Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге мөфтөйҙөң аяныслы яҙмышы
Тәүге мөфтөйҙөң аяныслы яҙмышы Илем, милләтем, мәҙәниәтем, динем тип йәнен фиҙа ҡылған арҙаҡлы шәхестәребеҙ аҙ түгел арабыҙҙа. Шундай уҙамандар иҫәбенә иң башта Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге мөфтөйө Мансур Хатип улы Халиҡовты индереү дөрөҫ булыр ине. Ул башҡаларға ҡарағанда репрессия шауҡымын элегерәк татыған. Хаҡ эше өсөн лагерҙарҙа йөрөүҙән башы сыҡмаған...
Мансур Хатип улы 1886 йылда Кәлсер-Табын улысының Стәрлетамаҡ өйәҙе Оло Үтәш ауылында (хәҙерге Ғафури районы) указлы мулла ғаиләһендә донъяға килә. Уның атаһы Хатип хәҙрәт – башҡорт халҡының мәҙәниәтен күтәреү, бигерәк тә йәш быуынды уҡытыу мәсьәләләрен хәл итеүгә күп иғтибар биргән шәхес. Башта Оло Үтәш ауылында мәсет һалыу эшен юлға һала. Уның эргәһендә мәҙрәсә төҙөү бурысын хәл итеү юлдарын эҙләй. Был эште башҡарыу өсөн байтаҡ ҡына аҡса кәрәк була. Хатип хәҙрәт үҙ улысының байыраҡ кешеләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бер аҙ аҡса йыйыла, әммә етерлек түгел. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, Өфө ҡалаһына юл ала, хатта Ҡазанға тиклем барып етә. Хатип хәҙрәттең тырышлығы менән Оло Үтәш ауылы мәҙрәсәле булып, унда күп кенә башҡорт, татар йәштәре белем эстәй. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа башланғыс белемде ошо мәҙрәсәлә ала.
Шуны ла өҫтәп ҡуйыу фарыз: Халиҡовтар – үтә лә түлле нәҫел. Халиҡтың ете ир балаһы булып, барыһы ла үҙ заманының зыялы заттарына әйләнә: Маннаф, Шафиҡ, Хатип, Ғариф, Хафиз, Сабир, Закир. Уларҙың барыһын да тасуирлау үтә лә күп ваҡытты аласағын иҫтә тотоп, бер нисәүһенә генә туҡталайыҡ. Маннафтың улы Әбйәлил – ислам диненең барлыҡ ҡануниәтен төшөнгән, сирләп киткән кешеләргә ярҙам итеү тәңгәлендә күп төрлө дауалау ысулдарын белгән зат. Әүлиә исеменә лә лайыҡ була. Хатиптың кесе энеһе Сабир, Сәйетбаба ауылында хәҙрәт дәрәжәһенә өлгәшеп, мосолман динен һаҡлау һәм яҡлау тәңгәлендә оло хеҙмәт күрһәткән, шулай уҡ Совет власы йылдарында сәйәси золомға дусар булған дин әһеле.
Мансур ҙа ғилемдең тәүге хәрефтәрен атаһы һалдырған мәҙрәсә хәлфәләре өйрәтеүендә таный. Уның уҡыуға зирәк, отҡор бала булыуын уҡытыусылар, шулай уҡ үҙенең атаһы Хатип хәҙрәт шунда уҡ тойомлап ала, Мансур, танып белергә тейеш фәндәрен йылдам үҙләштереүе менән бергә, артта ҡалып, ҡыйыныраҡ уҡыған шәкерттәргә лә ярҙам ҡулы һуҙа.
Мансурҙың ғилемгә әүәҫ булыуын һиҙемләгән Хатип хәҙрәт улын артабан уҡытыу, һәйбәтерәк мәҙрәсәгә ебәреү хаҡында хыяллана. 1905 йылда Мансур Троицк мәҙрәсәһенә юллана. Үҙ зама­нының данлыҡлы ғилем эйәһе Зәйнулла ишан ҡулы аҫтында өс йыл уҡығас, тыуған ауылы Оло Үтәшкә әйләнеп ҡайта.
Яңы уй-фекерҙәр менән байытылған ғилемгә эйә булған Мансур Хатип улы тыуған ерендә балалар уҡытыуға тотоноп китә. Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған сағында ул шәкерттәргә Ҡөрьән-Кәрим доғаларын, шәриғәт ҡанундарын ятлатып ҡына белем биреп булмауын аңлай. Балалар донъяуи фәндәрҙе лә аңларға, кешелек йәмғиәтенең ҡайһы бер мәсьә­ләләренә төшөнөп, үҙҙәренсә эш итә белергә тейеш тигән фекерҙе алға һөрә. Ошоларға өлгәшеү өсөн Оло Үтәш мәҙ­рәсәһендә ул математика, геометрия, астрономия, география, тарих фәндәренән башланғыс мәғлүмәттәр бирергә ынтыла.
