Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ тын алдыҡ уның исеме менән
Беҙ тын алдыҡ уның исеме менәнУның хаҡында мәңге һөйләһәң дә, күңел түрендәге тойғолар, баштағы уйҙар сығып бөтә алмаҫ төҫлө. Беҙ әле мәктәптә генә уҡып йөрөгәндә, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ға­ри­повтың көндәлектәре баҫыла башла­ны. Тере рухи көс менән һуғарылған был яҙмалар шул тиклем арбап алды, әйтерһең, бына гәзиттең киләһе һанын­да донъя күрмәһәләр, һауа етмәй башлар кеүек. Өйөбөҙҙә китаптары ла бар Рә­ми ағайҙың, әммә тап үҫмер, йәшлек йылдары көндәлектәре уның рухи донъя­һына яҡынайтты, бала саҡтан уҡ ижад кешеһенең донъяға башҡаса ҡа­рағаны хаҡында сер сискәндәй булды.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс тә, мине бер тотам ҡал­дырманы Рәми Ғарипов шиғриәте. Ул миндә йәшәне, уның шиғри образдары менән тын алдым, рухи асыштарына һыйынып, яңы көнөмә атланым. Ыңғай мәғәнәлә әйткәндә, уның ижады менән “ауырый” башланым. “Журналистика” бүлегенә уҡырға ингәс, әҙәбиәт ғилеме буйынса түгел, ә тап белем алған йүнә­леш буйынса яҙырға тейеш инек. Ә мин башҡа бер кемдең ижадын күрмәйем дә, ишетмәйем дә, әйтерһең, сихырлан­ған әҙәммен. Көндәлектәрендә “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан ҡы­ҙы” кеүек баҫмаларҙа эшлә­үен иҫкә төшөрөп, китапхананың ваҡытлы мат­буғат тупланған архивына юлландым. Бик-бик теләгәс, маҡсатҡа ирешелә икән. Остазым Венер ағай Йәнбәков та ярҙам итеп ебәрҙе: ул Рәми ағайҙың тол ҡатыны Надежда Васильевна менән таныштырҙы. Әҙиптең шәхси архивын­дағы ҡулъяҙ­маларҙан ижади ҡомар, әҙиптең күҙ нуры моңо бөркөлә төҫлө ине. Ана шул рәүешле Туймазы районы тегенселәре, Салауат районы һауынсы­лары, Бөрйән халҡы, тәбиғәте һәм баш­ҡа төбәктәрҙәге үҙенсәлекле замандаштары менән таныштырған очерктар ге­ройҙары донъяһына сумдым. Журна­лис­тикаһы ла бик үҙенсәлекле ине Рәми ағайҙың: уның геройҙары, әйтерһең, үҙҙәре лә Мәңгелекте төҙөүселәр, асыҡ йөрәк менән йәшәгән заттар. Ошо рә­үешле курс эше “Рәми Ғарипов жур­налистикаһы” тигән диплом эшенә тиклем үҫте. Артабан уны “Йәшлек” гәзи­тендә лә баҫтырырға насип булды.
1994 йылда Рәми ағайҙың ҡәберенә тыуған ауылым питомнигынан ҡара­ғайҙар ҙа алып килеп ултырттыҡ әле беҙ курсташтарым Айтуған, Гөлдәр менән. Етеһенең ҡайһы береһе ҡороно, уташтырып та торҙоҡ, әммә бөгөн ша­ғир­ҙың ошо ши­ғырындағыса ҡәберенә тубырсыҡтар яуа:
Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Тыуған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
“Был донъяға ғашиҡ шағир” тиеп
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.

Һәр кем Рәми ағай шиғриәте, яҙма­лары тураһында шәхси кисерештәрен яҙа алыр ине.
Бына йәнә уның сираттағы юбилейы етте. Халыҡ араһында уның исеме менән бәйле сараларҙа – рухи күтәре­леш, рухи тантана. Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ҡатыны шәхси архивтарынан Рәми ағайҙың Аб­дулхаҡ ағайға яҙған хаттарын алып килде. Яҙығыҙ беҙгә Рәми ағай тураһын­да, уның рухы менән һуғарылған мәлдәрегеҙ хаҡында...


