№ 26 (27578)
6 март, 2019 йыл

“Башҡортостан” гәзитенең 6 март һанына күҙәтеү
Бөгөнгө һандың 1-се битендә Өфө районының Яңы Булгаков ауылында алданған өлөшсөләргә фатир асҡысы тапшырыу тантанаһынан репортаж бирелгән. Шулай уҡ был биттә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы халҡының Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарыуы һүрәтләнгән.
2-се биттә Октябрьский ҡалаһының “Ролстрой” төҙөлөш һәм Туймазы ҡалаһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһы компаниялары эшмәкәрлеге яҡтыртылған. Йәнә рәсми хәбәрҙәр, республика яңылыҡтары бирелгән.
3-сө бит яҙмаларында йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Балтас районынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе торошо тураһында яҙып ебәргәндәр, Әбйәлилдән Бикбай Насирйәновтың эҙәрмәнлек эше тасуирланған, Белореттан Афған һуғышы ветераны Мансаф Исхаҡов менән таныштырғандар.
4-се бит мәҡәләләре быйыл Рәсәйҙә барған Театр йылына бағышланған. Уларҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең тамашаларына төплө байҡау яһалған.