№ 16 (27568)
12 февраль, 2019 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 12 февраль һанына күҙәтеү
Бөгөнгө һандың 1-се битендә Рәсәй фәне көнө айҡанлы республиканың йәш ғалимдарына төбәк етәксеһе гранттарын тапшырыу тантанаһынан репортаж бирелгән. Шулай уҡ бында Сибайҙағы киҫкен экологик хәл тураһындағы яңылыҡтар урын алған.
2-се биттә Өфөлә Эшҡыуарлыҡ йорто төҙөлөүе, республикала ашығыс ярҙам һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре торошо, Бүздәк районындағы Ҡаңны-Төркәй мәктәбе тураһындағы мәҡәләләр донъя күргән.
3-сө бит яҙмалары Яңауыл районына арналған. 4-селә иһә Бөрйән, Белорет, Учалы яҡтарының тормошо тасуирланған.
5-се бит мәҡәләләре республиканың 100 йыллыҡ юбилейына ҡағылышлы. Бында Башҡорт дәүләт академия драма театры хаҡында һүрәтләмә, шулай уҡ Зәки Вәлидиҙең “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты” баҫылған.
6-сы биттәге Миәкә, Борай, Бәләбәй, Белорет райондары йәшәйешенә ҡағылған яҙмалар “Белем һәм тәрбиә” исеме аҫтында тупланған.
7-се биттә гәзит уҡыусыларҙың Нефтекама, Балтас, Өфө, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ тарафтарынан килгән хаттары донъя күргән.
8-се биттә димселек мәктәбе, Силәбе башҡорттары хаҡында яҙылған, “Ғәфү ит, әсәкәйем!” хикәйәһенең аҙағы тәҡдим ителгән.