№ 28 (27580)
12 март, 2019 йыл

“Башҡортостан” гәзитенең 12 март һанына күҙәтеү
Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Мәскәүҙә республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышлап уҙғарылған “Башҡортостанда тыуғандар” тигән байрам концертынан репортаж бирелгән.
2-се биттә шулай уҡ Краснокама районы вәкилдәренең “Тарих биттәре” фестиваль-марафоны эстафетаһын нуримандарға тапшырыуы яҡтыртылған, мөһим яңылыҡтар урын алған.
3-сө биттә Ҡариҙел районында үткән Урман форумы тураһындағы аналитик мәҡәлә донъя күргән.
4-се биттә көнүҙәк мәсьәлә – баланы тәрбиәләүҙә педагогик-психологик ярҙам күрһәтеү темаһы күтәрелгән.
5-се биттә гәзит уҡыусы Баймаҡ районының Күсей мәктәбе тарихына үҙ ҡарашын тәҡдим иткән.
6-сы биттәге яҙмаларҙа ғаиләләге эскелек, ир менән ҡатын араһындағы көнләшеү хисе кеүек проблемалар яҡтыртылып, “Йәшәйеш” рубрикаһына берләштерелгән.
7-се биттә мәғлүмәти белдереүҙәр баҫылып сыҡҡан.
8-се биттә “Эй ултыра балыҡсы...” махсус сығарылышы донъя күргән.