Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зәки Вәлидиҙең Дим буйында йөрөгәне
Зәки Вәлидиҙең Дим буйында йөрөгәне Беҙ белмәгән күп тарихи факттарҙы һаҡлай халыҡ хәтере. Зәки Вәлиди тураһында йыйылған мәғлүмәт айырым иғтибарға лайыҡ, уны ишетеү, бер яҡтан, ҡыуаныс булһа, заман болғанышы үҙгәрткән яҙмыштар тетрәндергес.
1949 йылғы Маһира Ҡор­банғәли ҡыҙы Ғәй­нуллина (Әбү­талипова) белгәндәрен Катаргановтар шәжәрәһенән башлап әлеге көнгә тиклем бик ентекләп һөйләне. Зәки Вәлиди исеменә лә бәйле был хәтер-яҙмалар: “Минең атайым Ҡорбанғәли Ғәбделхалиҡ улы – Әбештеке, инәйем Менәүәрә Миңләхмәт ҡыҙы – Бөрйәндән (Сәтәй-Бөрйән ауылы). Ҡартатайым Катарганов Дим буйы башҡорто булған. Элек малай тыуһа, мылтыҡтан атҡандар. Ул тыуғанда ҡышын тышта ныҡ һыуыҡ булған, бик ныҡ ҡатырған. Шунан балаға Ҡатырған тип исем ҡушҡандар...
Әбеш, Бикҡол, Күл, Ҡаран, Илсеғол, Себенле, Ҡыҙыл Юл, Кәминке, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Оло Ҡыпсаҡ (Әлшәй районы) ауылдары Катарганов ҡарттың ҡулында булған. Катарганов ҡартты Мәскәүҙән килгән Коменков тигән урыҫ оло шаҡмаҡ шәкәр, бер әсмүхә сәй биреп алдаған. Шунан Бәләкәй Ҡыпсаҡ менән Оло Ҡыпсаҡ араһындағы Коменко (Кәминке), Ҡыҙыл Юл ауылдары шул урыҫтың ерҙәре булып киткән.
Ҡартатайымдар, урыҫтар күбәйгәс, Димдең (Күгиҙел) бирге яғына сыҡҡан. Катарганов ҡарт ерҙәрен улы Әбүталипҡа биреп ҡалдырған.
Әбүталиптың иң бәләкәй улы Абдрахман атайымдың ағаһы булған. Абдрахман Ҡазан ҡалаһында уҡыған, Бәләбәй өйәҙенең кантоны булған. Ул Зәки Вәлиди менән бергә эшләгән. Атайым һөйләүенсә, Стәрлетамаҡтан пар ат егеп йөрөгәндәр. Матур ғына, бәләкәй буйлы, ыҡсым кәүҙәле ағай булған Зәки Вәлиди. Абдрахман бабайымды НКВД, татар милләтенән тип, иң беренсе Татарстандан, Миңзәлә, Һарытау яҡта­рынан эҙләгән. 1937 йылда, атырға тип, ауылға киләләр...
1898 йылғы Миңләхмәт Ғарипов – ҡарта­тайымдың бер туған ҡустыһы. Ут егет булған ул, ҡурайҙа уйнап торған сағында Зәки Вәлиди ҡарап торған да, бында кил әле, тип саҡырып алған. Ҡартатайым 20 йәшендә Зәки Вәлидиҙең писары булып, Төркөстанға сығып киткән. 1960-1961 йылдарҙа Мәскәүҙән барған журналистарға, тыуған еремде ныҡ һағындым, мине Башҡорт­останға алып ҡайтығыҙ, тигәс, тегеләр, әле илдә үҙгәрештәр башланып тора (Хрущев заманы), ил тынысланғас, ҡайтырһың, ти. Зәки Вәлиди: “Минең хаҡта хаттарығыҙҙа яҙмағыҙ, туғанда­рымды, үҙегеҙҙекеләрҙе лә – бөтәһен дә атып бөтөрҙәр”, – тип тыйған була.
Зәки Вәлиди Әбештә Ишембәт күле янында туҡтала. Бөтә мылтыҡтарын, ата торған пушкаларын, башҡа ҡоралдарын һыуға ташлаған. Беҙҙең эҙ ҡалмаһын тип, пистолет-патрондарын шундағы ҡойоға күмдергән. Бала саҡта кәмәлә йөрөгәндә, ҡартатайым кәшмәк менән туҡылдатып күрһәтә торғайны. Уның бәләкәй генә йоҙаҡлы ҡумтаһы була торғайны, беҙ ҡарап торабыҙ, шуны һыуға ырғытты, ти атайым. Штыклы мылтыҡтарын соҡорға күмгәндәр. 1969 йылда шул урынды Мәскәүҙән вертолет менән килеп эҙләгәндәр, ҡоралдарын тартып сығара алма­ғандар, вертолет уртаға өҙөлә, тип әйттеләр, ти. Ишембәт күлен дә ныҡ бутағандар...