Уҡыуҙы яңыса ойошторғас, Мансур үҙенең дә белеменең бүҫкәреүен һиҙә. Ошо хәл уны Өфөлә асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә барырға мәжбүр итә. Унда Өфө, Ырымбур губернаһы йәштәре генә түгел, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡарағал­паҡстан, Төньяҡ Кавказ, Себерҙән килгән шәкерттәр ҙә уҡый. Ул замандың күре­некле шәхестәре Ш. Бабич, Ғ. Ибраһимов кеүек заттар менән аралашыу Мансурға ныҡ тәьҫир итә. 1910 йылда “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлап, егет тағы үҙ ауылына ҡайта. Ошо йылда атаһы Хатип хәҙрәт вафат була.
1917 йылдың февралендә Рәсәйҙә буржуаз-демократик инҡилап була. Быуаттар буйына батша иҙеүен үҙ елкәһендә татыған башҡорт халҡы ла быны үҙ файҙаһында ҡулланырға ынтыла. Яҙғыһын буласаҡ губерна крәҫтиәндәр съезына Мансурҙы вәкил итеп ебәрәләр. Унда эсерҙар өҫтөнлөк итә, урыҫ крәҫтиәндәре улар яғында була. Башҡорттар ер мәсьәләһе буйынса программа менән сығыш яһай. Уны башҡорт фракцияһы вәкиле Мансур Халиҡов иғлан итә: “Беҙ, башҡорттар, съезд ҡарар иткәнсә, ерҙе социалләштереү менән дә, демократтар иғлан иткәнсә, националләштереү менән дә риза түгелбеҙ. Беҙҙең ҡулыбыҙҙа әлеге еребеҙ генә ҡалырға тейеш түгел, бәлки көслөк һәм алдау юлы менән тартып алынған бөтә байлыҡ – ерҙәребеҙ, урман һәм ер-һыу биләмәләребеҙ ҙә кире ҡайтарып бирелергә тейеш”.
Ошо уҡ йылдың йәйендә Учредительный йыйылышҡа һайлауҙарға әҙерлек башлана. Башҡортостан Өлкә Шураһы исеменән иғлан ителгән “Федералист-башҡорттар” тигән 11-се кандидаттар исемлегендә Ш. Манатов, З. Вәлиди, Ғ. Шәмиғолов менән бергә руханиҙарҙан имам-хатип М. Халиҡовтың да фамилияһы була.
Мансур Халиҡов 1918 йылда Табын башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелеп, юстиция наркоматында, наркомпрос эргәһендәге ғилми йәмғиәттең ағзаһы булып эшләй.
1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылында (ул ауыл хәҙер юҡ) Мосолман руханиҙарының съезы асыла. Ошо йыйында Бәләкәй Башҡортостандың Диниә назараты төҙөлә. Назараттың тәүге мөфтөйө итеп Мансур Хатип улы Халиҡов һайлана. Башҡорт хөкүмәте Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡанлыҡтан, Диниә назараты ла шунда эшләй.
1921 йылда Волга буйы өлкәләрендә, шулай уҡ Башҡортостанда ла бығаса күрелмәгән аслыҡ башланып китә. Мөфтөй вазифаһын башҡарған Мансур Хатип улын асығыусыларға ярҙам комитетының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта төрлө дини ойошмаларға ҡаршы эш башлаған Совет власы, Коммунистар партияһы республиканың мосолман динен етәкләгән кешегә лә бысраҡ яға, хатта юҡ итеү менән янай башлай. Баштараҡ был ығы-зығыға иғтибар итмәгән мөфтөй бара-бара ныҡ уйланырға мәжбүр була. 1929 йылда йыйылған мосолмандар съезында мөфтөй вазифаһынан баш тарта, ябай мулла ғына булып ҡала. Мансур Халиҡовтың ошондай һуңғы сиккә еткән сараға барыуына ҡарамаҫтан, уны эҙәрлекләү дауам итә. “Әгәр муллалығыңдан да баш тартмаһаң, Себергә ебәрәсәкбеҙ, шунда башың серейәсәк”, – тип янайҙар. Ошоларға түҙә алмайынса Мансур Хатип улы 1928 йылдың июнь айында муллалыҡтан ваз кисеүе хаҡында “Башҡортостан” гәзитенә мөрәжәғәт итә. Ошо белдереүе баҫылып сыға.