Абдулла! Сәләм һиңә Салауаттан. Бына мин инде өйҙә.
Һиңә хат яҙырға ултырғайным, әсәйем тауыҡ һуйырға ҡушты. Нисек бындай эшкә оҫта була торғайным, хәҙер онотоп бөткәнмен икән.
– Ҡиблаға ҡарат, – ти әсәйем.
Ә мин ҡалай һалғанмын, шулай салырға торам! Бисмиллаһын әйтергә лә онотҡанмын! Башын өҙөп төшөрҙөм дә “бисмилла рахман рәхим…” тигән булам. Үҙем рәхәтләнеп көләм. Тауыҡтың үҙе лә, башы ла һикереп ята. Мине ҡәһәрләгән кеүектәр. Эште ҡустыма тапшыр­ҙым да ҡул һелтәнем.
Бына йыуынып алдым да һиңә яҙырға ултырҙым. Аҙ ғына ямғыр һибәләй. Үҙе ҡояш, үҙе ямғыр. Көндәр бик эҫе, томра. Иртәнән алып бөгөн ауылға ҡайтҡан студент иптәштәр менән Йүрүҙәндә йылымға төшөп, балыҡ һур­паһы менән һыйландыҡ. Рәшит менән Сәғит Фәйзуллиндар ҙа бар ине. Бик күңелле булды. Тик эҫелә балыҡ аҙ ҡаба. Ике суртан (беҙҙә шөкә тиҙәр), бер бәрҙе эләк­терҙек. Ҡалғандары алабуға, ажау, сабаҡ, ҡыҙыл күҙ, ҡомай. Йүрү­ҙән бик һайыҡҡан. Күптән инде ямғыр юҡ, ҡус­тым Урал 60 ҡармаҡ менән төнгөлөккә һа­ла. Ә төндә эре балыҡтар эләгә. Мине ярҙамсы итеп алды. Ауылда ҡунаҡ та ҡунаҡ. Арып бөт­төм инде. Үҙебеҙҙең яҡындағы ҡайынлыҡҡа ҡа­сып китеп, кисәге генә ҙур ҡыуыш ҡороп ебәрҙем. Ҡайын япраҡтары менән генә ҡаплап, өҫтөнә үлән сабып яптым (быйыл үлән бик йоҡа икән). Ҡыуыштың эсен мәтрүш сәскәләре менән тултырҙым. Хуш еҫе аңҡып тора. Эш­ләр­гә тыныс буласаҡ тиһәм дә, ул әҙәби ҡыуышҡа әйләнергә тора. Барыбер килеп табасаҡтар.
Салауатҡа барҙым, ҡайтып килгәндә Ҡаратауға мендем.
Ахун ауылы ҡаршыһындағы иң бейек тауҙың түбәһенә зыңҡыта күтәрелеп, үҙем генә төн буйы усаҡ яғып ултырҙым. Яҙҙым. Тирә-яҡта урмандар, тауҙар, ҡояш байыға­нын, урман төнөн, таң атҡанын күҙәтеп рәхәтләндем. Ахун кешеләре төнө буйы тау башында янған утты күреп аптырап бөткән. Башта бик ҡараңғы ине, аҙаҡ йондоҙҙар күренде, ай ҙа сыҡты.
Айыу-бүреләр менән күрешә алманым. Тик бер ярғанат ҡына аҙыраҡ серем итеп алғанда ҡотто алды. Бер бик матур төш күреп ятам. Имеш, янып ятҡан усаҡтың ялҡындары томбойоҡ сәскәһенә әйләнеп китте. Был ялҡын-сәскә үҫә лә үҫә. Ялҡын таждары елберҙәп тора, аҫҡа бөгөлә, үргә күтәрелә, ян-яҡҡа тирбәлә. Уның яҡтыһынан бөтә урам яҡтырып тора… Үҙенән тәмәке сәс­кәһенең, мәтрүш сәскәһе еҫенә ҡушылған еҫкәп туймаҫлыҡ хуш еҫе бөркөлә. Күбә­ләктәр уға осоп килә лә яна, осоп килә лә яна. Ғәжәп сәскә!..
