Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы
Һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы Һәр әҙиптең эшенә, ижад һөҙөмтәһенә баһа биш йылға бер тапҡыр бирелә. Был инде, аңлашыла, юбилейҙар менән бәйле. Ким Әхмәтйәновҡа килгәндә, уның бөтә юбилейҙары (тиҙҙән һигеҙенсеһе — тыуыуына 85 йыл тула) үҙе мәрхүм булғас үткәрелде йәки уларға иғтибар ителде, сөнки уның йөрәге көтмәгәндә 49 йәшкә лә етмәй тыуған ауылы Әлмөхәмәттә (Әбйәлил районы) мәңгелеккә туҡтаны.
Ким Әхмәтйәнов — Әлмөхәмәт ауылынан таралған Өмөтбаевтарҙың бишенсе быуыны. Уның мулла ҡушҡан исеме — Нәзир, фамилияһы Өмөтбаев була, ләкин йәне-тәне менән совет власына бирелгән атаһы улының исемен дә, фамилияһын да үҙгәртә. Бынан һуң Нәзир Өмөтбаев Ким Әхмәтйәнов булып китә (Әхмәтйән — ырыу башлығы Өмөтбайҙың дүрт улының береһе, Кимдең бишенсе быуын олатаһы).

Ким Әхмәтйәнов йәмғиәттә әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ билдәле. Ул “... бар һәләт үҙенсәлеге менән әҙәбиәт теоретигы. Ул айырыуса поэтик теория өлкәһендә йөҙөп эшләне. Ҡойо ҡаҙыған оҫта кеүек, ул поэзияның нескә шиғри деталдәре менән ныҡ мауыҡты, шиғриәт донъя­һына тәрәнерәк үтеп инергә тырышты...” (Ғ. Хөсәйенов). Ғөмүмән, ул фән өсөн тыуған кеше булды. Ысын фән эшмәкәренә генә хас булған бөтә сифаттар бар ине унда: аҡыл, намыҫ, выждан, талант, иҫ киткес эшкә һә­ләтлелек, принципиаллек, үҙ-үҙенә талапсанлыҡ, проблеманы мөмкин тиклем тәрәнерәк ҡаҙыу, ҡаҙып сығарған әйберҙәрҙе фәндең бөгөнгө ҡаҙа­ныш­тары күҙлегенән анализлау, сағышты­рыу, тағы ла ҡаҙыныу, анализлау, йыш ҡына эшең менән ҡәнәғәтләнмәү элементтары, артабан ошо сифаттар ниге­ҙендә өлгәшелгән эш һөҙөмтәләрен ышанғанлыҡ менән яҡлау, шул уҡ ваҡытта үҙеңә саманан тыш ышаныуға юл ҡуймау. Ул үҙенең көндәлек ижадында ла (тормошонда ла тип әйтергә була) мискәнең тышын ялтыратыу менән шөғөлләнмәне (шул уҡ ваҡытта уның фәнни эштәре эстән дә, тыштан да матур, күркәм булды), ә уның эсен сифатлы әйберҙәр менән тултырыуҙы хуп күрҙе, был әйберҙәрҙе һаҡлап ҡалыу тураһында хәстәрләне.
Минеңсә, Ким Әхмәтйәнов үҙ фәне өлкәһендә һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы, юл уңайһыҙлыҡтарына бирешмәне, шомло ҡара урмандар аша үтергә тура килгәндә лә бер ҙә ситкә тайпылманы. Ә инде эшкә, фәнгә фанатик бирел­гәнлек, үҙ-үҙенә аяуһыҙлыҡ, әлбиттә, уның һаулығына йоғонто яһамай ҡалманы. Ләкин Ким Әхмәтйәнов тормошон яңынан башлаһа ла, ул икенсе кешегә әүерелмәҫ ине. Шуның өсөн дә һәр ваҡыт ул миңә кумир булып ҡала.
Үрҙә әйтелгән ҡайһы бер фекерҙәрҙе дәлилләгән бер-ике миҫал килтермәк­семен. Ким Әхмәтйәнов 1957 – 1960 йылдарҙа аспирантурала уҡый, ләкин диссертацияһын 1962 йылда ғына яҡлай. С. Сафуанов хәтерләүенсә, ул әҙер ғилми эшен Ҡазанға диссертациялар яҡлау советына тапшырырға бара, ләкин кире алып ҡайта, сөнки фәнни эше үҙе үк ҡуйған юғары талап­тарға яуап бирмәгәнен тоя, күрәһең. Артабан ҡаҙына, эҙләнә, эштең фәнни кимәлен тейешле юғарылыҡҡа еткереү өсөн тырыша. Нисек кенә булмаһын, диссертацияны этә-төртә тиҙерәк яҡлау уның уйына ла килмәй.
Филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәне ул 1963 йылда ала. Бынан һуң 17 йыл ваҡыт үтә, тик ул докторлыҡ диссертацияһын яҡларға ашыҡмай. Ошо дәүерҙә, бәлки, уның ижад һөҙөмтәләре бер генә докторлыҡ диссертацияһы менән сикләнмәгәндер ҙә. Ғалим Ким Әхмәтйәнов тураһындағы уй-фекерҙәремде дөйөмләштереп, икеләнмәйенсә, ул фән эшенең эталоны булып ҡала һәм бының нескә­лектәрен хәҙерге заман аспиранттарына еткерергә ине тигән һығымтаға киләм.
Ким Әхмәтйәнов 26 йыл эсендә аптырарлыҡ күп күләмле фәнни һәм әҙәби хеҙмәт ҡалдырҙы. Был турала мәғлүмәт 2012 йылда нәшер ителгән “Ғалим һәм әҙип Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы” тигән библиографик күр­һәт­кестә (төҙөүселәре – әҙиптең йәмәғәте Рәйфә Әхмәтйәнова һәм ҡыҙы Гөлшат Ғәбитова, яуаплы мөхәррире – Миңлеғәле Нәҙерғолов) килтерелә. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ғалимдың өс китабы донъя күрә, уларҙың күләме 650 бит тирәһе тәшкил итә. Улар араһында – белгестәр һәм студенттар өсөн өҫтәл китабына әүерелгән “Әҙәбиәт ғилми һүҙлеге”. Ижадының икенсе ун йыллығында (1971 – 1980) авторҙың дүрт китабы баҫылып сыға, уларҙың дөйөм күләме 800 биткә барып етә. Араларында – һигеҙ бүлектән торған “Әҙәбиәт тео­рияһы. Дөйөм мәғлүмәт” (күләме 388 бит). Бынан тыш ул – “Башҡорт поэ­зияһы антологияһы” китабының автор­ҙашы. Был китапта Ким Әхмәт­йәнов – Башҡортостандың 38 яҙыусыһы тура­һында мәҡәләләр авторы.
Баҡыйлыҡҡа күскәс, Ким Әхмәт­йәновтың дүрт китабы нәшер ителә. Улар “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” (төҙөүселәре – Рәйфә Әхмәтйәнова, Суфиян Сафуанов, күләме – 302 бит). Бынан тыш “Әҙәбиәт теорияһы”ның 2-се һәм 3-сө, “Поэтик образлылыҡ”тың 2-се баҫмаһы баҫылып сыға. Шулай итеп, Ким Әхмәтйәновтың фәнни һәм әҙәби ижад һөҙөмтәһе – 11-12 ҙур күләмле (дөйөм алғанда 1900 биткә яҡын) китап йәки ике йыл һайын бер йыйынтыҡ тиерлек.
Шуны ла оноторға ярамай: элегерәк заманда ҡулъяҙманы яҙыу машин­каһында баҫырға кәрәк ине. Был бик күп физик көстө һәм ваҡытты ала. Ошондай эш өҫтөндә Ким Әбүзәр улының төндәр буйы ултырғанын күҙәткәнем булды. 60-сы йылдарҙа ғаиләһенең көнкүреш шарттары ла еңел булманы: бәләкәй генә (хәҙерге мунсалар күпкә ҙурыраҡ) бүрәнәнән үҙе күтәргән йорт, утын әҙерләп һәм мейес яғып өй йылытыу, текә генә үргә менеп, колонканан һыу ташыу, бәләкәй баланы тәрбиәләү һәм башҡа күп тормош ығы-зығыһы. Был шарттарҙа ла ижад менән уңышлы шөғөлләнеү – ул фәнгә бирелгәнлек, һөнәреңде яратыу, Хоҙайҙан килгән аҡыл һәм талантты әрәм-шәрәм итмәй дөрөҫ файҙаланыу. Әйтергә кәрәк, әҙиптең ҡомартҡыһын тәртипкә килтереүҙә һәм баҫтырыуҙа уның тормош иптәше Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы менән өлкән ҡыҙы Гөлшат Ғәбитова ифрат күп көс түкте, рәхмәт уларға.
Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1966 – 1980 йылдарҙа төрлө китаптарҙа, йыйынтыҡтарҙа һәм альманахтарҙа Ким Әхмәтйәновтың ҡырҡтан ашыу мәҡәләһе, методик әсбаптары башҡорт, татар һәм урыҫ телендә баҫылып сыға (күләме 500 биттән күберәк). Улар араһында башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы булған яҙыусылар Мәжит Ғафури, Ғәлимов Сәләм, Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, данлыҡлы татар яҙыусыһы Муса Йәлил тормоштарына һәм ижадтарына арналған мәҡәләләр бар.
