Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт бөркөтө
Башҡорт бөркөтө Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов биш ҡыҙ араһында бер генә ир бала була. Уға, яратып, олатаһы шундай исем ҡуша. Ҡотдос — ул Аллаһтың туҡһан туғыҙ исеменең береһе. Мәғәнәһе — яу ҡырында алдан йөрөүсе, еңеүсе, һәр ерҙә уңыш ҡаҙаныусы, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ кеше.
Ҡотдос Ҡәниф улының бер туған һеңлеһе 81 йәшлек Нәсимә Ҡәниф ҡыҙы (әле ул Өфөлә йәшәй) һөйләүенсә, ағаһы бәләкәй сағынан уҡ ауыл малайҙарын эйәртеп алып, таш келәт тирәһендә төрлө ҡасыш, атыш уйындары уйнай, бәйгеләрҙә ҡатнаша.
Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Ҡотдос Мәсетле ауылында VII класты яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала. Унда ла бөтә фәндәр буйынса һәйбәт уҡый. Һәр уҡытыусы уны үҙ фәне буйынса уҡытыусы итеп күрергә теләй. Башҡорт теле уҡытыусыһы: “Һин мотлаҡ яҙыусы булырға тейешһең, ҡәләмең үткер, Мәскәүгә әҙәбиәт институтына барырға кәрәк”, — ти. Тауышы матур, көслө икәнен белгән музыка уҡытыусыһы: “Һин опера йырсыһы булырға тейешһең, сәхнә йондоҙо булыр өсөн тыуғанһың, тәбиғәт биргән бүләктең ҡәҙерен бел”, — тигән. Математика уҡытыусыһы иһә математика юлын һайларға өгөтләй. Физкультура уҡытыусыһы уны спортсы итеп күрергә теләй.
Ләкин егеттең хыялы — осоусы булыу. VII клас­та уҡыған сағында уҡ Валерий Чкаловтың Төньяҡ ҡотопҡа осоуы хаҡында ишеткәс, китапханала уның тураһында гәзит биттәрендә яҙылған бөтә мәғлүмәтте ҡарап сыға. Уның шул йылдарҙан уҡ Чкалов һымаҡ герой булғыһы килә. Хыялы үҙ-үҙенә талапсанлыҡҡа, ныҡышмаллыҡҡа өйрәтә. Ул физика, математика, химия, геометрия, география фәндәрен төплө өйрәнә, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, көрәштәрҙә бил бирмәй.
Педагогия училищеһын тамамлағас, Ҡотдостоң башланғыс кластарҙы уҡытҡыһы килмәй, физика-математика уҡытыусыларын әҙерләй торған ике айлыҡ курсты тамамлай ҙа Ләмәҙтамаҡта математиканан уҡыта башлай. Өс ай эшләгәс, республика гәзитендә Белорет ҡалаһында аэроклуб асылыуы, унда физик яҡтан көслө, белемле йәштәрҙе йыйып осорға өйрәтеүҙәре тураһында яҙылған иғланды күреп, бер нисә ҡабат уҡып сыға. Шунан ҙур ҡыуаныс менән гәзитте кеҫәһенә һалып ҡуя. Ҡайтҡас, аэроклубҡа алыуҙарын һорап хат яҙа. Унан ыңғай яуап килә. Атаһы ла, әсәһе лә Ҡотдостоң был хыялына ҡаршы килмәй, ризалыҡ бирә.
Ун ете йәшлек ауыл балаһын Белоретта һайлап алыу комиссияһы осоусылар мәктәбенә беренселәрҙән теркәп ҡуя. Ҡотдос бөтә көсөн һалып, тырышып уҡый. Шунан ул Свердловск хәрби-авиация мәктәбенә ебәрелә. Бында ла бик тырышып уҡый.
1941 йылдың 22 июнендә немец фашистары, ил сиген боҙоп, СССР-ға бәреп инә, ауыл-ҡалаларҙы аяуһыҙ бомбаға тота башлай. Хәрби-авиация мәктәбе етәксеһе өс йыллыҡ уҡыу программаһын ярты йылға ҡалдыра. Ун һигеҙ йәшлек сержант Латипов бер айҙа ете курсант әҙерләп, уларҙы үҙаллы осорға өйрәтә. Әммә ҡыйыу егет тиҙерәк фронтҡа барырға, үҙе дошманды ҡыйратырға ашҡына. Ул һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап хат яҙа. Күп тә үтмәй уны яуға оҙаталар.