Ҡапыл шул саҡта усыма бер һалҡын ғына нәмә шап итеп килеп һуғылды – ҡотом осоп уянып киттем. Ярғанат!..
Күҙҙе яңынан йомоп ҡараһам да утлы сәскә инде башҡаса күренмәне. Йоҡлай ҙа алманым. Үҙем бик ныҡ асыҡҡанмын. Күп итеп сыбыҡ-сатыр йыйырға ла хәл ҡалмаған.
Ҡояш сыҡҡас, тауҙан бик ҡыйынлыҡ менән генә түбәнгә, Йүрүҙән буйына төштөм дә сисенеп сумып киттем. Рәхәт. Туйғанса бик күп итеп һыу эстем. Һыу эсендә тороп һыуға туймайым! Үҙемдең күңел шат. Әллә ниндәй ҙур бер эш ҡылған кеүекмен. Тик ашағы килә. Кисеүҙән сыҡтым да көтөүсе малайҙар янына килдем. Улар тәмәке менән һыйланы. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Төндә бейек тау башында ут янып тороуын һөйләнеләр. Мин эстән генә көләм. Аҙаҡ бер урмансы ҡартҡа кереп, баллы сәй менән тамаҡ ялғаным да ҡайтып киттем. Ауыл, Йүрүҙән буйын бик һағынғанмын икән.
Бына шулай йәшәп ятам, Абдулла. Берәй заман үҙеңә бөтә Салауатты күрһәтеп сығырмын әле. Йәмле беҙҙең яҡтар. Тик ҡымыҙ ғына аҙ. Һеҙҙәге кеүек түгел. Ҡурайсылар ҙа бик һирәк. Ҡарттар ҙа бөтөп бара инде. Ә йәштәр күп. Бик күп студенттар ҡайтҡан. Күңелле. Көн дә тиерлек кино булып тора. Иген бик яҡшы. Мин ҡайтыу менән ураҡҡа төштөләр. Ләкин минең эшләшкәнем юҡ әле. Ҡустылар эшләй.
Йә, үҙеңдең ни хәлдәр? Ни эш бөтөрәһең? Квартира мәсьәләһе ҡалай булды инде?
Минең әйберҙәр нишләй әле? Ҡара инде үҙең. Мин яңыларҙы әҙерләйәсәкмен. Әгәр мөмкин булһа, “Ленинсе”гә кереп сығыр инең. Зиннәт ағайға ла шиғырҙарҙы ҡалдырғайным. Сәләм әйт. Үҙенә яҙырмын әле. Ғәфәргә, Фәйзигә сәләм тапшыр.
Мәскәүгә киткән иптәштәрҙән ниндәй хәбәр бар икән? Белмәнеңме? Яҙ.
Хәҙергә хуш.
Үҙең тағын да яҙмаҫһың әле. Улай ярамай. Беҙгә бергәләп, кәңәшләшеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып бик күп эшләргә тура киләсәк, Абдулла. Һәм был кәрәк тә.
Корректорҙарға, Суфияға, Нурсиләгә, Һылыу һәм Әбүзәрова апайҙарға – үҙебеҙҙең бөтә кешеләргә сәләм менән Рәми.
1953 йыл, 4 август.

* * *
Игебай!
Бына һиңә Ленин библиотекаһында үҙебеҙҙең газеталарҙы уҡып ултырғанда бик ҙур шатлығымды әйтергә булдым. Беренсе ҡабат мин һинең менән тулыһынса риза! Бик шәп, бик шәп Нуретдиндең монологы! Бөтә йөрәктән ҡотлайым, Игебай! Бәлки, мин яңылышамдыр ҙа, тик миңә был һинең иң яҡшы әйберең кеүек. Ул фельетон ғына түгел, ә һинең әҙәбиәттәге башҡа юлың менән бергә һәр саҡ дауам итәсәк ҙур бер юлыңды табыу! Нисектер миңә бик күңелле булып китте. Быға тиклем күренмәгән яңылыҡ был. Һәм бик кәрәкле яңылыҡ. Күптәр үҙҙәрен күрәсәк Нуретдиндә.
