Ҡыҙыҡлы дәлилдәр13.09.2013
Ҡыҙыҡлы дәлилдәр Донъялағы иң оло йәштәге тау саңғысыһы Александр Розенталгә – 95 йәш. Ул әле лә аҙнаһына ике-өс тапҡыр күнекмәләргә йөрөй.

Һау-сәләмәт ҡартлыҡтың серҙәре ябай: күтәренке рух, ышаныс, үҙ-үҙеңде тота белеү, бәхет кисереү.

Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, 70 йәште уҙған ҡатындар көнөнә бер бокал шарап йәки бер көрөшкә һыра эсһә, уларҙың хәтере тарҡалыу ихтималлығы 20 процентҡа кәмей.

АҠШ-тағы иң оло шофер тип Стоктон ҡалаһында йәшәгән Рой Роулин билдәләнгән. Бер ваҡыт уны тиҙлекте арттырғаны өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Документтарын тикшергәндән һуң, ғәфү үтенеп, шунда уҡ кире ебәргәндәр. Баҡһаң, ҡағыҙҙа шоферға 104 йәш тип яҙылған булған икән…

Бала саҡтан ике телдә иркен һөйләшкән кешеләр яйыраҡ ҡартая.

Марафонсылар араһында йәше буйынса рекорд ҡуйған грек йүгереүсеһе Д. Иорданидис 98 йәшендә 42 километрлыҡ маршрутты уңышлы үтә алған. Бының өсөн уға 7 сәғәт 40 минут талап ителгән.
Швейцарияла йәшәүсе 88 йәшлек Андреа Нотбек ғүмер буйы осорға хыялланған һәм… дельтаплансылар курсына яҙылған. Инструкторы әйтеүенсә, был ханымдан да тырыш һәм ныҡышмал уҡыусы быға тиклем осрамаған.

Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой 75 йәшендә лә конькиҙа шыуған. Ә 80-де үткәс, ул үҙенең Делир исемле атында көнөнә 20-шәр саҡрым араны һыбай урап килер булған.

Көс талап ителгән күнекмәләрҙән һуң оло йәштәге ирҙәрҙең организмында холестерин кимәле түбәнәйә. Билдәле булыуынса, тап ошо органик берләшмә инсульт һәм инфаркттың төп сәбәпсеһе булып тора.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2050 йылда Японияла 100 йәште уҙған кешеләр һаны бер миллиондан ашасаҡ.

Әйткәндәй, Японияла 99 йәшлек Тейичи Ивараши тигән кеше йәшәй. Ул 75 йәше тулғандан алып йыл һайын Япониялағы иң бейек тау һаналған Фудзиямаға күтәрелә.


Вернуться назад