Халиҡовтың иректә йәшәүе ҡайһы бер яуыз әҙәмдәргә тынғылыҡ бирмәй. Нахаҡ ялыуҙарға тая­нып, 1929 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ы ОГПУ колле­гияһының айырым ултырышы уны өс йылға иркенән мәхрүм итә һәм Архангель өлкәһе (Соловки утрауы) лагерына төҙөлөш эшенә оҙата. “Мәктәп асыуға һәм ауылда колхоз ойоштороуға ҡаршы даими рәүештә агитация “алып барған өсөн” тип хөкөм ителә ул. Халиҡов күп язалар сигеп, срогын тултырып Тыуған иленә ҡайта. Ҡайтып бер нисә көн тороуға, уны яңынан ҡулға алалар. Быныһында ни өсөн икәнен дә, күпме ваҡытҡа ебәрелгәнен дә әйтмәйҙәр. Холоҡ-төҙәтеү лагерҙарының иң ямандарының береһенә – Силәбе өлкәһендәге Магнитка төҙөлө­шөнә – оҙатыла ул. Уның ошо лагерҙан 1932 йылдың ноябрендә яҙған хаты һаҡланған, шунан бәләкәй генә өҙөк килтерәйек: “Мин Магнитта элекке урында йәшәйем. Уҡытыу эшенән азат иттеләр. Көнө-төнө вагонға күмер тейәйбеҙ. Ашау яғына килгәндә, иң түбәндә йәшәгән ҡара халыҡ та былай туҡланмай торғандыр, һуңғы сиккә килеп етеп, һәләкәт ярында тороп ҡалдым. Ярҙам киҫелде. Өҫ-баш туҙҙы. Уныһы мөһим түгел. Ашауға мохтажмын”.
Бына шулай. Лагерь тормошо еңел түгел. Ауыр ҡара эшкә, аслыҡҡа түҙә алмай, Мансур Хатип улы 1934 йылда ошо лагерҙа вафат була. Ерләнгән урыны билдәһеҙ. СССР Юғары Советының 1989 йылдың 16 ғинуарында ҡул ҡуйылған указы нигеҙендә Мансур Халиҡов тулыһынса аҡланған.
Тарих ҡанундары шул хаҡта һөйләй: ниндәй генә ил, милләт яҙмышына күҙ һалһаҡ та, шундай хәҡиҡәткә тап буласаҡбыҙ – зыялы нәҫел заттары үҙҙәре кеүек зыялы заттарға тартыла. Донъя күләмендә танылған тарихсы Зәки Вәлиди Башҡортостанда эшләгән осоронда милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ үҫеше хаҡында кәңәшләшеү өсөн йыш ҡына Оло Үтәш, Сәйетбаба зыялылары янына килер булған. Үҙенең “Хәтирәләр” исемле китабында ул зыялы заттарҙың исемдәрен атамай ғына иҫкә ала.
2011 йылда тыуыуына 100 йыл тулған атаҡлы башҡорт ғалимы, донъя төркиәтендә билдәле фән әһеле, талантлы әҙип, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың йәмәғәте Нәфисә ханым – ошо данлыҡлы Хали­ҡовтарҙың ҡыҙы. Талантлы яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе, публицист Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов – Мөкәрәмә Халиҡо­ваның улы (Мансурҙың һеңлеһе). Республика клиник дауаханаһының травматология бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы Фәрит Мөхәмәтов – Факиһа Халиҡованың улы (Мансурҙың кесе һеңлеһе).
Атайҙарын хөкөм иткәстәр, Мансурҙың дүрт балаһы ла Урта Азияға юл ала. Оло ҡыҙы Зәкиә Ташкент дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Балалар уҡыта. Икенсе улы Рәфҡәт Ташкент финанс-иҡтисад институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Үзбәкстандың, Башҡорт­остандың финанс органдарында эшләй. Өсөнсө улы Әшрәф, Ташкент индустриаль техникумын тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышына китә. 1943 йылда һәләк була. Әле иҫән кесе ҡыҙы Фәүзиә шулай уҡ Ташкент дәүләт финанс-иҡтисад инс­титутын тамамлай. Үзбәкстанда, Башҡор­тостанда финанс органдарында эшләп, Өфөнөң бер ҙур заводының план бүлеге начальнигы вазифаһынан пенсияға сыға.
Бына шулай, халҡыбыҙҙың ул замандағы барлыҡ алдынғы ҡарашлы улдарына һәм ҡыҙҙарына хас булғанса, башҡорт халҡының тағы бер аҫыл улының фажиғәле яҙмышы йөрәкте тетрәндерә.

Рамазан ҠОТОШОВ,
философия фәндәре кандидаты, доцент.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509