Үрҙә килтерелгән фәнни-әҙәби баҫмаларҙан тыш, Ким Әхмәтйәнов мәктәптәр өсөн 11 дәреслек һәм программа авторҙашы була, туғыҙ китапҡа баш һүҙ яҙа, уның мөхәррирлегендә 12 китап баҫылып сыға. Ул ваҡытлы матбуғатта ла әүҙем сығыш яһай – 1955 – 1980 йылдарҙа республика­быҙҙың төрлө гәзит-журнал биттәрендә башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә 160-ҡа яҡын мәҡәләһе донъя күрә. Улар әҙиптең һөнәри ижадын ябайыраҡ телдә халыҡҡа еткереүҙән тыш, ҡәләмдәштәренең ижадын һәм айырым китаптарының үҙенсәлеген аса, уларға юғары нәфис-тәнҡит күҙлегенән анализ яһай, баһа бирә, ҡайһы бер яҙма­ла­рында үҙенең эске шиғри донъяһын аса, донъя ысынбарлығы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары менән уртаҡлаша. Ни бары сирек быуат эсендә ошондай иҫ киткес күләмдә, тәрән һәм киң йөкмәткеле хазина ҡалдырҙы Ким Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтендә һәм әҙәбиәт ғилемендә, тағы ла ниндәйҙәрен күреүҙән мәхрүм итте уның иртә өҙөлгән ғүмере...
Ким Әхмәтйәновтың тормошо һәм ижады тураһында үҙе иҫән саҡта уҡ 100-гә яҡын, вафатынан һуң 70-тән ашыу мәҡәлә донъя күрҙе. Уларҙың авторҙары – Башҡортостан яҙыусы­лары, әҙәбиәт фәне эшмәкәрҙәре, журналистар, артистар, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре, туғандары, яҡташтары, һабаҡ­таштары һәм башҡалар. Әбйәлил райо­нында Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырылған, 1993 – 2015 йылдарҙа был премия лауреаттарының һаны 23 кешегә барып етте. Тыуған ауылы Әлмөхәмәттә Рамаҙан Өмөт­баев­тың, Ким Әхмәтйәновтың һәм Рәмил Ҡолдәүләттең дөйөм музейы эшләй, урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Был инде “исеменә күрә – есеме” тигән әйтемдең хаҡлығын раҫлай. Шулай ҙа есемен тулылан­дырырлыҡ, байытырлыҡ бурыстар ҙа бар йәмғиәт алдында, минеңсә. Мәҫәлән, әҙәби тәнҡит өлкәһендә талантлы йәштәр өсөн Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырыу, Өфөнөң Добролетная урамының 7/8-се йортонда иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырыу (был мәсьәлә инде бер нисә йыл ҡуҙғатыла), Өфө урамдарының бере­һенә уның исемен биреү (был һорау ҙа ҡала хакимиәтенә билдәле). Премия булдырыу Ким Әхмәтйәновтың иҫтә­леген мәңгеләштереү өсөн генә түгел, ә әҙәбиәт донъяһын аса башлаған йәш белгестәргә әҙиптең ижад үҙенсәлеген тәрәнерәк аңлауға һәм үҙләштереүгә, ғөмүмән, ижад рухы менән дәртлән­дереүгә этәргес көс булыр ине.
Рамаҙан Өмөтбаев Ким Әхмәт­йәновты “... шул Өмөтбай йондоҙоноң һуңғы сығарылышылыр” тип яҙҙы ваҡытында һәм уны түбәндәгесә бик образлы һүрәтләне: “Уның башҡа кешеләрҙән берҙән-бер өҫтөнлөгө бар ине: ул да булһа уның үткер теле. Ул ҡайһы бер кешеләр һымаҡ һүҙҙән боламыҡ бешереп ултырманы – уның теленән ысҡынған һүҙ ян керешенән атылған уҡ кеүек мәргән, тоҫҡаған урынға туп-тура тейә ине. Ул бер ҡасан да алъюһыҡҡа үҙ уғын атманы. Ошо ҡағиҙәгә ғүмере буйы тоғро булып ҡалды... алдан сығып хәбәр һөйләмәне, тыйнаҡ, әҙәпле булды”. Ким Әхмәтйәновтың ошондай кешелек сифаттары һәм һөнәри бөйөклөгө халҡы күңелендә быуындан быуынға һаҡланыр һәм ғорурлыҡ уятыр тип өмөт итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлсөм Монасипова
    Гөлсөм Монасипова от 31.01.2017, 00:39
    Көн дә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡортостандың 100 исеме" конкурсы сайтына инеп Ким Әхмәтйәновҡа тауыш биреп сығам. Күңелемдә йөрөткән шәхес тураһында ихлас, туғандарса йылылыҡ менән яҙылған, уның бар булмышын асып һалған мәҡәләгеҙҙе бер тынала уҡып сыҡтым! Башҡорт теле уҡытыусыларының форумында ла һеҙҙең яҙмағыҙҙы осратып ныҡ ҡыуанғайным. Ижади эҙләнеүҙәрегеҙҙә, шәхси тормошоғоҙҙа уңыштар, һаулыҡ теләйем, Виль ағай!






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 273

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 435

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321