Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 20 (27572) 20 февраль, 2019 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 20 февраль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Шаран районы фермеры тураһында мәҡәлә донъя күргән. Шулай уҡ төбәк бредтарын дәүләт теркәүе мәсьәләһе күтәрелгән, республика яңылыҡтары, рәсми хәбәрҙәр бирелгән.

2-се биттә Өфөләге 13-сө клиник дауаханаһы миҫалында хеҙмәт кешеләренең медицина ярҙамы алыу темаһы яҡтыртылған, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы эшҡыуары Илһам Фәттәховтың боланут сәйе етештереүе һүрәтләнгән, былтыр республика Хөкүмәтенә граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр буйынса йомғаҡ яһалған.

3-сө биттәге мәҡәләләр Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналып, уларҙа башҡорт телен өйрәнеү һәм уҡытыу мәсьәләләре күтәрелгән.

4-се биттә Ейәнсура районы халҡының республиканың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фестиваль-марафонда ҡатнашыуы хаҡындағы яҙма донъя күргән, Салауат ҡалаһы театры хеҙмәткәре Зөһрә Әминева тураһында һүрәтләмә, шағир Зөфәр Вәлиттең шиғырҙары, сатирик Венер Исхаҡовтың юморескаһы баҫылып сыҡҡан.




Комментарий өҫтәргә