Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 14 (27566) 6 февраль, 2019 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 6 февраль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һан Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов тураһындағы мәҡәлә менән асылған. Шулай уҡ был биттә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мәсьәләләре күтәрелгән.

2-се бит тотошлай Мортаза Рәхимовтың, ул етәкләгән “УРАЛ” хәйриә фондының эшмәкәрлегенә бағышланған. Бында шулай уҡ арҙаҡлы шәхесебеҙҙең яҡташтары – күгәрсендәр ҙә үҙ һүҙен еткергән.

3-сө биттә Дыуан районының “Урал-Тау” хужалығы хаҡындағы күләмле мәҡәлә донъя күргән, учалылар – “Ашығыс ярҙам” машиналары алыу, әбйәлилдәр Ауыл уйындарында хоккей буйынса төбәк-ара ярышта еңеү шатлығы менән уртаҡлашҡан.

4-се биттәге яҙмалар “Рухиәт” темаһына берләштерелгән. Бында Өфөлә “Мостай аҡылы” фестивале уҙыуы хәбәр ителгән, “Ғәфү ит, әсәкәйем!” хикәйәһенең тәүге өлөшө бирелгән.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә