саҡырыуҙарын хуплап һөйләгәйне шикелле. Телмәр башҡортса булғанға күрә, тулыһынса аңламаным. Әле шул турала Мутин иптәштән һорарға кәрәк”, – ти. “Эйе, мин, ысынлап та, Баш­воен­ревкомдың саҡырыуын хупланым. Әле лә ошондай уҡ фекерҙәмен”, – тип яуаплай Мутин. Ғинуарҙағы низағ осоронда Йомағоловтың ғәмәлдәрен асыҡтан-асыҡ яҡлау ҡайһы бер коммунистар тарафынан контрреволюция тип баһалана, шуға күрә бындай белдереүҙе бик ҡыйыу тип әйтергә кәрәк. Ә инде ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашыуыңды таныу һөҙөмтәһендә вазифаңды ғына түгел, хатта башыңды ла юғалтыу хәүефе хаҡында һүҙ ҙә юҡ.
Әммә Мутин тынысланмай. 19 апрелдә Наркомпрод ағзалары Мержановты, Селицкийҙы, Бородулинды, Котеньковты, Ратгаузды фетнә сығарыуҙа ғәйепләп сығыш яһай. Хеҙмәттәштәре яҡларға маташһа ла, Мутинды ВКП(б) сафынан сығаралар. Иртәгәһенә, йәғни 1920 йылдың 2 апрелендә, Сталин Ф. Самойлов менән З. Вәлидиҙе Башҡортостанда тыуған низағ буйынса аңлатма биреү өсөн кисекмәҫтән Мәскәүгә килеүҙе талап итеп телеграмма ебәрә.
Бер аҙҙан башҡорт наркоматтарын үҙәктәгеләргә буйһондороп, республиканы үҙаллылыҡтан мәхрүм итергә йыйы­ныуҙары, Сталиндың, Өфө губернаһын һаҡлап ҡалып, Татар республикаһын төҙөргә ниәтләүе асыҡлана. Башревком подпольеға күсә. Мәскәүгә Халиҡов, Мутин, Ҡыуатов, Буранғолов, Төхвәтуллин һәм башҡалар ҡул ҡуйған хат ебәрәләр. Унда Башревкомдың З. Вәлидиҙең отставкаһын ҡабул итергә йыйынмауы хаҡында әйтелә. БашЧК һаҡ эш итә, сөнки был дәүерҙә Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһындағы Башревком ҡарамағына ҙур гарнизон ингән була.
1920 йылдың 19 майында Ленин менән Калинин ҡул ҡуйған “Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы декрет ҡабул ителә. Уның буйынса Башҡортостан үҙенең иҡтисади һәм сәйәси үҙаллылығын юғалта.
Ошо уҡ йылдың 15 июнендә Әхмәтзәки Вәлиди Башревкомға һуңғы хатын ебәрә. Унда: “Үҙәк Башҡортостандың барлыҡ иҡтисади байлыҡтарын тартып ала, сәйәси органдарын үҙенә буйһондора, беҙгә иһә милли-мәҙәни автономия кеүек нәмәне генә ҡалдыра. Шуға күрә Башҡортостандың байлығын ҡулыбыҙға төшөрөргә кәрәк. Мине һәм Йома­ғоловты аҙыҡ-түлек органдарына һайлағыҙ”, – тип яҙа. Вәлиди кисекмәҫтән кантон съездарын үткәрергә тәҡдим итә. Улар Йомағолов менән Вәлидиҙе Мәскәүҙән ҡайтарыуҙы һораған резолюция ҡабул итергә тейеш була. Уңышҡа өлгәшмәгән осраҡта көнсығышҡа – Ҡаҙағстан менән Төркөстанға барып, шунда эшләргә кәңәш итә. Башревкомдың йәшерен кәңәшмәһендә был хат тикшереүгә сығарыла. И. Мутин, И. Алкин, Ә. Ишмырҙин, А. Йәғәфәров, Т. Имаков ингән төркөм Вәлидиҙең эш итеү планын тулыһынса хуплап сыға. Ә. Бейешев, М. Халиҡов, К. Иҙелғужиндарҙың төркөмө иһә ойошманы тарҡатыу кеүек ҡәтғи саранан баш тартып, Урта Азияға юлланырға тәҡдим итә. Башревком ағзаларының күпселеге ошондай фекерҙе яҡлай.
16 июндә, Ураҙа байрамында, улар бәғзеләре – һунарға, икенселәре – ҡымыҙға, байрамға тип, бер-бер артлы ҡаланан китә башлай. Урта Азияға юлланған төркөмгә Вәлиди аныҡ ғәмәлдәрҙе асыҡлап хат яҙа. Финанс бүлеге мөдире булған Илдархан Мутинға ҡырғыҙ Ибраһим Йәноҙаҡов менән Фирғәнәләге баҫмасылар етәкселәренә барырға, унан Сәмәрҡәндкә юлланып, шунда үҙҙәрен көтөргә ҡуша.
1920 йылда Әхмәтзәки Вәлиди Бохараға килә һәм көрәштәштәрен янына йыя башлай. Улар араһында Илдархан Мутин менән Харис Игелеков та була. Вәлиди Ырымбур армияһынан ҡалған ғәскәрҙәр менән күрше Ҡытай биләмәһендә төпләнгән Дутов менән бәйләнешкә инергә ниәтләй. 7 ноябрҙә үҙен Фирғәнә мосолман ғәскәренең ҡорбашы тип танытҡан Курширмат, башҡорт милләтсеһе Илдархан Мукани (текста шулай яҙылған – Авт.) һәм ҡаҙаҡ милләтсеһе Джоназаҡов ошо блокка ҡушылырға һәм яңы армия ойоштороу өсөн баҫмасыларҙы ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы, инструкторҙар менән тәьмин итә башларға саҡырып, Дутовҡа мөрәжәғәт итә. Әммә Етеһыуҙа һәм Фирғәнәлә большевиктарға ҡаршы фронт төҙөү ниәте тормошҡа ашмай ҡала.
Илдархан Мутиндың артабанғы яҙ­мышы ниндәй була һуң? Доку­менттарҙан 1921 йылдың башында уның Башҡорт­останға ҡайтыуы билдәле. 1920 йылда Бохарала уның менән Башҡорт кавалерия дивизияһының әүәлге политкомиссары Нуриәғзәм Таһиров та булған. Ул Бохара Халыҡ Совет Республикаһы хөкүмәтенән Кермине ҡалаһында (хәҙер Үзбәкстандың Навои ҡалаһы) халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Тойғон Нуриәғ­зәм улы Таһиров был ваҡиғаларҙы түбән­дәгесә хәтерләй: “Ул Илдархан Мутинды үҙенә ярҙамсы итеп саҡыра. Бергәләп округ мәктәптәрендәге кадрҙар мәсьәләһен өйрәнәләр, уны хәл итеү программаһын төҙөйҙәр. Документ Наркомпроста хуплау таба. Башҡарылған эш тураһында отчет бирергә тип Бохараға килгәндә, Әхмәтзәки Вәлиди уларҙы бер ҡышлаҡта үткәрелгән кәңәшмәгә саҡыра. Вәлиди йыйылғандарға хәрби кадрҙар әҙерләү һәм Совет власына ҡаршы көрәшеү өсөн ғәскәр төҙөү бурысын ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр ҡаршы килеүгә ҡа­ра­маҫтан, Вәлиди Н. Таһировҡа, И. Му­тинға һәм С. Мағазовҡа ҡораллы сығыштар ойоштороу өсөн Етеһыуға юлланырға күрһәтмә бирә. Әммә улар үҙҙәренсә эшләргә ҡарар итә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре вәкәләттәрен раҫлаған һәм республика биләмәһендә ҡаршылыҡһыҙ йөрөү мөмкинлеген биргән наркомпрос мандаттарын файҙаланып, Ташкентҡа юлланалар. Унда Х. Йомағолов менән бәйләнешкә инеп, уның хуплауын алып, Башҡортостанға китәләр”. Ошо мәлдән алып Әхмәтзәки Вәлиди менән уның көрәштәштәренең юлдары айырыла.
Һуңыраҡ Илдархан Мутин Мәскәүҙәге “Башцентросоюз” һәм “Башсовнархоз” вәкиле (1922), БАССР инвалидтар коопе­рацияһы идараһы ағзаһы (1923 – 1926) була. 1926 йылдан Мәскәүҙәге Башҡорт­остан сауҙа вәкиллеге мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1938 йылда атып үлтерелә.
Кем ул Илдархан Мутин?Мутиндар ғаиләһенең данлы улы ғүмеренең ахырына тиклем Башҡорт халҡының үҙбилдәләнеше өсөн көрәшә, башҡорт милли хәрәкәте идеологы була. Бөтә белемен, тырышлығын, рух көсөн, ғүмерен халҡына файҙа килтереүгә арнай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506