Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 127 (27529) 2018 йыл, 2 ноябрь, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 2 ноябрь һанына күҙәтеү.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан алдынғы һөнәр эйәләрен ҡотлау, ун кешегә автомобиль асҡысы тапшырыу, награда, бүләктәр биреү тантанаһынан яҙма менән асыла.

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Ошо йәһәттән 4-се, 5-се, 13-сө биттәрҙә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ, төрлө халыҡ вәкилдәре ҡатнашлығындағы мәҙәни конкурстар хаҡында мәҡәләләр урын алды.

Медицина тармағындағы төрлө мәсьәләләр, айырыуса яман сирҙән яфаланғандарҙы хеҙмәтләндереү сифаты көн үҙәгендәге проблемаға әйләнде. Шуға бәйле Республика онкология диспансерында яңы бина төҙөлөүе, учреждениела ҡабул итеү ваҡытының артасағы, шәмбелә лә бер нисә кабинеттың эшләйәсәге һәм башҡалар хаҡында “Тармаҡҡа талап арта” тигән яҙмала уҡырһығыҙ.

Был һанда шулай уҡ фән фестивале тураһында уҡырһығыҙ, Роберт Миңнуллиндың Хәсән Назар хаҡындағы мәҡәләһе, Рауил Бикбаевтың “Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре” тигән яҙмаһы менән танышырһығыҙ. Шулай уҡ бөгөнгө гәзиттә сканворд та урын алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәрҙе төрлө бүләктәр көтә, араларында иң ҙуры – “Йәйғор” шифаханаһына ике путевка.




Комментарий өҫтәргә