Зәки Вәлиди, 1919 йылда Әбешкә килеп, отрядын тулыһынса тарҡатҡан. Ғәбдел­халиҡ ҡартатайым бәләкәй генә итеп тегелгән киндер ҡапсыҡтарға арпа, һоло, тары (ҡартатайым тары ла сәскән), һалам, бесән тултырып, уны “Шафран” стан­цияһына тиклем оҙатҡан. Үҙенең бына тигән аттарын да биреп ебәргән. Уларҙы поезға тейәп, биш-алты егете менән Зәки Вәлиди Төркөстанға юлланған. Ә бик арыған 17 башын ҡалдырып киткән. “Был – башҡорт тоҡомло аттар, юғалтмай һаҡла, ағай”, – тигән. Шул 17 аттың етәүһен атайымды дошман күргән кешеләр Үле Димгә (Дим ярындағы батҡыл тәрән ҡолаҡ) ҡыуып индереп батыра. 1921 йылғы аслыҡта ауыл халҡы шул аттарҙы сапҡылап, бәләкәй сана менән ташып ашаған. Бер әбей, Ғәбделхалиҡ ағайға рәхмәт инде, беҙҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалды, тип һөйләй торғайны. Элек ҡартатайым: “Бына ошо урында Зәки Вәлидиҙең аттары торҙо”, – тип яр буйҙарын күрһәтә ине”.
Түләк Ғирфанов бабай ҙа Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында булған Зәки Вәлиди тураһында белгәндәрен һөйләй: “Атайым Хәбиб­рахман Ғирфан улы Ғирфанов Әбеш ауылынан. Уның ағаһы Фәйзрахман 1914 йылда Герман һуғышында ҡатнашҡан. Фәйзрахман бабайымдың ҡатыны Зөһрә әбейем (Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан) мине күргән һайын гел генә “Шәүәли абзыйым” тип һөйләй торғайны. Йәш саҡта бер ҡолағыңдан инһә, икенсеһенән сығып бара, иғтибар биреп, һөйләгәндәрен яҙып та ултырмағанмын.
Бер саҡ шулай университетта уҡығанда, иҫкә төшөрөп, Шәүәли тураһында һораштым. Ул Зөһрә әбейемдең бер туған ағаһы булып сыҡты. 1894 йылғы Шәүәли (Шаһвәли) Хажғәли улы Ибра­һимов мәҙрәсә тамамлап, Баймаҡ райо­нының Билал ауылында уҡытыусы булып эшләй. Граждандар һуғышы башланғас, Муса Морта­зиндың отрядына ҡушылып китә. Шунда Зәки Вәлиди менән таныша. (Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында бер нисә урында Шаһвәли арҡаҙашым тип телгә алынған. – Авт.).
“Бер мәл Шәүәли абзыйым Зәки Вәлиди менән Ҡаранға килеп сыҡты”, – тип һөйләй Зөһрә әбейем. Бәрәкәт, мин әйтәм, был әбей шаштырып ебәрә түгелме һуң? “Әбей, – мин әйтәм, – нисек Ҡаранға килеп сыҡты, ниндәйерәк кеше ине ул?” “Ҡара ғына, тәпәш кенә буйлы, йыуантыҡ, шаҙра ине”, – ти. Әҙәби әҫәрҙәрҙә Вәлидиҙе, ысынлап та, шулай һүрәтләйҙәр бит. Әбейем китап уҡып ултырмай, уның һөйләгәндәре ысынбарлыҡҡа тап килгән кеүек. Мин, ҡыҙыҡһынып, ныҡлап һораша башланым. Шәүәли менән Зәки Вәлиди, ысынлап та, Стәрленән ҡайтып барғандарында Илсеғол һәм Ҡаран ауылдарында туҡтап, Шәүәлиҙең атаһы Хажғәли һәм уның бер туған ағаһы, ауыл муллаһы Миңлевәлиҙәр менән йыйылып һөйләшеп тора.
Аҙаҡ Шәүәли Зәки Вәлиди менән Төркөстанға китә. Һуңғараҡ Вәлиди, башҡорт халҡына хат яҙып, Шәүәлиҙе Башҡортостанға ҡайтара. (Зәки Вәлидиҙең был яҙмаһы билдәле. – Авт.). Бына шул хатты итек ҡуңысының эске яғына тегеп, нимә тура килә шуға эләгеп (ишәктә, дөйәлә), байтаҡ поезға ултырмайынса (сөнки унда ҡыҙылдар күп була) бара.
Аҙаҡтан, Ҡаҙағстанға етер ерҙә поезға ултыра, шунда холера эләктерә булһа кәрәк, ауырып китә. Силәбе өлкәһенән ҡаты яраланған полк командиры менән бергә килә. “Сүлиә” станция­һында был командирҙы бер шәфҡәт туташы ҡаршы ала. Хәлһеҙләнгән Шәүәлиҙе лә, үлеп ҡуймаһын тип, алып ҡалалар. Шәүәли иҫенә килә, терелә, Өфөгә барып Муса Мортазинға хатты тапшыра... 1937 йылда Шәүәлиҙе ҡулға алалар һәм икенсе йылына Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Дауыт Юлтый менән бергә аталар. Шәүәлиҙең Сәймә исемле ҡатыны улы Түләк, ҡыҙы Фәриҙә менән Силәбегә ҡайтып китә...”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Түләк Ғирфанов бабай был туғандарының артабанғы яҙмышын тулы­һынса асыҡлай алмаған, Сәймәнең улы Түләктең үлеп ҡалғаны билдәле, ә ҡыҙы Фәриҙәгә хат яҙып ҡараһа ла, яуап ала алмаған. Бәлки, ул заманда Фәриҙә хат яҙырға ҡурҡҡандыр ҙа. Шулай ҙа бөгөн Түләктең һәм Фәриҙәнең туғандары, ейәндәре ошо яҙмаларҙы уҡып, Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында йәшәгән Түләк Ғирфанов бабай менән бәйләнешкә инер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
ХХ быуаттың беренсе яртыһы – замандың аңлы быуынын аяғынан йыҡҡан ҡанлы осор – башҡорт халҡының ғына түгел, илдә йәшәгән һәр милләттең кисергән яҙмышы. Юҡ ителгән, бәлки, халҡыбыҙҙы күтәрер тыумай ҡалған шәхестәр, өҙөлгән тамырҙар... Һәм, бәхеткә күрә, яҡты донъяға тыуған беҙҙең быуын... Үткәндәргә ҡарап, үҙебеҙҙең иңдә ниндәй яуаплылыҡ барлығын тойһаҡ ине ошо саҡта, үҙ йөҙөбөҙҙө күрһәк һәм үҙ баһабыҙҙы белһәк ине. Сөнки халыҡ хәтере, тарих төпкөлөнән урғылған мәңгелек шишмә кеүек, бөгөнгөбөҙгә, ә бөгөнгөбөҙҙән һәр бере­беҙҙең тырышлығы менән киләсәккә йүнәлеш биргән баҫҡыстарының береһелер.
Бөйөк шәхестәребеҙ исемен, халыҡҡа етке­релергә тейешле тарихи әҫәрҙә­ребеҙҙе телгә алыуҙы, хатта дини инаныуыбыҙҙы тыйған замандар булған. Бөгөн килеп, күп юғалтыуҙар, үҙгәрештәр аша ил ҡеүәтен һаҡлаған, тарихи булмышыбыҙҙы күрһәтер шәхестәребеҙҙе өйрәнәбеҙ. Тамырыңды белмәйенсә тороп, бөгөнгөнө белеү мөмкин түгел тигән һүҙҙәрҙең мәғәнә айышына, тәрәнлегенә бөгөн килеп ҡабаттан инандым.
Заман үҙгәреү менән бергә халыҡ ижады ла тарих төпкөлөнә ҡалып, юғалтыу­ҙарға дусар була. Ә бит ваҡытында яҙып алынған әйберҙәр, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булып, бәхеткә күрә, һаҡланған эпос-ҡобайырҙарыбыҙ һәм беҙ белергә тейешле, тәрән моңло халыҡ йырҙары, милләттең иң боронғо тамырҙарын, йөҙөн күрһәтер йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, тарихыбыҙ киләһе быуынға еткерелергә тейеш. Ә уларҙы күпте күргән оло быуындан һорашып белергә, өйрәнергә тырышыу – һәр кемебеҙҙең бурысы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498