Көслө, тапҡыр һәм оҫта яҙылған. Бигерәк тә теле яҡшы, халыҡсан. Был миңә лә оҡшаған яғы. Ғөмүмән, һин телде беҙҙең бик күбебеҙгә ҡарағанда яҡшы беләһең, тик артыҡ ашығыуың ғына үҙеңдең байлығыңды тулыһынса эшкә егергә ирек бирмәй. Ләкин һинең ашығыуың да яҡшы: йөрөгән таш шымара, ятҡаны күгәрә. Шунһыҙ үҫеп тә булмаҫ ине. Һин үҫәһең. Шулай ҙа теге конференцияны онотмаҫһың. Кәрәкле ул. Бында һин сынығаһың ғына, ә насар теләк менән, ҡара уй менән әйтелгән һүҙҙәргә бирешмәҫһең хәҙер. Әле улар буласаҡ. Күңелле лә булмаҫ, шулай ҙа һин бөтә ауырлыҡты еңәсәкһең. Ниңә йәшерергә, башта мин дә һиңә насар ҡарашта инем. Ләкин һуңғы конференцияның һәм бергә эшләп киткәндән һуң һинең тотҡан юлыңа ышанам, яҡын итәм, һинең ҡайһы бер иғтибарһыҙлыҡтарың өсөн ҡурҡам. Редакцияға килгән тәүге көндәрҙә мин хатта һинең менән һөйләшә лә алмай инем. “Ике айыу бер өңгә һыймаҫ” тип мин мәҙәниәт бүлегендә эшләргә теләмәнем. Ҡыҙыҡ була бит кешеләр! Хәҙер миңә был көлкө тойола.
Ә иң тәүҙә, һин беҙҙең мәктәпкә килеп йөрөгән йылдарҙа, мин һине бик ҙурлап, яҡын итеп күрә инем (унда әле мин яңы ғына яҙа башлағайным). Бына тағы ла шул ҡараш кире ҡайтты. Әлбиттә, киләсәктә беҙгә, бәлки, бик күп һуғышырға ла тура килер, ләкин бергәләп эшләйәсәкбеҙ.
Ә Нуретдиндәрҙе һин тағы ла көслөрәк, үткерерәк һүҙ менән шулай газета бағаналарына “аҫып” ҡуй. Уңыш теләйем. Тик аҙаҡтан авторҙың хөкөм итеүе йомшаҡ. Һинең ҡарашың әҫәрҙең образы аша ул ҡот көслөрәк һәм тәбиғи. Шунда ла һинең уңышың.
Әллә артыҡ маҡтап ебәрҙемме? Мин тик үҙемдең рәхмәтемде генә әйткем килде. Үҙемдең хәлдәр – экзамендәргә әҙерләнеп ятҡан көн. Бик күп уҡыйһы бар. Күҙең сығырлыҡ! Яҙған нәмәләрҙе ебәрмәйем әле, ҡалдырғанын баҫмайҙар бит. Экзамендән һуң Ленинградҡа барып киләм дә практикаға тағы ла һеҙгә ҡайтам. Ҡазан аша, Ҡазанды күреп ҡай­тырға ниәт бар әле. Нисек булыр. Һеҙ­ҙең бүлеккә һәм беҙҙекеләргә, маши­нист­каларға, корректорҙарға күп сәләм.
Ваҡыт тапһаң, хат яҙ. Минең әйберҙәр шулай онотолдомо? Үҙеңдең ниндәй яңылыҡтар? Ғаиләң? Ғабдулла ағай дипломын яҡшы яҡланы.

Рәми.
1953 йыл, 14 май.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521