Һуғыштың тәүге айҙарында бөтә Европаны баҫып алған, аҙаҡ илебеҙ сиктәрен танк, самолеттар менән емереп, бер ҡаршылыҡһыҙ үтеп ингән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡа сыға. Хатта эргәнән осоп барған саҡтарында мыҫҡыллы көлөп, ҡулдары менән элмәк ишаралап, йәнәһе, тиҙҙән һеҙгә “капут” тигәнде белдереп киткән дошмандар йәнен үртәй егеттең.
Һуғышта бөтә ауырлыҡ пехотаға төштө, тиҙәр. Әйтеүе ҡыйын, кемдәрҙең ғүмере күберәк ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылды икән, ерҙәгеләрҙекеме, әллә күктәгеләрҙекеме? Европа илдәрен баҫып алып, тәжрибә туплаған немец летчиктары уларҙы берәм-берәм сүпләп кенә торған, һуңғараҡ беҙҙекеләр ҙә оҫтара, егерме, утыҙ тапҡыр һауаға күтәрелеүселәрҙең дә иҫән ҡалғандары була.
Ҡотдос тәүге йылдарҙа “Голубок” менән 50 тапҡыр һауаға күтәрелә, аҙаҡ “Ил-2”-лә 134 тапҡыр алышта ҡатнаша. Йәмғеһе 184 тапҡыр һауаға күтәрелеп, ергә имен әйләнеп ҡайта. Данлы яу йылдары, полкташтары, уларҙың батырлығы тураһында Ҡотдос Ҡәниф улы үҙенең “Витязи крылатые”, “Голубок мой крылатый”, “Будь резвый, беззаветный сокол ясный” исемле китаптарында яҙа. Шулай уҡ Ҡотдос Латипов тураһында 2015 йылда Лира Әхмәт-Яҡшыбаева “Ҡанатлы баһадир” исемле китабын башҡорт телендә баҫтырып сығарҙы.
Данлы Герой-яҡташыбыҙ Мәскәүҙәге Бөйөк Еңеүҙең 85 йыллығы айҡанлы Еңеү парадынан ҡайтҡас, Өфөлә туғандарында булды. Ҡотдос ағайҙы ирем С. Сәйфуллин ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул шулай уңайы тура килгәндә йыл һайын тыуған яҡтарға юллана ине. Уның тураһында “Башҡорт бөркөтө” исемле шиғыр яҙҙым. Берәй композитор, бәлки, уға көй ҙә яҙыр әле.
Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы мәктәбенә Ҡотдос Латипов исеме бирелгәндә Герой үҙе лә осрашыуҙа булды.
— Патриотик тәрбиә тыуған яғыңды, туған халҡыңдың тарихын, арҙаҡлы шәхестәреңде белеүҙән, улар менән ғорурланыуҙан башлана. Һеҙ хаҡ юлда, ҡәҙерле дуҫтарым, — тине хөрмәтле ҡунаҡ.
Мәктәп директоры Сиражетдин Хәйретдинов осрашыуҙы ошондай һүҙҙәр менән тамамланы:
— Борон-борондан беҙҙең төбәк данлыҡлы батырҙары менән дан тота. Салауатыбыҙ һыны Гербыбыҙҙы биҙәй, летчик-штурмовик Ҡотдос Латипов Советтар Союзы Геройы булып дан ҡаҙанды. Һуңғы йылдарҙа яҡташыбыҙ күренекле яҙыусы булып та танылыу яуланы. Бер саҡ ауылдашыбыҙҙың әҫәрҙәре дәреслектәргә индерелер, мәктәптәргә, урамдарға исеме бирелер. Башҡортостан халҡы ғына түгел, Рәсәй иле Мәсетле улының батырлығын мәңге онотмаҫ!

Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
“Мәрхәмәт” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321