Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 125 (27527) 30 октябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 30 октябрь һанына күҙәтеү.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәре хаҡындағы яҙма менән асыла. Артабан Баҡалы районы халҡының бөгөнгө көнитмеше хаҡындағы мәҡәләләр урын алды. Унда ауыл хужалығы, мәғариф тармаҡтары, кешеләрҙең йәшәү шарттары сағылыш таба. Мәҫәлән, “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы Яңы Урсай халҡы өсөн тормош көтөү нигеҙе булып тора; Баҡалының үҙендә республиканың 100 йыллығы уңайынан 825 урынлыҡ ҙур мәктәп төҙөлә; Ҡамышлытамаҡта йәш ғаилә ике баланы тәрбиәгә алған һәм башҡалар. Һәр яҙмала бөгөнгө тормоштоң ысынбарлығы, асылы ярылып ята.

Дүртенсе биттә Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһының эшмәкәрлеге хаҡында бәйән ителә, шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илдар Мәхмүтов менән әңгәмә урын алды. Бишенсе биттә иһә Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаеваның йөрәк сирҙәренә, уларҙы иҫкәртеүгә бәйле кәңәштәрен уҡырһығыҙ. Артабан Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан яҙма донъя күрһә, һуңғы биттә Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни тормошон сағылдырған мәҡәлә тәҡдим ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәрҙе төрлө бүләктәр көтә, араларында иң ҙуры – “Йәйғор” шифаханаһына ике путевка.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә