Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 21 (27573) 2019 йыл, 22февраль, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 22 февраль һаны тулыһынса тиерлек Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған.

Беренсе һәм икенсе биттәрҙә республика яңылыҡтары, төбәк етәксеһенең эшлекле осрашыуҙары менән танышырға мөмкин.

Өсөнсө биттә бөгөнгө армияның мөмкинлектәре, хәрби яңылыҡтар, 23 февраль байрамының тарихы хаҡында яҙмалар урын алған.

Дүртенсе биттә “Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов хаҡында яҙма.

5-се, 6-сы, 7-се биттәрҙә Баймаҡ, Әбйәлил, Туймазы, Учалы, Өфө тарафтарынан килгән хаттар менән, ошо район ҡалаларҙа йәшәгән ир-уҙамандар менән танышырға мөмкин.

Аида Хәйретдинованың “Ветеран” хикәйәһе лә бик фәһемле һәм уҡымлы.

Театр һөйөүселәргә Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Был һанда шулай уҡ сканворд, йондоҙнамә урын алған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә