№ 8 (27560)
23 ғинуар, 2019 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 23 ғинуар һанына күҙәтеү
Бөгөнгө һандың 1-се битендә Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһындағы белем һәм тәрбиә эше, шулай уҡ Әлшәй районында уҙған “Алтын шайба” хоккей турниры барышы яҡтыртылған.
2-се биттә республикала һанлы телевидениеға күсеү нескәлектәре аңлатылған, Балтас һәм Борай райондарындағы эшҡыуарлыҡ, инвестиция йәлеп итеү торошо тасуирланған.
3-сө биттәге төп мәҡәләлә иһә Бишбүләк районының Айыт ауылындағы мәктәптең эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан. Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарынан гәзит уҡыусыларҙың хәбәрҙәре баҫылып сыҡҡан.
4-се биттәге “Яҡташтар” рубрикаһында Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө етәксеһе Гөлсинә Батыршина менән күләмле әңгәмә донъя күргән.
һылтанмалар